Әҙәмдең Нухҡа тиклемге тоҡомо
51 Бына Әҙәмдең һәм уның нәҫел-нәсәбенең шәжәрәһе: Алла ке ше не ярат ты, бар ҡылды, рәүешенә Үҙенең оҡшатты.
2 Яратты Ул ир менән ҡатынды, уларға фатиха ҡылды.
Ярат ҡан сағында уларҙы исемдәрен кеше тип атаны.
3 Әҙәмгә йөҙ ҙә утыҙ йәш тулғанда, уның улы тыуҙы — тап үҙенә оҡшағайны һәм үҙе рәүешле ине. Әҙәм уға Шет тип исем бирҙе. 4 Шет тыуғандан һуң, Әҙәм һигеҙ йөҙ йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла тыуҙы. 5 Туғыҙ йөҙ утыҙ йыл йәшәп, Әҙәм вафат булды.
6 Шетҡа йөҙ ҙә биш йәш тулғанда, уның улы Энош тыуҙы.
7 Энош тыуғандан һуң, Шет һигеҙ йөҙ ете йыл йәшәне; тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары тыуҙы. 8 Туғыҙ йөҙ ун ике йыл йәшәп, Шет вафат булды.
9 Эношҡа туҡһан йәш булғанда, улы Кенан тыуҙы. 10 Кенан тыуғандан һуң, Энош һигеҙ йөҙ ун биш йыл йәшәне; уның тағы улдары һәм ҡыҙҙары тыуҙы. 11Туғыҙ йөҙ биш йыл йәшәгәндән һуң, Энош вафат булды.
12 Кенанға етмеш йәш булғанда, улы Маһалалел тыуҙы.
13 Маһалалел тыуғандан һуң, Кенан һигеҙ йөҙ ҡырҡ йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла булды. 14 Кенан туғыҙ йөҙ ун йәшендә вафат булды.
15 Маһалалелға алтмыш биш йәш булғанда, улы Яред тыуҙы.
16 Яред тыуғандан һуң, Маһалалел һигеҙ йөҙ утыҙ йыл йәшәне; уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары бар ине. 17 Маһалалел һигеҙ йөҙ туҡһан биш йыл йәшәне.
18 Яредҡа йөҙ ҙә алтмыш ике йәш булғанда, уның улы Ханох тыуҙы. 19 Ханох тыуғандан һуң, Яред һигеҙ йөҙ йыл йәшәне; уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары бар ине. 20 Туғыҙ йөҙ алтмыш ике йыл йәшәп, Яред вафат булды.
21 Ханохҡа алтмыш биш йәш булғанда, улы Мофассал тыуҙы. 22 Мофассал тыуғандан һуң, Ханох өс йөҙ йыл йәшәне, ғүмере буйына ул Алланан айырылманы. Уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары булды. 23 Өс йөҙ ҙә алтмыш биш йәш йәшәне Ханох,
24 ғүмере буйына ул Алла хозурында булды, шунан юҡ булды Ханох: Алла уны Үҙенә алды.
25 Мофассалға йөҙ ҙә һикһән ете йәш булғанда, уның улы Ламех тыуҙы. 26 Ламех тыуғандан һуң, Мофассал ете йөҙ һикһән ике йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла бар ине.
27 Мофассал туғыҙ йөҙ алтмыш туғыҙ йыл ғүмер итте.
28 Ламехҡа йөҙ ҙә һикһән ике йәш булғанда, уның улы тыуҙы.
29 Ламех уға Нух тип исем бирҙе һәм: «Ул эшебеҙҙә, Раббы ҡәһәрләгән тупраҡтағы хеҙмәттәребеҙҙә беҙгә йыуаныс килте рер», — тине.
30 Нух тыуғандан һуң, Ламех биш йөҙ туҡһан биш йыл йәшәне; уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары бар ине. 31 Ете йөҙ етмеш ете йыл йәшәп, Ламех вафат булды.
32 Нух биш йөҙ йыл йәшәгәндән һуң, уның Шем, Хам һәм Яфет исемле улдары тыуҙы.
Яза һәм вәғәҙә
6 1-2 Ер йөҙөндә кешеләр күбәйгәндән-күбәйҙе. Кешеләрҙән тыуған ҡыҙҙарҙың матурлығын күреп, күктәге тылсымлы заттар уларҙы үҙҙәренә ҡатын итеп алды.
3 Әйтте Раббы:
— Мин кешегә йәнде мәңгелеккә бирмәйем, уның булмышы ни бары тән генә. Кешенең ғүмер оҙонлоғо йөҙ ҙә егерме йыл бул һын.
4 Тылсымлы заттар кеше ҡыҙҙарына өйләнеп, ҡыҙҙар уларҙан бала тапҡан замандарҙа һәм унан һуңыраҡ та ерҙә бәһлеүәндәр булған. Баһадир булған улар, исемдәрен данға күмгәндәр.
5 Күрә Раббы: ер йөҙөндә кешеләр бик ныҡ аҙған — уларҙың бөтә уй-ниәте һәр саҡ яуызлыҡта. 6 Раббы ерҙә кешене яраты-уына үкенде һәм йөрәге әрнене.
7 — Үҙем бар ҡылған кешеләрҙе, шулай уҡ мал-тыуар, кейек-хайуандар һәм бөтә ҡош-ҡортто ер йөҙөнән юҡ итәм, сөнки уларҙы яратҡаныма үкенәм, — тине.
8 Әммә Нух Раббы мәрхәмәтендә ине.
9 Бына Нух тураһында хикәйәт: замандаштары араһында тик Нух ҡына тәҡүәле, тәүфиҡлы ине; Алла юлында йөрөнө.
10 Нухтың Шем, Хам, Яфет исемле өс улы бар ине.
11 Күрҙе Алла: ер боҙолған — ул яуызлыҡ менән тулған.
12 Күрҙе Алла: ер боҙолған — кешеләр йөрөй ялған юлдан.
13 Алла Нухҡа былай тине:
— Ерҙә йәшәгән бөтә йән эйәһен ҡырам, сөнки ер улар арҡаһында яуызлыҡ менән тулды. Мин уларҙы ер менән бергә юҡ итәм. 14 Һин үҙеңә ҡаты ағастан көплө кәмә яһа, уны бүлмәләргә бүл, эсен-тышын ыҫмалалап сыҡ. 15 Уның оҙонлоғо — 150 метр, киңлеге — 25 метр, ә бейеклеге 15 метр булһын. 16 Кәмәнең түбәһенә ярты метр сығып торорлоҡ итеп ҡыйыҡ яһа, ҡабырға яҡтан ишек уй. Кәмәлә беренсе, икенсе, өсөнсө ҡаттар булһын.
17 Мин туфан һыуҙары ҡалҡытып, эсендә йәне булған бөтә нәмәне юҡ итәм, ерҙә булған бөтә нәмә ҡырылып бөтәсәк. 18 Әммә һинең менән Минең шундай килешеү булыр: һин улдарың, ҡатының, килендәрең менән көплө кәмәгә ин. 19 Кәмәгә шулай уҡ үҙең менән бөтә төр йән эйәһенән аталы-инәле икешәр йәнлек ал, улар һинең менән бергә тере ҡалырға тейеш. 20 Һәр төрлө ҡош-ҡорттан, мал-тыуарҙан һәм ер йөҙөндәге бөтә төр йәнлектән аталы-инәле икешәр йән эйәһе, һинең менән кәмәгә инеп, тере ҡалһын. 21 Үҙең менән төрлө ризыҡ ал — үҙеңә лә, йәнлектәргә лә етерлек булһын.
22 Нух бөтәһен дә Алла бойорғанса эшләне.
7 1 Раббы Нухҡа былай тине:
— Бөтә ғаиләңде алып кәмәгә ин, көллө ғәләм араһында Минең алда тик һин генә тәҡүәлеһең. 2 Хәләл хайуандарҙың һәр төрөнән аталы-инәле етешәр, хәрәм хайуандарҙан аталы-инәле икешәр тоҡом, 3 шулай уҡ хәләл ҡоштарҙан аталы-инәле етешәр, ә хәрәм ҡоштарҙан аталы-инәле икешәр ҡош ал, ер йөҙөндә уларҙың то ҡо мо һаҡ ла нып ҡал һын. 4 Ете көндән һуң Мин ергә ҡырҡ көн, ҡырҡ төн буйына ямғыр яуҙырырмын. Үҙем бар ҡылған һәммә нәмә ер йөҙөнән юҡ булыр.
5 Нух бөтәһен дә Раббы бойорғанса эшләне.
6 Ер йөҙөнә туфан ҡалҡҡан саҡта, Нухҡа алты йөҙ йәш ине. 7Нух туфан һыуынан улдары, ҡатыны, килендәре менән кәмәгә инеп йәшеренде. 8 Ә һәр төрлө хәләл һәм хәрәм хайуандарҙан, ҡош-ҡорттан һәм һөйрәлеүселәрҙән 9 уның кәмәһенә аталы-инәле ҡушарлап-ҡушарлап инеп ҡалдылар — Алла нисек бойорһа, шулай булды.
10 Ете көн үтте, һәм ергә туфан ҡалҡты. 11 Нухҡа алты йөҙөнсө йәш барғанда, йылдың икенсе айының ун етенсе көнөндә йырылдылыр сикһеҙ даръя һыуы, асылдылыр күктең ҡабағы —
12 ҡырҡ көн ҡойолдо ергә туфан һыуы, ҡырҡ көн яуҙы туфан ямғыры.
13 Нух улдары Шем, Хам, Яфет, ҡатыны, килендәре менән тап ошо көндө кәмәгә инде. 14 Улар менән бергә һәр төрлө хайуандар, мал-тыуар, һөйрәлеүселәр, барлыҡ ҡоштар береһе артынан береһе ҡушарлап килеп инде. 15Уның кәмәһенә тере йән эйәләренең бөтә тоҡомдары ҡушарлап 16 ата лы-инә-ле инде — Алла бойорғанса булды. Нух кергәс, Раббы көплө кәмәнең ишеген ябып ҡуйҙы.
17Ҡырҡ көн дауам итте туфан. 18 Һыу артҡандан-арта барҙы, ерҙе тотош ҡаплап алды, һәм кәмә һыу өҫтөндә йөҙөп йөрөй баш ла ны. 19 Һыу кү тәрел гән дән-кү тәрел де, ер өҫтөндәге бөтә бейек тауҙарҙы баҫып китте. 20 Тауҙарҙың өҫтөнән һыу ете метрға күтәрелде, улар һыу аҫтында ҡалды. 21 Ул ваҡытта ер йөҙөндә йәшәгән бөтә нәмә: ҡош-ҡорт, мал-тыуар, кейек-хай-уандар, һөйрәлеүселәр, кешеләр һәләк булды; 22 һулыш алған бөтә йән эйәһе ҡырылды. 23 Ер йөҙөндә булған бөтә йән эйәһе юҡҡа сыҡты: кеше менән бергә мал-тыуар, һөйрәлеүселәр, күктәге осар ҡоштар — һәммәһе лә үлеп бөттө. Нух менән уның кәмәһендә булғандар ғына иҫән ҡалды. 24 Туфан йөҙ илле көн дауам итте.
8 1 Бына бер саҡ Алла Нухҡа, уның кәмәһендә булған йорт һәм ҡыр хайуандарына илтифат итте: Алла ергә ел ебәрҙе, шунан һыу күтәрелеү туҡталды.
2 Туҡталдылыр туфан ташҡыны, ябылдылыр күктең ҡабағы, баҫылдылыр ҡойма ямғыры.
3 Әкренләп һыу ҡайта башланы, йөҙ ҙә илле көн тулыуға һыу кәмеүгә табан китте. 4 Етенсе айҙың ун етенсе көнөндә кәмә Арарат тауына килеп туҡталды. 5Йылдың унынсы айына тиклем һыу яйлап кәмей барҙы, унынсы айҙың беренсе көнөндә тау түбәләре күренде.
6 Ҡырҡ көн үткәс, Нух, кәмәлә үҙе уйған тәҙрәне асып, 7тышҡа ҡоҙғондо осороп ебәрҙе. Ер өҫтөндәге һыуҙар ҡороғанға тиклем, ҡоҙғон бер китеп, бер килеп осоп йөрөнө. 8 Ар та бан, ерҙә һыуҙың ҡайтҡан-ҡайтмағанын белеү өсөн, Нух күгәрсенде осороп сығарҙы.9 Әммә күгәрсен, ҡуныр урын тапмайынса, кәмәгә кире ҡайтты, сөнки ер һыу аҫтында ине әле. Нух, ҡулын һоноп, күгәрсенде кәмә эсенә индерҙе. 10 Ете көн үткәс, ул күгәрсенде яңынан сығарҙы. 11 Күгәрсен уға кис кенә әйләнеп ҡайтты — суҡышында зәйтүн ағасы япрағын килтергәйне.
Нух ер өҫтөнән һыуҙың ҡайтҡанын аңланы. 12 Ул тағы ете көн көтөп торҙо ла күгәрсенде йәнә сығарҙы. Был юлы күгәрсен әйләнеп ҡайт ма ны.
13 Нухҡа алты йөҙ беренсе йәш киткәндә, беренсе айҙың беренсе көнөндә ер өҫтөндәге һыу ҡайтты. Нух кәмәнең ишеген асып ҡарағайны, ерҙең кипшенгәнен күрҙе. 14 Икенсе айҙың егерме етенсе көнөндә ер кипкәйне.
15 Алла Нухҡа былай тине:
16 — Ҡатының, улдарың һәм килендәрең менән кәмәнән сыҡ; 17үҙең менән алған бөтә хайуандарҙы — ҡош-ҡорт, мал-тыуар, һөйрәлеп йөрөр йәнлектәрҙе сығар, улар ер йөҙөндә таралһын һәм үр се һен, би хи сап артһын.
18 Нух улдары, ҡатыны һәм килендәре менән кәмәнән сыҡты.
19 Улар артынан хайуандар, һөйрәлеүселәр, ҡош-ҡорт, ер йөҙөндә йәшәгән һәммә йән эйәһе тоҡом-тоҡом булып сыҡты.
20 Нух, Раббыға бағышлап, ҡорбан усағы эшләне, бөтә төр хәләл малдан һәм хәләл ҡош-ҡорттан тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙе. 21Ҡорбандың хуш еҫе оҡшаны Раббыға. Ул Үҙенә Үҙе былай тине: «Башҡаса кешеләр арҡаһында ергә ҡәһәремде һалыр булмам, сөнки кеше күңелендә яуызлыҡ тыумышынан уҡ була; бүтәнсә тереклекте юҡ итмәм. 22Ер имен-аман торғанда: сәсеү менән ураҡ, эҫе менән һыуыҡ, йәй менән ҡыш, көн менән төн һәр ваҡыт булыр», — тине.
9 1 Алла, Нухҡа һәм уның уландарына фатиха биреп, былай тине:
— Үрсегеҙ, артығыҙ, ер йөҙөнә таралығыҙ. 2 Ерҙәге бөтә хайуандар, һауалағы һәммә осар ҡоштар, ерҙәге бар булған йәнлектәр, диңгеҙҙәрҙә йөҙөп йөрөгән балыҡтар һеҙҙең алда ҡурҡып-тетрәнеп торһон: һеҙҙең хөкөмгә бирелә улар. 3 Элек бирелгән үҫемлектәр менән бергә, Мин һеҙгә бөтә хайуандарҙы аҙыҡ итеп бирәм; 4 әммә йәне, йәғни ҡаны булған итте ашар булмағыҙ. 5 Һинең ҡаның ҡойолдо, ғүмерең өҙөлдө икән, ошо ҡанды кем ҡойһа, — йыртҡысмы ул, әллә туғанының ғүмерен өҙгән бәндәме ул — шуны үҙенең ҡаны ҡойолоуына дусар итәсәкмен.
6 Әгәр берәү ҡойһа әҙәм ҡанын,
үҙ ҡаны ла кеше ҡулынан түгелһен, сөнки кеше Алла рәүешендә яратылған.
7 Һеҙ иһә үрсегеҙ, ишәйегеҙ, ер йөҙөнә таралығыҙ һәм артығыҙ!
8 Алла Нухҡа һәм уның уландарына былай тине:
9 — Мин һеҙҙең менән, киләсәк быуындарығыҙ менән, 10 кәмәнән сыҡҡан бөтә тере йән эйәләре: ҡош-ҡорт, мал-тыуар, ҡырағай йәнлектәр — ерҙәге бөтә хайуандар менән килешеү төҙөйөм.
11 Һеҙҙең менән Минең шундай килешеү буласаҡ:
киләсәктә те рек лек те һәләк итмәҫ туфан һыуы, баш ҡаса ерҙе ҡоротмаҫ туфан һыуы.
12 Әйтте тағы Алла:
— Һеҙҙең менән, бөтә тереклек менән мәңгелеккә Мин төҙөгән килешеү билдәһе бына ошо булыр: 13 болоттарға йәйәмде — йәйғорҙо — элеп ҡуям, был Минең менән ер йөҙө араһында килешеү билдәһе булыр. 14 Мин ер йөҙөнә болот ебәргән һайын, болот араһында йәйғор күренер ҙә, 15 һеҙҙең менән, бөтә тереклек менән төҙөгән килешеүемде иҫләрмен. Бөтә тереклекте һәләк итеүсе туфан һыуы башҡаса ҡалҡмаҫ.
16 Болоттар араһында йәйғоромдо күргәс, ерҙә йәшәгән бөтә тере йән эйәләре менән мәңгелек килешеүем иҫкә төшөр.
17 Ер йөҙөндә йәшәгән һәммә тере йән менән Мин төҙөгән килешеү билдәһе шул булыр, — тине Алла Нухҡа.
18 Нухтың көплө кәмәнән сыҡҡан уландары — Шем, Хам, Яфет ине. Хам — Ҡынаандың атаһы. 19 Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Нухтың ошо өс улынан таралған.
20 Нух ер эшкәртә башланы; йөҙөм ағасы ултыртты. 21 Бер саҡ Нух, шарап эсеп иҫереп, сатыры эсендә шәрә килеш ята ине. 22 Ҡынаандың атаһы Хам, уның яланғас ятҡанын күреп, был хаҡта ағаларына һөйләне. 23 Шул саҡта Шем менән Яфет, яурындарына сәкмән һалып, ата ла ры ның са ты ры на арттары менән инделәр ҙә өҫтөнә шул сәкмәнде ябып сыҡтылар. Улар, арттарын ҡуйып ингәнлектән, аталарының яланғас тәнен күрмәне. 24 Нух, айнығып уянғас, кесе улының уға ҡарата ни ҡылғанын белеп, 25 былай тине:
— Ҡәһәр төшһөн Ҡынаанға! Ағаларының иң һөйкөмһөҙ ҡоло булһын ул!
26 Йәнә былай тине:
— Раббы, Шем Аллаһы, фатихалы!
Ҡы на ан иһә ағаларының булыр ҡоло.
27 Алла Яфет биләмәләрен киң ҡылһын!
Ул Шемдың сатырҙарында ғүмер һөрһөн!
Ҡынаан иһә ағаһы Шемға ҡол булһын.
28 Туфан ҡайтҡандан һуң, Нух өс йөҙ илле йыл йәшәне. 29 Нух, йәмғеһе туғыҙ йөҙ илле йыл йәшәп, вафат булды.
Нухтан таралған халыҡтар
■1 1 Бына Нухтың улдары Шем, Хам һәм Яфеттың шәжәрәһе.
Туфан һыуы ҡайтҡандан һуң, Шем, Хам һәм Яфеттың балалары тыуҙы.
2 Яфеттың улдары: Ғүмәр, Мәжүж, Мадай, Яван, Тувал, Мешех һәм Тирас.
3 Ғүмәрҙең улдары: Ашкеназ, Рифат, Тоғарма.
4 Явандың улдары: Элиша, Таршиш, Киттим һәм Доданим.
5 Улар — диңгеҙ буйҙарында йәшәгән халыҡтарҙың аталары.
Уларҙың һәр ҡайһыһының ырыу-ҡәбиләләре, телдәре айырым.
6 Хамдың улдары: Куш, Мисраим, Пут һәм Ҡынаан.
7 Куштың улдары: Сева, Хавила, Савта, Рама һәм Савтеха.
Раманың улдары: Шева һәм Дедан.
8 Куштың Нәмрүд исемле улы булды, егетлеге менән донъяға танылды. 9 Алла хозурында ҡеүәтле аусы булды ул. «Раббының Нәмрүд кеүек баһадир һунарсыһы бул» тигән әйтем шунан ҡалған. 10 Тәүҙә ул Шинар ерҙәрендәге Бабил, Урук, Аккад, Калне ҡалаларында батшалыҡ итте.11 Был илдән ул Ассирияға китеп, унда Ниневияға, Реховот-Ирға һәм Калахҡа, 12 шулай уҡ Ниневия менән Калах араһындағы Ресенға — ул бик ҙур ҡала — нигеҙ һалды. 13 Мисраим — луд, анам, леһав, нафтух,
14 патрус, каслух (унан пелештиҙәр таралды) һәм кафтор халыҡ тары ның атаһы.
15 Ҡынаандың улдары: Сидон (был уның баш балаһы) һәм Хет, 16 шулай уҡ унан иевустар, әмөриҙәр, гиргаштар, 17хиуиҙар, аркиҙар, синиҙар, 18арвадтар, семариҙар һәм хаматтар таралған.
Һуңынан Ҡынаандың нәҫел-ырыуы бик күп булып таралып китте. 19 Уларҙың биләмәләре Сидондан алып Герар яғына табан Газаға тиклем, ә Содом, Аморра, Адма һәм Севоим яғынан Лашаға тиклем һуҙыла. 20 Хамдың нәҫел-нәсәбе, уларҙың телдәре, ерҙәре, ырыу-ҡәбиләләре бына шулай ине.
21Яфеттың ағаһы, Эверҙың нәҫел ебен башлаусы Шемдың да ба ла лары буды.
22 Шемдың улдары: Элам, Ашшур, Арпахшад, Луд һәм Арам.
23 Арамдың улдары: Ус, Хул, Гетер һәм Маш.
24 Арпахшадтың — Шела, Шеланың Эвер исемле улдары булды.
25 Эверҙың ике улы тыуҙы: береһенә Пелег, йәғни «бүлеү» тигән исем ҡуштылар, сөнки тап шул ваҡытта ер бүленгәйне, икенсеһен Йоктан тип атанылар.
26 Йоктандың улдары: Алмодад, Шелеф, Хасармавет, Ярах, 27Һадорам, Узал, Дикла, 28 Овал, Авимаел, Шева, 29 Офир, Хавила, Йовав. Былар барыһы ла — Йоктандың улдары. 30 Уларҙың ерҙәре Мешанан көнсығышҡа табан Сефар тауҙарына хәтлем һу ҙы ла ине.
31 Шемдың нәҫел-нәсәбе, уларҙың телдәре, ырыу-ҡәбиләләре бына ошо.
32 Нух улдарының ғаиләләре, шәжәрәләре һәм уларҙан таралған халыҡтар бына шулар. Туфан баҫылғандан һуң ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар уларҙан таралған.
Бабил манараһы
П1 Бөтә донъяла бер тел, бер төрлө һүҙҙәр ине. 2 Көн-сы ғыш тан күсеп, ха лыҡ тар Шинар ерендә ти геҙ урын тап ты лар ҙа шунда урын лаш ты лар.
3Бер-береһенә:
— Әйҙәгеҙ, балсыҡтан кирбес һуғайыҡ та уны утта яндырайыҡ, — тинеләр.
Шулай итеп, улар таш урынына — кирбес, ә эзбиз иҙмәһе урынына ер аҫтынан сыҡҡан ҡара ыҫмала ҡуллана башланы.
4 Шунан былай тинеләр:
— Үҙебеҙгә күккә ашып торған манаралы ҡала төҙөйөк, шулай итһәк, бөтә ер йөҙөнә таралышып бөтһәк тә, даныбыҙ ҡалыр.
5 Раббы әҙәм балалары төҙөп ятҡан ҡала менән манараны ҡарарға тип ергә төштө. 6 Әйтте Раббы:
— Бер үк халыҡ, бөтәһенең дә телдәре бер төрлө. Бына нимә эшләй башлағандар былар; ниәттәрен ғәмәлгә ашырмайынса туҡтамаҫтар! 7 Ергә төшәйек тә телдәрен бутап бөтәйек әле, береһенең әйткәнен икенсеһе аңламаһын әйҙә!
8 Раббы уларҙы бөтә ер йөҙөнә таратты — бына шулай улар ҡаланы төҙөүҙән туҡтаны. 9Шуға күрә был ҡала Бабил тип атала — Раббы унда ерҙәге барса кешеләрҙең телдәрен бутаны һәм ошо урындан уларҙы бөтә ер йөҙөнә сәсте.

