БАШЛАНМЫШ (Книга Бытия на башкирском языке)
Целиком
Aa
На страничку книги
БАШЛАНМЫШ (Книга Бытия на башкирском языке)

Исхаҡ менән Яҡуп Ғаяз менән Яҡуп


19 Бына Ибраһимдың улы Исхаҡтың шәжәрәһе.

Ибраһимдың улы Исхаҡ 20 арами Лавандың һеңлеһе, Паддан-Арамдан арами Бетуилдың ҡыҙы Рабиғаға өйләнгәнендә Исхаҡҡа ҡырҡ йәш тулғайны. 21 Исхаҡ, ҡатынының ауырға ҡалыуын теләп, Раббыға ялбарҙы, сөнки ул түлһеҙ ине. Раббы уның теләген ҡабул ҡылды, Рабиға ауырға ҡалды. 22 Улдары ҡорһағында саҡта уҡ тибешә башланы. Рабиға:

— Был ни булыр икән? — тип аптырап, Раббынан һорарға китте. 23 Әйтте уға Раббы:

— Ике халыҡ һинең ҡарыныңда, ике ырыу һинән яралыр.

Береһе еңеп сығыр икенсеһен, ҙуры кесеһенә хеҙмәт итер.

24 Бына уның бала табыр ваҡыты етте — игеҙәктәр тыуҙы.

25 Тәүгеһе донъяға ерән сәсле, йәнлек тиреһе һымаҡ ялбыр булып тыуҙы; уға Ғаяз тип исем ҡуштылар. 26 Уның артынан, Ғаяздың үксәһенә йәбешеп, икенсеһе тыуҙы, уны Яҡуп тип атанылар. Улар тыуғанда Исхаҡҡа алтмыш йәш ине.

27 Малайҙар үҫте. Ғаяз гел ялан ҡы ҙырыр булды, мәргән һунарсы булып китте, ә Яҡуп сатырҙан сыҡмай торған тыныс егет ине. 28 Исхаҡ Ғаязды яратыңҡырай, ул тотоп алып ҡайтҡан ҡош-ҡорт менән һыйланыу оҡшай ине. Ә Рабиға Яҡупты яҡы ны раҡ күрҙе.

29 Бер ваҡыт Яҡуп ашарға бешереп торғанда, Ғаяз арып һунарҙан ҡайтып инде.

30 — Бынауы ҡыҙыл нәмәңде ашат әле, — тине ул Яҡупҡа. — Мин бик арыным. (Шунлыҡтан уға Идум, йәғни «ҡыҙыл» тигән ҡушамат бирелде.)

31 — Баш бала хоҡуғын һатһаң, — тине уға Яҡуп.

32 — Минең тәүге бала булыуымдан ни файҙа? — тине Ғаяз. — Мин хәҙер астан үләм!

33 — Тәүҙә ант ит! — тине Яҡуп. Ғаяз, ант итеп, Яҡупҡа баш бала булыу хоҡуғын бирҙе.

34 Яҡуп Ғаязға икмәк килтерҙе, яҫмыҡтан бешергән ашын ашатты. Ғаяз ашап-эсте лә тороп китте, баш бала булыу хоҡуғына иҫе лә китмәне.