БАШЛАНМЫШ (Книга Бытия на башкирском языке)
Целиком
Aa
На страничку книги
БАШЛАНМЫШ (Книга Бытия на башкирском языке)

ҺҮҘЛЕК


АЛЛА рухы— «Руах» тигән боронғо йәһүд һүҙе тәүҙә «ел, еләҫлек» тигән мәғәнәлә ҡулланылған. Артабан был һүҙгә «Алла бар ҡылған тереклекте йәшәтеүсе йән» мәғәнәһе һалынған. Алла рухы үҙе иңгән кешегә үҙенсәлекле йоғонто яһай: уны ниндәйҙер ғәҙәттән тыш эштәргә этәрә. Алла Рухы берәйһендә оҙағыраҡ торһа, был әлеге кешенең Алла менән яҡын бәйләнештә булыуына ишара итеп ҡабул ителгән. Изге рух Алланың ижади ҡеүәте булып тора.

БАШ БАЛА— Бар тереклектең Алланан һәм Алланыҡы булы-уының билдәһе итеп баш ир бала Аллаға бағышланған. Был бағышлау баш бала урынына символик рәүештә мал ҡорбан итеү йолаһы менән оҙатылған.

ГОНАҺ— Изгелек менән яуызлыҡ төшөнсәләрен айырып ҡарау бөтә диндәрҙә лә тиерлек бар, ә гонаһты иһә дин ҡанунын, Алла һүҙен боҙоу тип аңларға кәрәк. Ләкин йәһүд, христиан һәм ислам диндәрендә генә гонаһ Алла менән мөнәсәбәттәрҙе боҙоуға килтерә. Индуизм менән буддизмда насар карма төшөнсәһе гонаһ мәғәнәһенә яҡын тора, насар карма тигәндә, яуыз эштәр ҡылып, үҙеңде лайыҡһыҙ күрһәткән осраҡта, йәндең күсеүе аша таҙарыныу мөмкинлеге күҙ уңында тотола. Исламда иң ҙур гонаһ — әҙәмдең тәкәбберлеге. Ул, Алла урынлаштырған тәртипкә ҡаршы төшөп, кешенең бойондороҡһоҙ булырға тырышыуы-нан килеп сыға. Тәкәббер әҙәм Аллаға хеҙмәт итеү һәм буйһоноу зарурлығын инҡар итә. Көсһөҙ кешеләр генә Аллаһы Тәғәлә һыҙған йәшәйеш сиктәренән сығып китә, Аллаға тиңләшергә тырыша. Шулай итеп, исламда гонаһ кеше йомшаҡлыҡтарының эҙемтәһе тип ҡарала, иманһыҙлыҡ иһә тәкәбберлектең гонаһлы эҙемтәһе тип иҫәпләнә. «Башланмыш» китабында, бөтә Иҫке

Ғәһедтәге кеүек үк, гонаһ, золом менән ялғандың хакимлыҡ итеү эҙемтәһе булараҡ, ҡаза һәм ҡыйралышҡа килтерә. (Баш. 3:22 һәм артабан; 4:8; 6:5; 8:21). Гонаһҡа батыу тураһындағы хикәйә (Баш. 3) золомдоң ситтән килеүен күрһәтә, ләкин кеше эргәһендә уның көсө арта, ул кешегә баҫым яһай башлай, әгәр кеше, ошо баҫымға ҡаршы тора алмайынса, бирешһә, был гонаһ була (Баш. 3:6; 4:7). Гонаһ — ул кешенең үҙ Аллаһына түгел, ниндәйҙер башҡа көскә буйһоноуы (Баш. 3:1-6). Был, Библиялағы төшөнсәләргә ярашлы, Алланан сигенеү тип баһалана һәм Аллаға буйһоноуҙан баш тартыу эҙемтәһе тип ҡарала. Гонаһ алты төрлө кәүҙәләнештә осрай: — зарар килтереүсе золом эш (Баш. 3:5, 22; 4:7; 6:5; 8:21); — көс ҡулланыу, мәжбүр итеү (Баш. 4:8, 10; 6:11; 9:5; 34:2); — ялған һәм мәкер (Баш. 3:4-7; 9:21-23; 27:35; 37: 31-33; 39:12-20); — ғәҙелһеҙлек (Баш. 18:17-32; 19:4-11; 34:5-7); — дыуамаллыҡ (Баш. 34:7); — йола паклығын боҙоу (Баш. 7:2, 8; 8:20). Гонаһ һәр ваҡыт кешенең кешегә (Баш. 4:8; 20:9; 37:18; 40:1) йә Аллаға (Баш. 3:3, 6, 17; 6:5; 38:10) ҡаршы ҡылған ғәмәле булып тора, шунлыҡтан ул тәртипһеҙлек тип ҡабул ителә. Әҙәмдең гонаһҡа батырға әҙер тороуы хаҡындағы фекер ҙә Иҫке Ғәһедкә ят түгел (Баш. 6:5-6; 8:21). Кешенең гонаһлы булыуының сәбәбе уның көсһөҙлөгө һәм тотороҡһоҙлоғо менән аңлатыла (Баш. 6:3). Гонаһҡа батыу тураһындағы хикәйәлә гонаһ менән ғәйеп араһындағы тығыҙ бәйләнеш сағыу һүрәтләнә (Баш. 3:7-13). Унда гонаһлы булыу тиҙ арала Әҙәм менән Һауала ғәйепле булыу тойғоһон уята, был ғәйеп гонаһлыны ауыр йөктәй иҙә (Баш. 3:3; 20:3). Ғәйеп иң элек гонаһлының башына төшә, әммә йәмғиәттә бының менән генә сикләнеп ҡалмай, уны уратып алған социаль тирә-йүнде лә ағыулай (Баш. 34:30). Әммә Алла бәндәнең гонаһын да файҙаға әйләндереү ҡөҙрәтенә эйә (Баш. 50:20).

ДӨҢГӨР— Ҡара: МУЗЫКА ҠОРАЛДАРЫ.

ИЗГЕ булыу— Был төшөнсә донъя диндәрендә төрлөсә аңлатыла. Йыш ҡына изге төшөнсәһе ниндәй ҙә булһа әйберҙәргә, кешеләргә, урын-ергә, йолаларға ҡағыла һәм шомло, серле, ҡурҡыныс көстө аңлата. Бындай мәғәнәлә ул кешеләргә, илаһтарға һәм ендәргә бойондороҡһоҙ эш итә, һәм кешегә уның менән осрашыу хәүефле. Әммә был ҡотолғоһоҙ, шунлыҡтан, аралашыу сараһын табып, һаҡланыу талап ителә. Изге менән осрашыу ҡурҡыта ла, ҡыуандыра ла, ул бер үк ваҡытта яҡшы ла, яман да. Изге ҡәҙимгенән, йәғни изге түгелдән, нәҡ шуның менән айырыла. Исламда Мөхәммәт пәйғәмбәр тормошондағы бөтә ғәҙәттән тыш, сәйер һәм серле хәл-күренештәр изге, йәғни ҡағылғыһыҙ (ҡағылырға ярамаған) һәм һаҡлаулы һанала. Айырыуса Мәккә, Мәҙинә һәм Йәрүсәлим ҡалалары изге. Мосолмандарҙың инаныуынса, Мөхәммәт үҙе, башҡа пәйғәмбәрҙәр, ислам ғалимдары Алланың яҡындары һәм изгеләр тип һанала. Изге — Библияла үҙәк төшөнсә, ул Алланың иң төп сифатын, хатта Уның асылын билдәләй. Тик Алла ғына ысын мәғәнәһендә изге. Фараз ителеүенсә, изге төшөнсәһен аңлатыусы йәһүд һүҙе боронғо семит телдәрендәге «ҡырҡып алыу, айырыу» һүҙҙәренән килеп сыҡҡан. Алланың изгелеге Уның, кешенән айырмалы рәүештә, бөтөнләй башҡа булыуында сағыла, һәм нәҡ ошо шарт кешенең үҙенең изге түгеллеген, лайыҡһыҙлығын, пак булмауын аңлауға килтерә. Әммә кеше, тик Алланың изге булыуын таныһа ла, үҙе лә Уға табан ынтыла һәм Алла үҙенең һайланма халҡы араһында изге тип раҫлай. Шулай итеп, изгелек — Исраил Аллаһының илаһи асылын билдәләүсе һәм Уны берҙән-бер итеүсе төшөнсә. Кеше уйлап сығарған башҡа аллалар иһә кешенән бер ни менән дә айырылмай. Бынан тыш, изге — мөнәсәбәттәрҙе сағылдырыусы төшөнсә булып тора: Алла ғәҙеллек, ярлыҡау, донъяны яратыу, ҡотҡарыу менән изгелеген ғәмәлгә ашыра. Шулай итеп, Библияла изгелек төшөнсәһе әхлаҡи камиллыҡты ла үҙ эсенә ала. Библияла изгелек культ ҡына булып ҡалмай, ә бар донъя, барлыҡ әйберҙәр, кешеләр һәм бөтә тарихҡа тарала: бөтәһе лә изге булыуға ынтылырға тейеш! Алланың изге исеменең йорто булған ҡорам изге, ҡорам урынлашҡан Сион тауы изге, был тау менән ҡорам торған Йәрүсәлим ҡалаһы изге, шулай уҡ Алла Исраилға бүләк иткән ер изге. Бынан тыш, алтарь, йола кәрәк-ярағы, ҡорбанлыҡ, йола икмәге, йола башҡарыуҙы хеҙмәтләндереүселәр, уларҙың кейемдәре, хуш еҫле май — һәммәһе изге. Айырым предметтарҙы изгеләштереү уларҙың һәр ваҡыт, һәр урында, һәр маҡсатта ҡулланыла алмауын аңлата, сөнки улар тик Аллаға хеҙмәт итеү йолаларында ғына тотонола. Шулай уҡ Алла тарафынан башҡа ҡәүемдәр араһынан айырып алынған һайланма Исра-ил халҡы изге. Ниһайәт, аҙнаның башҡа көндәренән айырып алынған ял көнө — шәмбе һәм байрам көнө, шулай уҡ ураҙа көнө изге. Былар изгене изге булмағандан, ҡәҙимгенән айырыу принцибына нигеҙләнә лә инде.

ИЗГЕ РУХ— Ҡара: АЛЛА РУХЫ.

килешеү— Килешеү тигән һүҙ Библияла кешеләр араһындағы үҙ-ара килешеү мөнәсәбәттәрен сағылдыра (Баш. 14:13; 21:27; 31:44). Килешеү төшөнсәһе аша белдерелгән хоҡуҡи мөнәсәбәттәр тиң партнёрҙарҙы ла (Баш. 14:13), тиң булмағандарҙы ла (Баш. 21:27) берләштерә ала. һуңғыһында юғарыраҡ дәрәжәгә эйә булғаны, үҙ ихтыяры менән билдәле бер йөкләмәләрҙе алып (айырым мөнәсәбәт күрһәтеү, мәрхәмәтле булыу), бойондороҡло партнёрына өҫтөнлөктәр бирә. Килешеүҙә ҡатнашыусылар араһындағы айырма был осраҡта бик ҙур: әйтәйек, кенәз һәм килмешәк, батша һәм хеҙмәтсе төрлө баҫҡыстарҙа тора, шунлыҡтан килешеү һәр саҡ өҫтөндөң түбәндәгегә үҙ ихтыярын тағыу төҫөн алыңҡырай (миһырбан күрһәтеү, васыят итеү). Бындай килешеү ике яҡты ныҡлы бәйләй. Ғәмәлдә, уның ваҡыт сикләүе юҡ һәм ул мәңгелек тип иҫәпләнер булған. Килешеү төшөнсәһенең айырыуса киң ҡулланылыу даирәһе Алла менән Ул һайлап алған халыҡ араһындағы мөнәсәбәттәрҙең метафорик сағылышына ҡағыла. «Башланмыш» китабында ошо төшөнсә аша Алланың Нухҡа (Баш. 6:18; 9:8-17), Ибраһимға (Баш. 15:18-21; 17:1-27), шулай уҡ уларҙың тоҡомдарына, Исраил халҡына айырым ихласлығы күрһәтелә. Алла менән килешеүҙең файҙаһы кешегә тейә, килешеү шарттарын үтәһә, ул ғүмер (Баш. 6:18, 20), ил (Баш. 15:18-21), тоҡом (Баш. 17:4), тыныслыҡ һәм хөр тормош, хакимлыҡ, азатлыҡ ала. Килешеү төҙөү билдәгә әйләнерлек ваҡиғалар, изге йолалар солғанышында бара: һандыҡ (Баш. 6:18-21), ҡорбанлыҡ малы (Баш. 8:20), йәйғор (Баш. 9:12-13), урталай сабылған ҡорбанлыҡ түшкәһенең ике өлөшө араһынан үтеү (Баш. 15:17), сөннәтләү (Баш. 17:10-13).

Ниһайәт, тоғролоҡ еңә, тыныслыҡ урынлаша. Аллаға тоғролоҡ һәм Унан айырылғыһыҙ булған хөр тормош Библияла йыш ҡына тәҡүәлелек тип билдәләнә. Алла менән килешеүгә тоғролоҡто һаҡлаған кеше тәҡүәле тип йөрөтөлә. Иҫке Ғәһедтең күп кенә китаптарында килешеү категорияһы иң элек Исраилдын фажиғәле яҙмышын уның Алла менән килешеүгә тоғролоҡ һаҡламағаны өсөн яза тип аңлау ерлегенә күсерелә. Килешеүгә ингән вәғәҙәләрен үтәүсе булараҡ, Алла хәҡиҡәт юлына ҡайтҡан халҡына яйлап фатихаһын бирә һәм ихласлығын күрһәтә бара.

КӨСНӘ— Ҡара: МУЗЫКА ҠОРАЛДАРЫ.

КҮРЕНМЕШ— Алланың кеше менән осрашыуы башҡорт теленә «күренмеш» тип тәржемә ителде (Баш. 12:7; 17:1; 18:1; 26:2; 26:24; 35:9; 48:3). Осрашыу Алла тарафынан ғәмәлгә ашырыла. Дөйөмләштереп әйткәндә, «Алла Үҙен күрергә рөхсәт итте» йәки «Алла Үҙе күренде» тиергә булыр ине. Әммә был ғәмәл ябай ғына күреүҙе түгел, ә тәрән рухи тойоуҙы аңлата. Мәҫәлән, Алланың Лузда Яҡуп менән осрашыуы Яҡуптың төшө итеп һүрәтләнә (Баш. 28:12-16), ә икенсе бер осраҡта, Алла үҙе күренде, тиелә (Баш. 48:3). Төш менән өндөң ҡушылыуы ихтимал. Ҡағиҙә булараҡ, Алланың күренмеше ғибәҙәттәр ҡылып, нәҙер әйтеү арҡылы ғәмәлгә аша.

ҠАҺИН— Иҫке Ғәһедтә билдәле бер ырыуға ҡарағанлығы һәм мәсехләнеүе арҡаһында Аллаға бағышланған йолаларҙы башҡарыу, ҡорбан салыу, Алла ихтыярын аңлатыу хоҡуғын алған кешеләр ҡаһин тип йөрөтөлә. Һарун, Садок ырыуҙары, левиттар ҡаһин ырыуҙары булараҡ билдәле. Ҡаһиндар бер нисә төркөмгә бүленгән, улар, һәр ҡайһыһы үҙ сиратына һәм вазифаларына ярашлы, изге ҡорамдағы изге йолаларҙы башҡарыуҙа ҡатнашҡан. Сөләймән осоронан алып уларҙың өҫтөндә баш ҡаһин торор булған.

ҠОЛ, ҠОЛЛОҠ— Ҡоллоҡ боронғо донъяға хас күренештәрҙең береһе булған. Бер төбәктәге ҡоллоҡ башҡа төбәктәрҙәгенән ҡайһы бер үҙенсәлектәре менән генә айырылған. Әйтәйек, Исраилда ҡолдарға мөнәсәбәтте уларҙың килмешәктәнме, әллә ерле халыҡтанмы булыуы билдәләгән. Исраил халҡынан берәү үтә етди ғәйепкә тарыһа йә, бик ауыр бәлә-ҡазаға осрап, башҡа ҡотолор юл тапмаһа ғына икенсеһенең ҡолона әйләнә алған. Ауырлыҡҡа түҙмәгән ата-әсә лә балаһын ҡоллоҡҡа һатып ебәргеләгән. Шул уҡ ваҡытта ҡоллоҡҡа һатылған исраил кешеһен бысраҡ һәм ауыр эштәрҙә файҙаланыу тыйылған. Уны ялланған эшсе итеп иҫәпләү фарыз булған һәм шәмбе йылды иреккә ебәреү ҡаралған. Ҡоллоҡҡа һатылған ҡыҙҙарҙы һаҡлау йәһәтенән Ҡанунда айырым талаптар ҡуйылған. Сит-ят халыҡтарҙан ҡолдар һуғыш ғәнимәте сифатында йә ҡол баҙарынан һатып алыныр булған. Исраилда был ҡолдарҙы ғаилә ағзалары кеүек күргәндәр, ләкин улар иң бысраҡ һәм иң ауыр эштәрҙе башҡарырға тейеш булған. Исраилдар араһынан сыҡҡан ҡолдарҙан айырмалы рәүештә, килмешәк ҡолдарҙы һатып ебәрергә лә рөхсәт ителгән.

ҠОРБАН— Ҡорбан килтереү боронғо халыҡтарҙың бөтәһендә лә киң таралған булған һәм дини йолаларҙың айырыуса тантаналы өлөшөн тәшкил иткән. Был йола Алланы хөрмәтләү, Уның мәрхәмәтен яулау йә бәлә-ҡаза ебәрмәүенә өлгәшеү өсөн башҡарылған. Борон Исраилда ҡорбанды мөҡәддәс тип табылған урындарҙа килтергәндәр, һуңынаныраҡ — тик Йәрүсәлимдә генә. Ҡанлы һәм ҡанһыҙ ҡорбандар булған. Емеш, ашлыҡ, шарап, май, хуш еҫле матдәләр ҡанһыҙ ҡорбан итеп килтерелгән, ә ҡанлы ҡорбан итеп үгеҙ, быҙау, һарыҡ, кәзә, күгәрсен салынған. Тотош яндырыу ҡорбаны ҡорбандың иң мөһим төрө тип һаналған. Уны көнөнә ике тапҡыр башҡарып, ҡорбанлыҡты ҡорбан усағында тотошлайы менән яндырып бөтөрөр булғандар. Ҡорбан килтереүҙең киң таралған төрҙәренең береһе берҙәмлек ҡорбаны булған. Тәүге мәлдәрҙә малды йола буйынса салыуҙың һәр осрағы ошо төргә ҡараған. Эс-ҡарыны тотош яндырыу ҡорбаны менән бергә яндырылған, ите ҡорбан ашында ашалған. Берҙәмлек ҡорбаны, ғәҙәттә, айырым йә бер нисә кешенең шөкөр ҡорбаны булып, мөһим осраҡтарҙа (ауырыуҙан йә бәлә-ҡазанан ҡотолоу) килтерелгән. Алла

Ҡанунын енәйәтсел рәүештә боҙғанда пакланыу өсөн гонаһ ҡор ба ны салынған. Уның барышында ҡаһин ҡорбанлыҡтың ҡаны менән пакланыу йолаларын башҡарған, ә майын усаҡта яндырған. Был ҡорбан яңылыштан йә белмәйенсә ҡылынған гонаһтар өсөн дә килтерелгән. Ғәйеп ҡорбаны ла пакланыу маҡсатында салынған. Уны енәйәттәрҙең ҡайһы бер төрҙәренән таҙарыныу өсөн ғәмәлгә ашырғандар. Ашлыҡ саҙаҡаһы килтереү өсөн бойҙай онон еҫле май ҡушып болғатҡандар һәм бер ус ҡатнашманы тотош яндырыу ҡорбаны менән бергә ҡорбан усағына һалып яндырғандар. Ондоң ҡалғаны ҡаһинға бирелгән. Тотош яндырыу ҡорбанына һирпеү шарабы өҫтәлер булған. Ғәҙәттә, ҡыҙыл шарап ҡулланғандар. Төтәҫләү ҡорбаны өсөн ладан һәм башҡа хуш еҫле матдәләрҙән махсус ҡатнашма эшләнгән. Ҡаһин ырыуҙарының һәр ҡайһыһы уны яһау ысулын сер итеп һаҡлаған. Ҡорбан килтереү йолаһының асылы, күрәһең, бергәләшеп табын ҡороп ултырыу ғәмәленән торғандыр. Ҡорбан ашында кеше менән Алла табындаш булған, шуның менән уларҙың берҙәмлеге нығытылған.

ҠЫНААН— Иордан йылғаһының көнбайышынан Урта диңгеҙгә тиклемге ер. «Ҡалҡыу ер» тигәнде аңлатҡан Арамдан (Сирия) айырмалы рәүештә, Ҡынаан «уйпат ер» тигән мәғәнәне бирә. Гректар уны Финикия, йәғни «ҡыҙыл ер» тип йөрөткән.

ЛӘҒНӘТ— Ҡара: ФАТИХА.

МУЗЫКА ҠОРАЛДАРЫ— Библияла осраған музыка ҡоралдары хәҙерге заман ҡоралдарының тынлы, ҡыллы һәм һуҡма төрҙәренә тап килә. «Башланмыш» китабында көснә (Баш. 4:21; 31:27), дөңгөр (Баш. 31:27) һәм һыбыҙғы (Баш. 4:21) телгә алына. Көснәнең ҡылдары резонатор ҡапҡасына параллель һуҙылған, рамы бөгөлгән ике таяуға ҡуйылған. Музыкант йышыраҡ баҫып тороп уйнай, һул ҡулы менән ҡылдарҙы сиртә, уң ҡулы менән плектр ярҙамында ҡылдарҙы кәрәкле тауыш юғарылығына көйләй. Дөңгөр ағас дүңгәләккә мал тиреһе киреп эшләнә. Тире тауыш сығарыусы яры булып тора. Исраилда был ҡоралда тик ҡатын-ҡыҙ ғына уйнаған. Һыбыҙғы ағастан эсе ҡыуыш итеп эшләнгән, мөштөгөнә өрөп көй сығарғандар, клапандарға баҫып тауыш юғарылығын һайлағандар. Бына тыш, Библияла һуҡма музыка ҡоралдары телгә алына: кипарис үҙағасынан яһалған ксилофон, үртәлгән балсыҡтан шалтырауыҡтар, тимер шөңгөр, бронза цимбал, баш ҡаһиндың итәгенә тағыла торған ҡыңғырауҙар. Тынлы музыка ҡоралдарынан ишле гобой, көмөш торбалар, һарыҡ йәки кәзә тәкәһе мөгөҙө билдәле. Тынлы музыка ҡоралдарынан тоҡ кеүек итеп эшләнгән резонаторлы лира осрай. Исраилда музыка ҡоралдары оҙатыуында йырлағандар, оркестр тип атарлыҡ ансамблдәр ҙә булған, улар дини ғибәҙәт йолаларына йәлеп ителгән. Әлбиттә, музыка ҡоралдары күңел асҡанда ла ҡулланылған.

МӘЛИК— Боронғо Иҫке Ғәһед яҙмаларында «мәлик» һүҙе «Алла илсеһе» тигәнде аңлата. «Алла мәлиге» йәки «Раббы мәлиге» тип әйткәндә, күп осраҡта әҙәм ҡиәфәтендә күренгән йә кешеләргә мөрәжәғәт иткән Алланың Үҙе күҙ уңында тотола. «Мәлик» атамаһы шулай уҡ Аллаға яҡын булған күктәге заттарға ҡарата ла ҡулланыла. Алла — батша рәүешендә, ә мәликтәр Уның миһырбанлығын данлаусы, Уның ихтыярын үтәүсе ярҙамсылары булараҡ күҙ алдына баҫа. Йәһүдтәр ҡарашынса, Ҡанунды Мусаға Синай тауында нәҡ мәликтәр тапшырған.

раббы— бында Алла исеменең тәржемәһе. Боронғо йәһүд яҙмаларында бары тик тартынҡы хәрефтәр генә ҡулланылғанлыҡтан, ул Йһвһ тип яҙылған. Йәһүдтәр, христиандар һәм мосолмандар Ал ла ның исе мен әйтмәй, уның уры ны на Раббы тип мөрәжәғәт итә.

РАББЫ МӘЛИГЕ— Ҡара: МӘЛИК.

тотош яндырыу— Ҡара: ҠОРБАН.

тәүге түл— Бөтә тереклектең Алланыҡы булыуының билдәһе итеп, тәүге түлдән булған иркәк мал Аллаға ҡорбан ителгән.

ФАТИХА— Йәһүдтәр фекеренсә, әйтелгән һәр һүҙҙең ғәйрәтле көсө бар. Был көс, әлбиттә, һүҙ эйәһенең холоҡ-фиғеленә, шәхси һыҙаттарына бәйле. Ҡайһы бер кешеләрҙә фатиха биреү һәләте була. Ауырыуҙарҙа ул әжәл яҡынлашҡанда асылып китеүсән (Яҡуп — Баш. 48). Бәғзе берәүҙәрҙә осрай торған ғәҙәти булмаған сифаттар, ҡаһиндарҙың үҙ вазифаһына бәйле халыҡҡа фатиха биреү бурысы ла ошо күренеште хасил итә. Ләғнәт (ҡәһәр, ҡарғыш) юридик ғәмәл булып торған, уны хоҡуҡ боҙоусының ғәйебен иҫбатлау мөмкин булмағанда ҡулланғандар. Дини йолалар башҡарған саҡта, Ҡанун ҡабул ителгәнлеген иҫкә төшөрөп, халыҡта Алла ихтыярын үтәүгә ынтылыш тәрбиәләү маҡсатында ла ләғнәт һүҙҙәре әйтелгән.

ҺЫБЫҘҒЫ— Ҡара: МУЗЫКА ҠОРАЛДАРЫ.

ШӘМБЕ— Ете көнлө аҙнаның һуңғы көнө. Ете көнлөк аҙна төшөнсәһе иң элек Исраилда барлыҡҡа килгән. Уның мәғәнәһен, моғайын, ошо көндө үткәрелә торған ғибәҙәт йолалары билдәләгәндер, шунлыҡтан ул тик Аллаға ғына бағышланған көнгә әүерелә барғандыр. Һуңынаныраҡ ул көн сөннәтләү кеүек үк исраилдарҙы башҡаларҙан айырып торған төп һыҙаттарҙың береһенә һәм Исраил халҡы менән уның Аллаһы араһындағы килешеүҙең билдәһенә әйләнгән.