БАШЛАНМЫШ (Книга Бытия на башкирском языке)
Целиком
Aa
На страничку книги
БАШЛАНМЫШ (Книга Бытия на башкирском языке)

Йәннәт


Раббы ер менән күкте яратҡан саҡта5ерҙә бер генә ҡыуаҡлыҡ та, бер генә үлән дә юҡ ине. Сөнки Раббы ергә ямғыр яуҙырмағайны әле. Тупраҡты эшкәртергә кеше лә юҡ ине.6Ерҙе тик ер аҫтынан сыҡҡан һыу ғына һуғарҙы.7Раббы кешене ерҙәге тупраҡтан әүәләне, танауы аша йән өрҙө. Шулай итеп, кеше тере йән эйәһенә әүерелде.

8Эденда, көнсығышта, Раббы йәннәт баҡсаһын бар ҡылды. Үҙе яратҡан кешене шунда урынлаштырҙы.9Раббы йәннәттә тәмле емеш биргән төрлө-төрлө матур ағастар үҫтерҙе, ә баҡса уртаһында мәңгелек ғүмер ағасы һәм яҡшылыҡ менән яуызлыҡты аңлау ағасы бар ине.10Эдендан йылға ағып сығып, йәннәт баҡсаһын һуғара һәм артабан дүрт тармаҡҡа айырыла ине.11Уларҙың береһе Пишон тип атала, ул Хавила ерен — алтын сыҡҡан ерҙәрҙе уратып аға12(был ерҙең алтыны саф ине, унда тағы хуш еҫле ыҫмала менән аҡыҡ ташы бар).

13Икенсе йылға Гихон тип атала, ул Куш ерҙәре буйлап аға.

14Өсөнсө йылғаның исеме Тигр, ул Ашшурҙан көнсығышҡа табан аға. Дүртенсе йылға — Евфрат.15Кешене Эден баҡсаһына урынлаштырғас, — йәннәтте эшкәртергә һәм һаҡларға тейеш ине ул —16Раббы Алла кешегә шуны бойорҙо:

— Һин был баҡсалағы теләгән бер ағастың емешен ашай алаһың,17тик яҡшылыҡ менән яуызлыҡты аңлау ағасына теймә, уның емешен ашама: әгәр ашаһаң — шул көндә үк үлерһең.

18Раббы Алла былай тине:

— Кешенең яңғыҙ булыуы яҡшы түгел; уға үҙенә лайыҡ бер ярҙамсы ярата йыҡ.

19Раббы Алла тупраҡтан һәр төрлө ҡырағай хайуандарҙы һәм һауалағы бөтә ҡоштарҙы яратты ла уларҙы кешегә алып килде, уларҙы нисек атауын ҡарарға булды. Кеше һәр тере йән эйәһенә ниндәй атама бирһә, уның исеме шулай булды.20Кеше бөтә мал-тыуарға, барлыҡ ҡоштарға һәм ҡыр йәнлектәренә исем бирҙе; әммә кешегә лайыҡ ярҙамсы табылманы.21Шунда Раббы Алла кешене тәрән йоҡоға талдырҙы. Ул йоҡлап киткәс, бер ҡабырғаһын алып, урынын ит менән ҡапланы.22Раббы Алла кешенән алған ҡабырғанан бер ҡатын яратты һәм уны кешегә алып килде.23Әйтте кеше:

— Был һөйәк минең һөйәгемдән, тәне минең тәнемдән.

Ҡатын тип аталасаҡ ул, сөнки ирҙән алынған ул.

24Бына шуға күрә кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм уның менән икеһе бер тән булыр.25Улар икеһе лә — ир ҙә, ҡатын да — шәрә ине, әммә бер-береһенән оял ма ны.

Гонаһ һәм уның эҙемтәләре

З1Раббы Алла бар иткән бөтә йәнлектәр араһында йылан иң хәйләкәре ине. Ул ҡатындан:

— Был йәннәт баҡсаһында Алланың һеҙгә бер ағастың да емешен ашарға рөхсәт итмәүе ысынмы? — тип һораны.

2— Ағастарҙың емешен ашай алабыҙ беҙ, — тине ҡатын йыланға.3— Алла, тик йәннәт уртаһындағы ағастың ғына емешен ашамағыҙ, хатта теймәгеҙ ҙә, юғиһә үлерһегеҙ, тине.

4— Юҡ, үлмәйһегеҙ, — тине йылан ҡатынға.5— Тик Алла шуны белә: ул ағастың емешен ашаһағыҙ, күҙегеҙ асыласаҡ та изгелек менән яуызлыҡты белгән Алла кеүек буласаҡһығыҙ.

6Ҡатын күрҙе: был ағастың емештәрен ашағы килеп тора, ҡарар күҙгә күркәмдәр, өҫтәүенә, улар белем биреүе менән ҡыҙыҡтыра. Ул бер емеште алды ла ашаны; янындағы иренә лә бирҙе, ул да ашаны.7Икеһенең дә күҙҙәре асылды. Үҙҙәренең яланғас булыуҙарын аңланылар һәм, инжир ағасы япраҡтарын тегеп, алъяпҡыс бәйләп алдылар.

8Көн ҡыҙыуы һүрелгәс, кеше менән ҡатын баҡсала йөрөгән Раббының тауышын ишеттеләр ҙә, унан ҡасып, ағас араһына йәшенделәр.

9— Ҡайҙа һин? — тип өндәште Раббы Алла кешегә.

10— Мин баҡсала тауышыңды ишеттем дә яланғас булыуым-дан ҡурҡып йәшендем, — тип яуап бирҙе кеше.

11— Яланғас икәнеңде һиңә кем әйтте? — тип һораны Раббы Алла. — Мин ашама тип тыйған ағастың емешен ашаныңмы әллә?

12— Һин миңә иш итеп биргән ҡатын — ул бирҙе миңә был ағастың емешен, ә мин ашаным, — тип яуапланы кеше.

13— Ниңә улай эшләнең? — тип һораны Раббы Алла ҡатындан.

Ҡатын:

— Йылан ҡотортто мине, шуға ашаным, — тине.

14Раббы Алла йыланға былай тине:

— Ҡәһәр алдың һин был ҡылығың өсөн,

барлыҡ мал-тыуар, кейектәр араһында ҡәһәрле һин, ғүмерең буйына ерҙә һөйрәлерһең, туп раҡ менән туҡ ла ныр һың.

15Һинең менән ҡатын араһына дошманлыҡ һалам Мин; балаларығыҙ ҙа бер-береһенә дошман булыр, ҡатындың улы башыңды гел иҙер,

ә һин сағырһың уның аяғын.

16Раббы Алла ҡатынға былай тине:

— Ғазаплы итәм Мин йөклө сағыңды, яфаланып табасаҡһың балаңды.

Иреңде гел көҫәп торорһоң: ирең булыр һинең хакимың.

17Ә кешегә Раббы Алла шуны әйтте:

— Ҡатынды тыңлап, Мин ашама тип тыйған емеште ейҙең һин!

Хәҙер ер ҙә ҡәһәрләнде һинең арҡала:

яфаланып табасаҡһың уның емешен ғүмерең буйына.

18Тупраҡ сәнскәк менән билсән үҫтерәсәк һиңә, яландағы үләндәр менән туҡланасаҡһың хәҙер;

19әсе тир түгеп табырһың икмәгеңде.

Ерҙән яратылғайның һин,

ергә кире ҡай тасаҡ һың,

сөнки саң-туҙан һин

һәм яңы нан саң буласаҡ һың.

20Кеше — Әҙәм ҡатынына Һауа тип исем бирҙе, бөтә кешеләрҙең әсәһе булды ул.

21Раббы Алла, тиренән кейем-һалым эшләп, Әҙәм менән ҡатынын кейендерҙе.22Шунан Раббы Алла былай тине:

— Бына Әҙәм, изгелек менән яуызлыҡты белеп, беҙҙең кеүек булды. Инде ғүмер ағасының емешен өҙөп ашап, үлемһеҙ ҙә булып ҡуй ма һын тағы!

23Раббы Алла кешене йәннәттән ҡыуып сығарҙы — үҙе яратылған тупраҡты эшкәртһен әйҙә, тине.24Әҙәмде ҡыуып сығарҙы ла, ғүмер ағасына илткән юлды һаҡлау өсөн, Эден баҡсаһының көнсығыш яғына кирубтар һәм әйләнеп тороусы утлы ҡылыс ҡуйҙы.

Әҙәм менән Һауаның улдары

41Әҙәм ҡатыны Һауа менән йоҡланы. Һауа ауырға ҡалды һәм Ҡабил исемле ул тапты. Әйтте Һауа: «Раббы рәхмәте менән уллы булдым».2Һуңынан уның ҡустыһы Һабилды тыуҙырҙы. Һабил һарыҡ көттө, ә Ҡабил ер эшкәртте.

3:20 Әҙәм — йәһүдсә кеше, Һауа йәшәү тигәнде аңлата.

3:24 Кирубтар — был урында Алланың ожмахты ҡарауылларға ебәргән һаҡсылары.

3Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Ҡабил үҫтереп алған уңышынан Раббыға хәйер килтерҙе.4Һабил да көтөүендәге тәүге үрсем бәрәстәрен һәм уларҙың эс майын алып килде. Раббы Һабилды һәм уның хәйерен хуш күрҙе,5ә Ҡабилды һәм уның хәйерен оҡшатманы. Асыуҙан Ҡабилдың һөмһөрө ҡойолдо.

6— Ниңә кәйефең ҡырылды? — тип һораны Раббы Ҡабил-дан. — Ниңә йөҙөңдө һөрөм ҡапланы?

7Күңелең яҡшы икән — хәйерең булыр ҡабул, яуыз уйлы кеше булһаң, хәйерең булмаҫ ҡабул.

Һәм ишегең төбөндә гонаһың көтөп торор.

Үҙенә ылыҡтырырға ул һине көҫәп торор,

Әммә ләкин һин уға хужа бул.

8Ҡабил ҡустыһы Һабилға:

— Әйҙә, яланға сығайыҡ, — тине.

Бергәләп яланға сыҡтылар. Шунда Ҡабил Һабилға ташланды ла уны үлтерҙе.

9Раббы Ҡабилдан:

— Һабил ҡайҙа, ҡустың ҡайҙа һинең? — тип һора ны.

— Белмәйем, — тип яуапланы Ҡабил. — Әллә мин ҡустыма һаҡсы мын мы?

10— Ни эшләнең һин? — тине Раббы. — Туғаныңдың ҡаны тупраҡтан Миңә иңрәп өндәшә!11Туғаныңдың һин ҡойған ҡанын эсер өсөн ауыҙын асҡан тупраҡ һине ҡәһәрләй.12Инде нисек кенә эшкәртһәң дә, ул һине туйындырмаҫ. Берәҙәк булып ҡыуылып йөрөйәсәкһең ер йөҙөндә.

13— Күтәрә алмаҫлыҡ ауыр яза был миңә, — тине Ҡабил Раббыға.

14— Ҡыуаһың һин мине был тупраҡтан, ҡасып китәм инде һинән.

Берәҙәк мин ер йөҙөндә, ҡасаҡ, һәр осраған мине үлтерә аласаҡ.

15Әммә Раббы былай тине:

— Кем дә кем Ҡабилды үлтерә, шул кешенән ете тапҡыр артығыраҡ ҡон ҡайтарыласаҡ. — Һәм Раббы, осраған кешеләрҙең береһе лә үлтермәһен өсөн, Ҡабилға бер билдә һалды.

16Ҡабил, Раббы янынан китеп, Эдендан көнсығыштағы Нод ерендә урынлашты.17Ҡабил ҡа ты ны менән йоҡ ла ны. Ҡа тыны ауырға ҡалды һәм Ханох исемле ул тапты. Ҡабил ҡала төҙөнө, уны улының исеме менән Ханох тип атаны.18Ханохтың улы — Ирад, Ирадтың — Михуаел, Михуаелдың — Метуша-ел, Метушаелдың Ламех исемле улдары тыуҙы.19Ламех ике ҡатынға өйләнде, береһенең исеме Ада, икенсеһенеке Силла ине.20Аданың Явал исемле улы тыуҙы; ул мал аҫырап, сатырҙа йәшәүсе халыҡтарҙың ата-бабаһы булды.21Явалдың ҡустыһы Ювал исемле ине — унан көснәлә һәм һыбыҙғыла уйнаусылар нәҫеле таралды.22Силланың Тувалҡаин исемле улы тыуҙы — ул баҡырҙан, тимерҙән төрлө ҡоралдар яһаусы булды. Тувалҡаиндың Наама исемле һеңлеһе тыуҙы.23Ламех ҡатындарына былай тине:

— Ада, Силла, тауышымды ишетегеҙ!

Ҡатындарым, мин әйткәнде тыңлағыҙ!

Мине зыянлаған өсөн бер кешене үлтерҙем!

Мине яралаған өсөн бер егетте үлтерҙем!

24Ҡабил өсөн үс алынһа ете тапҡыр,

Ламех өсөн — ете булыр етмеш тапҡыр!

25Әҙәм ҡатыны менән тағы йоҡланы. Һауа малай тапты һәм уға Шет тип исем бирҙе. Был «Алла миңә Ҡабил үлтергән Һабил урынына тағы бала бирҙе» тигәнде аңлата ине.26Шеттың улы булды, уны Энош тип атаны. Шул ваҡыттарҙан алып кешеләр Раббының исемен телгә ала башланы.