БАШЛАНМЫШ (Книга Бытия на башкирском языке)
Целиком
Aa
На страничку книги
БАШЛАНМЫШ (Книга Бытия на башкирском языке)

Ағаларының Динә өсөн үс алғаны


О Л 1 Яҡуптың Лиәнән тыуған ҡыҙы Динә бер көндө бындағы »_У I ҡыҙҙарҙың береһенә ҡунаҡҡа барҙы. 2 Был илдең хакимы хиуи Хаморҙың улы Шехем ҡыҙҙы тотоп алды ла көсләне. 3 Ул Яҡуптың ҡыҙы Динәгә ғашиҡ булды, һөйөүе хаҡында матур һүҙҙәр әйтте, 4 ә атаһы Хаморға:

— Шул ҡыҙҙы миңә кәләш итеп алып бир, — тине.

5 Яҡупҡа ҡыҙы Динәнең көсләнгәне мәғлүм булғанда, улдары яланда мал янында ине. Яҡуп улар ҡайтҡансы бер ни ҙә эшләмәне. 6 Шехемдың атаһы Хамор Яҡуп менән һөйләшергә килде — 7шул ваҡытта Яҡуптың улдары ла ҡайтып инде. Улар белгәс, асыуҙарынан ярһыны, сөнки Яҡуптың ҡыҙын көсләү — Исраил ырыуын ҡот осҡос мыҫҡыллау ул, былай эшләргә һис тә ярамай!

8 Хамор былай тине:

— Улым Шехемдың ҡыҙығыҙға күҙе төшкән. Уны беҙгә кейәүгә бирегеҙ! 9 Беҙҙең менән туғанлашырһығыҙ, һеҙ беҙгә ҡыҙҙарығыҙҙы бирерһегеҙ, ә беҙ — һеҙгә. 10 Йәшәгеҙ беҙҙең менән бергә, илебеҙ күҙ алдығыҙҙа — ошонда ҡайҙа теләһәгеҙ шунда йәшәй, ер биләй алаһығыҙ.

11 Ә Шехем үҙе Динәнең атаһы менән ағаларына былай тине:

— Зинһар, риза булығыҙ, мин һеҙгә нимә һораһағыҙ ҙа бирермен! 12 Иң ҙур ҡалым, иң бай бүләктәр һорағыҙ — бер ни йәл түгел, тик ҡыҙығыҙҙы миңә кәләш итеп бирегеҙ.

13 Һеңлеләре Динәне мыҫҡыл иткән өсөн, Яҡуптың улдары Шехем менән уның атаһы Хаморға хәйлә менән яуап бирҙе.

14 — Беҙ былай эшләй алмайбыҙ, — тине улар. — Һеңлебеҙҙе сөннәтһеҙ кешегә биреү — беҙҙең өсөн хурлыҡ. 15 Беҙ тик бер шарт менән генә риза була алабыҙ: әгәр һеҙ беҙҙең кеүек булһағыҙ — ирҙәрегеҙҙең барыһын да сөннәтләһәгеҙ генә. 16 Шул ваҡытта беҙ һеҙгә ҡыҙҙарыбыҙҙы бирербеҙ, ҡыҙҙарығыҙҙы кәләш итеп алырбыҙ, һеҙҙең менән бергә йәшәп, бер халыҡ булып китербеҙ. 17 Әгәр инде беҙҙе тыңламаһағыҙ, сөннәткә ултырмаһағыҙ, һеңлебеҙҙе алабыҙ ҙа бынан китәбеҙ.

18 Хамор менән Шехем был шартҡа күнде. 19 Шехем Яҡуптың ҡыҙын шул тиклем ярата ине — шунда уҡ сөннәткә ултырҙы. Ә ул атаһының нәҫел-ырыуы араһында иң хөрмәтле кеше ине. 20 Хамор менән Шехем, ҡала майҙанына сығып, ҡалала йәшәүселәргә:

21 — Был кешеләр — тыныс халыҡ. Әйҙә, улар беҙҙең ерҙә урынлашып, иркен күсеп йөрөһөндәр. Ер күп бит. Беҙ уларҙың ҡыҙҙарын алырбыҙ, уларға үҙебеҙҙең ҡыҙҙарыбыҙҙы бирербеҙ. 22 Тик уларҙың беҙҙең менән бер халыҡ булып йәшәү өсөн шарттары бар: беҙҙә бөтә ирҙәр ҙә, уларҙағы кеүек, сөннәтләнергә тейеш. 23 Әгәр шул шартты ҡабул итһәк, уларҙың көтөүҙәре, мөлкәте, мал-тыуары уртаҡ буласаҡ, беҙҙең менән бергә йәшәйәсәк улар!

24 Ҡала кешеләре Хамор менән Шехемдың әйткәненә риза булды, бөтә ирҙәр ҙә сөннәткә ултырҙы. 25 Ә өсөнсө көнөнә, улар һыҙ ла ны шып ятҡанда, Яҡуп тың улдары Шимон менән Леви бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ ҡалаға инде лә бөтә ирҙәрҙе ҡылыстан үткәрҙе. 26 Хамор менән Шехемды ла һуйып, Шехемдың өйөнән Динәне алып сығып киттеләр.

27 Шунан, һуйыш булған урынға кире килеп, Яҡуптың улдары һеңлеләре көсләнгән ҡаланы таланы.28Улар һарыҡ, һыйыр, ишәктәрҙе ҡыуып алып китте, ҡалала һәм баҫыуҙа нимә тапһа, шуны алды. 29 Ҡала кешеләренең бөтә мөлкәтен, уларҙың бала-сағаларын, ҡатын-ҡыҙҙарын алып китте, йорттарҙағы бөтә булған нәмәне таланы.

30 Яҡуп Шимон менән Левиға:

— Башыма бәлә килтерҙегеҙ һеҙ! Урындағы халыҡ — ҡынаан-дар менән периздарҙы миңә дошман иттегеҙ, — тине. — Кешеләребеҙ аҙ, хәҙер улар күмәкләшеп килер ҙә мине үлтерер, бөтә ыры уы быҙ һәләк булыр!

31 Шимон менән Леви:

— Ә һеңлебеҙҙе, аҙғын ҡыҙ һымаҡ итеп, мыҫҡыл итергә ярай инеме ни? — тип яуапланы.

Яҡуптың Бейт-Илгә ҡайтҡаны

О ^ 1Алла Яҡупҡа былай тине:

Э**) — Тор ҙа Бейт-Илгә йүнәл. Шунда төплән дә ағайың Ғаяздан ҡасып китеп барған саҡта һиңә Алла күренгән урында ҡорбан усағы эшлә.

2 Яҡуп ғаиләһенә һәм янындағы бөтә кешеләргә былай тине:

— Үҙегеҙҙә булған бөтә сит илаһтарҙы ырғытығыҙ, таҙарынығыҙ ҙа кейемдәрегеҙҙе алыштырығыҙ. 3 Бейт-Илгә китәбеҙ. Мин унда Аллаға ҡорбан усағы эшләйем, Ул миңә бәләгә тарығанда гел ярҙам итә торғайны, сит ерҙәрҙә йөрөгәндә лә мине ташламаны.

4 Улар бөтәһе лә сит илаһтарҙы, ҡолаҡтарындағы алҡаларҙы — улар илаһ һындары кеүек ине — Яҡупҡа тотторҙо. Яҡуп быларҙың барыһын да Шехем янындағы ағас төбөнә күмде.

5 Улар юлға сыҡты. Алла һалған дәһшәттән ҡоттары осҡан тирә-яҡ ҡалаларҙағы кешеләр Яҡуптың улдарын эҙәрләп тә ма таш ма ны.

6 Яҡуп һәммә кешеһе менән Ҡынаан ерендәге Луз (хәҙер Бейт-Ил) ҡалаһына килде, 7шул ерҙә ҡорбан усағы эшләне. Был урынды ул «Әл-Бейт-Ил» тип атаны, сөнки Яҡуп ағаһынан ҡасып барғанда Алла уға тап ошо урында күренгәйне.

8 Рабиғаның һөт әсәһе Девора вафат булды. Ул Бейт-Илдә ағас төбөнә ерләнде. Шуға күрә был ағасҡа Аллон-Бахут, йәғни «Күҙ йәше ағасы» тигән исем бирелде.

9 Яҡуп Паддан-Арамдан ҡайтҡандан һуң, Алла уға тағы күренде. Уға фатихаһын бирҙе лә 10 былай тине:

— Исемең Яҡуп ине, инде һин Яҡуп түгел.

Ошонан башлап исемең Исраил булыр!

Шулай итеп, Ул уға Исраил тигән исем бирҙе.

11 Алла уға тағы шуны әйтте:

— Ҡөҙрәтле Алламын мин,

Үрсемле бул, ишле бул:

Таралыр һинән халыҡ,

Бер түгел, бик күп халыҡ!

Һинән сығыр бат ша лар!

12 Ер биргәйнем Ибраһим үә Исхаҡҡа,

Бирәм уны һиңә һәм дә һинең нәҫел-нәсәпкә.

13 Алла Яҡуп янынан киткәс, 14 Яҡуп Алла үҙе менән һөйләшкән урынға иҫтәлек ташы ҡуйҙы ла ошо таш өҫтөнә шарап менән зәйтүн майы ҡойҙо. 15 Был урынды ул Бейт-Ил, йәғни «Алла йорто» тип атаны.

Бинйәминдең тыуымы һәм Рәхиләнең үлеме

16 Улар Бейт-Илдән китеп, Эфратаға яҡынлашҡас, Рәхиләне тулғаҡ тота башланы. Ул балаһын таба алмай яфаланды.

17 — Ҡурҡма, — тине уға кендек әбейе. — Ҡара, һинең тағы улың бар.

18 Үлем өҫтөндәге Рәхилә һуңғы һулышында улына Бән-Они тип исем бирҙе. Әммә атаһы уны икенсе төрлө — Бинйәмин тип атаны.

19 Рәхилә вафат булды. Уны Эфрата юлында — хәҙер ул Бейт-Лехем тип атала — ерләнеләр.

20 Яҡуп уның ҡәбере өҫтөнә иҫтәлек ташы ҡуйҙы, был изге таш Рәхиләнең ҡәбере өҫтөндә әлегәсә тора.

21 Исраил юлын дауам итте һәм Мигдал-Едер аръяғында туҡталды. 22 Ошо туҡталыш ваҡытында Рәүвән атаһының

35:18 Бән-Они — йәһүдсә «хәсрәт улы», Бинйәмин — «уң ҡул улы», йәғни «ҡотло улым» тигәнгә ауаздаш.

ҡатындарының береһе Билһа менән йоҡланы. Атаһы был хаҡта белде.

Яҡуп улдарының исемлеге

Яҡуптың ун ике улы бар ине.

23 Лиәнең улдары: Рәүвән — Яҡуптың тәүге балаһы, Шимон, Леви, Йәһүҙә, Исасхар һәм Зевулун.

24 Рәхиләнең улдары: Йософ менән Бинйәмин.

25 Рәхиләнең хеҙмәтсеһе Билһаның улдары: Дан, Нафтали.

26 Лиәнең хеҙмәтсеһе Зилпаның улдары: Ғад һәм Ашер.

Былар — Яҡуптың Паддан-Арамда тыуған улдары.

Исхаҡтың вафаты

27Яҡуп ҡасандыр Ибраһим менән Исхаҡ килмешәк булып күсеп йөрөгән, хәҙер Хеврон тип аталған Кириат-Арба янындағы Мамреға, атаһы Исхаҡ янына килде.

28 Йөҙ ҙә һикһән йыл йәшәне Исхаҡ. 29 Ул ҡартайып, был тормошта күререн күреп вафат булды, теге донъяға ата-бабалары янына күсте. Уны улдары Ғаяз менән Яҡуп ерләне.

Ғаяздың тоҡомдары

О 1 Бына Ғаяздың, йәғни Идумдың шәжәрәһе.

»_У О 2 Ғаяз Ҡынаан ҡыҙҙарынан ике ҡатын ала — хет Элон-дың ҡыҙы Адаға, хиуи Сивон улы Ананың ҡыҙы Оһоливамаға,

3 — шулай уҡ Исмәғилдең ҡыҙы, Невайоттың һеңлеһе Басмат-ҡа өйләнә.

4 Ғаяздың ҡатындарының Ада исемлеһенән — Элифаз, Басмат-тан — Реуел, 5 Оһоливаманан Йеуш, Иалам һәм Корах исемле улдары тыуа.

Былар — Ғаяздың Ҡынаанда тыуған улдары.

6 Ғаяз ҡатындарын, улдары һәм ҡыҙҙарын, янындағы бөтә кешеләрен, барлыҡ мал-тыуарын, Ҡынаанда тапҡан-таянған һәммә байлығын алды ла, ҡустыһы Яҡупты ҡалдырып, икенсе илгә күсте. 7Байлыҡтары артҡандан-арта барып, уларға бергә йәшәүе тығыҙ була башлағайны: урынлашҡан ерҙәре икеһенә, көтөүҙәренә етмәне.

8 Ғаяз — Идум — Сеир тауы янында урынлашты.

9 Бына ул Сеир тауы янында йәшәгән Идум халҡының тәүатаһы Ғаяздың шәжәрәһе.

10 Ғаяздың улдары: Элифаз — Ғаяздың ҡатыны Аданан тыуған улы, Реуел — Ғаяздың Басматтан тыуған улы.

11 Элифаздың улдары: Теман, Омар, Сефо, Гатам һәм Кеназ. 12 Тимна, Элифаздың икенсе бер ҡатыны, уға Амалек исемле ул тапты.

Был — Ғаяздың Аданан таралған нә ҫел-нә сә бе.

13 Реуелдың улдары: Нахат, Зерах, Шамма һәм Мизза.

Был — Ғаяздың Басматтан таралған нәҫел-нәсәбе. 14Сивон улы Ананың ҡыҙы Оһоливаманан Ғаяздың Йеуш, Иалам һәм Корах исемле улдары тыуҙы.

15 Бына Ғаяздың нәҫел-нәсәбе тармаҡтары. Ғаяздың баш балаһы Элифаздың нәҫел-нәсәбенән: Теман тармағы, Омар тармағы, Сефо тармағы, Кеназ тармағы; 16 Корах тармағы, Гатам тармағы, Амалек тармағы. Был — Элифаздан таралған тармаҡтар, Аданың нәҫел-нәсәбе, улар Идум ерендә йәшәй.

17Ғаяздың улы Реуелдың нәҫел-нәсәбе: Нахат тармағы, Зерах тармағы, Шамма тармағы, Мизза тармағы. Былар — Реуелдан таралған тармаҡтар, Ғаяздың Басматтан тыуған балаларының нәҫел-нәсәбе, улар ҙа Идум ерендә йәшәй.

18 Ғаяздың Оһоливаманан тыуған балаларының нәҫел-нәсәбе: Йеуш тармағы, Иалам тармағы һәм Корах тармағы. Былар — Ғаяздың ҡатыны, Ананың ҡыҙы Оһоливаманан тыуған балаларҙан таралған тармаҡтар.

19 Ғаяздың (уның икенсе исеме Идум) нәҫел-нәсәбе һәм уларҙан таралған тар маҡ тар бына ошо.

20 Ошо илдә йәшәгән хори Сеирҙың улдары: Лотан, Шовал, Сивон, Ана, 21 Дишон, Эсер һәм Дишан. Былар — Идум илендә йәшәгән Сеир нәҫел-нәсәбенең хориҙар тармағы.

22 Лотандың улдары: Хори һәм Геман. Лотандың һеңлеһенең исеме Тимна ине.

23 Шовалдың уландары: Алуан, Манахат, Эвал, Шефо һәм Онам.

24 Сивондың уландары: Айя һәм Ана. Атаһы Сивондың ишәктәрен көтөп йөрөгәндә сүллектә һыу тапҡан кеше ул Ана.

25 Ананың балалары: Дишон һәм Оһоливама — Ананың ҡыҙы.

26 Дишондың улдары: Хемдан, Эшбан, Итран һәм Керан.

27 Эсерҙың уландары: Билһан, Заауан һәм Акан.

28 Дишандың уландары: Ус менән Аран. 29 Хориҙарҙың тармаҡтары түбәндәгесә: Лотан тармағы, Шовал тармағы, Сивон тармағы, Ана тармағы, 30 Дишон тармағы, Эсер тармағы һәм Дишан тармағы. Былар — Сеирҙа йәшәгән хори халҡы тармаҡтары.

31 Былар иһә — исраилдарҙа батшалар барлыҡҡа килгәнгә тиклем Идумда хакимлыҡ иткән батшалар.

32 Иң тәүҙә Идумда Беор улы Бела хакимлыҡ итә, уның баш ҡалаһы Динһава була.33Бела үлгәс, уны Зерах улы Йовав алыштыра, ул Босранан була. 34Йовав вафат булғандан һуң, тәхеткә Хушам ултыра, ул Теман тармаҡтары иленән була.

35 Хушам вафат булғандан һуң, Бедад улы Һадад батшалыҡ итә (Муав тигеҙлегендә мәдйәндәрҙе ул тар-мар итә), уның баш ҡалаһы Авит тип атала. 36Һадад үлгәндән һуң, Масреканан Самла хакимлыҡ ҡыла. 37Самла вафат булғандан һуң, Реховот Һаннаһарҙан Шаул батша була. 38 Шаул үлгәндән һуң, тәхеткә Ахбор улы Бәғел-Ханан менеп ултыра. 39 Ахбор улы Бәғел-Ханан вафат булғас, батшалыҡҡа Һадар күтәрелә, уның баш ҡалаһы Пау тип атала, ҡатыны Меһетавел була — уның әсәһе Мезаһав ҡыҙы Матред.

40 Ғаяздан таралған тармаҡтар, ғаиләләр һәм исемдәр бына шулар.

Тимна тармағы, Алуа тармағы, Йетет тармағы, 41 Оһоливама тармағы, Эла тармағы, Пинон тармағы, 42 Кеназ тармағы, Теман тармағы, Мивсар тармағы, 43 Магдиел тармағы, Ирам тармағы. Идумда йәшәгән тармаҡтар һәм илдә улар йәшәгән урындар бына шулар.

Идум хал ҡының тәүатаһы — Ғаяз.

Өсөнсө бүлек Яҡуп улы Йософ Йософ һәм уның ағалары

О ^7 1Яҡуп атаһы килмешәк булып йәшәгән Ҡынаан ерендә төйәкләнде.

2 Бына Яҡуптың шәжәрәһе.

Йософҡа ун ете йәш ине. Ул ағалары — Билһа һәм Зилпаның улдары менән көтөү көттө, уларҙы аталарына гел ошаҡлап торҙо. 3 Олоғайып барған сағында тыуған бала булғанға, Яҡуп Йософто башҡа улдарына ҡарағанда нығыраҡ ярата ине. Ул Йософҡа затлы кейем тектерҙе.

4 Аталарының Йософто үҙҙәренә ҡарағанда нығыраҡ яраты-уын күреп, ағалары ҡустыларын шул тиклем өнәмәне, хатта уның менән йүнләп һөйләшә лә алмайҙар ине.

5 Бер ваҡыт Йософ төш күрҙе. Уны ағаларына һөйләгәс, улар уны тағы ла нығыраҡ күрә алмай башланы.

6 — Тыңлағыҙ әле, — тине Йософ уларға, — бына мин ниндәй төш күрҙем! 7 Имеш, беҙ баҫыуҙа көлтә бәйләйбеҙ, шунда мин бәйләгән көлтә турайҙы, ә һеҙҙең көлтәләр, уны уратып алып, минең көлтәгә баш эйҙе!

8 — Һин беҙҙең өҫтән батша булырға, хакимлыҡ итергә уйлайһыңмы ни әле? — тине уға ағалары.

Күргән төшө өсөн дә, уны һөйләгәне өсөн дә уны тағы ла нығыраҡ яратмай башланылар. 9 Ә Йософ тағы бер төш күрҙе, уны ла ағаларына һөйләне:

— Төшөмдә ай менән ҡояш та, улар янындағы ун бер йондоҙ ҙа миңә баш эйҙе, — тине ул.

10 Был төшөн атаһы менән ағайҙарына һөйләгәс, атаһы Йософ то әрләп таш ла ны:

— Ниндәй төштәр күрәһең һин? Нимә, беҙ барыбыҙ ҙа — мин, әсәйең, ағайҙарың — һинең аяғыңа йығылырға тейеш булабыҙ мы ни?

11 Ағаларының Йософҡа асыуҙары килде, әммә аталары был төштө хәтеренә һалып ҡуйҙы.

12 Бер ваҡыт Йософтоң ағалары Шехем яланына аталарының һа рыҡ та рын көтөргә китте. 13 Исраил Йософҡа былай тине:

— Ағайҙарың Шехем янында мал көтә. Улар янына барып кил әле.

— Ярар, — тип яуапланы Йософ.

14 — Бар ҙа ҡара, — тине атаһы, — иҫән-амандармы, малдар ни хәлдә? Ҡайтҡас, миңә һөйләрһең.

15 Йософ Хеврон үҙәненән Шехемға йүнәлде. Юлда уға бер кеше осрап:

— Бында нимә эҙләп йөрөйһөң? — тип һораны.

16 — Ағайҙарымды эҙләйем, — тип яуапланы Йософ. — Ошонда көтөү көтәләр ине. Ҡайҙа киткәндәрен белмәйһегеҙме?

17 — Улар бынан китте, — тине теге кеше, — мин уларҙың, Дотанға барайыҡ, тип һөйләшкәндәрен ишетеп ҡалғайным.

Йософ ары барып, уларҙы Дотанда эҙләп тапты. 18 Ағалары уны алыҫтан уҡ күрҙе. Йософ яҡынлашҡансы, уны үлтерергә һүҙ ҡу йыш ты лар.

19 — Ана, беҙҙең күрәҙәсе килә! — тиештеләр улар. 20 — Үлтереп ҡоҙоҡҡа ырғытайыҡ та, бүре ашаған, тип әйтер ҙә ҡуйырбыҙ. Бына шунан ҡарарбыҙ, уның төштәре нисек юш килер икән!

21 Рәүвән быны ишетте лә Йософто ҡотҡарырға теләне.

— Үлтермәйек уны, — тине Рәүвән. — 22 Ниңә ҡан ҡойорға? Үҙ ҡулдарығыҙ менән үлтергәнсе, сүлдәге анау ҡоҙоҡҡа ташлағыҙ ҙа ҡуйығыҙ.

Ысынында иһә ул Йософто ҡотҡарып, атаһына кире ҡайтарырға уйлағайны.

23 Йософ ағалары янына килеп етеү менән, улар уның затлы күлдәген систереп алдылар ҙа 24 үҙен тотоп алып ҡоҙоҡҡа ырғыттылар. Ҡоҙоҡ һыуһыҙ, буш ине. 25 Ашарға ғына ултырғайнылар, Гилеад яғынан Исмәғил сауҙагәрҙәренең кар уа ны килгәне күренде — уларҙың дөйәләре Мы сыр ға хуш еҫле ыҫмала, еҫле май, ҡиммәтле хушбуйҙар алып китеп бара ине.

26 Йәһүҙә туғандарына:

— Ҡустыбыҙҙы үлтереүҙән беҙгә ни файҙа? 27 Исмәғилдәргә һатайыҡ та ебәрәйек, ҡулыбыҙ ҙа таҙа булыр. Ул барыбер беҙҙең ҡәрҙәшебеҙ, бер ҡан бит, — тине.

Ағай-эне бының менән килеште. 28 Мәдйән сауҙагәрҙәре яҡыныраҡ килгәс, Йософто ҡоҙоҡтан сығарҙылар ҙа егерме шекел көмөшкә исмәғилдәргә һатып ебәрҙеләр. Улар иһә Йософто Мысырға алып китте.

29 Рәүвән боролоп ҡоҙоҡ янына килде, үрелеп ҡараһа — Йософ юҡ! Ҡайғыһынан ул кейемдәрен йыртҡысланы.

37:25 Ҡара: 17:20 һәм 25:12-18.

30 — Малай юҡ та баһа! — тине Рәүвән, ҡустылары янына килеп. — Миңә ни эшләргә инде? Ҡайҙа барырға миңә хәҙер?

31 Туғандар Йософтоң күлдәген алдылар ҙа, кәзә һуйып, күлдәкте ҡанына буянылар.32Шунан уны аталарына килтереп бирҙеләр:

— Бына беҙ нимә табып алдыҡ! — тине улар. — Ҡара әле, был һинең улыңдың күлдәге түгелме?

33 Яҡуп кейемде таныны:

— Был — улымдың күлдәге! Уны йыртҡыс талаған! Өҙгөлә-гәндәр, өҙгөләгәндәр Йософто!

34 Яҡуп өҫтөндәге кейемен йыртҡылап, биленә ҡыл туҡыма ураны, улы өсөн хәсрәтләнеп, көн-төн йәш түкте. 35 Улдары һәм ҡыҙҙары килеп, Яҡупты йыуаттылар, әммә ул тыныслана алманы.

— Ҡара ҡайғы менән улым янына, теге доньяға китәм мин! — тип бер туҡтауһыҙ иланы ла иланы.

36 Ә Мәдйән сауҙагәрҙәре Йософто Мысырға алып барып, унда Потифарға — фирғәүен кешеһенә, һаҡсылар түрәһенә һатып ебәрҙеләр.

Йәһүҙә менән Тамар

О О 1 Шул ваҡытта Йәһүҙә, ағай-энеләре янынан китеп, с/О Адулламдан Хира исемле бер кеше эргәһенә урынлашты. 2Шунда уға Ҡынаандан Шуа исемле берәүҙең ҡыҙы оҡшап ҡалды. Йәһүҙә уға өйләнде, 3 ҡатыны, ауырға ҡалып, ул тапты — Йәһүҙә уға Эр тип исем бирҙе. 4 Ҡатыны, тағы ауырға ҡалып, икенсегә ул тапты һәм уға Онан исеме ҡушты.

5 Һуңыраҡ тағы бер бала тапты ла, уға Шела тип исем ҡуштылар (был Кезивта булды). 6 Өлкән улы Эрҙы Йәһүҙә Тамар исемле ҡыҙға өйләндерҙе, 7Эр гел генә золом ҡылғанға, Раббы уны хуш һын ма ны, уға әжәл ебәрҙе. 8 Йәһүҙә Онанға:

— Ағайыңдың тол ҡалған ҡатынына өйлән, — тине. — Ағайыңды алыштырып, уның нәҫелен дауам итерһең.

9 Онан Тамар тапҡан балалар уныҡы булып иҫәпләнмәҫен белә ине. Шуға күрә, ағаһына бала яралтмаҫ өсөн, ул Тамар менән йоҡлағанда орлоғон гел ситкә ағыҙҙы. 10 Уның был ҡылығы Раббыға мәслихәт булманы, шуның өсөн Раббы уға ла әжәл ебәрҙе.

11 Йәһүҙә Тамарға:

— Улым Шела үҫеп еткәнсе, үҙеңдең ата-әсәңдә йәшәп тор, — тине. Ағалары кеүек быныһы ла үлеп ҡуймаһын, тип уйланы ул.

Шулай итеп, Тамар ата-әсә һе йор то на ҡайт ты.

12 Байтаҡ ваҡыт үтте. Шуа ҡыҙы, йәғни Йәһүҙәнең ҡатыны, вафат булды. Ҡатынын ерләп, хәсрәт көндәрен үткәргәс, Йәһүҙә дуҫы Адуллам кешеһе Хира менән һарыҡ йөнө ҡырҡырға Тимнаға китте.

13 Тамар ҡайныһының Тимнаға һарыҡ йөнө ҡырҡырға киткәнен белеп ҡалды. 14 Ул, тол ҡатындар кейә торған кейемдәрен сисеп, йөҙөн күрһәтмәҫ өсөн баштан-аяҡ бөркәнсек ябынды ла Энайим ҡапҡаһы янына килеп ултырҙы — был Тимнаға барған юл буйында ине. Сөнки Шела үҫеп етһә лә, үҙен уға ҡатынлыҡҡа алырға уйламағандарын аңлағайны. 15Йәһүҙә, Тамарҙы күреп, уны фәхишә тип уйланы, сөнки бите бөркәнсек менән ҡапланғайны. 16 Ул ҡатын янына килде лә:

— Һинең менән ятам, — тине.

Үҙенең килене икәне башына ла килмәне! Ә ҡатын унан:

— Минең менән ятҡан өсөн нимә бирәһең? — тип һораны.

17 — Һиңә мин кәзә бәрәсе ебәрермен, — тине Йәһүҙә.

Ҡатын уға:

— Ҡасан ебәргәнсе берәй әйбереңде ҡалдырып тор, — тине.

18 — Нимә бирәйем һуң? — тип һораны Йәһүҙә.

— Мисәтең тағылған бау менән ҡулыңдағы таяғыңды, — тине ҡатын.

Йәһүҙә ҡатынға нимә һораһа, шуны бирҙе лә уның менән ятты, ә Тамар унан ауырға ҡалды. 19 Бынан һуң ҡатын тороп китте һәм, төрөнгән бөркәнсеген ташлап, тол ҡатындар кейә торған ке йе мен ке йеп алды.

20 Йәһүҙә һуңынан дуҫын — Адуллам кешеһен кәзә бәрәсе илтеп, аманатты кире алырға ебәрҙе, әммә ул күпме эҙләһә лә, ҡатынды таба алманы. 21 Ул бындағы кешеләрҙән һораша баш ла ны:

— Энайим юлында ултырған фәхишә ҡайҙа икән?

Әммә уға:

— Унда бер ниндәй ҙә фәхишә ултырғаны булманы, — тип яуап бирҙеләр.

22 Ул Йәһүҙәгә кире килде лә былай тине:

— Мин уны таба алманым. Ә урындағы кешеләр, унда бер ниндәй ҙә фәхишәнең булғаны юҡ, тине.

23 — Ярай, әйберҙәр унда ҡалһын әйҙә, оятҡа ҡалмаһаҡ булды. Мин кәзә бәрәсе ебәрҙем, ә һин уны таба алмағанһың.

24 Өс айлап ваҡыт үткәс, Йәһүҙәгә:

— Киленең Тамар зина ҡылған, хәҙер ул ауырлы, — тип хәбәр иттеләр.

— Тотоп алығыҙ ҙа утта яндырығыҙ, — тип әмер бирҙе Йәһүҙә.

25 Тамарҙы язаға алып килгәс, ул ҡайныһына:

— Мин ошо әйберҙәрҙең хужаһынан ауырлымын, — тип әйтергә ҡушты.

— Ошо бәйле мисәт менән таяғыңды таныйһыңмы? — тип һораны ул.

26 Йәһүҙә таныны.

— Дөрөҫлөк уның яғында, — тине. — Был ҡатынға мин улым Ше ла ны өйләндермәгәйнем.

Йәһүҙә бүтәнсә уның менән йоҡламаны.

27 Тыуыр мәл еткәс, Тамарҙың балаларының игеҙәк булғаны асыҡланды. 28 Тыуымға килгән сабыйҙарҙың береһе ҡулын сығарҙы. Кендек әбейе уға ҡыҙыл еп бәйләне лә: «Быныһы беренсе булып сыҡты», — тине. 29 Әммә бала ҡулын кире тартып алды ла икенсеһе — уның ҡустыһы донъяға килде. «Һин нисек килеп сыҡтың?» — тип һораны кендек әбейе; шуға уға Перес, йәғни «йыртып сыҡты» тип исем бирҙеләр. 30 Уның ар ты нан ҡулындағы ҡыҙыл еп менән икенсеһе лә донъяға килде. Уға Зерах тигән исем ҡуштылар.

Йософтоң ғәйепләнгәне һәм ҡулға алынғаны

ОП 1 Йософто Мысырға алып килделәр. Уны бында Исмәғил »_У У кешеләренән фирғәүендең вәзире, һарай һаҡсылары

38:30 Зерах исеме йәһүдсә «балҡыу» һүҙе менән ауаздаш һәм бында ҡыҙыл епкә ишаралай.

түрәһе Потифар һатып алды. 2 Раббы Йо соф то таш ла ма ны — эштәре гел уңай килеп торҙо, мысыр хужаһының йортонда йәшәне. 3 Мысыр хужаһы Йософтоң Раббы рәхмәтендә икәнен, ни генә эшләмәһен, Раббы уға ярҙам итеп торғанын күрҙе.

4 Йософ хужаһына бик оҡшаны, уға тоғро хеҙмәт итте. Ул Йо-софҡа бөтә йортон, бар мөлкәтен ҡарауҙы тапшырып ҡуйҙы.

5 Шунан башлап Йософ арҡаһында уға ла Раббының рәхмәте төштө — Мысыр кешеһенең йортта ла, баҫыуҙа ла эше уң барҙы.

6 Хужа булған бөтә нәмәһен Йософҡа тапшырҙы — хәҙер инде Мысыр кешеһенең бөтә ҡайғыһы тик ашап-эсеүҙән генә тора ине.

Йософ төҫкә-башҡа ла, буй-һынға ла матур ине. 7Хужа ҡатынының уға күҙе төштө һәм бер ваҡыт:

— Әйҙә, минең менән ят, — тине.

8 Әммә Йософ, баш тартып, былай тип яуап бирҙе:

— Хужам бөтә нәмәһен ҡарарға миңә ышанып тапшырҙы.

9 Был өйҙә хәҙер минән дә башыраҡ кеше юҡ. Һинән башҡа минең өсөн тыйылған бер ни ҙә юҡ бында. Һин уның ҡатыныһың. Шундай золомдо ҡылып, Алла алдында гонаһлы булайыммы?

10 Ҡатын уны көн дә ирекһеҙләне, әммә Йософ уның менән йоҡларға риза булманы. 11 Бына бер саҡ Йософ үҙ йомошо менән хужа йортона кергәндә, өйҙә бер кем дә юҡ ине. 12 Хужа ҡатыны уны кейеменән эләктереп алды ла тағы:

— Ят минең менән, — тине.

Һыпырылған кейемен уның ҡулында ҡалдырып, Йософ йорттан йүгереп сығып китте. 13 Ҡатын Йософтоң кейемен ташлап сығып ҡасҡанын күрҙе лә, 14 хеҙмәтселәрен са ҡы рып, былай тине:

— Ҡарағыҙ әле! Ирем килтергән был иври беҙҙе мыҫҡыл итте. Ул мине көсләргә уйланы! Тик мин ҡысҡырып ебәрҙем. 15 Мин тауыш күтәргәс, кейемен ташлап сығып ҡасты.

16 Ире ҡайтып ингәнсе, Йософтоң кейемдәрен үҙендә ҡалдырҙы. 17 Уға ла шул уҡ һүҙҙәрҙе һөйләне:

— Минең яныма йәһүд ҡолоң килеп керҙе — һин уны беҙҙе мыҫҡыл итһен өсөн килтерҙеңме ни?! 18 Мин ҡысҡыра башланым. Ул, өҫтөндәге кейемен ҡалдырып, йорттан сығып ҡасты.

19 Ҡатынының: «Бына ҡолоң мине нимә эшләтте!» — тип һөйләгәнен ишеткәс, Йо софтоң хужаһы ярһыуының сигенә етте. 20 Ул Йософто тотоп алып, батша тотҡондары бикләнгән төрмәгә ябырға бойорҙо.

21 Әммә Раббы Йософто бында ла ташламаны, уға рәхмәтен һалды, Йософ төрмә башлығына оҡшаны. 22 Төрмә башлығы бөтә тотҡондарҙы Йософ ҡарамағына тапшырып, һәр бер нәмә өсөн Йософ яуап бирер булды. 23 Ә төрмә башлығы хәҙер бер нәмә тураһында ла борсолманы — сөнки Раббы Йософто ташламаны, уның һәр эшендә ярҙам итеп торҙо.

Йософтоң зинданда ултырғаны

Л(\ 1Ошо хәлдәрҙән һуң бер аҙ ваҡыт үткәс, батшаның

I V/ шарап ҡойоусыһы менән ашнаҡсыһы үҙҙәренең хакимы — Мысыр батшаһы алдында ғәйепкә тарыны. 2 Һарай хеҙмәтселәре — шарап ҡойоусылар башлығы менән баш ашнаҡсыға — фирғәүендең бик ныҡ асыуы килде лә 3 уларҙы һаҡсылар түрәһе йортондағы төрмәгә, Йософ ултырған төрмәгә, ябырға ҡушты. 4 Һаҡсылар түрәһе Йософто уларға хеҙмәт итергә ҡуйҙы.

5 Бына бер ваҡыт ике тотҡон — шарап ҡойоусы менән ашнаҡсы — икеһе бер төндә төш күрҙе. Икеһе ике төрлө төш күрҙе, мәғәнәләре лә төрлө ине. 6 Йософ иртәнсәк улар янына ингәйне, күрә: быларҙың нимәгәлер күңелдәре тыныс түгел.

7 — Нимәгә эсегеҙ боша? — тип һораны Йософ.

8 Төрмә башлығы йортонда Йософ менән бергә ултырған фирғәүен кешеләре былай тине:

— Төш күргәйнек тә, юрарға кешеһе юҡ.

— Юрау — Раббынан. Һөйләгеҙ төшөгөҙҙө миңә, — тине Йософ.

9 Шарап ҡо йоу сы лар башлығы Йо соф ҡа төшөн һөйләне:

— Миңә шундай төш керҙе: имеш, алдымда йөҙөм ағасы ботағы. 10 Унан өс үҫенте киткән. Бына улар үҫә башланы ла, имеш, сәскә атты, шунан емештәр хасил булды, ҡараһам, бешеп тә еттеләр. 11 Ҡулымда фирғәүендең һауыты икән, тим. Мин йөҙөм тәлгәшен өҙөп алдым да, һутын теге һауытҡа һығып, фирғәүенгә бирҙем.

12 — Төшөңдөң мәғәнәһе шул, — тине уға Йософ. — Өс үҫенте — өс көн ул. 13 Өс көн үтер — фирғәүен һине тағы күтәрер: элекке урыныңа кире ҡуйыр ҙа һин уға элеккесә шарап ҡойоп торорһоң.14 Тик һин миңә лә ярҙам ит: үҙең бәхеткә ирешкәс, мине лә онотма, фирғәүен менән һөйләшкәндә минең турала йылы һүҙ әйт, бынан ҡотҡар мине! 15 Мине йәһүд еренән урлап алып килделәр. Бында ла төрмәгә бикләрлек бер нәмә лә эшләмәнем!

16 Баш ашнаҡсы, төштөң хәйерлегә юралыуын күреп, Йософ-ҡа:

— Ә мин шундай төш күрҙем, — тине. — Башым өҫтөндә өс кәрзин, имеш; 17өҫкөһөндә фирғәүен өсөн бешерелгән төрлө-төрлө ризыҡ. Шул кәрзиндәге аҙыҡты ҡоштар суҡый икән, тим.

18 — Һинең төшөңдөң мәғәнәһе былай, — тине уға Йософ. — Өс кәрзин — өс көн ул. 19 Өс көн үткәс, фирғәүен һине лә төрмәнән сығарыр: һин дар ағасында аҫылынып торорһоң, ә тәнеңде ҡоштар суҡып өҙгөләр.

20 Өс көндән һуң фирғәүендең тыуған көнө ине. Ул һарайында-ғы кешеләр өсөн мәжлес ойошторҙо һәм шунда шарап ҡойоусы менән баш ашнаҡсыны иҫенә төшөрҙө. 21 Шарап ҡойоусылар башлығын элекке урынына ҡайтарҙы; ул тағы фирғәүенгә шарап ҡойоп бирә башланы.22Ә баш ашнаҡсыны аҫтырҙы — Йософ нисек әйтһә, шулай булды. 23 Әммә шарап ҡойоусы Йософто ла, уның үтенесен дә онотто.

Йософтоң вәзирлеккә үрләтелгәне

Л ■1 1 Ике йыл үткәс, фирғәүен төш күрҙе: имеш тә, ул Нил

I А. йылғаһы ярында тора, 2 шул саҡ Нилдан ете һыйыр килеп сыҡты. Матур, көр был һыйырҙар яр буйында һутлы үлән утлай, йәнәһе. 3 Улар артынан Нилдан арыҡ һәм хәлһеҙ тағы ете һыйыр килеп сыҡты ла теге һыйырҙар янына барҙы — 4 бына бер ваҡыт арыҡ, көсһөҙ һыйырҙар теге һимеҙ һыйырҙарҙы ашаны ла ҡуйҙы, имеш! Фирғәүен уянды. 5 Яңынан йоҡлап киткәс, икенсе төш күрҙе: имеш, бер һабаҡта ете туҡ башаҡ үҫкән.

6 Уның артынса ерҙән ҡыуан ел көйҙөргән ете буш башаҡ үҫеп сыҡты ла, 7 бына ғәләмәт, ошо буш башаҡтар ашлыҡ бөртөктәре менән тулы теге башаҡтарҙы йотто ла ҡуйҙы. Шундай төштәр күреп уянды фирғәүен.

8 Хафаға төшкән фирғәүен, иртәнсәк Мысырҙың бөтә сихырсыларын һәм аҡыл эйәләрен саҡыртып, күргән төшөн һөйләне, әммә төштө берәү ҙә юрай алманы. 9 Шунда шарап ҡойоусылар башлығы фирғәүенгә былай тине:

— Ҡылған гонаһымды иҫкә төшөрҙөм әле. 10 Бер ваҡыт фирғәүен беҙ ҡолдарына асыуланды ла баш ашнаҡсы менән мине һаҡсылар түрәһе йортондағы төрмәгә япты. 11 Көндәрҙән бер көндө беҙ икебеҙ ике төрлө төш күрҙек, уларҙың мәғәнәләре лә төрлөсә ине. 12 Беҙгә һаҡ сы лар түрәһенең ҡоло, йәш йәһүд хеҙмәтсе булғайны. Беҙ уға төштәребеҙҙе һөйләгәйнек, ул беҙгә юраны ла һәр беребеҙгә нимә аңлатҡанын әйтеп бирҙе. 13 Ул нисек юраған булһа, шулай килеп сыҡты: мине элекке урыныма кире алдылар, ә баш ашнаҡсыны аҫтылар.

14 Фирғәүен Йософ артынан кеше ебәрҙе. Уны йәһәт кенә төрмәнән сығарҙылар. Йософ ҡырынып, кейенеп фирғәүен янына килде.

15 — Мин төш күргәйнем, ләкин уны берәү ҙә юрай белмәй. Ә мин һинең турала, төш юрай белә икән, тип ишеткәйнем, — тине фирғәүен Йософҡа.

16 — Мин юрамайым, — тине Йософ. — Фирғәүенгә яуапты Алла үҙе бирер.

17 Фирғәүен Йософҡа былай тип һөйләй башланы:

— Мин төшөмдә Нил йылғаһы ярында торам, имеш тә,

18 Нилдан ете һыйыр килеп сыҡты, имеш, тип күрҙем. Көр, матур был һыйырҙар яр буйындағы үләнде утлай. 19 Уларҙың артынан Нилдан тағы ете һыйыр сыҡты, тик улар шундай арыҡ һәм хәлһеҙҙәр, ҡоро һөйәк тә тире — минең Мысырҙа бындай һыйырҙарҙы бер ҡасан да күргәнем юҡ. 20 Ошо ябыҡ һәм һөмһөҙ һыйырҙар теге көр һыйырҙарҙы ашаны ла ҡуйҙы.

21 Һимеҙ һыйырҙар уларҙың ҡорһаҡтарына инеп юғалһа ла, теге һыйырҙар элеккесә арыҡ көйө ҡалды. Мин уянып киттем. 22 Шунан икенсе төш күрҙем: бер һабаҡта ете башаҡ үҫеп сыҡҡан икән, тим, башаҡтары яҡшы, туҡ ине. 23 Уларҙан һуң ҡыуан елдәрҙә көйөп бөткән ете буш башаҡ үҫеп сыҡты. 24 Ошо буш башаҡтар теге туҡ башаҡтарҙы бөткәнсе йотто ла ҡуйҙы! Төштәремде күрәҙәселәргә һөйләгәйнем, әммә улар бер ни ҙә әйтә ал ма ны.

25 Йософ фирғәүенгә былай тине:

— Был — ике төш түгел, бер төш. Алла һиңә алда күрәсәгеңде белдерә. 26 Ете һимеҙ һыйыр ете йылды аңлата, ете туҡ башаҡ та — шулай уҡ ете йыл. Йәғни былар — икеһе бер төш. 27 Ә улар артынан сыҡҡан арыҡ һәм насар ете һыйыр — был тағы ете йыл. Ҡыуан ел көйҙөргән ете буш башаҡ та шуны уҡ — ете йылға һуҙыласаҡ аслыҡты аңлата. 28Әйттем бит мин һиңә, хакимым: Алла һиңә алда күрәсәгеңде белдерә.

29 Мысыр ерендә ете йыл мул лыҡ, туҡ лыҡ бу ла саҡ, 30 ләкин унан һуң ете йыл аслыҡ булып, шул муллыҡтың эҙе лә ҡалмайынса юҡҡа сығасаҡ. Аслыҡтан ил бөләсәк, 31 ә элекке муллыҡтың эҙе лә ҡалмаясаҡ — шулай көслө буласаҡ йотлоҡ.32Ә төштөң ике тапҡыр күренеүе шуға: Алланың яҙғаны шул һәм Ул уны оҙаҡ ла май ғәмәлгә ашы ра саҡ.

33 Шуға күрә, хакимым, алдан күрә белгән бик аҡыллы берәй кешене тап та, Мысырға ул идара итһен. 34 Бөтә ил буйынса түрәләр ҡуй, улар алдағы ете муллыҡ йылында халыҡ үҫтергән уңыштың биштән бер өлөшөн йыйып алып, 35 ҡалаларҙа батша келәттәренә һалһын. 36 Шул саҡта Мысырға киләсәк ете йыллыҡ аслыҡ осорона һаҡлыҡ иген буласаҡ — ил аслыҡты имен-аман үткәрәсәк!

37 Йософтоң һүҙҙәре фирғәүен менән уның янындағы кешеләрҙең күңеленә хуш килде.

38 — Бүтән бындай кешене табып булмаҫ, — тине фирғәүен үҙенең янындағыларға. — Алла рухы бар унда!

39 Шунан ул Йософҡа былай тине:

— Быларҙы Алла һиңә асҡан икән, тимәк, һинән дә зирәгерәк һәм аҡыллыраҡ башҡа кеше юҡ. 40 Ошо көндән алып минең биләмәләремдә һин хөкөм йөрөтәсәкһең, халҡым һине тыңлаясаҡ. Бары тик тәхетем менән генә мин һинән юғарыраҡ буласаҡмын.

41 Шуны бел: мин һине бөтә Мысырға идара итергә ҡуям.

42 Ул, ҡулындағы фирғәүен тамғаһы һуғылған йөҙөгөн һалып, Йософҡа кейҙерҙе, ебәк кейемдәр бирҙе һәм муйынына алтын сылбыр таҡты.43Фирғәүен Йософҡа үҙенең ярҙамсыһының арбаһын бирҙерҙе. Йософ арбала барғанда уның алдынан: «Юл бирегеҙ!» — тип ҡысҡыра-ҡысҡыра йүгереп барырға тейештәр ине.

Шулай итеп, фирғәүен Йософто бөтә Мысырға идара итеүсе итеп ҡуйҙы.

44 — Мин фирғәүендең ихтыяры шундай, — тине ул Йософҡа. — Ошо көндән башлап бөтә Мысыр ерендә һинән башҡа бер кем бер аҙым баҫмаясаҡ, ҡулын да ҡыбырҙатмаясаҡ.

45 Фирғәүен Йософҡа Сафнат-Панеа тигән мысыр исеме бирҙе һәм уны Аснат исемле ҡыҙға өйләндерҙе, Илиополь ҡа-һины Потипераның ҡыҙы ине ул. Йософ Мысыр менән идара итә башланы. 46Фирғәүенгә хеҙмәт итә башлағанда Йософҡа утыҙ йәш ине. Фирғәүен янынан китеп, Йософ бөтә Мысырҙы йөрөп сыҡты.

47 Ете туҡлыҡ йылында ер мул уңыш бирҙе. 48 Мысырҙа был йылдарҙа йыйылған бөтә игенде Йософ ҡалаларға бүлде — һәр ҡалаға уның тирә-яғында йыйып алынған игенде һала барҙы. 49 Ул диңгеҙҙәге ҡом күпме булһа, шул тиклем күп иген йыйҙы — хатта иҫәп алып барыуҙан туҡтаны, сөнки һанап бөтөрлөк түгел ине.

50 Йотлоҡ башланғансы Илиополь ҡаһины Потипераның ҡыҙы Аснат Йософҡа ике ул табып бирҙе. 51 Баш балаһына Йософ Менашше тип исем ҡушты, был: «Алла миңә барлыҡ ҡайғымды һәм атам йортон оноторға ярҙам итте», — тигәнде аңлата.52 «Алла мине ғазапҡа дусар булған ерҙә мәртәбәле итте», — тип, икенсеһенә Эфраим тигән исем бирҙе.

53 Мысырҙа ете уңдырышлы йыл үтеп китте. 54 Йософ юрағанса, ете йыллыҡ аслыҡ башланды. Был аслыҡ бөтә ерҙе солғап алды, ә Мысырҙа иген күп ине. 55 Аслыҡ башланып, Мысыр халҡы фирғәүенгә ашлыҡ һорап ялбарырға тотонғас, ул:

— Барығыҙ, Йософтан һорағыҙ, Йософ ни әйтһә, шуны эшләгеҙ, — тине.

56 Бөтә донъяла аслыҡ башланды. Йософ, иген бураларын асып, Мысыр халҡына иген һатырға тотондо. Мысырҙа йотлоҡ көсәйә барҙы. 57 Мысырға башҡа илдәрҙән дә ашлыҡ һорап Йософ ҡа килә баш ла ны лар, сөнки бөтә ерҙә аслыҡ ҡо тора ине.

Йософтоң ағаларының Мысырға беренсе тапҡыр килгәне

Л О 1 Мысырҙа иген барлығын ишетеп, Яҡуп улдарына:

— Нимә бер-берегеҙгә һалышып ятаһығыҙ? — тине.

2 — Мысырҙа иген күп тип ишеттем. Барығыҙ, һатып алып ҡайтығыҙ, юҡһа бөтәбеҙ ҙә үлербеҙ.

3 Йософтоң ун ағаһы Мысырға иген алырға китте. 4 Тик Бинйәминде, Йософтоң бер ҡарында ятҡан ҡустыһын ғына, Яҡуп үҙ янынан ебәрмәне: уның менән бер-бер хәл булып ҡуймаһын тип ҡурҡты.

5 Исраилдың улдары Мысырға иген алырға тип килгән кешеләр төркөмөнә ҡушылды, сөнки бөтә Ҡынаан аслыҡтан яфалана ине. 6 Ә Мысырҙың улар барған еренә Йософ идара итә — иген һатыу менән ул шөғөлләнә ине. Ағалары килеп, уның алдына йөҙ түбән йығылды. 7Йософ туғандарын күреү менән таныны, әммә үҙен та ныт ма ны, ҡаты итеп:

— Ҡайҙан килдегеҙ? — тип һораны.

— Ҡынаандан, иген алырға тип килгәйнек, — тип яуап бирҙе улар.

8 Йософ ағаларын та ны һа ла, ағалары уны та ны ма ны.

9 Йософ улар хаҡында күргән төштәрен иҫенә төшөрҙө лә былай тине:

— Юҡ, һеҙ шымсылар. Беҙҙең еребеҙгә ҡайҙан үтеп инергә йәтеш икәнен ҡарарға килгәнһегеҙ.

10 — Юҡ, әфәндем! — тине улар. — Беҙ, ҡолдарың, иген алырға килдек. 11 Беҙ барыбыҙ ҙа бер ата балалары, намыҫлы кешеләр. Беҙ, ҡолдарың, бер ваҡытта ла шымсы булғаныбыҙ юҡ.

12 — Юҡ, — тине Йософ, — еребеҙгә ҡайҙан үтеп инергә уңайлы булғанын белер өсөн килгәнһегеҙ.

13 — Беҙ, ҡолдарың, ун ике ағай-энебеҙ, — тип яуап бирҙе туғандары. — Һәммәбеҙ ҙә бер ата балалары, Ҡынаандан килдек. Иң кесе ҡустыбыҙ атайыбыҙ менән ҡалды. Ә беребеҙ күптән юҡ инде.

14 — Әйттем бит, — тине Йософ, — һеҙ шымсылар. 15 Әммә беҙ һеҙҙе һынаясаҡбыҙ. Фирғәүен исеме менән ант итәм: иң кесе туғанығыҙ килмәйенсә, һеҙҙе бынан сығармаясаҡтар.

16 Берегеҙҙе уның артынан ебәрегеҙ, ә ҡалғандарығыҙ әлегә һаҡ аҫтында буласаҡ — шунан һүҙегеҙ дөрөҫмө-түгелме икәне асыҡланыр. Дөрөҫөн һөйләмәгән булһағыҙ — тимәк, һеҙ шымсылар. Фирғәүен исеме менән ант итәм!

17 Йософ уларҙы өс көнгә төрмәгә ябып ҡуйҙы.

18 Өсөнсө көндө уларға былай тине:

— Мин әйткәнде эшләһәгеҙ, йәшәйәсәкһегеҙ, сөнки мин Аллаға буйһонам. 19Әгәр һеҙ, ысынлап та, намыҫлы кешеләр икәнһегеҙ, кемегеҙ ҙә булһа берегеҙ төрмәлә ҡалһын, ә ҡалғандарығыҙ асығыусы ғаиләләрегеҙгә иген алып ҡайтһын да 20 кесе туғанығыҙ менән бында кире килһен. Әгәр һүҙҙәрегеҙ дөрөҫкә сыҡһа, үлмәйәсәкһегеҙ.

Улар буйһондо.

21 — Туғаныбыҙҙың ҡоно ҡайта беҙгә! — тип һөйләште улар үҙ-ара. — Беҙ уның ыҙаланғанын күрҙек, әммә, нисек кенә ялынһа ла, ҡыҙғанманыҡ уны. Бына хәҙер үҙебеҙгә лә шул көн килде!

22 Рәүвән былай тине:

— Малайға золом ҡылмағыҙ, тип әйтмәнемме ни мин һеҙгә? Тыңламанығыҙ. Хәҙер уның ҡаны өсөн яуап тотабыҙ.

23 Ағай-энеләре Йософтоң үҙҙәрен аңлап торғанын белмәне, сөнки Йософ улар менән тәржемәсе аша һөйләшкәйне. 24 Ә Йософ ситкә китте лә илап ебәрҙе. Һуңынан, кире килеп, улар менән тағы һөйләште, шунан, Шимонды һайлап алып, башҡа туғандары алдында уны бәйләргә ҡушты. 25 Артабан ул тоҡтарға иген тултырырға, һәр береһенең тоғона үҙҙәре алып килгән көмөштө кире һалып, юлға аҙыҡ бирергә бойорҙо. Шулай эшләнде. 26 Туғандар, ишәктәренә иген тейәп, өйҙәренә ҡай тып китте.

27Төндә ялға туҡтаған саҡта уларҙың береһе ишәген ашатам тип тоҡ ауыҙын сисһә, өҫтә генә ятҡан көмөштө күреп ҡалды!

28 — Минең көмөшөм үҙемә кире ҡайтҡан! — тине ул туғандарына. — Бына ул, өҫтә генә ята.

Уларҙың йөрәге ҡупты. Дер ҡалтырап, бер-береһенә:

— Ни ҡыла икән беҙҙең менән Алла? — тиештеләр.

29 Ҡынаанға, аталары янына ҡайтҡас, улар үҙҙәре менән булған хәлдәрҙе һөйләп бирҙе:

30 — Ул ерҙә идара иткән кеше беҙҙең менән ҡаты һөйләште, беҙҙе шымсылар тип уйланы.31 Әйттек: беҙ шымсы түгел, намыҫлы кешеләрбеҙ, 32 беҙ ағалы-энеле ун ике кеше, бер ата балалары булабыҙ; бер туғаныбыҙ юҡ инде, иң кесе ҡустыбыҙ атайыбыҙ менән Ҡынаанда ҡалды, тинек. 33 Ә ул беҙгә былай тине: «Мин һеҙҙең дөрөҫ һөйләгәнме-юҡмы икәнегеҙҙе тикшерәм: берегеҙҙе алып ҡалам, ә ҡалғандарығыҙ асығыусы ғаиләләрегеҙгә иген алып ҡайтып бирегеҙ ҙә 34 иң кесе ҡустығыҙ менән бында кире килегеҙ. Шул саҡта мин һеҙҙең шымсылар түгел, ә намыҫлы кешеләр булыуығыҙға ышанырмын — туғанығыҙҙы ла ебәрермен, һеҙгә беҙҙең ерҙәрҙә иркен йөрөргә лә рөхсәт итермен».

35 Йөктәрен бу шата башлағайнылар, һәр бе ре һе нең тоғонан көмөш һалынған төргәк килеп сыҡты. Быны күреп, ағай-энеләр ҙең дә, ата ла ры ның да ҡото осто.

36 — Һеҙ мине бер-бер артлы улдарымдан яҙҙыраһығыҙ, — тине Яҡуп. — Йософ юҡ. Шимон юҡ. Инде Бинйәминде лә алып китергә уйлайһығыҙ. Бөтөн ҡайғы минең бер башыма!

37 Рәүвән атаһына былай тине:

— Әгәр ҙә мәгәр Бинйәминде кире алып ҡайтмаһам, ике улымды үлтер. Миңә ышанып тапшыр ҡустымды, уны һиңә кире алып ҡай тасаҡ мын.

38 — Юҡ, — тине Яҡуп, — улымды һеҙҙең менән ебәрмәйем. Ағаһы үлде, Бинйәмин бер үҙе ҡалды. Әгәр уның менән юлда бер-бер хәл була ҡалһа, мине, сал сәсле ҡартты, ҡайғыға батырып, гүргә индерәсәкһегеҙ!

Бинйәминде алып икенсегә килгәндәре

Л О 1 Аслыҡ көсәйгәндән-көсәйҙе.2 Мысырҙан алып ҡайтҡан иген бөткәс, аталары уларға былай тине:

— Барып, аҙ булһа ла тағы ашлыҡ алып ҡайтығыҙ!

3 — Теге кеше беҙгә, бәләкәй ҡустығыҙҙан башҡа күҙемә лә күренмәгеҙ, тип бик ҡаты әйтте, — тине уға Йәһүҙә. 4 — Әгәр уны беҙҙең менән ебәрһәң, ашлыҡ алырға барабыҙ. 5 Ебәрмәйһең икән, унда барып тороуыбыҙҙан фәтеүә юҡ, теге кеше, ҡустығыҙҙы килтермәһәгеҙ, күҙемә лә күренмәгеҙ, тине бит.

6 — Ниңә ҡустығыҙ барлығын әйтеп, башыма бәлә килтерҙегеҙ инде?! — тине Исраил.

7 — Теге кеше барыһы тураһында ла һорашты бит: үҙебеҙ, туғандарыбыҙ хаҡында, атайыбыҙҙың тереме-юҡмы, тағы кемдәребеҙ булыуы тураһында белеште, — тине улар. — Ул һораны, беҙ яуап бирҙек. Кесе ҡустығыҙҙы алып килегеҙ, тип бойоророн кем белгән?

8 Йәһүҙә атаһы Исраилға былай тине:

— Малайҙы минең менән ебәр, тиҙерәк юлға сығайыҡ. Шул саҡта барыбыҙ ҙа иҫән ҡалыр, беҙ ҙә, һин үҙең дә, балаларыбыҙ ҙа ас үлемдән ҡо то лор боҙ. 9 Мин башым менән яуап бирәм: ул ҡайтасаҡ. Әгәр уны алып ҡайтмаһам, ғүмерем буйы һинең алда ғәйепле булырмын. 10 Һаман һуҙмаған булһаҡ, беҙ унда ике тапҡыр барып урар инек инде.

11 — Ярар, — тине Исраил, — ул саҡта бына нәмә эшләгеҙ: тоҡтарығыҙҙы еребеҙҙәге байлыҡтың һәммәһе — бәлзәм, бал, һәр төрлө тәмләткестәр, ладан, хуш еҫле сайыр, сәтләүек, миндаль менән тултырығыҙ ҙа ул кешегә күстәнәс итеп алып барығыҙ.

12 Көмөш алығыҙ — тоҡтарығыҙға һалып ҡайтарғанды ла, башҡаһын да — бәлки, улар яңылышҡандыр. 13 Бинйәминде үҙегеҙ менән алығыҙ ҙа ул кешегә тағы барығыҙ. 14 Ҡөҙрәтле Алла һеҙгә мәрхәмәтен һалып, ул кеше тегендә ҡалған туғанығыҙҙы ла, Бинйәминде лә ебәрә күрһен инде! Ә миңә балаларымдан мәхрүм булыу яҙған икән, шулай булыр, күрәһең.

15 Ағай-энеләр, бүләктәр әҙерләп, көмөштө элеккегә ҡарағанда ике тапҡырға күберәк алды ла, Мысырға килеп, Йософ алдына баҫты — был юлы Бинйәмин менән. 16 Йософ, Бинйәминде алып килгәндәрен күргәс, өйөндәге баш хеҙмәтсеһенә былай тине:

— Был кешеләрҙе минең йортҡа алып бар. Мал һуйып, һый әҙерлә — бөгөн төшкөлөктө улар минең менән ашаясаҡ.

17 Йософтоң әмерен үтәп, баш хеҙмәтсе ағай-энеләрҙе уның йор то на алып китте. 18 Туғандары, Йософтоң өйөнә алып ба-рыуҙарынан шомланып, бер-береһенә:

— Беҙҙе унда тоҡтарыбыҙҙағы теге көмөш өсөн алып бармайҙармы икән? — тиештеләр. — Улар һөжүм итеп беҙгә ташланырҙар ҙа үҙебеҙҙе ҡол итерҙәр, ишәктәребеҙҙе тартып алырҙар инде!

19 Өйҙөң ишеге төбөндә улар баш хеҙмәтсегә мөрәжәғәт итте:

20 — Беҙгә бер нәмә әйтергә рөхсәт ит әле, әфәндебеҙ! Беҙ бында ашлыҡ алырға бер тапҡыр килгәйнек инде. 21 Ә кире ҡайтып барғанда төндә ял итергә туҡтағас, тоҡтарыбыҙҙы асҡайныҡ, һәр беребеҙҙең тоғонда ашлыҡ өсөн күпме түләгән булһаҡ, шул саҡлы көмөш ятҡанын күрҙек. Беҙ ул көмөштө кире алып килдек. 22 Яңынан ашлыҡ һатып алырға тағы көмөш килтерҙек. Ә теге ваҡытта беҙҙең тоҡтарға көмөштө кем һалғандыр, беҙ белмәйбеҙ.

23 — Тынысланығыҙ, — тине уларға хеҙмәтсе, — ҡурҡмағыҙ. Моғайын, һеҙҙең Аллағыҙ — атайығыҙ Аллаһы — тоҡтарығыҙға хазина һалғандыр. Ул саҡта мин көмөштө тулыһынса алғайным!

Шунан уларға Шимонды алып килде. 24 Барыһын да Йо-софтоң өйөнә саҡырҙы, аяҡтарын йыуырға һыу килтерҙе, ишәктәренә ашарға бирҙе. 25 Ағай-энеләр бүләктәрен сығарып теҙеп һалды ла Йософтоң төшкөлөккә ҡайтҡанын көтөргә ултырҙы: төшкө ашты уның менән ашарһығыҙ, тип әйтелгәйне уларға. 26 Йософ өйөнә ҡайтҡас, бүләктәрен бирҙеләр ҙә уның алдына йөҙ түбән йығылдылар. 27 Ә ул, сәләм биргәндән һуң, һора ны:

— Оло йәштәге атайыбыҙ бар, тигәйнегеҙ, уның хәле нисек? Иҫәнме әле ул?

28 — Атайыбыҙ, һеҙҙең ҡолоғоҙ, иҫән-аман йәшәп ята, — тип яуапланы туғандар, уның алдында тағы ергә ҡапланып.

29 Йософ Бинйәмингә, бер туған ҡус ты һы на, ҡа ра ны ла:

— Һеҙ әйткән иң кесе ҡустығыҙ ошомо? — тип һораны.

Шунан өҫтәп ҡуҙы:

— Алла һаҡлай күрһен һине, улым!

30 Йософтоң күңелен ҡустыһына ҡарата шундай яратыу-һағыныу тойғоһо солғап алды — саҡ илап ебәрмәне. Ул тиҙ генә икенсе бүлмәгә сығып китте лә шунда күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙы. 31 Бер аҙҙан йыуынып, яңынан ҡунаҡтар янына сыҡты, үҙен ҡулға алып, ашарға килтерергә ҡушты. 32 Йософҡа ашарға — айырым, ҡунаҡтарға — айырым, мысырҙарға айырым ҡуйҙылар (мысырҙар йәһүдтәр менән бергә ашауҙы хурлыҡ һанай ине). 33 Ағай-эне Йософ алдында тәртип буйынса — олоһонан башлап кесеһенә табан — теҙелешеп ултырҙы һәм аптырашып бер-береһенә ҡарашты.34Йософ уларға үҙенең өҫтәленән дә һый ебәрҙе, ә Бинйәмингә ул башҡаларға ҡарағанда биш тапҡырға күберәк бирҙе. Йософ менән бергә ашап-эсеп, күңел асып ултырҙылар.

Йософтоң ағаларын һынағаны

Л Л 1 Йософ баш хеҙмәтсеһенә былай тине:

II — Уларҙың тоҡтарын күтәрә алған тиклем ашлыҡ менән тул тыр. Һәр бе ре һе нең тоғоноң ауы ҙы на алып килгән көмөшөн кире һал. 2 Ә иң кеселәренең тоғона көмөш менән бергә минең көмөш һауытымды ла һал.

Теге, Йософ нисек ҡушһа, шулай эшләне. 3 Таң атыу менән ҡунаҡтарҙы ишәктәре-ние менән өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙеләр.

4 Бер туғандар ҡаланан сығып алыҫ китеп тә өлгөрмәне, Йософ баш хеҙмәтсеһенә былай тине:

— Тиҙ генә уларҙы ҡыуып ет! Ә ҡыуып еткәс, әйт: «Ниңә һеҙ яҡшылыҡҡа яуызлыҡ менән яуап бирҙегеҙ? 5 Хужам шарап эсә, күрәҙәлек итә торған һауыт түгелме һуң был? Бик насар эш ҡылғанһығыҙ», — тиң.

6 Баш хеҙмәтсе уларҙы ҡыуып етте лә ҡушылғанды әйтте. 7Ағай-энеләр быға яуап итеп:

— Ниңә улай тиһең, әфәндем? Беҙ ҡолдарың һис кенә лә быны эшләй алмаҫ инек. 8 Беҙ тоғобоҙҙа ҡайтҡан көмөштө лә Ҡынаандан һиңә кире килтерҙек бит! Шулай булғас, хужаңдың көмөшөн йәки алтынын ала булабыҙмы ни беҙ? 9 Әгәр беҙҙең беребеҙҙә урланған әйбер табылһа, әйҙә, ул язаһын алһын, ә беҙ әфәндебеҙҙең ҡолдары булып ҡалайыҡ.

10 — Яҡшы, һеҙ әйткәнсә булһын, — тине баш хеҙмәтсе, — тик урланған әйбер кемдә табылһа, шул ҡол булып ҡалыр, ә ҡалғандар өйҙәренә ҡайтып китер.

11 Туғандар ҡабаланып тоҡтарын ергә төшөрҙө, ауыҙҙарын систе. 12 Хеҙмәтсе уларҙың барыһын да тәртип буйынса — олоһонан кесеһенә тиклем — тикшерҙе: һауыт Бинйәминдә табылды.

13 Ағайҙары ҡайғынан кейемдәрен йыртҡыланы, йөктәрен ишәктәренә кире тейәп, ҡалаға әйләнеп килде.

14 Йәһүҙә менән туғандары килгәндә Йософ өйҙә ине. Уның алдына йөҙ түбән йығылдылар. 15 Йософ былай тине:

— Ниңә быны эшләнегеҙ? Минең кеүек кеше күрәҙәлек итеп тә белә алыр, тип уйламанығыҙмы?

16 — Ни әйтәйек инде, әфәндем? — тине Йәһүҙә. — Ҡаршы әйтерлек тә, аҡланырлыҡ та һүҙебеҙ юҡ, Алла гонаһыбыҙҙы таныта. Ошо көндән башлап, әфәндебеҙ, беҙ һеҙҙең ҡолдарығыҙ — һауыт табылған кеше лә, ҡалғандарыбыҙ ҙа.

17 — Юҡ, — тине Йософ, — мин улай эшләмәйем! Һауыт кемдә табылған, шул кеше минең ҡолом була, ә һеҙ тыныс ҡына атайығыҙ янына ҡайтып китегеҙ.

18 Шунда Йәһүҙә Йософҡа былай тине:

— Әфәндем! Мин ҡолоңа үҙең менән генә һөйләшергә рөхсәт ит. Мин фәҡиреңә асыуланмаһаң ине, әфәндем. Һин фирғәүен менән бер бит!

19 Һин, әфәндем, беҙ ҡолдарыңдан: атайығыҙ бармы, ағай-энеләрегеҙ тағы бармы тип һорағайның. 20 Беҙ һин әфәндебеҙгә: атайыбыҙ бар, тик ул ҡарт инде, уның иң кесе улы бар, тип әйткәйнек. Был уның ҡартайғас ҡына тыуған балаһы ине. Ул бер әсәнән тыуған балаларҙан яңғыҙы ғына иҫән ҡалды, ә ағаһы үлде, тигәйнек. Атайыбыҙ уны ныҡ ярата. 21 Һин беҙ фәҡирҙәреңә иң кесе ҡустыбыҙҙы алып килергә ҡуштың. 22 Беҙ, әфәндебеҙ, һиңә, уға атайыбыҙҙы ҡалдырып китергә ярамай, атайыбыҙ уның менән айырылышыуҙы күтәрә алмаясаҡ, тигәйнек. 23 Ә һин беҙ фәҡирҙәреңә, кесе ҡустығыҙ килмәһә, күҙемә лә күренмәгеҙ, тинең.

24 Беҙ өйгә, атайыбыҙ янына, ҡайтҡас, уға һин әйткән һүҙҙәрҙе еткерҙек, әфәндем. 25 Ә атайыбыҙ беҙгә тағы аҙыраҡ ашлыҡ алып ҡайтырға ҡушҡас, 26 уға: бәләкәй ҡустыбыҙҙан башҡа бармайбыҙ, унан башҡа беҙ уның күҙенә лә күренә алмайбыҙ, тинек. 27Шунан һуң атайыбыҙ, һинең ҡолоң, беҙгә былай тине: «Үҙегеҙ беләһегеҙ: ҡатыным ике ул тапҡайны. 28Береһе юҡ булды. Уға йыртҡыс һөжүм иткәндер, тип уйланым, бүтән мин уны күрмәнем. 29 Хәҙер икенсеһен дә алып китәһегеҙ. Әгәр уның менән бер-бер хәл булып ҡуйһа, мине, сал сәсле ҡартты, ҡайғынан гүргә индерәһегеҙ инде».

30 Хәҙер мин өйгә атайым, һинең ҡолоң янына, уның йәндәй күргән улынан башҡа ҡайта аламмы? 31 Ата йы быҙ уның арабыҙҙа юҡ икәнен күреү менән йән бирәсәк. Һинең ҡолоң, сал сәсле атайыбыҙ, беҙҙең арҡала ҡайғыһынан теге донъяға китәсәк! 32 Мин ҡолоң, атайыма: башым менән яуап бирәм, ҡустымды алып ҡайтмаһам, һинең алда мәңге ғәйепле булырмын, тигәйнем. 33 Зинһар, бында уның урынына ҡолоң мин ҡалайым! Ә ул ағалары менән ҡайтып китһен. 34 Мин унан башҡа өйгә ҡайтып, атайымдың хәсрәткә бат ҡанын күрә алма йым!

Ағаларының Йософто танығаны

Л Ё 1 Йософ сит кешеләр алдында түҙеп тора алмаҫ хәлгә килде.

— Бөтәгеҙ ҙә сығығыҙ! — тип ҡысҡырҙы Йософ. Йософ үҙенең кем икәнен танытҡанда эргәлә бер кем дә юҡ ине. 2 Әммә ул шул тиклем ҡысҡырып иланы, уны Мысыр кешеләре лә ишетте, һүҙ фирғәүен һарайына ла барып етте.

3 — Мин Йософ, — тине ул ағаларына. — Атайым нисек, иҫәнме әле?

Тегеләр иһә, шаҡ ҡатып, бер һүҙ ҙә әйтә алмай торҙо.

4 — Яҡын килегеҙ, — тине Йософ. Ағалары уның янына килде.

— Был мин, Йософ, — тине ул уларға, — һеҙ Мысырға һатҡан ҡустығыҙ. 5 Ләкин бының өсөн үҙегеҙҙе ғазапламағыҙ, өҙгөләнмәгеҙ. Һеҙҙең ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалыр өсөн Алла мине бында Үҙе ебәргән. 6 Аслыҡ башланғанға бына ике йыл инде, әле биш йыл ер һөрөү ҙә, ураҡ урыу ҙа булмаясаҡ. 7Алла мине бында һеҙҙән алда нәҫел-ырыуығыҙ ерҙә һаҡланып ҡалһын — һаҡланып ҡалһын да күбәйһен өсөн — ебәргән.

8 Һеҙ түгел — Алла мине бында ебәргән дә шуны насип иткән: фирғәүендең баш вәзире — уның бөтә мөлкәтенең хужаһы һәм бөтә Мысыр ерендә хөкөм йөрөтөүсе булып киттем мин хәҙер.

9 Тиҙерәк атайым янына ҡайтығыҙ ҙа әйтегеҙ уға: «Улың Йософ шуны мәғлүм ҡыла: Алла мине бөтә Мысырҙың хакимы итте. Һис кисекмәҫтән килеп ет. 10 Һин улдарың, ейәндәрең менән, бөтә көтөүҙәрең, мал-мөлкәтең менән минән алыҫ түгел — Гошен ерендә урынлашырһың. 11 Һин унда бер ниндәй мәхрүмлек күрмәй йәшәрһең, ғаиләң дә, мал-тыуарың да мохтажлыҡ кисермәҫ — сөнки алда биш йыл аслыҡ тора әле».

12 — Күреп тораһығыҙ, — тине Йософ. — Ҡустым Бинйәмин, һин дә күрәһең! Был мин, мин бит һеҙҙең менән һөйләшәм!

13 Мысырҙа минең ниндәй бөйөк һәм шөһрәтле кеше икәнемде атайыма һөйләгеҙ. Нимәләр күргәнегеҙҙе һөйләгеҙ ҙә атайымды тиҙерәк бында килтерегеҙ!

14 Ул ҡустыһы Бинйәминде ҡосаҡлап алды ла илап ебәрҙе, Бинйәмин дә уны ҡосаҡлап иланы. 15Һуңынан Йософ илай-илай башҡа ағайҙарын да ҡосаҡлап үпте, шунан һөйләшеүҙәр башланды.

16 Йософҡа ағайҙары килгән, тигән хәбәр фирғәүен һарайына ла барып ишетелде. Фирғәүен һәм уның янындағы кешеләр был хәбәргә һөйөндө. 17 Фирғәүен Йософҡа былай тине:

— Ағайҙарыңа Ҡынаанға барып, атайыңды һәм үҙҙәренең ғаиләләрен бында килтерергә ҡуш. 18 Мин уларға Мысырҙа иң яҡшы ерҙәрҙе бирермен, илебеҙҙәге муллыҡтың рәхәтен күрһендәр! 19 Уларға Мысырҙан ҡатын-ҡыҙҙар һәм бала-сағалар өсөн көймәле арбалар алып китергә бойор, үҙҙәре менән атайығыҙҙы ла алып килһендәр. 20 Тороп ҡалған мөлкәттәре өсөн ҡайғырып тормаһындар: Мысырҙағы бөтә яҡшы нәмә уларҙыҡы булыр.

21 Исраил улдары шулай эшләне. Йософ, фирғәүен әйткәнсә, уларға көймәле арбалар, юлға аҙыҡ, 22 һәр береһенә өр-яңы кейем, Бинйәмингә өс йөҙ шекел көмөш һәм биш ҡат кейем бирҙе. 23 Атаһына Мысыр ерендәге һәр төрлө ниғмәттән ун ишәккә тейәп оҙатты, тағы ун ишәккә иген, икмәк, юлға башҡа төрлө аҙыҡ-түлек тейәтте.

24 — Барығыҙ, юлда ғауғалашмағыҙ, — тине ул туғандарына хушлашҡанда.

25 Улар Мысырҙан китеп, Ҡынаанға аталары янына ҡайтып етте.

26 — Йософ тере, — тине улар Яҡупҡа, — хәҙер ул бөтә Мысырға идара итә.

Яҡуптың йөрәге туҡтап ҡалғандай булды: быға ышана алманы. 27Ләкин улдары уға Йософтоң әйтеп ебәргән һүҙҙәрен һөйләгәс, үҙен алырға тип Йософ ебәргән көймәле арбаларҙы үҙ күҙҙәре менән күргәс, Исраилдың рухы күтәрелде, 28 былай тине:

— Етте! Улым Йософ иҫән-һау! Үлерҙән алда уны барып күрәйем!

Ағаларының өсөнсө тапҡыр атайҙары менән килгәне

Л 1 Исраил, бөтә мөлкәтен йыйып алып, юлға сыҡты.

Бәғәр-Шәвәгә килеп еткәс, ул атаһы Исхаҡ мәрхүм рухына ҡорбан салды.2Шул төндө ул төшөндәгеләй Алланың тауы шын ишет те:

— Яҡуп, Яҡуп, — тип өндәште уға тауыш.

— Эйе, — тип яуап бирҙе Яҡуп.

3 Алла былай тине:

— Мин Алла, атайың Аллаһымын. Ҡурҡма, бар Мысырға: унда Мин һинән бөйөк халыҡ бар ҡылырмын. 4 Мысырға һеҙҙең менән Мин Үҙем барам, Үҙем үк һеҙҙе унан алып та сығырмын. Йософ күҙҙәреңде үҙ ҡулдары менән йомдорор.

5 Яҡуп Бәғәр-Шәвәнән ҡуҙғалып китте.

Улдары аталары Яҡупты, бала-саға, ҡатын-ҡыҙҙарҙы фирғәүен ебәргән көймәле арбаларға ултыртып алып китте; 6 алдан мал көтөүҙәре, Ҡынаандағы мөлкәттәре тейәлгән арбалар бара ине. Шулай итеп, Яҡуп бөтә нәҫел-ырыуы менән Мысырға күсенде: 7улдарын, ҡыҙҙарын, ейән-ейәнсәрҙәрен — барлыҡ ырыуын Мысырға алып килде ул.

8-15 Бына Исраилдың Мысырға күсеп килгән улдарының исемдәре:

Яҡуп һәм уның улдары.

Рәүвән, баш балаһы, һәм уның улдары: Ханох, Паллу, Хес-рон һәм Карми.

Шимон һәм уның улдары: Иемуел, Ямин, Оһад, Яхин, Сохар һәм Шаул — ҡынандарҙан алған ҡатынының улы.

Леви һәм уның улдары: Гершон, Кеһат һәм Мерари.

Йәһүҙә һәм уның улдары: Эр, Онан, Шела, Перес һәм Зерах.

Эр менән Онан Ҡынаанда саҡта уҡ вафат булды, ә Перестың Хесрон һәм Хамул исемле улдары тыуҙы.

Исасхар һәм уның улдары: Тола, Пуа, Йов һәм Шимрон.

Зевулун һәм уның улдары: Серед, Элон һәм Яхлеел.

Былар — Яҡуптың Лиәнән тыуған балалары: ҡыҙы Динә менән ошо улдары Паддан-Арамда тыуғайны. Улдары һәм ҡыҙҙары менән бөтәһе утыҙ өс кеше.

16-18 Яҡуптың Зилпанан (Лаван уны ҡыҙы Лиәгә хеҙмәтсе итеп биргәйне) тыуған балалары:

Ғад һәм уның улдары: Сифион, Хагги, Шуни, Эсбон, Ери, Ароди, Арели.

Ашер һәм уның улдары: Имна, Ишуа, Ишуи һәм Брия. Уларҙың һеңлеһе Серах. Брия улдары: Хевер һәм Малкиел.

Яҡуп тың Зилпанан тыуған ба ла лары: ун алты кеше.

19-22 Яҡуптың Рәхиләнән тыуған улдары: Йософ һәм уның улдары Менашше менән Эфраим. Улар Мысырҙа Илиополь ҡаһины Потипераның ҡыҙы Аснаттан тыуҙы.

Бинйәмин һәм уның улдары: Бела, Бехер, Ашбел, Гера, Наа-ман, Эхи, Рош, Муппим, Хуппим һәм Ард.

Яҡуп менән Рәхиләнән таралған нәҫел: барлығы ун дүрт кеше.

23-25 Яҡуптың Билһанан (Лаван уны ҡыҙы Рәхиләгә хеҙмәтсе итеп биргәйне) тыуған балалары:

Дан һәм уның улы: Кушим.

Нафтали һәм уның улдары: Яһзеэл, Гуни, Йесер һәм Шил-лем.

Был Яҡуптың Билһанан таралған тоҡомо: бөтәһе ете кеше.

26 Яҡуп менән Мысырға килгән нәҫел-нәсәбе — килендәрен һанамайынса — алтмыш алты кеше ине. 27Йософтоң Мысырҙа улар килгәнсе үк ике улы тыуғайны. Яҡуптың Мысырға күскән бөтә ырыуы етмеш кешенән тора ине.

28 Ә Йәһүҙәне Яҡуп Йософҡа алдан ебәрҙе, ул уларҙы Гошенда ҡаршыларға тейеш ине.

Улар Гошенға килеп етте. 29 Йософ ике тәгәрмәсле еңел арбаһын егергә ҡушты ла Гошенға атаһын ҡаршыларға китте. Бына ул атаһы алдына барып баҫты, ҡосаҡлап алды һәм атаһының ҡосағында тыйыла алмай иланы. 30 Ис ра ил Йо соф ҡа:

— Һине имен-аман күрҙем, инде үлһәм дә үкенмәйем, — тине.

31 Йософ ағаларына һәм барлыҡ туған-ырыуына әйтте:

— Хәҙер фирғәүенгә, минең яныма Ҡынаандан ағайҙарым менән бөтә нәҫел-ырыуым килде, тип хәбәр итергә барам.

32 Улар — мал бағыусылар, һарыҡ көтәләр, үҙҙәре менән ваҡ һәм эре малдарын, бөтә мөлкәттәрен алып килгәндәр, тиәсәкмен.

33 Ә фирғәүен, нимә менән шөғөлләнәһегеҙ, тип һораһа, 34 былай тип яуап бирегеҙ: «Беҙ ҡолдарың, ата-бабаларыбыҙ кеүек, бала саҡтан уҡ мал көтәбеҙ». Шул саҡта һеҙҙе Гошен ерендә ҡалдырырҙар, сөнки һарыҡ көтөүселәрҙе Мысыр кешеләре хәрәмгә һанай.

л гп 1Фирғәүен янына килгәс, Йософ былай тине:

1 / — Ҡынаандан атайым менән ағайҙарым килде, үҙҙәре менән барлыҡ мал-тыуарын, булған мөлкәттәрен алып килгәндәр. Әле улар Гошен ерендә.

2 Йософ фирғәүен янына биш ағаһын алып килгәйне. 3 Фирғәүен:

— Ни менән көн күрәһегеҙ? — тип һораны.

— Беҙ ҡолдарың, ата-бабаларыбыҙ кеүек, һарыҡ көтәбеҙ.

4 Тағы былай тип өҫтәнеләр:

— Беҙ был ергә күсенеп килдек. Беҙгә, һинең ҡолдарыңа, мал көтөргә ер юҡ, сөнки Ҡынаанда хәҙер бик көслө аслыҡ. Беҙ ҡолдарыңа Гошен ерендә төпләнергә рөхсәт итһәң ине.

5 — Һиңә атайың менән ағайҙарың килгән — 6 әйҙә, уларҙы еребеҙҙең иң яҡшы төбәктәренә урынлаштыр: бөтә Мысыр иле һинең алдыңда. Йәшәһендәр Гошен ерендә. Әгәр араларында яраҡлы кешеләр табыла икән, уларҙы минең көтөүҙәремде лә көтөргә ҡуш.

7 Шунан Йософ фирғәүен янына атаһы Яҡупты алып килде. Яҡуп фирғәүенгә фатихаһын бирҙе. 8 Фирғәүен унан:

— Нисә йәш һиңә, аҡһаҡал? — тип һораны.

9 — Йөҙ ҙә утыҙ йыл йәшәнем яҡты донъяла, — тип яуап бирҙе Яҡуп. — Был бик күп түгел, әммә ул йылдар бик ауыр булды. Уларҙы ата-бабаларымдың фани донъялағы ғүмере менән сағыштырырлыҡ түгел.

10 Хушлашҡанда Яҡуп фирғәүенгә фатиха ҡылып сығып китте.

11 Йософ, фирғәүен ҡушҡанса, атаһы менән ағаларын Мысыр-ҙың яҡшы еренә, Рамзес төбәгенә урынлаштырҙы, шунда ер бүлеп бирҙе. 12 Йософ атаһына, ағаларына, барлыҡ туған-ырыуы на, ғаиләләге ба ла лар һа ны на ҡарап, иген өләште.

Мысырҙа аслыҡтың көсәйгәне

13 Бер ерҙә лә иген юҡ ине, аслыҡ көсәйҙе. Мысыр менән Ҡынаан ере лә бөлә барҙы. 14 Халыҡҡа иген һатып, Йософ фирғәүен ҡаҙнаһына Мысыр һәм Ҡынаан ерендәге булған бөтә көмөштө йыйып алды. 15 Мысырҙа ла, Ҡынаанда ла көмөш бөткәс, Мысыр халҡы Йософҡа:

— Иген бир беҙгә! Күҙ алдыңда ятып үләйекме ни? Көмөш юҡ, — тип ялбарҙы.

16 — Көмөшөгөҙ бөтһә, — тине Йософ, — мал килтерегеҙ, игенде малға алыш ты рырмын.

17 Улар көтөү-көтөү малдарын алып килде, Йософ игенде мал-тыуарға — ат, һарыҡ, кәзә, һыйыр, ишәктәргә алмашып бирә башланы. Бер йыл буйы шулай булды. 18 Икенсе йылды йәнә килделәр. Йософҡа:

— Һинән йәшерәһе юҡ, әфәндебеҙ, көмөштәребеҙ ҙә, мал-тыуарыбыҙ ҙа — барыһы ла һиңә күсте, — тинеләр. — Йәнебеҙ менән еребеҙҙән башҡа һиңә бирерлек нәмәбеҙ ҡалманы.

19 Һинең күҙ алдыңда еребеҙ-ниебеҙ менән үлеп ятайыҡмы ни инде? Игенгә алмашҡа үҙебеҙҙе лә, еребеҙҙе лә ал — беҙ еребеҙ менән бергә фирғәүендең ҡолдары булырбыҙ. Тик орлоҡ ҡына бирә күр — үҙе беҙ тере ҡа ла йыҡ та ер буш ят ма һын.

20 Шул рәүешле Йософ Мысырҙағы бөтә ерҙе фирғәүенгә һатып алып бөттө. Мысыр халҡы береһе лә ҡалмай уға ерен һатты — шул тиклем көслө ине аслыҡ. Бөтә ер фирғәүен милкенә күсте, 21 ә Мысыр кешеләренең барыһын да — илдең бер сигенән икенсе сигенә тиклем — Йософ фирғәүендең ҡолдары итте. 22 Йософ бары тик ҡаһиндарҙың ерҙәрен генә һатып ала алманы, сөнки улар фирғәүен ҡарамағында һәм шул иҫәптән туҡ ла на ине, шуға күрә ерҙәрен һатып та торма ны лар.

23 Йософ Мысыр халҡына былай тине:

— Хәҙер инде баҫыуҙарығыҙҙы ла, үҙегеҙҙе лә фирғәүенгә һатып бөткәс, орлоҡ алығыҙ ҙа сәсегеҙ. 24 Ошо көндән башлап уңыштың биштән бер өлөшөн фирғәүенгә бирәсәкһегеҙ, ә биштән дүрт өлөшөн орлоҡҡа һәм үҙегеҙгә, балаларығыҙға, йорттағыларға ашарға ҡалдырасаҡһығыҙ.

25 — Һин беҙҙе үлемдән ҡотҡарҙың! — тине Мысыр кешеләре. — Әфәндебеҙ, һин беҙгә мәрхәмәт күрһәттең. Ошо көндән башлап беҙ — фирғәүендең ҡолдары.

26 Йософ урынлаштырған ҡанун Мысырҙа бөгөн дә һаҡланып килә: фирғәүенгә уңыштың бишенсе өлөшөн бирәләр. Бары тик ҡаһиндарҙың ере генә фирғәүенгә күсмәй ҡала.

Яҡуптың үҙ тоҡомона фатиха биргәне

27 Исраил кешеләре Мысыр иленең Гошен ерендә урынлашты. Улар шунда ер биләп, нәҫел-ырыуҙары артып, күп һанлы халыҡ булып китте.

28 Ун ете йыл йәшәне Яҡуп Мысырҙа, ул барлығы йөҙ ҙә ҡырҡ ете йыл ғүмер һөрҙө. 29 Үлер ваҡыты еткәс, ул Йософто саҡы рып алды ла:

— Мәрхәмәтеңдән ташлама, балам, ҡулыңды минең йән еремә ҡуйып, һорауыңды үтәрмен, онотмам, тип ант ит: Мысырҙа ерләмә мине! — тине. — 30 Теге донъяға киткәс, Мысырҙан алып китеп, ата-баба ларым ятҡан зыяратҡа ҡуй.

— Нимә әйтһәң, шуны эшләрмен, — тип яуап бирҙе Йософ.

31 — Ант ит, — тине Яҡуп.

Йософ ант итте, ә Яҡуп ятҡан көйөнсә генә баш эйҙе.

Л О 1Бер аҙҙан, атаһының ауырығанын ишетеп, Йософ уның янына улдары Менашше менән Эфраимды алып

килде.

2 «Улың Йософ килде», — тинеләр Яҡупҡа.

Яҡуп, барлыҡ көсөн йыйып, түшәгендә тороп ултырҙы ла

3 Йософҡа былай тине:

— Бер ваҡыт Лузда, Ҡынаан ерендә, миңә Ҡөҙрәтлеләрҙән-ҡөҙрәтле Аллабыҙ күренде. Фатихаһын биреп, ул миңә: 4 «Мин һинең нә ҫел-ыры уың ды үр сем ле һәм күп һанлы итәм, һинән бик күп халыҡ тараласаҡ, ә был ерҙе мәңгелеккә һинең нәҫел-ыры уы ңа бирәм», — тип әйтте.

5 — Бына хәҙер, — тине Яҡуп Йософҡа, — мин килгәнгә тиклем Мысырҙа тыуған ике улыңды уллыҡҡа алам. Эфраим менән

Менашше минең өсөн Рәүвән менән Шимон кеүек үк. 6 Ә уларҙан һуң тыуған улдарың иһә — һинеке, әммә улар ҙа оло ағаларының ырыуына ҡарар һәм уларҙың өлөшөнән мираҫ алыр.

7 — Ә минең Рәхиләм, — тип дауам итте Яҡуп, — ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Паддандан ҡайтып килгән саҡта Ҡынаанда, Эфрата-нан алыҫ түгел юлда, вафат булды. Мин уны шунда — Эфрата юлында (хәҙер ул Бейт-Лехем тип атала) ерләнем.

8 Исраил Йософтоң балаларына ҡарап:

— Кемдәр былар? — тип һораны.

9 — Былар минең улдарым, — тине Йософ, — уларҙы Алла миңә ошонда бирҙе.

— Килтер уларҙы минең яныма, — тине Исраил, — уларға фатихамды бирәм.

10 Исраилдың күҙҙәре ҡартлыҡтан томанланғайны инде — ул бер ни ҙә күрмәй ине. Йософ балаларын уның янына алып килде; Ис ра ил уларҙы ҡо саҡ лап үпте лә 11 Йо соф ҡа:

— Һинең үҙеңде күрергә лә өмөтөм юҡ ине, бына Алла миңә балаларыңды ла күрергә насип итте, — тине.

12 Йософ Исраилдың теҙендә ултырған балаларын алды ла уның алдында баш эйҙе.

13 Йософ балаларын Исраил янына килтергәндә, Эфраим уның уң яғында — Исраилдың һул яғында, ә Менашше һул яғында — Исраилдың уң яғында ине. 14 Әммә Исраил уң ҡулын Эфраимдың, ке се һе нең, ба шы на, ә һул ҡулын Ме наш ше ның, өлкәненең, башына һалды, шулай итеп, уның ҡулдары бер-бере һе нең өҫтөнә ятты.

15 Исраил Йософҡа ошондай һүҙҙәр менән фатиха бирҙе:

— Аллам — Һинән айырылманы ата-бабам Ибраһим үә Исхаҡ!

Аллам — Һин бағыусымдыр ошо көнгә тиклем һәм һәр саҡ,

16 Золомдарҙан мине ҡот ҡа рыу сы фәрештәбеҙ

Йәш-елкенсәккә лә фатихалы булһа ине!

Сөнки улар минең тоҡомомдан,

Ата-бабам Ибраһим һәм Исхаҡ тоҡомонан.

48:12 Был йола уллыҡҡа алыуҙы аңлатҡан. Ҡара 30:3 һәм 50:23.

Күп булыр улар нәҫеле ер йөҙөндә.

17 Йософ атаһының уң ҡулын Эфраимға һалғанын күрҙе лә уның ҡулын Эфраимдан алып Менашшеға һалмаҡсы булды.

18 — Улай түгел, атай, — тине Йософ. — Бына баш бала, уң ҡулыңды уға һал.

19 — Беләм, — тип яуап бирҙе Исраил, — беләм мин, улым. Унан да бөйөк халыҡ тараласаҡ. Шулай ҙа кесеһе унан уҙып китер һәм бик күп ырыуҙарға башланғыс һалыр.

20 Ошондай һүҙҙәр менән фатиха бирҙе уларға Исраил:

— Исраилдар һеҙҙән фатихалы булыр,

Бер-беренә фатиха ҡылып, улар әйтер булыр:

«Алла нисек ярҙам итһә Эфраим менән Менашшеға, шундай ярҙам насип булһын һеҙгә лә».

Шулай итеп, ул Эфраимды Менашшенан өҫтөн ҡуйҙы.

21 Шунан Исраил Йософҡа былай тине:

— Мин оҙаҡламай үлермен. Ләкин Алла һеҙҙе ташламаясаҡ, Ул һеҙҙе ата-бабаларыбыҙ еренә кире ҡайтарасаҡ.22Ә мин һиңә таулы ерҙәрҙе, Шехемды, өҫтәп бирәм: һин көслөрәк буласаҡһың. Мин уны әмөриҙәрҙән ҡылыс һәм уҡ менән яулап алғайным.

ЛС\ 1Яҡуп улдарын саҡырып алды:

1 У — Йыйылығыҙ: әйтәм һеҙгә ни көтөрөн киләсәктә.

2 Бергәләшеп тыңлағыҙ, Яҡуптың уландары, —

Тыңлағыҙ әле атағыҙ Исраилды!

3 Рәүвән — минең баш балам, ғәйрәтемдең, ир ҡорона ултырыуымдың тәүге емеше, барыһынан да ул ғорурыраҡ, көс-ҡеүәт — ул үҙе!

4 Ағын һыуҙай тыйылғыһыҙ инең, хәҙер алдын була алмаҫһың, атаң түшәгенә ятып,

ятыр урынымды хәрәм ҡылдың.

5 Шимон менән Леви — бер туғандыр, ҡы лыс тары — рәхимһеҙлек ҡора лы лыр!

6 Уртаҡ түгел улар менән минең уйым, улар ҡорон урап үтә минең юлым.

Асыу ҙа ры килһә, кеше үлтерә улар, күңел асһалар — мал имгәтәләр.

7 Бындай ҡылыҡ ҡәһәр алыр, сөнки асыу ҙа ры үтә рәхимһеҙ, ярһыуҙары иһә самаһыҙ!

Мин уларҙы Яҡуп нәҫеленән айырырмын,

Исраил ҡәүеме араһында таратырмын!

8 Йәһүҙә, ағай-энең данлай, маҡтай һине!

Ҡулың дошмандарҙың елкә сәсендә,

Бар Исраил баш эйер алдыңда.

9 Табышы өҫтөндә дәһшәтле ҡалҡынған йәш арыҫлан ише һин, Йәһүҙә.

Гүйә, ул арыҫлан — ырғыр алдынан ергә һырыҡҡан — Ошо хәлендә кем бар уны борсорға баҙнат иткән?

10 Йәһүҙә ҡулынан ысҡынмаҫ хөкөм таяғы,

Хакимдар тыуҙырыр уның нәҫел-ырыуы.

Әммә килгәс шундай бер зат — ул бәхеткә юлығыр һәм ха лыҡ тар бары уға буй һонор.

11 Уның ишәген бәйләр бау — йөҙөм ботағы булыр, ишәк балаһын бәйләр бау — йөҙөм тәлгәше булыр. Кейемдәрен ул шарапта сайҡатыр,

өҫтөндәге сапанын йөҙөм һутында йыуыр.

12 Шарап тан күҙҙәре янып торор,

Тештәре һөттән аҡ булыр.

13 Ғүмер һөрөр Зевулун диңгеҙ яры буйында.

Алыҫтан килгән караптар туҡтай торған урында.

Сиге иһә булыр Сидон янында.

14 Исасхар ул — көслө ишәк ише, йөктәр араһында ята булыр;

15 тыныслыҡтың яҡшылығын күрә белә, ерҙең матур икәнлеген аңлай белә, йөк күтәрергә ул әҙер — һыртын ҡуя, шуға күрә мәхлүккә әйләнеп ҡуя.

16 Дан халҡы өҫтөнән хөкөм ҡылыр,

ул халыҡ та Исраил ырыуынан булыр.

17 Дан йылан булыр юлда ятҡан,

юлға сығып ятҡан ағыулы йылан.

Аңғармаҫтан сағыр аттың аяғын, һыбай кеше ҡолар ергә тәкмәсләп.

18 (Ҡотҡар, Раббым! Тик һиңә генә ышанам!)

19 Кеше талаусылар Ғадтың юлын баҫыр, уларҙы таларға тип арттарынан ул да осор.

20 Ашерҙың ризығы мул булыр, бат ша лар унан һый ла ныр.

21 Матур-матур балалар тыуҙыра ҡоралай,

Наф та ли, — гүйә, шул ирек ле ҡо ра лай.

22 Йософтоң булмышы — емешле йөҙөмдөр, һыу буйында йәйрәп үҫкән емешле ағастыр.

Тирә-яҡты сырмап үҫкән шул ағас ботағылыр.

23 Уға һөжүм иткән, хаслыҡ ҡылған,

уға ҡаршы һуғышҡандар — оҫта уҡсылар ине.

24 Әммә уның кереше булды һәр саҡ тартыулы, сөнки уның ҡул көсөнөң сығанағы —

Ҡаты ҡуллы Яҡуп Аллаһы,

Ҡур са лау сы быҙ исеме, Исраилдың Таш ҡаяһы.

25 Ул атабыҙ Аллаһы, Ул ярҙамын бирер,

Ул Ҡөҙрәтле, Ул фатиха бирер.

Ул фатиха яуыр асмандан,

Ул фатиха ҡалҡыр упҡындан һәм дә имсәк менән ҡарындан,

26 фатиха ҡылыр сәскә һәм башаҡ, сал тауҙар ҙа фатиха ҡыласаҡ,

мәңге ятҡан ҡалҡыулыҡтар байлығын йомарт бирер, һәм быларҙың барыһы ла Йософ өлөшөнә төшөр, ағай-эне араһынан Йософ тәҡдиренә яҙылыр.

27 Бинйәмин — йыртҡыс бүре кеүек, һәр саҡ һуғышыр ҙа йөрөр, иртән ҡор ба нын кимерһә, кисен өҙгөләр та бы шын.

28 Бына шундай Исраилдың ун ике ырыуы — аталары уларға фатихаһын ҡылды. Һәр ырыуға айырым фатиха бирелде.

Яҡуптың вафаты

29 Яҡуп улдарына былай тине:

— Оҙаҡламай мин теге донъяға китермен. Мине ата-бабаларым янына, хет Эфрон баҫыуындағы мәмерйәлә ерләгеҙ. 30 Был мәмерйә Ҡынаан ерендә, Мамре янында, Махпела баҫыуында булыр, ә ул баҫыуҙы ҡартатайым Ибраһим хет Эфрондан зыярат урыны итеп һатып алған. 31 Ҡартатайым Ибраһим менән өләсәйем Сара ла, Ғаяз менән Рабиға ла шунда ерләнгән, мин Лиәне лә шунда күмдем. 32 Баҫыу ҙа, ундағы мәмерйә лә хеттарҙан һатып алынған.

33 Улдарына ошо васыяттарын әйтеп, Яҡуп түшәгенә ятты ла йән бирҙе, әхирәткә күсте.

1 Йософ атаһының кәүҙәһе өҫтөнә йығылды, илай-илай, ^ V/ мәрхүмде үпте. 2 Хеҙмәтсе табиптарына ул мәйетте бәлзәмләргә әмер бирҙе, Мысыр кешеләре, мәйетте күммәйенсә, етмеш көн иланылар. 3 Табиптар, ғәҙәттәгесә, мәйетте ҡырҡ көн буйына бәлзәмләне, ә мысырҙар мәрхүм хаҡына етмеш көн иланы. 4 Матәм ваҡыты үткәс, Йософ фирғәүен янындағы кешеләргә:

— Зинһар өсөн, фирғәүенгә әйтегеҙ әле, 5 атайым минән ант иттергәйне: мин үлгәс, Ҡынаанда, үҙем алдан әҙерләп ҡуйған ҡәбергә күмегеҙ, тигәйне. Мин атайымды алып барып ерләргә рөхсәт итеүен һорайым — һуңынан ҡайтырмын, — тип мөрәжәғәт итте.

6 Фирғәүен рөхсәт бирҙе.

— Бар, атайыңды ҡуйып ҡайт. Антыңды үтә, — тине ул.

7 Йософ атаһын ерләргә тип юлға сыҡты, уның менән бергә фирғәүендең барлыҡ түрәләре, бөтә һанаттары, Мысыр иленең аҡһаҡалдары, 8 Йософтоң бар ғаиләһе, ағай-энеләре һәм нәҫел-ырыуы китте. Гошен ерендә бала-саға менән мал-тыуар ғына ҡалды. 9 Уны ике тәгәрмәсле еңел арбалар, һыбайлылар һәм бик күп халыҡ оҙата барҙы.

10 Иордан аръяғындағы Горен Атадҡа барып еткәс, улар күмәкләшеп ҡысҡырып илай башланы — Йософтоң атаһы өсөн тағы ете көн иланы улар. 11 Ҡынаанда йәшәгән кешеләр, Горен Атадтағы матәмде күреп:

— Ҡара, нисек үкһеп илай был мысырҙар! — тиеште.

Шуға ла Иордан аръяғындағы был урын «Мысырҙар илаған»

тип атала.

12 Уландары аталарының ихтыярын үтәне:13уның мәйетен Ҡынаанға алып ҡайтып, Махпела баҫыуындағы мәмерйәлә ерләнеләр. Был мәмерйәне Ибраһим хет Эфрондан зыярат урыны итеп һатып алғайны — Мамренан алыҫ түгел ул. 14 Ерләгәндән һуң, Йософ, уның ағай-энеһе, улар менән барған бөтә кешеләр Мысырға ҡайтты.

Йософтоң ағалары менән ярашҡаны

15 Аталары үлгәс, Йософтоң ағалары уйға ҡалды: «Әгәр Йософ беҙгә элеккесә асыу һаҡлап, беҙҙән күргән яуызлыҡ өсөн үс алырға теләһә, ни эшләрбеҙ?» 16 Улар Йософҡа кеше аша ошо һүҙҙәрҙе еткерҙе:

17 — Үлер алдынан атайыбыҙ һиңә былай тип әйтергә васыят итте: «Һинән шуны һорайым: ағайҙарыңдың гонаын, ғәйептәрен — һиңә күрһәткән яуызлыҡтарын ярлыҡа». Ғәфү ит беҙҙе, беҙ ҙә бит бер ата-баба ның Ал ла һы ҡо ло боҙ!

Йософ был һүҙҙәрҙе илай-илай тыңланы.

18 Ағай-энеләре килеп, уның алдында ергә ҡапланды:

— Ошо көндән башлап беҙ һинең ҡолдарың! — тинеләр.

19 — Ҡурҡмағыҙ, — тип яуап бирҙе Йософ. — Һеҙҙе хөкөм итергә мин Ал ла мы ни? 20 Һеҙ миңә ҡаршы уйлаған золом Алланың ихтыяры менән яҡшылыҡҡа әүерелде: шул арҡала күпме кеше ҡотҡарылды! 21 Ҡурҡмағыҙ. Мин һеҙҙе һәм балаларығыҙҙы ҡайғыртасаҡмын.

Ошо һүҙҙәр ағай-энене тынысландырҙы, күңелдәре рәхмәт тойғоһо менән тулды.

22 Йософ бөтә нәҫел-ырыуы менән Мысырҙа төпләнде. Ул йөҙ ҙә ун йыл йәшәне; 23 уға бүләләрен — Эфраимдың ейәндәрен күрергә, Менашшеның улы Махирҙың яңы тыуған балаларын теҙенә алырға насип булды.

24 — Оҙаҡламай мин үлермен, — тине Йософ ағай-энеләренә. — Ләкин бер көн килер: Алла һеҙгә илтифат ҡылыр һәм һеҙҙе бынан Үҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып китер.

25 Йософ Исраил халҡынан ант иттерҙе: Алла һеҙгә илтифатын һалып, Мысырҙан сыҡҡанда, минең һөйәктәремде лә алып китегеҙ, тине ул.

26 Йософ йөҙ ҙә ун йәштә вафат булды. Уның мәйетен бәлзәмләп, Мысырҙа табутҡа һалдылар.

Ҡушымталар Һуңғы ьүҙ

+

һүҙлек

+

Карталар

Библия, йәғни Изге Яҙма, төрлө ваҡытта, төрлө урында, төрлө кешеләр тарафынан яҙылған китаптар йыйылмаһынан тора. Ул Иҫке һәм Яңы Ғәһедкә бүленә. Иҫке Ғәһед китаптары — Ғайса пәйғәмбәргә тиклемге замандар, ә Яңы Ғәһед Ғайса пәйғәмбәр һәм уның шәкерттәре тураһында һөйләй. Яңы Ғәһед — боронғо грек телендә, Иҫке Ғәһед китаптары боронғо йәһүд, арамей һәм боронғо грек телдәрендә яҙылған. Иҫке Ғәһед өс өлөштән тора: Ҡанундар, Пәйғәмбәрҙәр, Яҙмалар. Уның тәүге биш китабын Ҡанундар йәки Мусаның биш китабы тәшкил итә. «Башланмыш» — Муса китаптарының тәүгеһе. Һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим ителгән тәржемә ВШНа НеЪгака ЗШИдаг^еп^а1 баҫмаһы буйынса башҡарылды. Бөгөнгө көндә ул — масорет2 текстарының иң абруйлы баҫмаһы.

Тәржемәселәр баштан уҡ башҡортсаға ауҙарылған текста башҡа сығанаҡтар, мәҫәлән, боронғораҡ ҡулъяҙмаларға таяныуына ҡарамаҫтан, Септуагинта — Мусаның биш китабының грексаға тәржемәһе, тәҡдим иткән варианттарҙы күрһәтмәҫкә ҡарар итте. Шулай итеп, беҙ төрлө сығанаҡтарҙан йыйылған фәнни тупланмалар һәм тәржемәселәрҙең фараздары емешен түгел, ысын тексты нисек бар, шулай килеш күрһәтер өсөн, Иҫке Ғәһедте урыҫ теленә тәржемә итеү традицияларынан3 баш тарттыҡ.

Изге Яҙманың башҡорт теленә тәүге тәржемәләре XIX быуат аҙағы — XX быуат баштарында барлыҡҡа килгән һәм Яңы Ғәһед китаптары менән Иҫке Ғәһедтең һайланма урындары нәшер ителгән. 1917 йылғы революциянан һуң Изге Яҙманы башҡортсаға әйләндереү эше туҡтап ҡалған. Оҙаҡ йылдар буйы башҡорт уҡыусылары донъя мәҙәниәтенең хазинаһы булған Изге Яҙма китаптарын үҙ телендә уҡыуҙан мәхрүм булды. Үткән быуат дауамында Библияны өйрәнеү фәне бик ныҡ алға китте, филологтар һәм дин белгестәре, телселәр һәм тарихсылар, археологтар етди тикшеренеү эштәре алып бара.

2002 йылдан Рәсәй Библия йәмғиәтендә Иҫке Ғәһед китаптарын башҡортсаға тәржемә итеү башланды. Изге Яҙма китаптары башҡортсаға тәүләп аралашсы телдәр — урыҫ, грек, төрөк телдәре ҡатнашлығынан тыш, туранан-тура төп нөсхәнән — боронғо йәһүд теленән — ауҙарыла. Бының өсөн тәржемәселәр Рәсәй Библия йәмғиәте ойошторған махсус курстарҙа уҡыны, унда боронғо йәһүд телен, боронғо Яҡын Көнсығыш тарихын, тәржемә теорияһын өйрәнде. Тәржемә барышына библеистика, дин фәне, лингвистика өлкәһендәге Рәсәй һәм сит илдәр белгестәре етәкселек итә.

Тәржемәселәр алдына бик ҡатмарлы бурыс ҡуйылды: Иҫке Ғәһед китаптарын хәҙерге әҙәби башҡорт теленә тәржемә итергә, боронғо текстың динамикаһын мөмкин тиклем тулы һаҡларға, башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе ҡулланмаҫҡа тырышырға, тәржемәне архаизмдар менән сүпләмәҫкә һәм уның башҡорт уҡыусыһына аңлайышлы булыуына өлгәшергә. Бынан тыш тәржемә ниндәй ҙә булһа тышҡы дини йоғонтонан азат булырға һәм мәғәнәүи йәһәттән төп нөсхәгә ҡәтғи тап килергә тейеш.

Шуның өсөн тәржемә проектына дини ҡараштары һәм инаныу-ҙары буйынса төрлө диндәр вәкилдәре йәлеп ителде. Уларҙың һәммәһен дә бер теләк берләштерә: ябай һәм матур тәржемә яһау.

«Башланмыш» китабының башҡортса исеме — уның төп йөкмәткеһен бер һүҙҙә сағылдырырға тырышыу. Был китап төрлө телдәрҙә һәм мәҙәниәттәрҙә төрлөсә йөрөтөлә: боронғо йәһүд телендә ул китаптағы иң беренсе һүҙ буйынса «Берешит», йәғни «Башта» тип аталған, гректар иһә «Генезис» — «барлыҡҡа килеү» тип исемләгән.

«Башланмыш» — Библиялағы иң матур һәм таң ҡалдырғыс, шул уҡ ваҡытта иң ҡатмарлы китаптарҙың береһе. Тәржемәселәрҙең тырышлығына ҡарамаҫтан, уҡыусы ҡайһы ваҡыт ҡапма-ҡаршылыҡ, сәйер ҡабатлау булып күренгән урындарға осрар. Был бер ҙә ғәжәп түгел. Беренсенән, «Башланмыш» китабы — бөтөнләй башҡа жанр ҡанундарына һәм стиль талаптарына таянған боронғо шәреҡ әҙәбиәте әҫәре. Миҫал өсөн, тамырҙаш һүҙҙәрҙе күп ҡулланыу, ҡабатлауҙар бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда етешһеҙлек булып тойолһа, ул заманда, киреһенсә, үҙенә күрә бер биҙәк һаналған.

Икенсенән, «Башланмыш»ҡа бик күп метафоралар, кинәйәләр, мәҡәл һәм әйтемдәр ингән һәм ул мәликтәрҙең юғарылағы, әҙәмдәрҙең урталыҡтағы, үлеләрҙең ҡараңғы донъяһынан ғибәрәт булған ғәжәйеп үҙенсәлекле донъяны һүрәтләй. Ниһайәт, ул әхлаҡ, никах, дуҫлыҡ, ғаилә тураһында бөтөнләй башҡаса төшөнсәләр бирә. Шул сәбәпле беҙ тәржемәгә ҙур булмаған һүҙлек ҡуштыҡ, унда боронғо йәһүдтәрҙең көнкүрешендәге һәм донъяға ҡарашындағы ҡайһы бер үҙенсәлектәрҙе аңлатырға тырыштыҡ.

Өсөнсөнән, уның структураһы ҡатмарлы, сөнки төрлө әҙәби жанрҙарға ҡараған өлөштәрҙән тора. Күптән булып үткән ваҡиғалар хаҡында һөйләгән «Башланмыш»тың нигеҙендә беҙгә билдәле булмаған «мөхәррир» тарафынан йыйылған һәм бер китапҡа тупланған яҙма һәм ауыҙ-тел ижадына ҡараған төрлө сығанаҡтар ята булһа кәрәк. Боронғо йәһүд тексы мең ярымдан ашыу үҙенсәлекле өлөштән * *** тора. Урта быуаттарҙа улар илле киҫәккә бүленгән. Әммә, бүленеш һәр урында ла уңышлы килеп сыҡҡан, тип булмай. Ә китап үҙе һуңғы тапҡыр беҙҙең эраға тиклемге IV быуатта Ғөзәйер пәйғәмбәр заманында мөхәррирләнгән булһа кәрәк.

Шулай ҙа «Башланмыш»ҡа төрлө тарих һәм хикәйәттәрҙең боронғо тупланмаһы тип кенә ҡарарға ярамай. Китап биттәрендәге күп ҡырлылыҡ һәм әҙәби формалар төрлөлөгө осраҡлы түгел.

Иң элек беҙ унда һүрәтләү барышына тамыҙылған шиғри юлдар менән йыш осрашабыҙ. Боронғо йәһүд шиғриәтенә рифма һәм үлсәм ҡанундары хас булмағанға күрә, улар яратылыу тураһында хикәйәләүҙә сит биҙәктәр итеп ҡабул ителмәй. Шиғриәт параллелизмдарға нигеҙләнгән, уларҙы беҙ һеҙгә шиғырҙарға ритм һәм рифма өҫтәп тормайынса еткерәбеҙ. Ғәҙәттә, шиғри юлдар телмәрҙе матурлау түгел, ә тыңлаусының (китап ҡысҡырып уҡылыр булған) иғтибарын иң мөһим урындарға йәлеп итеү өсөн ҡулланылған.

Артабан беҙ был китапта жанрҙар төрлөлөгө менән осрашабыҙ.

Ҡәҙимге һүрәтләү, шәжәрәләр, каталогтар, фатиха һәм ҡәһәрләү, килешеү протоколдары, мифик хикәйәттәр, ҡанун акттары — һәммәһе бар унда. Бындай төрлөлөк хәҙерге заман уҡыусыһы өсөн сәйер күренә, әлбиттә, сөнки ул шиғырҙы — шиғри йыйынтыҡтарҙа, шәжәрәләрҙе — тарих китаптарында, ҡанундарҙы шулай уҡ тейешле баҫмаларҙа күреп өйрәнгән. Әммә боронғо йәһүдтәрҙә ҡанундың ҡайҙан, ни өсөн килеп сыҡҡанын, ни өсөн уны үтәргә кәрәклеген аңлатмайынса ҡанун хаҡында һөйләү башҡа һыймаҫ эш һаналған. Улар һандар аша ғына тарих һөйләүҙе лә ҡабул итмәгән. Боронғо хронология — ул килешеүҙәр һәм тәүбабалар хронологияһы. Кеше тарихи ваҡиғаны тик билдәле бер тәүбаба, беренсе йәки икенсе килешеү дәүере менән бәйләгәндә генә ҡабул итер булған.

Китап донъя яратылғандан алып Яҡуп менән Рәхиләнең улы Йософтоң вафатына тиклемге арауыҡта булған ваҡиғаларҙы бәйән итә. Ул төп өс өлөштән тора: беренсеһендә — донъяны бар ҡылыу һәм дөйөм кешелек тарихының башы (1-11), икенсеһе Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп һәм уларҙың ғаиләләренә бағышланған (12-36), һуңғы өлөшөндә Йософ менән ағалары хаҡында хикәйәләнә.

Яратылмыш тарихы тәүге ике бүлектә үҙе бар ҡылған донъя сиктәренән тышта торған берҙән-бер Алла хаҡында һөйләй. Илаһи ихтыяр менән яратылғанға күрә, донъя шул ихтыярға ярашлы ғына йәшәй ала. Донъя осраҡлы ғына яратылмаған, ул — Алланың аңлы һәм ныҡ уйланылған ҡарарының һөҙөмтәһе. Кешене Алла рәүешендә һәм Аллаға оҡшатып бар ҡылыу яратылмыштың кульминацияһы булып тора. Әммә тупраҡтан яратылыуы кешенең илаһи сифаттарын бик сикләй. Күп илаһтарға табыныуҙан баш тартыуҙы китапта яуызлыҡ төшөнсәһен аңлау һәм һүрәтләүҙән дә күрергә мөмкин. Яратылмыштың яҡшы булыуы «Башланмыш»та даими рәүештә һыҙыҡ өҫтөнә алына. Был фекер «донъя үҙенең асылы менән боҙоҡ» тигән мәжүсиҙәрсә ҡарашҡа ҡырҡа ҡаршы килә. Эденда ҡылынған тәүге гонаһ тураһындағы хикәйәнән яуызлыҡ кешенең азат һәм буйһонмаҫ ихтыяры арҡаһында килеп сыҡҡанын күрәбеҙ. Тимәк, ул тәбиғи ҙә, ғәҙәттән тыш нәмә лә түгел, ә әхлаҡи күренеш. Мохтажлыҡ, бәлә-ҡазалар Алла яратҡан донъяның етешһеҙлегенән түгел, кешенең Алла ихтыярына буйһонмауынан килеп сыға. Ҡабилды ҡустыһын үлтергән өсөн язалау, аҙғын халыҡты һәләк иткән туфан һыуҙары, гонаһҡа батҡан Содом менән Аморра — барыһы ла илаһи тәртип барлығын һәм уны боҙған хәлдә кешенең мотлаҡ рәүештә яуапҡа тарттырыласағын күҙ уңында тота.

Кешелектең бер тамырҙан таралыуы тураһындағы фекер Алланың тәүге ҡушаға — Әҙәм менән Һауаны яратыуына арналған бүлектә бик матур тасуирлана. «Башланмыш»тағы оҙон шәжәрәләр иһә кешелектең үҫешен һүрәтләй. Китап тотош кешелекте бер ғаилә итеп күрһәтә: 10-сы бүлектә бының сағыу миҫалы — халыҡтар исемлеге бирелгән. Уға ярашлы донъялағы бөтә халыҡтар — Нухтың туфандан ҡотолған өс улының балалары.

Нухтың улы Шем икеләтә фатихалы (9:26) — уның нәҫел ебен Библия Алла тарафынан яңы халыҡтарҙың атаһы итеп һайлап алынған Ибраһим тыуғанға тиклем юллай. Ибраһимдың тәүге улы Исмәғил Алла фатихаһы менән бөйөк ғәрәп халҡының атаһы була. Исхаҡтан Исраил халҡы тарала. Яҡуптың илаһи фатиха алыуы тәүбабалар осороноң һуңғы өлөшөн билдәләй, һәм кешелектең ҡотҡарылыу тарихы башлана.

Алла менән кеше араһындағы мөнәсәбәттәрҙең ни рәү ешле һүрәтләнеүе «Башланмыш» китабының иң ғәжәйеп үҙенсәлектәренең береһе булып тора. Был мөнәсәбәттәрҙең нигеҙендә Алланың бәрәкәте булған ки ле шеү ята.

Килешеү тәүге тапҡыр Нух тураһында һөйләгәндә (9:8-17) иҫкә алына. Ибраһимдан башлап «Башланмыш»та килешеү темаһы иң мөһим урынды биләй. Ә китап, үҙ сиратында, бөтә Изге Яҙмаға инеш булып тора. Тәүбабаларға иҫәпһеҙ-һанһыҙ тоҡом һәм улар йәшәйәсәк ер нәҙер ителә. Ибраһим Ҡынаанды мираҫ итеп аласаҡ бөйөк халыҡҡа нигеҙ һала (12:1-3; 13:15-17). Исхаҡ (26:3-4) менән Яҡупҡа ла шундай уҡ вәғәҙә бирелә (35:11-12). «Башланмыш»та килешеү — Алла үҙ теләге менән йөкләмә итеп алған бер яҡлы күренеш. Уның тантаналы һәм үҙгәрешһеҙ булыуы хайран ҡалдырғыс йола менән нығытып ҡуйыла (15).

«Башланмыш» китабының һуңғы өлөшө Алланың хәүеф-һынауҙар, хыянаттар һәм ҡайғылар аша, осраған ҡаршылыҡ һәм яуызлыҡтарға ҡарамаҫтан, кешене гелән яҡшылыҡҡа етәкләп алып сығыуына бағышланған. Ағалары Йософто мәкерле рәүештә ҡоллоҡҡа һатып ебәрһәләр ҙә, Алла уларҙың яуыз ғәмәлен яҡшылыҡҡа әйләндерә: йотлоҡ йылдарында Йософто Мысырҙың һәм ғаиләһенең ҡотҡарыусыһы итеп, Алла рәхмәтенең һәм илаһи ихтыярҙың ахыр сиктә бөтә яуыз көстәрҙе еңеп сығыуын иҫбатлай.