БАШЛАНМЫШ (Книга Бытия на башкирском языке)
По главам
Aa
На страничку книги
БАШЛАНМЫШ (Книга Бытия на башкирском языке)
БАШЛАНМЫШ (Книга Бытия на башкирском языке)

БАШЛАНМЫШ (Книга Бытия на башкирском языке)

Российское библейское общество

Иҫке Гәьед

БАШЛАНМЫШ

**

Рәсәй Библия йәмғиәте Санкт-Петербург 2010

«Библияның Рәсәй халыҡтары телдәренә тәржемәләре»

серияһы

15БЫ 978-5-85524-325-3

© Перевод, глоссарий, карты и оформление, Российское Библейское Общество, 2009.

Хөрмәтле уҡыусы!


Һеҙҙең иғтибарығыҙға Библияның тәүге китабы «Баш-ланмыш»тың тәржемәһен тәҡдим итәбеҙ. 77 китаптан торған Библия донъя әҙәбиәтенең һәм дини мәҙәниәттең иң күренекле ҡомартҡыларының береһе иҫәпләнә. Шуға күрә уны хатта «Китаптарҙың китабы» тип йөрөтәләр.

«Башланмыш»тың башҡортсаға тәржемәһе Рәсәй Библия йәмғиәте тарафынан әҙерләнде. Библия китаптарын төп нөсхәнән тәржемә итеү өсөн башҡорт әҙәбиәтселәре ике йыл буйы Санкт-Петербург ҡалаһында тәржемә оҫталығын һәм боронғо йәһүд телен өйрәнде. Биш йыл эсендә Библияның 20 китабының тәүге ҡараламалары әҙер булды. Был эштә, тәржемәселәрҙән башҡа, тәфсир һәм филология буйынса мөхәррирҙәр ҡатнашты. Тәфсирҙәрҙең теүәллегенә Берләшкән Библия йәмғиәттәренең тәржемә буйынса консультанты етәкселек итә, проектҡа дөйөм етәкселекте иһә Рәсәй Библия йәмғиәтенең Санкт-Петербург бүлексәһе атҡара.

Башҡорт йәмәғәтселеген ошо белгестәрҙең эш һөҙөмтәләре менән таныштырыу маҡсатында Рәсәй Библия йәмғиәте иң тәүҙә «Башланмыш» китабын айырым ғына нәшер итергә булды. Әҙәбиәтсе ғалимдарҙың, яҙыусыларҙың, төрлө диндәр вәкилдәренең эшебеҙ хаҡындағы фекерен ишетергә теләр инек. Беҙ уларҙы ентекләп өйрәнәсәкбеҙ һәм артабан иҫәпкә аласаҡбыҙ.

Уҡыусыларға уңайлы булһын өсөн беҙ тексты бүлеп, атамалар ҡуйҙыҡ, ә китаптың аҙағында өҫтәлмә материалдар тәҡдим ителә. Баҫмаға боронғо Яҡын Көнсығыштың һәм Боронғо Ҡынаандың карталары, иң ҡатмарлы һүҙҙәрҙең аңлатмаларын үҙ эсенә алған һүҙлек индерелде. Шулай уҡ «Башланмыш» китабының төп темалары һәм бүлектәре хаҡында бәйән иткән Һуңғы һүҙ урынлаштырылды.

Уҡыусыларҙан фекер һәм тәҡдимдәрҙе түбәндәге адрес буйынса ебәреүҙәрен һорайбыҙ:

191014, Санкт-Петербург,

а/я 127, Санкт-Петербургское отделение

Российского Библейского Обшества.

Гөлсирә Ғиззәтуллина, яуаплы мөхәррир

Башланмыш

Беренсе бүлек Донъяның башланғаны Яратылмыш

I1Иң элек Алла күк менән ерҙе яратты.

2Әле рәүеше лә булмаған ер буп-буш, ә ҡараңғыға сумған икһеҙ-сикһеҙ даръя һыуҙары өҫтөндә Алланың ҡеүәтле рухы һиҙелә ине.

3Әйтте Алла: «Яҡтылыҡ булһын». Яҡтылыҡ булды.4Алла яҡтылыҡты күрҙе, уның яҡшы икәнен күрҙе һәм уны ҡараңғылыҡтан айырҙы.5Алла яҡтылыҡты көн, ә ҡараңғылыҡты төн тип атаны. Кис булды, таң атты — беренсе көн булды.

6Алла: «Донъя һыуҙарын икегә айырып торған көмбәҙ хасил булһын, һыуҙарҙы бер-береһенән айырһын», — тине.7Шулай булды. Алла көмбәҙҙе бар ҡылды, көмбәҙ аҫтындағы һыуҙы көмбәҙ өҫтөндәге һыуҙан айырҙы.8Алла көмбәҙгә күк тип исем бирҙе. Кис булды, таң атты — икенсе көн булды.

9Әйтте Алла: «Күк аҫтындағы һыу бер урынға йыйылһын да ҡоро тупраҡ күренһен». Шулай булды.10Алла ҡоро урынға ер тип исем бирҙе, ә йыйылған һыуҙарҙы диңгеҙ тип атаны. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе.11Әйтте Алла: «Ерҙән үҫемлектәр — орлоҡ таратыусы үләндәр һәм емеш биреүсе төрлө-төрлө ағастар

1:1-3 Был урынды түбәндәгесә лә уҡырға мөмкин: «Донъя барлыҡҡа килгәнгә тиклем, бушлыҡ өҫтөндә ҡараңғылыҡ ятҡанда, Алла Рухы һыуҙар өҫтөндә талпынды һәм Алла, яҡтылыҡ булһын, тип күк менән ерҙе бар ҡыла башланы, һәм яҡтылыҡ булды».

үҫеп сыҡһын, емешендәге орлоҡтар ергә сәселһен». Шулай булды.12Ер үҫемлектәр — орлоҡ биреүсе һәр төрлө үләндәр һәм емеше эсендә орлоғо булған төрлө-төрлө ағастар үҫтерҙе. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе.13Кис булды, таң атты — өсөнсө көн булды.

14Әйтте Алла: «Көндө төндән айырыу, йыл миҙгелдәрен, көндәрҙе һәм йылдарҙы сикләү, байрамдарҙы билдәләү өсөн күк йөҙөндә яҡтыртҡыстар булһын.15Улар күк йөҙөнән нур һибеп, ер өҫтөн яҡтыртып торһон». Шулай булды.16Алла ҙурырағы көн, бәләкәйерәге төн менән идара итһен өсөн ике ҙур яҡтыртҡысты һәм йондоҙҙарҙы яратты.17-18Ер йөҙөн яҡтыртһын, көн менән төнгә идара итһен һәм яҡтыны ҡараңғылыҡтан айырһындар өсөн Алла уларҙы күк йөҙөнә урынлаштырҙы. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе.19Кис булды, таң атты — дүртенсе көн булды.

20Алла әйтте: «Һыу тере йән эйәләре менән тулһын, ә ер өҫтөндә, күк көмбәҙе аҫтында, ҡоштар осоп йөрөһөн».21Алла ғәләмәт ҙур диңгеҙ балыҡтарын һәм һыуҙа ҡайнап-мыжғып торған һәр төрлө йән эйәләрен, төрлө-төрлө ҡанатлы ҡоштарҙы бар ҡылды. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе.22Уларға фатихаһын биреп, әйтте: «Үрсегеҙ, артығыҙ, диңгеҙ һыуҙарында тулып-мыжғып тороғоҙ; күп булһын ҡош-ҡорт ер йөҙөндә».23Кис булды, таң атты — бишенсе көн булды.

24Әйтте Алла: «Ерҙә һәр төрлө йән эйәләре — мал-тыуар, ваҡ йәнлектәр, күп төрлө кейек-януарҙар барлыҡҡа килһен». Шулай булды.25Алла төрлө-төрлө кейек-януарҙар, мал-тыуар һәм ер өҫтөндә мыжғып йөрөгән һәр төрлө һөйрәлеүсе йәнлектәрҙе хасил итте. Алла бының яҡшы икәнен күрҙе.

26Әйтте Алла: «Кешене бар ҡылайыҡ — Үҙебеҙ рәүешле итеп һәм Үҙебеҙгә оҡшатып. Ул диңгеҙҙәрҙәге балыҡтарға, һауалағы ҡоштарға, мал-тыуарға, бөтә ер йөҙөнә, ер өҫтөндәге барлыҡ тереклеккә хаким булһын».

27Алла кешене яратты, Үҙ рәүешенә, Аллаға, оҡшатып яратты — ир менән ҡатынды бар ҡылды.

28Алла, уларға фатиха ҡылып, әйтте: «Үрсегеҙ, күбәйегеҙ, ер өҫтөндә таралығыҙ һәм уға хужа булығыҙ. Диңгеҙҙәрҙәге балыҡтар, һауалағы ҡоштар һәм ерҙәге бөтә йәнлектәр өҫтөнән хакимлыҡ итегеҙ».29Тағы ла былай тине Алла: «Бына Мин һеҙгә орлоҡ таратыусы бөтә үҫемлектәрҙе, орлоҡло төрлө-төрлө емеш ағастарын бирәм. Улар һеҙгә ризыҡ булыр.30Ә кейектәргә, ҡош-ҡортҡа һәм ерҙәге бөтә йәнлектәргә — эсендә йәне булған бөтә нәмәгә — аҙыҡ итеп йәшел үлән бирәм». Шулай булды.

31Алла Үҙе бар ҡылған донъяны байҡаны — ул бик яҡшы ине. Кис булды, таң атты — алтынсы көн булды.

21Бөтә донъя, ундағы тәртип бына шулай барлыҡҡа килде.

2Етенсе көнгә Алла донъя яратыуҙы тамам ҡылды.

Ял итте Алла етенсе көндә.

Донъя яратыуҙы тамам ҡылды Ул.

3Фатиха ҡылды Алла етенсе көнгә һәм дә изге итте уны,

сөнки был көндә Ул ял итте:

донъяны яратыу һәм бар итеүҙе тамам ҡылды.

4Күк һәм ер — улар барлыҡҡа килгән дәүерҙәр хаҡындағы хикәйәт бына ошо.

Йәннәт


Раббы ер менән күкте яратҡан саҡта5ерҙә бер генә ҡыуаҡлыҡ та, бер генә үлән дә юҡ ине. Сөнки Раббы ергә ямғыр яуҙырмағайны әле. Тупраҡты эшкәртергә кеше лә юҡ ине.6Ерҙе тик ер аҫтынан сыҡҡан һыу ғына һуғарҙы.7Раббы кешене ерҙәге тупраҡтан әүәләне, танауы аша йән өрҙө. Шулай итеп, кеше тере йән эйәһенә әүерелде.

8Эденда, көнсығышта, Раббы йәннәт баҡсаһын бар ҡылды. Үҙе яратҡан кешене шунда урынлаштырҙы.9Раббы йәннәттә тәмле емеш биргән төрлө-төрлө матур ағастар үҫтерҙе, ә баҡса уртаһында мәңгелек ғүмер ағасы һәм яҡшылыҡ менән яуызлыҡты аңлау ағасы бар ине.10Эдендан йылға ағып сығып, йәннәт баҡсаһын һуғара һәм артабан дүрт тармаҡҡа айырыла ине.11Уларҙың береһе Пишон тип атала, ул Хавила ерен — алтын сыҡҡан ерҙәрҙе уратып аға12(был ерҙең алтыны саф ине, унда тағы хуш еҫле ыҫмала менән аҡыҡ ташы бар).

13Икенсе йылға Гихон тип атала, ул Куш ерҙәре буйлап аға.

14Өсөнсө йылғаның исеме Тигр, ул Ашшурҙан көнсығышҡа табан аға. Дүртенсе йылға — Евфрат.15Кешене Эден баҡсаһына урынлаштырғас, — йәннәтте эшкәртергә һәм һаҡларға тейеш ине ул —16Раббы Алла кешегә шуны бойорҙо:

— Һин был баҡсалағы теләгән бер ағастың емешен ашай алаһың,17тик яҡшылыҡ менән яуызлыҡты аңлау ағасына теймә, уның емешен ашама: әгәр ашаһаң — шул көндә үк үлерһең.

18Раббы Алла былай тине:

— Кешенең яңғыҙ булыуы яҡшы түгел; уға үҙенә лайыҡ бер ярҙамсы ярата йыҡ.

19Раббы Алла тупраҡтан һәр төрлө ҡырағай хайуандарҙы һәм һауалағы бөтә ҡоштарҙы яратты ла уларҙы кешегә алып килде, уларҙы нисек атауын ҡарарға булды. Кеше һәр тере йән эйәһенә ниндәй атама бирһә, уның исеме шулай булды.20Кеше бөтә мал-тыуарға, барлыҡ ҡоштарға һәм ҡыр йәнлектәренә исем бирҙе; әммә кешегә лайыҡ ярҙамсы табылманы.21Шунда Раббы Алла кешене тәрән йоҡоға талдырҙы. Ул йоҡлап киткәс, бер ҡабырғаһын алып, урынын ит менән ҡапланы.22Раббы Алла кешенән алған ҡабырғанан бер ҡатын яратты һәм уны кешегә алып килде.23Әйтте кеше:

— Был һөйәк минең һөйәгемдән, тәне минең тәнемдән.

Ҡатын тип аталасаҡ ул, сөнки ирҙән алынған ул.

24Бына шуға күрә кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм уның менән икеһе бер тән булыр.25Улар икеһе лә — ир ҙә, ҡатын да — шәрә ине, әммә бер-береһенән оял ма ны.

Гонаһ һәм уның эҙемтәләре

З1Раббы Алла бар иткән бөтә йәнлектәр араһында йылан иң хәйләкәре ине. Ул ҡатындан:

— Был йәннәт баҡсаһында Алланың һеҙгә бер ағастың да емешен ашарға рөхсәт итмәүе ысынмы? — тип һораны.

2— Ағастарҙың емешен ашай алабыҙ беҙ, — тине ҡатын йыланға.3— Алла, тик йәннәт уртаһындағы ағастың ғына емешен ашамағыҙ, хатта теймәгеҙ ҙә, юғиһә үлерһегеҙ, тине.

4— Юҡ, үлмәйһегеҙ, — тине йылан ҡатынға.5— Тик Алла шуны белә: ул ағастың емешен ашаһағыҙ, күҙегеҙ асыласаҡ та изгелек менән яуызлыҡты белгән Алла кеүек буласаҡһығыҙ.

6Ҡатын күрҙе: был ағастың емештәрен ашағы килеп тора, ҡарар күҙгә күркәмдәр, өҫтәүенә, улар белем биреүе менән ҡыҙыҡтыра. Ул бер емеште алды ла ашаны; янындағы иренә лә бирҙе, ул да ашаны.7Икеһенең дә күҙҙәре асылды. Үҙҙәренең яланғас булыуҙарын аңланылар һәм, инжир ағасы япраҡтарын тегеп, алъяпҡыс бәйләп алдылар.

8Көн ҡыҙыуы һүрелгәс, кеше менән ҡатын баҡсала йөрөгән Раббының тауышын ишеттеләр ҙә, унан ҡасып, ағас араһына йәшенделәр.

9— Ҡайҙа һин? — тип өндәште Раббы Алла кешегә.

10— Мин баҡсала тауышыңды ишеттем дә яланғас булыуым-дан ҡурҡып йәшендем, — тип яуап бирҙе кеше.

11— Яланғас икәнеңде һиңә кем әйтте? — тип һораны Раббы Алла. — Мин ашама тип тыйған ағастың емешен ашаныңмы әллә?

12— Һин миңә иш итеп биргән ҡатын — ул бирҙе миңә был ағастың емешен, ә мин ашаным, — тип яуапланы кеше.

13— Ниңә улай эшләнең? — тип һораны Раббы Алла ҡатындан.

Ҡатын:

— Йылан ҡотортто мине, шуға ашаным, — тине.

14Раббы Алла йыланға былай тине:

— Ҡәһәр алдың һин был ҡылығың өсөн,

барлыҡ мал-тыуар, кейектәр араһында ҡәһәрле һин, ғүмерең буйына ерҙә һөйрәлерһең, туп раҡ менән туҡ ла ныр һың.

15Һинең менән ҡатын араһына дошманлыҡ һалам Мин; балаларығыҙ ҙа бер-береһенә дошман булыр, ҡатындың улы башыңды гел иҙер,

ә һин сағырһың уның аяғын.

16Раббы Алла ҡатынға былай тине:

— Ғазаплы итәм Мин йөклө сағыңды, яфаланып табасаҡһың балаңды.

Иреңде гел көҫәп торорһоң: ирең булыр һинең хакимың.

17Ә кешегә Раббы Алла шуны әйтте:

— Ҡатынды тыңлап, Мин ашама тип тыйған емеште ейҙең һин!

Хәҙер ер ҙә ҡәһәрләнде һинең арҡала:

яфаланып табасаҡһың уның емешен ғүмерең буйына.

18Тупраҡ сәнскәк менән билсән үҫтерәсәк һиңә, яландағы үләндәр менән туҡланасаҡһың хәҙер;

19әсе тир түгеп табырһың икмәгеңде.

Ерҙән яратылғайның һин,

ергә кире ҡай тасаҡ һың,

сөнки саң-туҙан һин

һәм яңы нан саң буласаҡ һың.

20Кеше — Әҙәм ҡатынына Һауа тип исем бирҙе, бөтә кешеләрҙең әсәһе булды ул.

21Раббы Алла, тиренән кейем-һалым эшләп, Әҙәм менән ҡатынын кейендерҙе.22Шунан Раббы Алла былай тине:

— Бына Әҙәм, изгелек менән яуызлыҡты белеп, беҙҙең кеүек булды. Инде ғүмер ағасының емешен өҙөп ашап, үлемһеҙ ҙә булып ҡуй ма һын тағы!

23Раббы Алла кешене йәннәттән ҡыуып сығарҙы — үҙе яратылған тупраҡты эшкәртһен әйҙә, тине.24Әҙәмде ҡыуып сығарҙы ла, ғүмер ағасына илткән юлды һаҡлау өсөн, Эден баҡсаһының көнсығыш яғына кирубтар һәм әйләнеп тороусы утлы ҡылыс ҡуйҙы.

Әҙәм менән Һауаның улдары

41Әҙәм ҡатыны Һауа менән йоҡланы. Һауа ауырға ҡалды һәм Ҡабил исемле ул тапты. Әйтте Һауа: «Раббы рәхмәте менән уллы булдым».2Һуңынан уның ҡустыһы Һабилды тыуҙырҙы. Һабил һарыҡ көттө, ә Ҡабил ер эшкәртте.

3:20 Әҙәм — йәһүдсә кеше, Һауа йәшәү тигәнде аңлата.

3:24 Кирубтар — был урында Алланың ожмахты ҡарауылларға ебәргән һаҡсылары.

3Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Ҡабил үҫтереп алған уңышынан Раббыға хәйер килтерҙе.4Һабил да көтөүендәге тәүге үрсем бәрәстәрен һәм уларҙың эс майын алып килде. Раббы Һабилды һәм уның хәйерен хуш күрҙе,5ә Ҡабилды һәм уның хәйерен оҡшатманы. Асыуҙан Ҡабилдың һөмһөрө ҡойолдо.

6— Ниңә кәйефең ҡырылды? — тип һораны Раббы Ҡабил-дан. — Ниңә йөҙөңдө һөрөм ҡапланы?

7Күңелең яҡшы икән — хәйерең булыр ҡабул, яуыз уйлы кеше булһаң, хәйерең булмаҫ ҡабул.

Һәм ишегең төбөндә гонаһың көтөп торор.

Үҙенә ылыҡтырырға ул һине көҫәп торор,

Әммә ләкин һин уға хужа бул.

8Ҡабил ҡустыһы Һабилға:

— Әйҙә, яланға сығайыҡ, — тине.

Бергәләп яланға сыҡтылар. Шунда Ҡабил Һабилға ташланды ла уны үлтерҙе.

9Раббы Ҡабилдан:

— Һабил ҡайҙа, ҡустың ҡайҙа һинең? — тип һора ны.

— Белмәйем, — тип яуапланы Ҡабил. — Әллә мин ҡустыма һаҡсы мын мы?

10— Ни эшләнең һин? — тине Раббы. — Туғаныңдың ҡаны тупраҡтан Миңә иңрәп өндәшә!11Туғаныңдың һин ҡойған ҡанын эсер өсөн ауыҙын асҡан тупраҡ һине ҡәһәрләй.12Инде нисек кенә эшкәртһәң дә, ул һине туйындырмаҫ. Берәҙәк булып ҡыуылып йөрөйәсәкһең ер йөҙөндә.

13— Күтәрә алмаҫлыҡ ауыр яза был миңә, — тине Ҡабил Раббыға.

14— Ҡыуаһың һин мине был тупраҡтан, ҡасып китәм инде һинән.

Берәҙәк мин ер йөҙөндә, ҡасаҡ, һәр осраған мине үлтерә аласаҡ.

15Әммә Раббы былай тине:

— Кем дә кем Ҡабилды үлтерә, шул кешенән ете тапҡыр артығыраҡ ҡон ҡайтарыласаҡ. — Һәм Раббы, осраған кешеләрҙең береһе лә үлтермәһен өсөн, Ҡабилға бер билдә һалды.

16Ҡабил, Раббы янынан китеп, Эдендан көнсығыштағы Нод ерендә урынлашты.17Ҡабил ҡа ты ны менән йоҡ ла ны. Ҡа тыны ауырға ҡалды һәм Ханох исемле ул тапты. Ҡабил ҡала төҙөнө, уны улының исеме менән Ханох тип атаны.18Ханохтың улы — Ирад, Ирадтың — Михуаел, Михуаелдың — Метуша-ел, Метушаелдың Ламех исемле улдары тыуҙы.19Ламех ике ҡатынға өйләнде, береһенең исеме Ада, икенсеһенеке Силла ине.20Аданың Явал исемле улы тыуҙы; ул мал аҫырап, сатырҙа йәшәүсе халыҡтарҙың ата-бабаһы булды.21Явалдың ҡустыһы Ювал исемле ине — унан көснәлә һәм һыбыҙғыла уйнаусылар нәҫеле таралды.22Силланың Тувалҡаин исемле улы тыуҙы — ул баҡырҙан, тимерҙән төрлө ҡоралдар яһаусы булды. Тувалҡаиндың Наама исемле һеңлеһе тыуҙы.23Ламех ҡатындарына былай тине:

— Ада, Силла, тауышымды ишетегеҙ!

Ҡатындарым, мин әйткәнде тыңлағыҙ!

Мине зыянлаған өсөн бер кешене үлтерҙем!

Мине яралаған өсөн бер егетте үлтерҙем!

24Ҡабил өсөн үс алынһа ете тапҡыр,

Ламех өсөн — ете булыр етмеш тапҡыр!

25Әҙәм ҡатыны менән тағы йоҡланы. Һауа малай тапты һәм уға Шет тип исем бирҙе. Был «Алла миңә Ҡабил үлтергән Һабил урынына тағы бала бирҙе» тигәнде аңлата ине.26Шеттың улы булды, уны Энош тип атаны. Шул ваҡыттарҙан алып кешеләр Раббының исемен телгә ала башланы.

Әҙәмдең Нухҡа тиклемге тоҡомо


51Бына Әҙәмдең һәм уның нәҫел-нәсәбенең шәжәрәһе: Алла ке ше не ярат ты, бар ҡылды, рәүешенә Үҙенең оҡшатты.

2Яратты Ул ир менән ҡатынды, уларға фатиха ҡылды.

Ярат ҡан сағында уларҙы исемдәрен кеше тип атаны.

3Әҙәмгә йөҙ ҙә утыҙ йәш тулғанда, уның улы тыуҙы — тап үҙенә оҡшағайны һәм үҙе рәүешле ине. Әҙәм уға Шет тип исем бирҙе.4Шет тыуғандан һуң, Әҙәм һигеҙ йөҙ йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла тыуҙы.5Туғыҙ йөҙ утыҙ йыл йәшәп, Әҙәм вафат булды.

6Шетҡа йөҙ ҙә биш йәш тулғанда, уның улы Энош тыуҙы.

7Энош тыуғандан һуң, Шет һигеҙ йөҙ ете йыл йәшәне; тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары тыуҙы.8Туғыҙ йөҙ ун ике йыл йәшәп, Шет вафат булды.

9Эношҡа туҡһан йәш булғанда, улы Кенан тыуҙы.10Кенан тыуғандан һуң, Энош һигеҙ йөҙ ун биш йыл йәшәне; уның тағы улдары һәм ҡыҙҙары тыуҙы.11Туғыҙ йөҙ биш йыл йәшәгәндән һуң, Энош вафат булды.

12Кенанға етмеш йәш булғанда, улы Маһалалел тыуҙы.

13Маһалалел тыуғандан һуң, Кенан һигеҙ йөҙ ҡырҡ йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла булды.14Кенан туғыҙ йөҙ ун йәшендә вафат булды.

15Маһалалелға алтмыш биш йәш булғанда, улы Яред тыуҙы.

16Яред тыуғандан һуң, Маһалалел һигеҙ йөҙ утыҙ йыл йәшәне; уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары бар ине.17Маһалалел һигеҙ йөҙ туҡһан биш йыл йәшәне.

18Яредҡа йөҙ ҙә алтмыш ике йәш булғанда, уның улы Ханох тыуҙы.19Ханох тыуғандан һуң, Яред һигеҙ йөҙ йыл йәшәне; уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары бар ине.20Туғыҙ йөҙ алтмыш ике йыл йәшәп, Яред вафат булды.

21Ханохҡа алтмыш биш йәш булғанда, улы Мофассал тыуҙы.22Мофассал тыуғандан һуң, Ханох өс йөҙ йыл йәшәне, ғүмере буйына ул Алланан айырылманы. Уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары булды.23Өс йөҙ ҙә алтмыш биш йәш йәшәне Ханох,

24ғүмере буйына ул Алла хозурында булды, шунан юҡ булды Ханох: Алла уны Үҙенә алды.

25Мофассалға йөҙ ҙә һикһән ете йәш булғанда, уның улы Ламех тыуҙы.26Ламех тыуғандан һуң, Мофассал ете йөҙ һикһән ике йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла бар ине.

27Мофассал туғыҙ йөҙ алтмыш туғыҙ йыл ғүмер итте.

28Ламехҡа йөҙ ҙә һикһән ике йәш булғанда, уның улы тыуҙы.

29Ламех уға Нух тип исем бирҙе һәм: «Ул эшебеҙҙә, Раббы ҡәһәрләгән тупраҡтағы хеҙмәттәребеҙҙә беҙгә йыуаныс килте рер», — тине.

30Нух тыуғандан һуң, Ламех биш йөҙ туҡһан биш йыл йәшәне; уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары бар ине.31Ете йөҙ етмеш ете йыл йәшәп, Ламех вафат булды.

32Нух биш йөҙ йыл йәшәгәндән һуң, уның Шем, Хам һәм Яфет исемле улдары тыуҙы.

Яза һәм вәғәҙә

61-2Ер йөҙөндә кешеләр күбәйгәндән-күбәйҙе. Кешеләрҙән тыуған ҡыҙҙарҙың матурлығын күреп, күктәге тылсымлы заттар уларҙы үҙҙәренә ҡатын итеп алды.

3Әйтте Раббы:

— Мин кешегә йәнде мәңгелеккә бирмәйем, уның булмышы ни бары тән генә. Кешенең ғүмер оҙонлоғо йөҙ ҙә егерме йыл бул һын.

4Тылсымлы заттар кеше ҡыҙҙарына өйләнеп, ҡыҙҙар уларҙан бала тапҡан замандарҙа һәм унан һуңыраҡ та ерҙә бәһлеүәндәр булған. Баһадир булған улар, исемдәрен данға күмгәндәр.

5Күрә Раббы: ер йөҙөндә кешеләр бик ныҡ аҙған — уларҙың бөтә уй-ниәте һәр саҡ яуызлыҡта.6Раббы ерҙә кешене яраты-уына үкенде һәм йөрәге әрнене.

7— Үҙем бар ҡылған кешеләрҙе, шулай уҡ мал-тыуар, кейек-хайуандар һәм бөтә ҡош-ҡортто ер йөҙөнән юҡ итәм, сөнки уларҙы яратҡаныма үкенәм, — тине.

8Әммә Нух Раббы мәрхәмәтендә ине.

9Бына Нух тураһында хикәйәт: замандаштары араһында тик Нух ҡына тәҡүәле, тәүфиҡлы ине; Алла юлында йөрөнө.

10Нухтың Шем, Хам, Яфет исемле өс улы бар ине.

11Күрҙе Алла: ер боҙолған — ул яуызлыҡ менән тулған.

12Күрҙе Алла: ер боҙолған — кешеләр йөрөй ялған юлдан.

13Алла Нухҡа былай тине:

— Ерҙә йәшәгән бөтә йән эйәһен ҡырам, сөнки ер улар арҡаһында яуызлыҡ менән тулды. Мин уларҙы ер менән бергә юҡ итәм.14Һин үҙеңә ҡаты ағастан көплө кәмә яһа, уны бүлмәләргә бүл, эсен-тышын ыҫмалалап сыҡ.15Уның оҙонлоғо — 150 метр, киңлеге — 25 метр, ә бейеклеге 15 метр булһын.16Кәмәнең түбәһенә ярты метр сығып торорлоҡ итеп ҡыйыҡ яһа, ҡабырға яҡтан ишек уй. Кәмәлә беренсе, икенсе, өсөнсө ҡаттар булһын.

17Мин туфан һыуҙары ҡалҡытып, эсендә йәне булған бөтә нәмәне юҡ итәм, ерҙә булған бөтә нәмә ҡырылып бөтәсәк.18Әммә һинең менән Минең шундай килешеү булыр: һин улдарың, ҡатының, килендәрең менән көплө кәмәгә ин.19Кәмәгә шулай уҡ үҙең менән бөтә төр йән эйәһенән аталы-инәле икешәр йәнлек ал, улар һинең менән бергә тере ҡалырға тейеш.20Һәр төрлө ҡош-ҡорттан, мал-тыуарҙан һәм ер йөҙөндәге бөтә төр йәнлектән аталы-инәле икешәр йән эйәһе, һинең менән кәмәгә инеп, тере ҡалһын.21Үҙең менән төрлө ризыҡ ал — үҙеңә лә, йәнлектәргә лә етерлек булһын.

22Нух бөтәһен дә Алла бойорғанса эшләне.

71Раббы Нухҡа былай тине:

— Бөтә ғаиләңде алып кәмәгә ин, көллө ғәләм араһында Минең алда тик һин генә тәҡүәлеһең.2Хәләл хайуандарҙың һәр төрөнән аталы-инәле етешәр, хәрәм хайуандарҙан аталы-инәле икешәр тоҡом,3шулай уҡ хәләл ҡоштарҙан аталы-инәле етешәр, ә хәрәм ҡоштарҙан аталы-инәле икешәр ҡош ал, ер йөҙөндә уларҙың то ҡо мо һаҡ ла нып ҡал һын.4Ете көндән һуң Мин ергә ҡырҡ көн, ҡырҡ төн буйына ямғыр яуҙырырмын. Үҙем бар ҡылған һәммә нәмә ер йөҙөнән юҡ булыр.

5Нух бөтәһен дә Раббы бойорғанса эшләне.

6Ер йөҙөнә туфан ҡалҡҡан саҡта, Нухҡа алты йөҙ йәш ине.7Нух туфан һыуынан улдары, ҡатыны, килендәре менән кәмәгә инеп йәшеренде.8Ә һәр төрлө хәләл һәм хәрәм хайуандарҙан, ҡош-ҡорттан һәм һөйрәлеүселәрҙән9уның кәмәһенә аталы-инәле ҡушарлап-ҡушарлап инеп ҡалдылар — Алла нисек бойорһа, шулай булды.

10Ете көн үтте, һәм ергә туфан ҡалҡты.11Нухҡа алты йөҙөнсө йәш барғанда, йылдың икенсе айының ун етенсе көнөндә йырылдылыр сикһеҙ даръя һыуы, асылдылыр күктең ҡабағы —

12ҡырҡ көн ҡойолдо ергә туфан һыуы, ҡырҡ көн яуҙы туфан ямғыры.

13Нух улдары Шем, Хам, Яфет, ҡатыны, килендәре менән тап ошо көндө кәмәгә инде.14Улар менән бергә һәр төрлө хайуандар, мал-тыуар, һөйрәлеүселәр, барлыҡ ҡоштар береһе артынан береһе ҡушарлап килеп инде.15Уның кәмәһенә тере йән эйәләренең бөтә тоҡомдары ҡушарлап16ата лы-инә-ле инде — Алла бойорғанса булды. Нух кергәс, Раббы көплө кәмәнең ишеген ябып ҡуйҙы.

17Ҡырҡ көн дауам итте туфан.18Һыу артҡандан-арта барҙы, ерҙе тотош ҡаплап алды, һәм кәмә һыу өҫтөндә йөҙөп йөрөй баш ла ны.19Һыу кү тәрел гән дән-кү тәрел де, ер өҫтөндәге бөтә бейек тауҙарҙы баҫып китте.20Тауҙарҙың өҫтөнән һыу ете метрға күтәрелде, улар һыу аҫтында ҡалды.21Ул ваҡытта ер йөҙөндә йәшәгән бөтә нәмә: ҡош-ҡорт, мал-тыуар, кейек-хай-уандар, һөйрәлеүселәр, кешеләр һәләк булды;22һулыш алған бөтә йән эйәһе ҡырылды.23Ер йөҙөндә булған бөтә йән эйәһе юҡҡа сыҡты: кеше менән бергә мал-тыуар, һөйрәлеүселәр, күктәге осар ҡоштар — һәммәһе лә үлеп бөттө. Нух менән уның кәмәһендә булғандар ғына иҫән ҡалды.24Туфан йөҙ илле көн дауам итте.

81Бына бер саҡ Алла Нухҡа, уның кәмәһендә булған йорт һәм ҡыр хайуандарына илтифат итте: Алла ергә ел ебәрҙе, шунан һыу күтәрелеү туҡталды.

2Туҡталдылыр туфан ташҡыны, ябылдылыр күктең ҡабағы, баҫылдылыр ҡойма ямғыры.

3Әкренләп һыу ҡайта башланы, йөҙ ҙә илле көн тулыуға һыу кәмеүгә табан китте.4Етенсе айҙың ун етенсе көнөндә кәмә Арарат тауына килеп туҡталды.5Йылдың унынсы айына тиклем һыу яйлап кәмей барҙы, унынсы айҙың беренсе көнөндә тау түбәләре күренде.

6Ҡырҡ көн үткәс, Нух, кәмәлә үҙе уйған тәҙрәне асып,7тышҡа ҡоҙғондо осороп ебәрҙе. Ер өҫтөндәге һыуҙар ҡороғанға тиклем, ҡоҙғон бер китеп, бер килеп осоп йөрөнө.8Ар та бан, ерҙә һыуҙың ҡайтҡан-ҡайтмағанын белеү өсөн, Нух күгәрсенде осороп сығарҙы.9Әммә күгәрсен, ҡуныр урын тапмайынса, кәмәгә кире ҡайтты, сөнки ер һыу аҫтында ине әле. Нух, ҡулын һоноп, күгәрсенде кәмә эсенә индерҙе.10Ете көн үткәс, ул күгәрсенде яңынан сығарҙы.11Күгәрсен уға кис кенә әйләнеп ҡайтты — суҡышында зәйтүн ағасы япрағын килтергәйне.

Нух ер өҫтөнән һыуҙың ҡайтҡанын аңланы.12Ул тағы ете көн көтөп торҙо ла күгәрсенде йәнә сығарҙы. Был юлы күгәрсен әйләнеп ҡайт ма ны.

13Нухҡа алты йөҙ беренсе йәш киткәндә, беренсе айҙың беренсе көнөндә ер өҫтөндәге һыу ҡайтты. Нух кәмәнең ишеген асып ҡарағайны, ерҙең кипшенгәнен күрҙе.14Икенсе айҙың егерме етенсе көнөндә ер кипкәйне.

15Алла Нухҡа былай тине:

16— Ҡатының, улдарың һәм килендәрең менән кәмәнән сыҡ;17үҙең менән алған бөтә хайуандарҙы — ҡош-ҡорт, мал-тыуар, һөйрәлеп йөрөр йәнлектәрҙе сығар, улар ер йөҙөндә таралһын һәм үр се һен, би хи сап артһын.

18Нух улдары, ҡатыны һәм килендәре менән кәмәнән сыҡты.

19Улар артынан хайуандар, һөйрәлеүселәр, ҡош-ҡорт, ер йөҙөндә йәшәгән һәммә йән эйәһе тоҡом-тоҡом булып сыҡты.

20Нух, Раббыға бағышлап, ҡорбан усағы эшләне, бөтә төр хәләл малдан һәм хәләл ҡош-ҡорттан тотош яндырыу ҡорбаны килтерҙе.21Ҡорбандың хуш еҫе оҡшаны Раббыға. Ул Үҙенә Үҙе былай тине: «Башҡаса кешеләр арҡаһында ергә ҡәһәремде һалыр булмам, сөнки кеше күңелендә яуызлыҡ тыумышынан уҡ була; бүтәнсә тереклекте юҡ итмәм.22Ер имен-аман торғанда: сәсеү менән ураҡ, эҫе менән һыуыҡ, йәй менән ҡыш, көн менән төн һәр ваҡыт булыр», — тине.

91Алла, Нухҡа һәм уның уландарына фатиха биреп, былай тине:

— Үрсегеҙ, артығыҙ, ер йөҙөнә таралығыҙ.2Ерҙәге бөтә хайуандар, һауалағы һәммә осар ҡоштар, ерҙәге бар булған йәнлектәр, диңгеҙҙәрҙә йөҙөп йөрөгән балыҡтар һеҙҙең алда ҡурҡып-тетрәнеп торһон: һеҙҙең хөкөмгә бирелә улар.3Элек бирелгән үҫемлектәр менән бергә, Мин һеҙгә бөтә хайуандарҙы аҙыҡ итеп бирәм;4әммә йәне, йәғни ҡаны булған итте ашар булмағыҙ.5Һинең ҡаның ҡойолдо, ғүмерең өҙөлдө икән, ошо ҡанды кем ҡойһа, — йыртҡысмы ул, әллә туғанының ғүмерен өҙгән бәндәме ул — шуны үҙенең ҡаны ҡойолоуына дусар итәсәкмен.

6Әгәр берәү ҡойһа әҙәм ҡанын,

үҙ ҡаны ла кеше ҡулынан түгелһен, сөнки кеше Алла рәүешендә яратылған.

7Һеҙ иһә үрсегеҙ, ишәйегеҙ, ер йөҙөнә таралығыҙ һәм артығыҙ!

8Алла Нухҡа һәм уның уландарына былай тине:

9— Мин һеҙҙең менән, киләсәк быуындарығыҙ менән,10кәмәнән сыҡҡан бөтә тере йән эйәләре: ҡош-ҡорт, мал-тыуар, ҡырағай йәнлектәр — ерҙәге бөтә хайуандар менән килешеү төҙөйөм.

11Һеҙҙең менән Минең шундай килешеү буласаҡ:

киләсәктә те рек лек те һәләк итмәҫ туфан һыуы, баш ҡаса ерҙе ҡоротмаҫ туфан һыуы.

12Әйтте тағы Алла:

— Һеҙҙең менән, бөтә тереклек менән мәңгелеккә Мин төҙөгән килешеү билдәһе бына ошо булыр:13болоттарға йәйәмде — йәйғорҙо — элеп ҡуям, был Минең менән ер йөҙө араһында килешеү билдәһе булыр.14Мин ер йөҙөнә болот ебәргән һайын, болот араһында йәйғор күренер ҙә,15һеҙҙең менән, бөтә тереклек менән төҙөгән килешеүемде иҫләрмен. Бөтә тереклекте һәләк итеүсе туфан һыуы башҡаса ҡалҡмаҫ.

16Болоттар араһында йәйғоромдо күргәс, ерҙә йәшәгән бөтә тере йән эйәләре менән мәңгелек килешеүем иҫкә төшөр.

17Ер йөҙөндә йәшәгән һәммә тере йән менән Мин төҙөгән килешеү билдәһе шул булыр, — тине Алла Нухҡа.

18Нухтың көплө кәмәнән сыҡҡан уландары — Шем, Хам, Яфет ине. Хам — Ҡынаандың атаһы.19Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар Нухтың ошо өс улынан таралған.

20Нух ер эшкәртә башланы; йөҙөм ағасы ултыртты.21Бер саҡ Нух, шарап эсеп иҫереп, сатыры эсендә шәрә килеш ята ине.22Ҡынаандың атаһы Хам, уның яланғас ятҡанын күреп, был хаҡта ағаларына һөйләне.23Шул саҡта Шем менән Яфет, яурындарына сәкмән һалып, ата ла ры ның са ты ры на арттары менән инделәр ҙә өҫтөнә шул сәкмәнде ябып сыҡтылар. Улар, арттарын ҡуйып ингәнлектән, аталарының яланғас тәнен күрмәне.24Нух, айнығып уянғас, кесе улының уға ҡарата ни ҡылғанын белеп,25былай тине:

— Ҡәһәр төшһөн Ҡынаанға! Ағаларының иң һөйкөмһөҙ ҡоло булһын ул!

26Йәнә былай тине:

— Раббы, Шем Аллаһы, фатихалы!

Ҡы на ан иһә ағаларының булыр ҡоло.

27Алла Яфет биләмәләрен киң ҡылһын!

Ул Шемдың сатырҙарында ғүмер һөрһөн!

Ҡынаан иһә ағаһы Шемға ҡол булһын.

28Туфан ҡайтҡандан һуң, Нух өс йөҙ илле йыл йәшәне.29Нух, йәмғеһе туғыҙ йөҙ илле йыл йәшәп, вафат булды.

Нухтан таралған халыҡтар

■11Бына Нухтың улдары Шем, Хам һәм Яфеттың шәжәрәһе.

Туфан һыуы ҡайтҡандан һуң, Шем, Хам һәм Яфеттың балалары тыуҙы.

2Яфеттың улдары: Ғүмәр, Мәжүж, Мадай, Яван, Тувал, Мешех һәм Тирас.

3Ғүмәрҙең улдары: Ашкеназ, Рифат, Тоғарма.

4Явандың улдары: Элиша, Таршиш, Киттим һәм Доданим.

5Улар — диңгеҙ буйҙарында йәшәгән халыҡтарҙың аталары.

Уларҙың һәр ҡайһыһының ырыу-ҡәбиләләре, телдәре айырым.

6Хамдың улдары: Куш, Мисраим, Пут һәм Ҡынаан.

7Куштың улдары: Сева, Хавила, Савта, Рама һәм Савтеха.

Раманың улдары: Шева һәм Дедан.

8Куштың Нәмрүд исемле улы булды, егетлеге менән донъяға танылды.9Алла хозурында ҡеүәтле аусы булды ул. «Раббының Нәмрүд кеүек баһадир һунарсыһы бул» тигән әйтем шунан ҡалған.10Тәүҙә ул Шинар ерҙәрендәге Бабил, Урук, Аккад, Калне ҡалаларында батшалыҡ итте.11Был илдән ул Ассирияға китеп, унда Ниневияға, Реховот-Ирға һәм Калахҡа,12шулай уҡ Ниневия менән Калах араһындағы Ресенға — ул бик ҙур ҡала — нигеҙ һалды.13Мисраим — луд, анам, леһав, нафтух,

14патрус, каслух (унан пелештиҙәр таралды) һәм кафтор халыҡ тары ның атаһы.

15Ҡынаандың улдары: Сидон (был уның баш балаһы) һәм Хет,16шулай уҡ унан иевустар, әмөриҙәр, гиргаштар,17хиуиҙар, аркиҙар, синиҙар,18арвадтар, семариҙар һәм хаматтар таралған.

Һуңынан Ҡынаандың нәҫел-ырыуы бик күп булып таралып китте.19Уларҙың биләмәләре Сидондан алып Герар яғына табан Газаға тиклем, ә Содом, Аморра, Адма һәм Севоим яғынан Лашаға тиклем һуҙыла.20Хамдың нәҫел-нәсәбе, уларҙың телдәре, ерҙәре, ырыу-ҡәбиләләре бына шулай ине.

21Яфеттың ағаһы, Эверҙың нәҫел ебен башлаусы Шемдың да ба ла лары буды.

22Шемдың улдары: Элам, Ашшур, Арпахшад, Луд һәм Арам.

23Арамдың улдары: Ус, Хул, Гетер һәм Маш.

24Арпахшадтың — Шела, Шеланың Эвер исемле улдары булды.

25Эверҙың ике улы тыуҙы: береһенә Пелег, йәғни «бүлеү» тигән исем ҡуштылар, сөнки тап шул ваҡытта ер бүленгәйне, икенсеһен Йоктан тип атанылар.

26Йоктандың улдары: Алмодад, Шелеф, Хасармавет, Ярах,27Һадорам, Узал, Дикла,28Овал, Авимаел, Шева,29Офир, Хавила, Йовав. Былар барыһы ла — Йоктандың улдары.30Уларҙың ерҙәре Мешанан көнсығышҡа табан Сефар тауҙарына хәтлем һу ҙы ла ине.

31Шемдың нәҫел-нәсәбе, уларҙың телдәре, ырыу-ҡәбиләләре бына ошо.

32Нух улдарының ғаиләләре, шәжәрәләре һәм уларҙан таралған халыҡтар бына шулар. Туфан баҫылғандан һуң ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар уларҙан таралған.

Бабил манараһы

П1Бөтә донъяла бер тел, бер төрлө һүҙҙәр ине.2Көн-сы ғыш тан күсеп, ха лыҡ тар Шинар ерендә ти геҙ урын тап ты лар ҙа шунда урын лаш ты лар.

3Бер-береһенә:

— Әйҙәгеҙ, балсыҡтан кирбес һуғайыҡ та уны утта яндырайыҡ, — тинеләр.

Шулай итеп, улар таш урынына — кирбес, ә эзбиз иҙмәһе урынына ер аҫтынан сыҡҡан ҡара ыҫмала ҡуллана башланы.

4Шунан былай тинеләр:

— Үҙебеҙгә күккә ашып торған манаралы ҡала төҙөйөк, шулай итһәк, бөтә ер йөҙөнә таралышып бөтһәк тә, даныбыҙ ҡалыр.

5Раббы әҙәм балалары төҙөп ятҡан ҡала менән манараны ҡарарға тип ергә төштө.6Әйтте Раббы:

— Бер үк халыҡ, бөтәһенең дә телдәре бер төрлө. Бына нимә эшләй башлағандар былар; ниәттәрен ғәмәлгә ашырмайынса туҡтамаҫтар!7Ергә төшәйек тә телдәрен бутап бөтәйек әле, береһенең әйткәнен икенсеһе аңламаһын әйҙә!

8Раббы уларҙы бөтә ер йөҙөнә таратты — бына шулай улар ҡаланы төҙөүҙән туҡтаны.9Шуға күрә был ҡала Бабил тип атала — Раббы унда ерҙәге барса кешеләрҙең телдәрен бутаны һәм ошо урындан уларҙы бөтә ер йөҙөнә сәсте.

Икенсе бүлек Тәүбабалар Шемдан Ибраһимғаса


10Бына Шемдың шәжәрәһе: Шемға йөҙ йәш ине; туфандан һуң ике йыл үткәс, улы Арпахшад тыуҙы.11Арпахшад тыуғандан һуң, Шем биш йөҙ йыл йәшәне; уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары тыуҙы.

12Арпахшадҡа утыҙ биш йәш булғанда, уның улы Шела тыуҙы.

13Шела тыуғандан һуң, Арпахшад дүрт йөҙ ҙә өс йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла булды.

14Утыҙ йәшендә Шеланың улы Эвер тыуҙы.15Эвер тыуғандан һуң, Шела дүрт йөҙ өс йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла булды.

16Эверға утыҙ дүрт йәш булғанда, улы Пелег тыуҙы.17Пелег тыуғандан һуң, Эвер дүрт йөҙ утыҙ йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла булды.

18Пелегка утыҙ йәш булғанда, улы Реу тыуҙы.19Реу тыуғандан һуң, Пелег ике йөҙ туғыҙ йыл йәшәне, уның тағы ла улдары һәм ҡыҙҙары булды.

20Реуға утыҙ ике йәш булғанда, улы Серуг тыуҙы.21Серуг тыуғандан һуң, Реу ике йөҙ ете йыл йәшәне; уның тағы улдары һәм ҡыҙҙары булды.

22Серугка утыҙ йәш булғанда, улы Нахор тыуҙы.23Нахор тыуғандан һуң, Серуг ике йөҙ йыл йәшәне; уның тағы улдары һәм ҡыҙҙары булды.

24Нахорға егерме туғыҙ йәш булғанда, улы Терах тыуҙы.

25Терах тыуғандан һуң, Нахор йөҙ ҙә ун туғыҙ йыл йәшәне; уның башҡа улдары һәм ҡыҙҙары ла булды.

26Етмеш йәшенән һуң, Терахтың Ибрам, Нахор һәм Аран исем ле улдары тыуҙы.

27Бына Терахтың шәжәрәһе: Терахтың Ибрам, Нахор һәм Аран тигән улдары булды. Арандың улы Лут тыуҙы.28Аран, атаһы Терах иҫән саҡта уҡ, тыуған ерендә, халдейҙарҙың Ур ҡалаһында, вафат булды.29Ибрам — Сарайға, Нахор Арандың ҡыҙы Милкаға өйләнде. Аран шулай уҡ Исканың да атаһы ине.

30Сарай түлһеҙ булды, бала таба алманы.

31Терах халдейҙарҙың Ур ҡалаһынан Ҡынаан еренә күсеп китте. Үҙе менән улы Ибрамды, ейәне Лутты (Арандың улын), Ибрамдың ҡатынын — килене Сарайҙы алды. Харран ҡалаһына килеп еткәс, туҡтап, шунда төпләнеп ҡалдылар.32Ошонда ике йөҙ ҙә биш йәшкә етеп, Терах вафат булды.

Ибраһим Алланың Ибраһимды һайлап алғаны

1Раббы Ибрамға былай тине:

— Ер-һыуыңды, туған-ырыуыңды, атаң йортон ҡалдыр ҙа Мин күрһәткән ергә кит.2Һинән бөйөк халыҡ үрсетәсәкмен, һиңә фатихамды бирермен, исемеңде бөйөк итермен, мөбәрәк булырһың!

3Һиңә берәү фатихаһын бирһә, ул да алыр Минән фатиха!

Ҡәһәр алыр һине ҡәһәрләгән!

11:28 Халдейҙар — Көньяҡ-Көнбайыш Месопотамияла йәшәгән халыҡтың боронғо исеме.

Ер йөҙөндәге бар халыҡ һинең аша булыр фатихалы.

4Ибрам Раббы бойорғанса юлға сыҡты; уның менән бергә Лут та китте. Харрандан сыҡҡанда Ибрамға етмеш биш йәш ине.5Ул үҙе менән бергә ҡатыны Сарайҙы, ҡустыһының улы Лутты, Харрандағы барлыҡ мөлкәтен һәм бөтә кешеләрен алып, Ҡынаанға юл тотто.

Ҡынаанға килеп еттеләр.6Ибрам был ерҙәрҙе Шехем тигән урынға, Море ағаслығына тиклем буйҙан-буйға йөрөп сыҡты. Ул заманда бында ҡынаандар йәшәй ине.7Әммә Раббы килеп, Ибрамға былай тине:

— Был ерҙе һинең тоҡомоңа бирәсәкмен.

Ошо урында Ибрам, үҙенә күренгән Раббыға бағышлап, ҡорбан усағы эшләне.8Артабан ул Бейт-Илдән көнсығышта ятҡан тауға табан китте. Сатырҙарын көнбайышта ятҡан Бейт-Ил менән көнсығыштағы Ая ҡалалары араһына ҡорҙо. Ибрам ошонда Раббыға ҡорбан усағы эшләп, ҡорбан килтерҙе.9Ибрам тағы ҡуҙғалып юлға сыҡты һәм Негевҡа табан йүнәлде.

Ибраһимдың Мысырҙа булғаны

10Был ерҙә көслө йот булғанлыҡтан, Ибрам Мысырға барып йәшәп торорға булды.11Мысырға яҡынлашып килгәндә, ҡатыны Сарайға былай тине:

— Һин бик матур ҡатынһың.12Мысыр кешеләре һине күрер ҙә: «Был уның ҡатыны», — тип мине үлтерерҙәр, һине тере ҡалдырырҙар.13Шуға күрә уларға: «Мин уның һеңле һемен», — тип әйт. Һинең арҡала миңә лә яҡшы булыр, минең ғүмеремде һаҡ лап алып ҡа лырһың.

14Ибрам Мысырға килеп еткәс, Мысыр кешеләре, ысынлап та, Сарайҙың һылыу икәнен күрҙе.15Ҡатынды күргән һарай кешеләре уның матурлығы хаҡында фирғәүенгә еткерҙе. Сарай фирғәүендең һарайына алынды.16Сарай арҡаһында Ибрамдың эштәре көйләнде: уның һарыҡтары, һыйырҙары, ишәктәре, ҡолдары һәм дөйәләре ишәйеп китте.17Әммә Раббы Ибрамдың ҡатынын үҙенә алғаны өсөн фирғәүенгә һәм уның яҡындарына ауыр бәлә-ҡазалар ебәрҙе.18Фирғәүен Ибрамды үҙ янына саҡырып алды ла былай тине:

— Ни эшләттең һин мине? Ниңә уның ҡатының икәнен әйтмәнең?19Ни өсөн уны һеңлем тинең? Шунлыҡтан мин уға өйләнергә булғайным. Ҡатыныңды ал да кит!

20Фирғәүен үҙенең кешеләренә әмер бирҙе, һәм Ибрамды ҡатыны, бөтә мөлкәте менән оҙатып ебәрҙеләр.

Ибраһим менән Лут

В1Ибрам ҡатыны, барлыҡ мөлкәте менән Мысырҙан ҡуҙғалып сығып, Негевҡа юл тотто. Лут та уның менән ине.2Ибрам бик байығып киткәйне — мал-тыуары ла, алтын-көмөшө лә күп ине уның.3Негевтан ул бер урындан икенсе урынға күсә-күсә, Бейт-Илгә тиклем килде. Бейт-Ил менән Ая араһындағы элек сатыр ҡорған урынға етте.4Үҙе ҡорбан усағы эшләгән урынға туҡтап, унда Раббыға ҡорбан бағышланы.

5Ибрам менән бергә күсенеп йөрөгән Луттың да мал-мөлкәте, сатырҙары бар ине.6Малдары бик күбәйгәнгә күрә, уларға бергә йәшәр өсөн ер етмәй башланы.7Ибрам менән Луттың көтөүселәре араһында ғауға сыҡты. Ул саҡта был ерҙәрҙә ҡынаандар менән периздар йәшәй ине.8Ибрам Лутҡа:

— Беҙ бит туғандар, — тине. — Үҙебеҙҙең арала ла, көтөүселәребеҙ араһында ла ыҙғыш-талаш булмаһын!9Бына бөтөн ер һинең алдыңда. Әйҙә, айырылайыҡ: әгәр һин һулға китһәң, мин уңға китермен. Һин уңға йүнәлһәң, мин һулға ҡайырылырмын.

10Лут тирә-яҡты байҡап, шуны күрҙе: Иордан үҙәне тотош, — Соарҙың үҙенә тиклем — Раббының йәннәтеләй, Мысыр тупрағы ише һуғарыулы ерҙәр ине (был Раббы Содом менән Аморраны юҡ иткәнгә тиклем булғайны).11Лут үҙенә тотошлайы менән Иордан йылғаһы үҙәнен һайланы ла көнсығышҡа табан китте. Шулай итеп, улар айырылышты:12Ибрам Ҡынаан ерендә йәшәп ҡалды, Лут үҙәнлектәге ҡалалар араһында төйәкләнде. Содомға яҡын бер ерҙә сатырҙарын ҡорҙо.13Содом кешеләре боҙоҡ күңелле, Раббы алдында бик гонаһлы ине.

14Лут айырылып киткәс, Раббы Ибрамға былай тине:

— Үҙең баҫып торған урындан күҙеңде күтәреп баҡ: төньяҡҡа ла, көньяҡҡа ла, көнсығышҡа ла, көнбайышҡа ла ҡара.15Күҙ алдыңда ятҡан бөтә ошо ерҙәрҙе Мин һиңә һәм киләсәк

быуындарыңа мәңгелеккә бирәсәкмен,16нәҫелеңде ерҙәге ҡомдай иҫәпһеҙ-һанһыҙ итәсәкмен: ерҙәге ҡом булһа ни саҡлы, нәҫелең булыр һинең шул саҡлы.

17Бар, Мин һиңә бирәсәк ерҙәрҙең иңен-буйын йөрөп сыҡ.

18Ибрам, сатырын алып, тағы юлға сыҡты, барып Хеврон ҡалаһы янындағы Мамре ағаслығында урынлашты. Ошонда Раббыға ҡорбан усағы яһаны.

И1Шинар батшаһы Амрафел, Элласарҙа — батша Ариох, Эламда — батша Кедорлаомер, Гоимда батша Тидал хакимлыҡ ҡылған замандарҙа2һуғыш булды: улар Содом батшаһы Бераға, Аморра батшаһы Биршаға, Адма батшаһы Шинавҡа, Севоим батшаһы Шемәвергә һәм Бела (хәҙер ул Соар тип атала) батшаһына ҡаршы яу асты.3Улар барыһы ла бөгөн Тоҙло диңгеҙ булған Сиддим үҙәнендә йыйылды.4Был батшалар ун ике йыл буйына Кедорлаомер иҙеүе аҫтында булды, ә ун өсөнсө йылда баш күтәрҙеләр.5Ун дүртенсе йылда Кедорлаомер үҙе яҡлы батшалар менән Аштарот-Карнаимда — рафаларҙы, Һамда — зуздарҙы, Шаве-Кириатаимда — эмдарҙы,6таулы Сеир илендә (сүллек ситендәге Әл-Паран янында) хориҙарҙы тар-мар итте.7Унан боролоп, улар Айн-Мишпатҡа (хәҙер ул Кадеш тип атала) килде һәм Хасасон-Тамарҙа йәшәгән амалектар менән әмөриҙәрҙе ҡыйратты.8-9Бынан һуң Содом, Аморра, Адма, Севоим, Бела (хәҙер ул Соар тип атала) батшалары юлға сыҡты. Был биш батша дүрт батшаға: Элам батшаһы Кедорлаомерға, Гоим батшаһы Тидалға, Шинар батшаһы Амрафелға, Элла-сар батшаһы Ариохҡа ҡаршы Сиддим үҙәнендә һуғышҡа инде.10Сиддим үҙәнендә ыҫмалалы соҡорҙар күп ине. Содом менән Аморра батшаларының яугирҙары ҡасып барғанда ошо соҡорҙарға батты, тере ҡалғандар тауҙарға ҡасты.11Еңеүселәр Содом менән Аморраның бөтә байлығын, туплаған аҙыҡ-түлектәрен алып китте.12Ибрамдың Содомда йәшәгән туғаны Лутты ла бөтөн мөлкәте менән бергә алып киттеләр.

13Тере ҡалғандарҙан берәү иври Ибрамға килеп бөтәһен дә һөйләп бирҙе. Ибрам ул саҡта үҙе яҡлы Эшкол менән Анерҙың туғаны әмөри Мамреның ағаслығында йәшәй ине.14Туғанының әсиргә эләккәнен белгәс, Ибрам ырыуындағы өс йөҙ ун һигеҙ яугирҙы алды ла, дошмандарын эҙәрлекләп, Данға тиклем барып етте.15Ике төркөмгә бүленеп, төндә һөжүм иттеләр. Дошмандарын еңеп, артабан Дамасктан төньяҡта урынлашҡан Ховаға тиклем уларҙы ҡыуып барҙылар.16Ибрам бөтә мөлкәте менән Лутты ла, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла, әсирҙәрҙе лә алып ҡайтты.

Мәлик-Садиҡтың Ибраһимға фатиха биргәне

17Ибрам Кедорлаомер менән уның яҡлы батшаларҙы еңеп ҡайтып килгәндә, Шаве үҙәнендә (хәҙер ул Батша үҙәне тип атала) уға Содом батшаһы ҡаршы сыҡты.18Шулай уҡ Шалим батша һы Мәлик-Садиҡ, Бөйөк Алла ҡаһины, Ибрамға икмәк менән шарап тотоп ҡаршы сыҡты ла19шундай фатиха һүҙҙәре әйтте:

20Күк менән ерҙе яратыусы Бөйөктәрҙән-бөйөк Алла фатихаһында ул Ибрам!

Бөйөк Алла мәрхәмәтле,

бирҙе һинең ҡулыңа дошмандарыңды!

Ибрам уға ғәнимәтенең ундан бер өлөшөн бирҙе.

21Содом батшаһы иһә Ибрамға әйтте:

— Кешеләремде бир миңә, ә табышыңды үҙеңә ҡалдыр.

Әммә Ибрам Содом батшаһына былай тине:

22— Мин Раббыға, Бөйөктәрҙән-бөйөк Аллаға, күк менән ерҙең Хакимына ҡулымды күтәреп ант итәм.23Һинең мөлкәтеңдән бер нәмә лә — бер һүрентең дә, аяғыңдағы ҡатаңдың ҡайышы ла кәрәкмәй. Һу ңы нан: «Ибрамды мин ба йыт тым», — тип әйтәһе булма.24Кешеләрҙе ашатыуға киткән сығымдан һәм минең менән барыусыларға тейеш өлөштән башҡа бер ни ҙә кәрәкмәй миңә. Мине яҡлап яу сапҡан Анер, Эшкол, Мамре үҙҙәренең өлөшөн алһын әйҙә.

Алланың Ибраһим менән килешеү төҙөгәне

И1Ошо ваҡиғаларҙан һуң, Ибрам Раббының тауышын ишет те:

— Ҡурҡма, Ибрам.

Мин Ҡал ҡа ның һинең.

Мул булыр һиңә бүләгем.

2Ибрам былай тине:

— Эй Раббым, Хакимым! Балам да булмағас, Һинең бүләгең миңә нимәгә? Вариҫым кем бит — сыбыҡ осо туғаным Дамаск ке ше һе Элиезер.

3— Миңә нәҫел бирмәгәс, — тине Ибрам, — әҡрәбәм вариҫым була инде.

4Раббы тағы өндәште:

— Юҡ, булмаҫ ул һинең вариҫың:

Вариҫыңды яралтыр үҙ орлоғоң!

5Раббы Ибрамды сатырҙан сығарҙы ла былай тине:

— Ҡара күккә, һана йондоҙҙарҙы: һанап бөтөрһөңмө уларҙы?

— Нәҫелең һинең шул тиклем буласаҡ, — тине уға Раббы.

6Ибрам Раббыға ышанды, һәм Раббы быны тәҡүәлелек билдәһе тип ҡабул итте.

7Ибрамға:

— Ошо ерҙәрҙе һиңә мираҫ итеп бирер өсөн халдейҙарҙың Ур ҡалаһынан һине бында алып килгән Раббы Мин, — тине.

8— Раббым Хакимым! Был ерҙәрҙең минеке булырының билдәһе ҡайҙа? — тип һораны Ибрам.

9Раббы былай тине:

— Ошонда Миңә өс йәшлек тана, өс йәшлек кәзә, өс йәшлек һарыҡ алып кил, алатуба менән күгәрсен килтер.

10Ибрам уларҙы алып килде лә, һәр ҡайһыһын урталайға бүлеп, түшкәләрҙе бер-береһенә тәңгәлләп һалып ҡуйҙы; ҡоштарҙы ғына икегә бүлмәне.11Һуйып һалынған малдарға йыртҡыс ҡоштар ябырылды, әммә уларҙы Ибрам ҡыуып ебәрҙе.

12Ҡояш байып барғанда, Ибрамды тәрән йоҡо баҫа башланы, әллә ниндәй ҡот осҡос ҡараңғылыҡ һәм ҡурҡыу солғап алды уны.

13Раббы Ибрамға былай тине:

— Шуны бел: һинең нәҫел-ырыуың дүрт йөҙ йыл буйына сит илдә ҡол булып, иҙелеп йәшәр.14Әммә уларҙы ҡол иткән халыҡ Минең хөкөмөмә дусар булыр. Шунан һуң һинең нәҫел-ырыуың унан китер, бик байығып ҡайтыр улар.

15Ә һин тыныс ҡына ер ҡуйынына инерһең, арҙаҡлы аҡһаҡал булып гүр эйәһе булырһың.

16Нәҫел-ырыуыңдың тик дүртенсе быуыны ғына ҡайтасаҡ бында, сөнки әмөриҙәрҙең гонаһы саманан ашмаған әле.

17Бына бер саҡ, ҡояш байып, ҡараңғы төшкәс, мейестән бөркөлгәндәй төтөн үә ялҡын хасил булды һәм урталай киҫелгән түшкәләр ара һы нан үтеп китте.

18Шул көндө Раббы Ибрам менән килешеү төҙөнө һәм былай тине:

19— Мысыр сигендәге йылғанан алып бөйөк йылға — Евфрат йылғаһына тиклемге ошо ерҙе — кениҙар, кениздар, кадмондар,20хеттар, периздар, рафалар,21әмөриҙәр, ҡынаандар, гиргаштар һәм иевустарҙың бөтә ерен һинең нәҫелеңә бирәм.

Хәжәр менән Исмәғил

Л1Ибрамдың ҡатыны Сарай бала тапмай ине. СарайҙыңА.О Мысырҙан килгән Хәжәр исемле хеҙмәтсеһе була.2Сарай Ибрамға былай тине:

— Раббы миңә бала бирмәне инде. Минең хеҙмәтсем менән йоҡла, бәлки, ул миңә бала табып бирер.

Ибрам Сарайҙың һүҙен тыңланы.3Сарай хеҙмәтсеһен — Мысыр ҡыҙы Хәжәрҙе иренә ҡатын итеп бирҙе. Был ваҡытта Ибрамдың Ҡынаанға килеп урынлашыуына ун йыл самаһы үткәйне.4Ибрам Хәжәр менән йоҡланы. Хәжәр ауырға ҡалды. Үҙенең йөклө икәнен белгәс, маһайып китеп, ул хужабикәһен һанға һуҡ май баш ла ны.

5— Минең ошолай кәмһенеп йәшәүемә һин ғәйепле, — тине Сарай Ибрамға. — Хеҙмәтсемде ҡуйыныңа һалдым, ә ул, ауырға ҡалғайны, эреләнде лә китте. Әйҙә, Раббы беҙгә Үҙе хөкөмөн ҡылһын.

6— Үҙ хеҙмәтсеңә үҙең хужа, — тип яуапланы Ибрам. — Теләһәң ни эшләт.

Сарай Хәжәрҙе рәнйетә башланы, һәм Хәжәр унан ҡасып китте.7Раббы мәлиге Хәжәрҙе сүлдә бер ҡоҙоҡ — Шурға алып барған юлдағы ҡоҙоҡ янында осратты.8Унан:

— Сарай хеҙмәтсеһе Хәжәр, ҡайҙан киләһең дә ҡайҙа китеп бараһың? — тип һораны.

— Хужабикәм Сарайҙан ҡасып китеп барам, — тип яуап бирҙе Хәжәр.

9Раббы мәлиге уға былай тине:

— Хужабикәңә кире ҡайт та уға буйһон.10Һинең нәҫелеңде кү-бәйткәндән-күбәйтермен, хатта уны һанап иҫәбенә сығырлыҡ булмаҫ.

11Раббы мәлиге уға тағы шуны әйтте:

— Әле ауырлыһың, һинең улың булыр. Уға Исмәғил, йәғни «Алла ишетер» тип исем ҡуш, сөнки һинең хәсрәтеңде Раббы үҙе ишетте.

12Улың булыр егелмәгән тайҙай,

Һәр кешегә ҡулын күтәрер.

Барыһынан да үҙе шуны күрер,

Ситтә йәшәр туғандарынан.

13Үҙе менән һөйләшкән Раббыны Хәжәр: «Эл-Рои», йәғни «Мине күргән Алла» тип атаны. Сөнки: «Мин Алланың үҙен күреп, Уны күргәндән һуң да иҫән ҡалдыммы икән ни?» — тине.

14Шуға күрә Кадеш менән Беред араһында ятҡан был ҡоҙоҡ Беғер-Лахай-Рои тип атала.

15Хәжәр Ибрамға ул табып бирҙе, Ибрам Хәжәрҙән тыуған улына Исмәғил тип исем ҡушты.16Хәжәр Исмәғилде тыуҙырғанда, Ибрам һикһән алты йәшендә ине.

Алланың Ибраһим менән Сараға ул вәғәҙәләгәне

Л1Ибрамға туҡһан туғыҙ йәш булғанда, Раббы уға күренде лә былай тине:

— Мин Ҡөҙрәтлеләрҙән-ҡөҙрәтле Алламын. Минең юлымдан йөрө, тәҡүәле бул.2Һинең менән килешеү төҙөйөм һәм нәҫел-нә сә бең де иҫәп һеҙ-һан һыҙ күп итәм.

3Ибрам йөҙ түбән ергә йығылды, ә Алла уға:

4— Мин һинең менән килешеүем шул, — тине. — Һин бик күп халыҡтарҙың атаһы булырһың.5Исемең Ибрам түгел, Ибраһим, йәғни «күп халыҡтарҙың атаһы» булыр, сөнки һине бик күп халыҡтарҙың тәүатаһы итәсәкмен.

6Сикһеҙ күп итермен ырыуыңды һинең, таралырҙар һинән тотош халыҡтар, нә ҫел-нә сә бең дән сығыр бат ша лар!

7Һинең менән, тоҡомоң менән килешеү төҙөрмөн — был килешеүем мәңгегә булыр, быуындан-быуынға күсер: Мин һинең Аллаң, һинең нәҫел-нәсәбеңдең Аллаһы булырмын.

8Әле һин килмешәк булып йәшәгән ошо ерҙе Мин һиңә һәм нәҫел-ырыуыңа бирәсәкмен — ҡынаандарҙың бөтә ерен нәҫел-ыры уы ңа мәңгегә бирәсәкмен һәм уларҙың Ал ла һы бу ла саҡмын.

9Алла Ибраһимға былай тине:

— Һин үҙең, һинән һуң нәҫел-нәсәбең быуындан-быуынға Минең менән килешеүҙе үтәр.10Минең һеҙҙең менән төҙөгән килешеүҙе барлыҡ нәҫел-нәсәбең үтәһен: ир-аттарығыҙҙың һәммәһе лә сөннәтле булһын.11Минең менән килешеү билдәһе итеп енес ағзаһы осондағы тирене киҫегеҙ.12Яңы тыуған ир балаларҙың һәр береһе донъяға килгәндең һигеҙенсе көнөндә үк сөннәтләнһен — быуындан-быуынға китһен был. Үҙ йортоңда тыуған бала ла, сит ырыуҙан һатып алынған бала ла —13һәммәһе лә: үҙ йортоңда тыуғаны ла, һатып алынғаны ла һис кисекмәҫтән сөннәтләнергә тейеш. Ошо рәүешле Минең менән мәңгелек килешеү билдәһе һеҙҙең ғәүрәтегеҙҙә ҡаласаҡ.

14Ә сөннәтләнмәгән — енес ағзаһы осондағы тиреһе киҫелмәгән — кеше үҙ халҡынан ситкә ҡыуылыр, Минең менән булған килешеүҙе боҙған өсөн булыр был.

15Алла Ибраһимға тағы былай тине:

— Ҡатының Сарайҙы инде Сарай тип атама, бынан һуң уның исеме Сара, йәғни «батша ҡыҙы» булыр.

16Мин уға фатиха ҡылам һәм һиңә улан бирәм, Саранан донъяға киләсәк ул.

Фатихамды бирәм Мин уға: унан тыуыр, таралырҙар донъялағы тотош халыҡтар, нәҫеленән булыр батшалар.

17Ибраһим йөҙ түбән ергә ҡапланды ла эстән генә көлөмһөрәп: «Йөҙ йәшлек ҡарттың балаһы буламы? Сара туҡһан йәшендә бала таба булырмы?» — тип уйланы.

18Аллаға:

— Эй Раббым, исмаһам, Исмәғилдең минең вариҫым булыуын насип итсе, — тине.

19— Үҙеңдең ҡатының Сара ул табыр, — тине Алла Ибраһим-ға. — Һин уға Исхаҡ тип исем ҡушырһың. Мин уның менән, уның нә ҫел-нә сә бе менән мәңгелек ки ле шеү төҙөрмөн.

20Һинең Исмәғил тураһындағы үтенесеңде лә ишеттем: Мин уға фатихамды бирәм, уның тоҡомон түлле итермен, бик күп булыр уның нәҫел-ырыуы. Исмәғилдән ун ике юлбашсы сығыр, унан бөйөк халыҡ таралыр.21Әммә Минең килешеүем киләһе йыл ошо ваҡытта Саранан тыуасаҡ улың Исхаҡ менән булыр.

22Алла Ибраһим менән һөйләшеп бөткәндән һуң юғарыға олғашты.

23Шул уҡ көндө Ибраһим улы Исмәғилдең дә, йортонда тыуған йәки һатып алынған хеҙмәтселәренең дә — өйөндәге бөтә ир затынан булғандарҙың енес ағзалары осондағы тирене киҫте. Ул бөтәһен дә Алла ҡушҡанса эшләне.24Сөннәткә ултырған саҡта Ибраһимға — туҡһан туғыҙ,25ә улы Исмәғилгә ун өс йәш ине.26Ибраһим да, улы Исмәғил дә,27Ибраһим йортондағы ир затынан булғандарҙың һәммәһе — уның өйөндә тыуғандар ҙа, сит ырыуҙарҙан һатып алынған хеҙмәтселәр ҙә шул бер көндә сөннәтләнде.

Раббының Ибраһимда ҡунаҡта булғаны

"IО1-2Мамрелағы изге ағас янында Ибраһимға Раббы күренде. Ибраһим көндөҙгө эҫелә сатыр ауыҙында ултыра ине. Күтәрелеп баҡһа, күрә: алдында өс мосафир тора. Уларҙы күреү менән ҡаршыларына йүгереп барҙы ла, ергә ҡап ла нып, былай тине:

3— Эй Ха ки мым, Һинең ил ти фа ты ңа ла йыҡ мын икән, мин ҡолоң эргәһенән үтеп китмәсе.4Хәҙер аяҡтарығыҙҙы йыуырға һыу килтерерҙәр, ағас күләгәһендә ял итерһегеҙ,5ә мин икмәк алып киләйем, үҙәк ялғап алырһығыҙ, унан юлығыҙҙы дауам итерһегеҙ — барыбер мин ҡолоғоҙ янынан үтеп бараһығыҙ бит.

— Әйҙә, әйткәнеңсә булһын, — тине улар.

6Ибраһим ашығып сатырға инде лә Сараға былай тине:

— Өс ҡаҙаҡ иң яҡшы ондан тиҙ генә ҡамыр баҫ та сөсө икмәк бешер.

7Үҙе көтөүгә йүгерҙе, бер яҡшы, көр башмаҡты һайлап алып, мал көткән хеҙмәтсеһенә тапшырҙы ла ашарға әҙерләргә ҡушты.8Ибраһим ҡунаҡтар алдына эремсеген, һөтөн, бешереп килтерелгән итен ҡуйҙы, ә үҙе, улар ашаған саҡта, яҡындағы ағас янында баҫып торҙо.

9— Ҡатының Сара ҡайҙа? — тип һораны ҡунаҡтар.

— Бында, сатырҙа, — тип яуапланы Ибраһим.

10— Киләһе йыл ошо мәлдә тағы килермен, — тине мосафирҙарҙың береһе. — Ул ваҡытта ҡатының Сараның улы буласаҡ.

Сара ҡунаҡтың артында, сатыр ишеге төбөндә, тыңлап тора ине.11Ибраһим менән Сара ҡартайғайнылар инде, Сараның айлығы ла туҡтағайны.12Ул, эстән генә көлөп: «Ошо йәшемдә бындай һөйөнөскә ирешә буламмы? Етмәһә, ирем дә ҡарт», — тип уйланы.

13— Ниңә Сара, хәҙер инде ҡарсыҡ булғас, мин бала таба аламмы ни инде, тип көлә әле? — тине Раббы Ибраһимға. —14Раббының ҡөҙрәтенән килмәҫ эш бармы? Мин әйтелгән ваҡытта, икенсе йыл ошо мәлдә килгәндә, Сараның улы буласаҡ.

15— Мин көлмәнем, — тип ялғанланы ҡурҡып ҡалған Сара.

— Юҡ, һин көлдөң, — тине Раббы уға.

16Мосафирҙар торҙо ла Содомға ҡарай юл алды. Ибраһим уларҙы оҙатып китте.

17Раббы былай тине:

— Ибраһимдан ниәтемде йәшерә буламмы ни!18Ысынлап та, Ибраһимдан бөйөк, көслө халыҡ тараласаҡ, ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар уның аша фатихалы буласаҡ.19Балаларына һәм үҙенән һуңғы нәҫел-ырыуына дөрөҫлөктө яҡлап, ғәҙел хөкөм ҡылып, Раббы юлынан йөрөргә бойорһон тип, Ибраһимды һайланым. Шул саҡта Мин, Раббы, уға нимә вәғәҙә иткән бул һам, шуны үтәрмен.

20Шунан Ибраһимға:

— Содом менән Аморрала ҡылынған залимлыҡ сиктән ашты, гонаһтары ауыр уларҙың, — тине.21— Ергә төшөп ҡарайым әле: Миңә килеп еткән аһ-зар ысындан да дөрөҫмө, түгелме?

22Мосафирҙар, боролоп, Содомға табан китте, Ибраһим иһә Раббы алдында тора бирҙе.23Раббыға яҡыныраҡ килеп:

— Яуыздар менән бергә тәҡүәлеләрҙе лә юҡ итерһеңме икән ни? — тип һораны.24— Бәлки, был ҡалала илле кеше тәҡүәлелер — шулай булһа ла, уны юҡ итерһеңме, ошо илле кеше хаҡына ла аямаҫһыңмы?25Бының булыуы мөмкин түгел! Һин улай эшләмәҫһең: тәҡүәлеләрҙе яуыздар менән бергә һәләк итмәҫһең, яуыз кеше лә, тәҡүәле лә бер үк яҙмышҡа дусар булмаҫ бит инде? Бының булыуы мөмкин түгел! Бөтә ерҙең Хөкөмдары хаҡһыҙ хөкөм итерме?

26— Әгәр Содомда тәҡүәле илле кешене тапһам, улар хаҡына был ҡа ла ны аяр мын, — тип яуап бирҙе Раббы.

27— Мин ни бары көл-туҙан, — тине Ибраһим. — Шулай ҙа Хакимымдан һорарға баҙнат итәм:28әгәр ҙә тәҡүәле иллегә биш кеше тулмаһа, шул етмәгән бишәү өсөн тотош ҡаланы юҡ итерһеңме?

— Әгәр ҙә мәгәр унда ҡырҡ биш тәҡүәлене тапһам, ҡаланы юҡ итмәм, — тип яуап бирҙе Раббы.

29Ибраһим йәнә һора ны:

— Ә, бәлки, унда ҡырҡ ҡына кеше табылыр?

Раббы яуап ла ны:

— Ҡырҡ ҡына кеше булһа ла, быны эшләмәм.

30— Мин әйткәнгә асыуланмаһаң ине, Хакимым: ә, бәлки, унда тәҡүәле утыҙ ғына бәндә табылыр? — тине Ибраһим.

Раббы:

— Ә табыла икән бигонаһ утыҙ бәндә — аярмын ҡаланы, — тине.

31Ибраһим әйтеүен белде:

— Хакимымдан мин тағы һорарға баҙнат итәм: әгәр ундайҙар тик егерме генә булһа?

— Егерме бәндә хаҡына ла ҡәһәремдән аярмын, — тип яуапла ны Раббы.

32— Тағы бер тапҡыр һорауыма асыуланмаһаң ине, Хакимым: бәлки, унда тәҡүәлеләр унау ғыналыр? — тип дауам итте Ибраһим.

— Ун бәндә хаҡына ла аярмын, — тине Раббы.

33Ибраһим менән һөйләшеп бөткәс, Раббы китеп барҙы. Ибраһим да өйөнә ҡайтып китте.

Луттың һәм Содом менән Аморраның яҙмышы

1 О1Ике мәлик Содомға шул көндө кисләгәс кенә килепА. Уетте. Лут был ваҡытта ҡала майҙанында ултыра ине. Уларҙы күргәс, ҡаршыларға тип урынынан торҙо ла, баш эйеп, былай тине:

2— Әфәнделәрем, мин ҡолоғоҙҙоң өйөнә рәхим итегеҙ. Миндә ҡунығыҙ, аяҡтарығыҙҙы йыуығыҙ, иртән торғас, юлығыҙҙы дауам итерһегеҙ.

— Юҡ, — тине улар. — Беҙ урамда ғына ҡунырбыҙ.

3Әммә Лут бик ҡыҫтағас, риза булдылар, уның йортона киттеләр. Лут уларҙы һыйларға сөсө икмәк бешерҙе, тамаҡтарын туйҙырҙы.4Йоҡларға ятырға ла өлгөрмәнеләр, ҡала кешеләре — Содомдың олоһонан алып кесеһенә тиклем бөтә ирҙәре — Луттың йортон уратып алды.

5— Һиңә йоҡларға килгән кешеләр ҡайҙа? — тип ҡысҡырҙы улар Лутҡа. — Сығар бында, беҙ уларҙы татып ҡарарға теләйбеҙ.

6Лут, тупһаға сығып, артынан ишекте япты ла уларға былай тине:

7— Ағай-эне, золом ҡылмағыҙ!8Бына минең кейәүгә сыҡмаған ике ҡыҙым бар, һеҙгә мин уларҙы бирәм, теләһәгеҙ ни эшләтегеҙ, тик мосафирҙарға теймәгеҙ, улар бит минең өйөмдә.

9— Кит бынан, — тинеләр уға. — Һин, килмешәк, беҙгә аҡыл өйрәтмәксе булаһыңмы? Беҙ һинең үҙеңдең кәрәгеңде бирербеҙ.

Улар Лутты ҡыҫырыҡлап, ишекте емерергә торғанда ғына,

10мосафирҙар Лутты өй эсенә тартып алды ла ишекте йәһәт кенә бикләй һалды.11Ә тупһа янында өйөлөшкән кешеләрҙе — олоһон да, ке се һен дә — һуҡы райт ты лар, улар ишек те таба ал ма-йынса ыҙаланды.12Мосафирҙар Луттан:

— Был ҡалала тағы кемдәрең бар? — тип һораны. — Кейәүҙәрең, улдарың, ҡыҙҙарың йәки башҡа кемең генә булмаһын — бөтәһен дә алып кит:13беҙ был ҡаланы юҡ итәбеҙ. Ҡала кешеләренең яуызлыҡтары хаҡында Раббыға ишетелде, шуға беҙҙе уны юҡ итергә ебәрҙе.

14Лут ҡыҙҙарының кейәү буласаҡ егеттәренә барып әйтте:

— Тиҙерәк китегеҙ был ҡаланан, Раббы хәҙер һәләк итәсәк уны!

Әммә егеттәр, Лут шаярталыр, тип уйланы.

15Таң һыҙылғанда, мәликтәр Лутты ашыҡтыра башланы:

— Бар, ҡатының менән ике ҡыҙыңды ал да кит, юғиһә гонаһлы ҡала менән бергә үҙең дә һәләк булырһың!

16Лут һаман ашыҡмағас, мәликтәр Раббы мәрхәмәте төшкән Лутты, уның ҡатынын, ике ҡыҙын ҡулдарынан етәкләп ҡаланан сығарып ебәрҙе.

17Ҡаланан сыҡҡас, мәликтәрҙең береһе Лутҡа былай тине:

— Йәнеңде ҡотҡар, артыңа әйләнеп ҡарама, был тирәлә бер ерҙә лә туҡталма, тауҙарға табан йүгер, юҡһа һәләк булырһың!

18— Юҡ, Әфәндем! — тине Лут. —19Мин ҡолоңа шундай яҡшылыҡ эшләнең һин! Оло мәрхәмәт күрһәттең миңә — ғүмеремде һаҡлап алып ҡалдың! Ләкин тауҙарға тиклем йүгереп етә алмам мин, бәләгә юлығырмын, һәләк булырмын.20Ә бына алда ятҡан ҡала — яҡын, уға тиклем йүгереп етеп булыр, ул бәләкәй. Мин шунда йүгерәм, ул бәләкәй, шунда тере ҡалырмын!

21— Ярар, — тине уға мәлик, — һинең хаҡыңа мин быны ла эшләрмен, һин әйткән ҡаланы һаҡлармын.22Әммә тиҙерәк йүгер, һин барып етмәйенсә, мин бер ни ҙә эшләй алмайым.

Лут уны бәләкәй тип әйткәнгә күрә, был ҡала Соар, йәғни «бәләкәй» тип атала.

23Ер өҫтөнә ҡояш ҡалҡты, Лут Соарға килеп етте.

24Һәм Раббы Содом менән Аморраға — күктән, Раббынан, ямғыр һымаҡ итеп утлы көкөрт яуҙырҙы,25ике ҡаланы ла, уның бөтә тирә-яғын, ерҙәге барлыҡ үҫемлектәрҙе юҡ итте.

26Луттың ҡатыны артына әйләнеп ҡарағайны — тоҙ бағанаһына әйләнде лә ҡуйҙы.

27Иртә менән Ибраһим кисә генә Раббы алдында торған урынға килеп баҫты,28Содом менән Аморраға, уның тирә-яғына күҙ һалды һәм күрҙе: ер, көршәк яндыра торған мейестәй булып, төтөн аҫтында ята ине.

29Ҡалаларҙы юҡҡа сығарғанда

Алла Ибраһимды иҫкә алды.

Йәшәгән ҡалаһын емергәндә Лутты үлеменән йолоп ҡалды.

30Соарҙан Лут ике ҡыҙы менән тауҙарға китте: Соарҙа ҡалырға ҡурҡты ул. Ике ҡыҙы менән мәмерйә эсендә йәшәй башланы.

31Өлкән ҡыҙы кесеһенә былай тине:

— Атайыбыҙ ҡартая. Ерҙә ата-бабаларҙан ҡалған йола буйынса беҙҙең менән йәшәрлек ир-ат юҡ.32Әйҙә, атайыбыҙҙы шарап эсереп иҫертәйек тә уның менән йоҡлайыҡ. Үҙ атабыҙҙан булһа ла балаларыбыҙ булыр.

33Шул төндө улар аталарын шарап эсереп иҫертте. Өлкән ҡыҙы инеп, атаһы менән йоҡланы, ә Лут бер ни ҙә иҫләмәне — эргәһенә ятҡанын да, сығып киткәнен дә.34Икенсе көндө өлкәне кесеһенә:

— Үткән төндә мин атайым менән йоҡланым, — тине. — Бөгөн төндә лә уны шарап эсереп иҫертәйек тә, һин уның янына ятырһың. Үҙ атайыбыҙҙан булһа ла балаларыбыҙ булыр.

35Улар тағы аталарын шарап эсереп иҫертте лә, кесе ҡыҙы инеп, уның менән йоҡланы, ә Лут бер ни ҙә хәтерләмәне — эргәһенә килеп ятҡанын да, сығып киткәнен дә.

36Шулай итеп, Луттың ике ҡыҙы ла аталарынан ауырға ҡалды.37Өлкәне ул тапты, уға Муав тип исем ҡушты. Хәҙерге Муав кешеләре унан таралған.38Кесеһе лә ул тапты һәм Бән-Амми тигән ат бирҙе. Хәҙерге Аммон кешеләре унан таралып киткән.

Сара менән Ибраһим һәм Авимелех

О1Ибраһим, был урындан ҡуҙғалып, көньяҡҡа китте,^V/ Кадеш менән Шур араһында йәшәне, һуңынан Герарҙа урынлашты.2Ул ҡатыны Сараны һеңлем тип танытты. Герар батшаһы Авимелех, Сара артынан кеше ебәртеп, уны үҙенә алдыртты.3Әммә төндә Алла, Авимелехтың төшөнә инеп, былай тине:

19:37-38 Муав исеме йәһүдсә — «атайымдың улы», ә Бән-Амми «атайымдың ҡустыһының улы» тигәнде аңлата. Бында авторҙың артабанғы замандарҙа Исраилдың дошмандарына әүерелгән халыҡтарға ҡаршы йәшерен бәхәсе сағыла.

— Был ҡатынды үҙеңә алған өсөн үләсәкһең, сөнки уның ире бар.

4Ә Авимелех Сараға әле ҡағылмаған да ине.

— Хакимым! — тип ялбарҙы ул. — Һин бер ни белмәгән ғәйепһеҙ халыҡты һәләк итерһеңме ни?5Ибраһим бит үҙе миңә, ул минең һеңлем, тип әйтте. Сара ла шул уҡ һүҙҙе һөйләне. Намыҫым да, ҡулым да таҙа минең!

6— Эйе, — тип яуапланы уға Алла төшөндә. — Мин намыҫыңдың таҙа икәнлеген беләм. Шуға күрә һиңә Минең алда гонаһ эшләргә ирек бирмәнем — уға ҡағылыуҙан тыйҙым.7Хәҙер инде уны иренә кире ҡайтар, ул — пәйғәмбәр, доға ҡылһа, иҫән ҡалырһың. Тик бел: әгәр уны кире ҡайтармаһаң, үҙең дә, бөтә туған-тыумасаң да үлеп бөтәсәк.

8Икенсе көндө Авимелех иртә менән торҙо ла, яҡын кешеләрен йыйып алып, ошо һүҙҙәрҙе еткерҙе — барыһы ла бик ныҡ ҡурҡты.9Авимелех Ибраһимды саҡыртып алды ла:

— Ни эшләнең һин беҙҙең менән? — тине. — Ниндәй ғәйебем бар ине һинең алдыңда — мине лә, батшалығымды ла гонаһҡа батыра яҙҙың бит. Әҙәм ҡылмаҫты ҡылдың һин миңә.

10Авимелех Ибраһимдан:

— Һин быны ниндәй ниәт менән эшләнең? — тип һораны.

11— Мин, был яҡтарҙа Алланан ҡурҡмайҙарҙыр, ҡатыным арҡаһында мине үлтерерҙәр, тип уйлағайным, — тине Ибраһим.

12— Етмәһә, ул ысынлап та миңә һеңле лә — атайымдың ҡыҙы ул, тик икенсе әсәнән. Ул минең ҡатыным булды,13әммә Алла миңә атам йортон ҡалдырып, ил гиҙергә бойорғас, ҡатыныма: «Үтенеп һорайым, ҡайҙа ғына барһаҡ та, мине ағайым тип әйт», — тинем.

14Авимелех Ибраһимға һарыҡтар, һыйырҙар, хеҙмәтселәр бирҙе, Сара ны кире ҡайтарҙы.

15— Бына минең бөтә ерем һинең күҙ алдыңда, ҡайҙа теләһәң, шунда йәшә, — тине.

16Ә Сараға ул былай тине:

— Ағайыңа мең шекел көмөш бирәм, был һинең яныңдағы кешеләрҙең күҙен ҡаплар пәрҙә булыр, намыҫың аҡланыр.

17Ибраһим Аллаға доға ҡылды. Алла Авимелехты, уның ҡатынын һәм хеҙмәтселәрен һауыҡтырҙы, ҡатындар тағы бала таба башланы,18ә быға тиклем Ибраһимдың ҡатыны Сара арҡаһында Раббы Авимелехтың йортондағы бөтә ҡатындарҙы түлдән яҙҙырғайны.

Ибраһим улдары Исхаҡ һәм Исмәғил менән

О 11Раббы Сараға илтифат ҡылды, уға нимә вәғәҙә итһә, шуны үтәне.2Сара Алла билдәләгән ваҡытта ауырға ҡалып, өлкәнәйгән көнөндә Ибраһимға ул табып бирҙе.3Ибраһим сабыйға, Сараның улына, Исхаҡ тип исем ҡушты.4Ә һигеҙенсе көнөндә, Алла бойорғанса, уны сөннәткә ултыртты.

5Исхаҡ тыуғанда Ибраһимға йөҙ йәш ине.

6— Быны ишеткән һәр кеше минең менән бергә шатланыр инде, — тине Сара.

7Әйтте тағы:

— Берәйһе Ибраһимға, Сара бала имеҙәсәк, тиһә, һис ышанмаҫ ине. Бына мин уға ҡартайған көнөмдә ул табып бирҙем!

8Бала үҫте, күкрәктән айырған көндө Ибраһим оло мәжлес үткәрҙе.

9Сара, Ибраһимдың мысыр Хәжәрҙән тыуған улы ның Исхаҡтан көлгәнен күреп,10Ибраһимға былай тине:

— Был хеҙмәтсе ҡатынды улы менән бергә ҡыуып ебәр! Уның улы, минең Исхағым менән бер тиң тороп, һинең вариҫың бул ма һын!

11Ибраһимға был һүҙҙәрҙе ишетеү бик ҡыйын булды, сөнки Исмәғил дә үҙ улы ине бит.12Әммә Алла уға былай тине:

— Улың тураһында ла, хеҙмәтсе ҡатының тураһында ла ҡайғырма. Сара нимә әйтһә, шуны тыңла, һинең нәҫелең Исхаҡтан тараласаҡ.13Хеҙмәтсе ҡатыныңдың улынан да тотош халыҡ барлыҡҡа киләсәк, ул да бит һинән тыуған.

14Иртәгәһен Ибраһим Хәжәргә икмәк, бер турһыҡ һыу биреп яурынына артмаҡлатты ла балаһы менән сығарып ебәрҙе. Хәжәр, бара торғас, Бәғәр-Шәвә сүллегендә аҙашты.15Турһығындағы һыу ҙа бөттө. Ул балаһын бер ҡыуаҡ аҫтында ҡалдырҙы ла

16атылған уҡ арауығы ситкә китеп ултырҙы. «Баламдың үлемен күрмәһәмсе», — тип ҡысҡырып илай башланы.17Алла

21:3 Исхаҡ — «Алла йылмайҙы» тигәнде аңлата.

ир баланың илаған тауышын ишетте, шул саҡ Алла мәлиге күктән Хәжәргә:

— Һиңә ни булды, Хәжәр? — тип өндәште. — Ҡурҡма, ҡалдырып киткән балаңдың илаған тауышын Алла ишетте.18Тор, балаң янына бар ҙа уны етәкләп ал. Мин унан бөйөк халыҡ хасил итәсәкмен.

19Алла ҡатындың күҙҙәрен асты — Хәжәр ҡоҙоҡ күрҙе. Ул барып турһығына һыу тул ты рып алды, улына һыу эсерҙе.

20Алла баланы ташламаны, ул үҫте, сүллектә йәшәй башланы һәм уҡсы булып китте.21Ул Паран сүллегендә йәшәне, әсәһе уға Мысырҙан кәләш алып бирҙе.

Ибраһим менән Авимелехтың килешеү төҙөшкәне

22Шул осорҙа Авимелех үҙенең ғәскәр башлығы Пихол оҙатыуында Ибраһимға килеп, былай тине:

— Нимә генә эшләһәң дә, һиңә Алла ярҙам итеп тора.23Мине лә, балаларымды ла, ейәндәремде лә ҡыйырһытмаҫҡа Алла менән ант ит әле. Мин һинең менән яҡшы мөғәмәләлә булғас, һин дә минең менән, һине һыйындырған ил менән яҡшы мөнәсәбәттә булырһың, тип уй ла йым.

24— Ант итәм, — тине Ибраһим.25Әммә ул Авимелехҡа бер ҡоҙоғон тартып алған хеҙмәтселәренән зарланды.

26— Мин быны кем эшләгәнен белмәйем, — тип яуапланы Авимелех. — Һин үҙең дә әйтмәнең, ошоға тиклем ишеткәнем дә юҡ ине.

27Шунан һуң Ибраһим, Авимелехҡа ваҡ һәм эре мал биреп, уның менән килешеү төҙөнө.28Ваҡ мал көтөүенән ете һарыҡты алып, айырым ҡуйҙы.

29— Ә был ете һарыҡты ниңә айырып ҡуйҙың? — тип һораны Авимелех.

30— Ошо ете һарыҡты был ҡоҙоҡтоң минеке булыу билдәһе итеп ҡабул ит, — тип яуап бирҙе Ибраһим. — Мин ҡаҙыным уны.

31Улар бер-береһенә ант иткән ошо урын хәҙер Бәғәр-Шәвә, йәғни Ант ҡоҙоғо тип атала.

32Бәғәр-Шәвәлә Ибраһим менән килешеү төҙөгәс, Авимелех менән уның ғәскәр башлығы Пихол Пелешти еренә ҡайтып китте.33Аҙаҡ Ибраһим Бәғәр-Шәвәлә мәңге йәшел ағас ултыртты һәм шунда Раббыға, мәңгелек Аллаға доға ҡылды.

34Ошонан һуң Ибраһим Пелешти ерендә килмешәк булып бик оҙаҡ йәшәне.

Ибраһимдың Аллаға тоғролоғо

О О1Ошо ваҡиғаларҙан һуң бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Алла Ибраһимды һынап ҡарарға булды.

2— Ибраһим, — тип өндәште уға Алла.

— Эйе, мин, — тип яуап бирҙе Ибраһим.

Алла былай тине:

— Яратҡан берҙән-бер улың Исхаҡты ал да Мория еренә бар. Шунда Мин күрһәткән тауҙа улыңды ҡорбан итерһең.

3Иртәгәһен Ибраһим, иртә менән тороп, ишәгенә йүгән һалды, ике хеҙмәтсеһен, Исхаҡты эйәртте, ҡорбанды яндырыу өсөн утын ҡырҡып алды ла юлға сыҡты — Алла күрһәткән урынға йүнәлде.4Өсөнсө көндә ул алыҫтан уҡ шул урынды күрҙе.

5— Ошонда ишәк янында тороп тороғоҙ, — тине ул хеҙмәтселәренә. — Ә беҙ улым менән барып Аллаға ғибәҙәт ҡылабыҙ ҙа һеҙҙең янға кире килербеҙ.

6Ул, ҡорбан яндыра торған утынды алып, улы Исхаҡтың яурынына һалды. Унан һуң ут тоҡандырыу өсөн тере ҡуҙ, бысаҡ алды ла, Исхаҡ менән икәүләп китеп барҙылар.

7Исхаҡ атаһы Ибраһимға өндәште:

— Атай! — тине ул.

— Эйе, улым, — тип яуап бирҙе Ибраһим.

— Беҙҙең ҡуҙыбыҙ ҙа, утыныбыҙ ҙа бар, ә ҡорбан өсөн һарыҡ бәрәсе ҡайҙа һуң?

8— Ҡорбан өсөн бәрәсте Алла Үҙе хәстәрләр, — тине Ибраһим.

Икәүләшеп ары киттеләр.

9Алла күрһәткән урынға килеп еткәс, Ибраһим, ҡорбан усағы эшләп, уға утын өйҙө. Шунан Исхаҡтың аяҡ-ҡулын бәйләп, ҡорбан усағына өйөлгән утын өҫтөнә һалды,10бысағын алып, улының муйынына терәне.11Шул ваҡытта күктән Раббы мәлиге тауыш бирҙе:

— Ибраһим, Ибраһим!

— Эйе, мин, — тип яуап бирҙе ул.

12— Улыңа ҡул күтәрмә, — тине мәлик. — Уға бер ни ҙә эшләмә! Хәҙер беләм, Аллаға буйһонаһың һин — берҙән-бер улыңды ла йәлләмәнең Минән!

13Күтәрелеп ҡараһа, Ибраһим ҡуйы ҡыуаҡлыҡҡа мөгөҙө менән эләгеп торған һарыҡты күреп ҡалды. Ул һарыҡты барып алды ла улы урынына ҡорбан итеп салды.

14Ибраһим был урынды «Раббы йүнен биргән ер» тип атаны. «Раббының тауында йүне күрелер», — тигән әйтем шунан тороп ҡалған.

15Раббы мәлиге Ибраһимға күктән тағы тауыш бирҙе:

16— Берҙән-бер улыңды йәлләмәйсә Быны эшләгәнең өсөн —

Үҙем менән Үҙем ант итәм —

17Фатихамды бирәм Мин һиңә!

Күктәге йондоҙҙар ҡанса булһа,

Күпме булһа диңгеҙ ярында ҡом,

Бирәм һиңә шул ҡәҙәрле нәҫел-тоҡом.

Балаларыңдың алдында

Дошман ҡапҡалары ҡолар!

18Мине тыңлағаның өсөн Тоҡомоң аша фатиха аласаҡ Ерҙәге бөтә халыҡтар.

19Ибраһим хеҙмәтселәрен ҡалдырған урынға кире килеп, улар менән бергә Бәғәр-Шәвәгә ҡайтты.

Нахорҙың тоҡомдары

20Ошо ваҡиғаларҙан һуң бер аҙ ваҡыт үткәс, Ибраһимға ҡустыһы Нахорҙың ҡатыны Милканың улдар табыуын хәбәр иттеләр.21Бына улар: Ус (баш бала), Буз, Кемуел (ул — Арамдың атаһы),22Кесед, Хазо, Пилдаш, Идлаф, Бетуил.

23Бетуилдың Рабиға исемле ҡыҙы тыуҙы.

Ибраһимдың ҡустыһы Нахорға Милка ошо һигеҙ улды табып бирҙе.24Бынан башҡа Нахорҙың Реума исемле ҡатыны уға Тевахты, Гахам, Тахаш һәм Мааханы тапты.

Сараның вафаты

О О1Сара йөҙ ҙә егерме ете йыл йәшәне.2Ул Ҡынаан ерен-//ь/ дә хәҙер Хеврон тип аталған Кириат-Арбала вафат булды. Ибраһим Сара янында һыҡтап иланы,3шунан мәрхүмә эргәһенән китеп, хеттарға мөрәжәғәт итте:

4— Мин һеҙҙең арала килмешәк һәм ҡунаҡ ҡына. Мәрхүмә ҡатынымды ерләү өсөн миңә зыярат урыны бирегеҙсе.

5— Рәхим итә күр, әфәндебеҙ! — тине хеттар. — Һин хөрмәтле, Ал ла ның6һөйөклө бәндәһе. Мәрхүмәңде беҙҙең иң яҡшы зыяратыбыҙға ерлә, беҙҙең беребеҙ ҙә һиңә ҡәбер урыны биреүҙән баш тартмаҫ.

7Ибраһим, аяҡ өҫтө баҫып, ошо ерҙең халҡы хеттарға баш эйҙе лә:

8— Әгәр миңә мәрхүмәмде ерләргә рөхсәт итәһегеҙ икән, зинһар өсөн, Сохар улы Эфрондан миңә9баҫыуының ситендәге Махпела мәмерйәһен һатыуын һорағыҙ әле. Ул был ерҙе һеҙҙең алда үҙе һораған хаҡҡа миңә зыярат урыны итеп һатһын ине, — тине.

10Эфрон иһә халҡы араһында ултыра ине. Уның Ибраһимға яуабын ҡала ҡапҡаһы янында йыйылған барлыҡ хеттар ҙа ишет те:

11— Юҡ, әфәндем, был мәмерйәне мин һиңә баҫыуы менән бергә бирәм. Халҡымдың күҙ алдында бүләк итәм мин һиңә уны, ерлә, әйҙә, мәрхүмәңде.

12Был ер кешеләре алдында баш эйеп,13Ибраһим бөтә халыҡ ише тер лек итеп Эфронға:

— Мине тыңла әле, — тине. — Баҫыу өсөн һиңә көмөш бирәйем. Хаҡын ал, шунан мәрхүмәмде ерләрмен.

14Эфрон Ибраһимға:

15— Әфәндем, ерҙең хаҡы — дүрт йөҙ шекел көмөш, — тине. — Һинең менән миңә нимә генә инде был, әйҙә, ерләй күр шунда.

16Ибраһим Эфрон ҡуйған хаҡ менән килешеп, хет халҡы алдында сауҙагәрҙәр араһында йөрөгән ауырлыҡ үлсәме буйынса дүрт йөҙ шекел көмөш үлсәп бирҙе.17Шулай итеп, Эфрондың Мамре янындағы Махпелалағы баҫыуы, ундағы мәмерйә һәм баҫыуҙағы, уның тирә-яғындағы бөтә ағастар18Ибраһимдың милкенә күсте. Быға хет иленең ҡала майҙанында йыйылған бөтә халҡы шаһит булды.

19Ибраһим ҡаты ны Сара ны Ҡы на ан ерендә Мамре — хәҙер Хеврон — янындағы Махпела баҫыуы мәмерйәһендә ерләне.

20Хет халҡының баҫыуы менән ундағы мәмерйә Ибраһимға зыярат урыны булып ана шулай күсте.

Исхаҡтың өйләнгәне

ОЛ1Ибраһим ҡартайғайны, йәше өлкәнәйгәйне инде. Раббы уға бөтә яҡлап та фатихала булды.

2Ибраһим йортондағы бөтә донъяһын көтөп торған иң өлкән хеҙмәтсеһенә былай тине:

— Ҡулыңды минең йән еремә ҡуйып,3күк һәм ер Аллаһы Раббы исеме менән ант ит: улыңды бындағы Ҡынаан иле ҡыҙына өйләндермәйем,4ә һинең тыуған илеңә, туғандарың янына барып, Исхаҡҡа ҡатынды шунан алып ҡайтам, тип әйт.

5Хеҙмәтсеһе һораны:

— Әгәр ул ҡыҙ минең менән был илгә килергә теләмәһә, ни эшләргә? Мин улыңды үҙең килгән илгә алып китергә тейеш булам мы?

6— Һис юҡ! — тип яуап бирҙе Ибраһим. — Улымды унда алып китәһе булма!7Мине атам йортонан, тыуған илемдән алып килгән, «был ерҙәрҙе нәҫел-нәсәбеңә бирәсәкмен» тип ант иткән күк Аллаһы Раббы һинең алдыңдан мәлиген ебәрер. Шуға күрә һин унан минең улыма кәләш алып ҡайтырһың.

8Әгәр ҙә мәгәр ҡыҙ һинең менән килергә теләмәһә, антыңдан азат буласаҡһың, әммә улымды унда алып барма!

9Хеҙмәтсеһе хужаһының йән еренә ҡулын ҡуйып ант итте.

10Шунан ул хужаһының ун дөйәһен, зиннәтле әйберҙәрен алды ла Месопотамияға Нахор йәшәгән ҡалаға сәфәр сыҡты.

11Дөйәләрен ҡала янындағы ҡоҙоҡ эргәһендә туҡтатты. Эңер мәле, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һыу алырға сыҡҡан ваҡыты ине.

12Шунда Ибраһимдың хеҙмәтсеһе былай тине:

— Йә Раббым, хужам Ибраһимдың Аллаһы! Бөгөн юлымды хәйерле ит, хужамды ярҙамыңдан ҡалдырма!13Бына мин ҡала ҡыҙҙары һыуға йөрөй торған ҡоҙоҡ янында торам.14Уларҙың ҡайһыһы: «Көршәгеңдән һыу эсергә рөхсәт итһәңсе», — тип әйтеүемә: «Эс. Ҡана, мин дөйәләреңде лә һуғарайым», — тип яуап бирә, шул ҡыҙ ҡолоң Исхаҡҡа Һин насип иткән ҡатын булыр. Хужама Һин күрһәткән мәрхәмәттең билдәһе шул булһын!

15Шулай тип уйларға ла өлгөрмәне, Ибраһимдың ҡустыһы Нахор менән ҡатыны Милканың улы Бетуилдың ҡыҙы Рабиға, яурынына көршәген ултыртып, килеп тә етте.16Кейәүгә бармаған бик матур ҡыҙ ине ул. Ул, ҡоҙоҡ янына килеп, көршәгенә һыу алды ла кире боролдо.17Шул саҡ Ибраһимдың хеҙмәтсеһе уның ҡар шы һы на йүгереп сыҡты ла:

— Көршәгеңдән һыу эсер әле миңә! — тип үтенде.

18— Эсә күр, әфәндем, — тине Рабиға, шунда уҡ яурынынан көршәген төшөрөп, Ибраһимдың хеҙмәтсеһенә һыу эсерҙе.

19Шунан былай тине:

— Хәҙер мин дөйәләреңде лә һуғарам, әйҙә, туйғансы эс-һендәр.

20Ул һыуын тиҙ генә мал һуғара торған ялғашҡа ҡойҙо ла яңынан ҡоҙоҡҡа йүгерҙе — дөйәләрҙең бөтәһен дә һуғарып бөткәнсе шулай һыу ташыны ла ташыны.21Раббының үҙ юлын хәйерле иткәнме, әллә юҡмы икәнен аңларға теләп, хеҙмәтсе уны өндәшмәй генә ғәжәпләнеп күҙәтте.22Дөйәләре һыу эсеп туйғас, ул ярты шекел ауырлыҡтағы алҡа, ун шекел ауырлығындағы ике алтын беләҙек бүләк итте.

23— Кем ҡыҙы һин? — тип һораны. — Атаң йортонда ҡунып сығырлыҡ урын булмаҫмы икән?

24— Мин Милка менән Нахорҙың улы Бетуилдың ҡыҙы булам, — тип яуап бирҙе ҡыҙ. —25Беҙҙә малға аҙыҡ та, һалам да етерлек, йоҡларға ла урын табылыр.

26-27Шунда Ибраһимдың хеҙмәтсеһе, эйелеп, Раббыға доға ҡылды:

— Хужам Ибраһимдың Аллаһы Раббыға шөкөр! Әфәндемде фатихаһынан һәм мәрхәмәтенән айырманы. Раббы мине туп-ту ра хужамдың туғандары йортона алып килде!

28Рабиға өйөнә, әсәһе янына йүгереп ҡайтып, ҡунаҡ килеүе хаҡында хәбәр итте.29-30Рабиғаның Лаван тигән ағаһы бар ине. Һеңлеһендә алҡа менән беләҙектәрҙе күргәс, Рабиға теге кешенең нимә тураһында һөйләгәндәрен дә әйткәс, ҡоҙоҡ янына ашыҡты. Ибраһимдың хеҙмәтсеһе янына килде — ул дөйәләре менән һаман ҡоҙоҡ янында тора ине.

31— Рәхим ит, Раббы рәхмәтендәге кеше! — тине Лаван. — Ниңә бында тораһың, үҙеңә лә, дөйәләреңә лә урын әҙерләнем.

32Ибраһимдың хеҙмәтсеһе өйгә инде. Дөйәләрҙең йөгөн бушаттылар, уларға һалам менән аҙыҡ һалдылар, ә ҡунаҡ менән уның юлдаштарына аяҡтарын йыуырға һыу бирҙеләр.33Табынға ултырғас, Ибраһимдың хеҙмәтсеһе былай тине:

— Ашарҙан алда мине бында ни өсөн ебәргәндәрен һөйләргә те йеш мен.

— Һөйлә, улайһа, — тинеләр.

34— Мин Ибраһимдың хеҙмәтсеһемен, — тип һүҙ башланы ҡунаҡ. —35Раббы минең хужама мәрхәмәтен һалды, ул бик байып китте: эреле-ваҡлы малдары ла, алтын-көмөшө лә, хеҙмәтселәре лә, дөйә-ишәктәре лә күп уның.36Хужамдың ҡатыны Сара ҡартайғас ҡына уға бер ул табып биргәйне, бөтә мөлкәтен шул улына бирҙе.37Хужам минән ант иттерҙе. Улына ҡатынды әле ул йәшәп ятҡан Ҡынаан иле ҡыҙҙарынан түгел,38ә уның тыуған яғына барып, үҙенең нәҫел-нәсәбе араһынан алып ҡайтырға ҡушты.

39Хужамдан: «Әгәр ҡыҙ минең менән килергә риза булмаһа?» — тип һораным.40Ул әйтте: «Минең бөтә тормошом Раббы алдында булды. Ул мәлиген һинең менән бергә ебәреп, юлыңды хәйерле итер, — тине. — Улыма ҡатынды тыуған яҡтарымдан, үҙемдең нәҫел-нәсәбем араһынан алып ҡайтырһың.41Әгәр инде туғандарыма барып та, ҡыҙҙарын бирмәһәләр, ул саҡта биргән антыңдан азат булырһың».

42Бөгөн ҡоҙоҡ янына килдем дә былай тинем: «Йә Раббы, хужам Ибраһим Аллаһы! Әгәр юлымды хәйерле ҡылырға яҙғанһың икән,43бына мин әле ҡоҙоҡ янында торам. Һыу алырға килгән ҡыҙға мин: „Көршәгеңдән һыу эсер әле“, — тип әйтермен.44Әгәр ул: „Үҙең дә эс, дөйәләреңде лә һуғарырмын“, — тип яуап ҡайтарһа, хужамдың улына Раббы насип иткән ҡатындың шул икәнлеген аңлармын».

45Шулай тип уйларға ла өлгөрмәнем, яурынына көршәген ултыртып, Рабиға килде лә һыу ала башланы. Мин унан, һыу эсер әле, тип һораным.46Ул шунда уҡ көршәген һоноп: «Эс.

Мин һинең дөйәләреңде лә һуғарырмын», — тине. Үҙем дә эстем, дөйәләремде лә һуғарҙы.47Мин: «Кем ҡыҙы һин?» — тип һораным. Ул: «Нахор менән Милканың улы Бетуилдың ҡыҙы-мын», — тине. Шунан мин уға алҡа-беләҙектәр бирҙем.48Үҙем Раббы алдында баш эйҙем. Хужамдың улына ҡустыһының ҡыҙын алыр өсөн миңә тоғро юл күрһәткән Раббыға, хужам Ибраһим Аллаһына шөкөр ҡылдым.49Хәҙер инде миңә шуны әйтегеҙ: хужамдың теләген үтәргә ниәтегеҙ бармы һеҙҙең? Яуап бирегеҙ, миңә ни эшләргә икәнен хәл итергә кәрәк.

50Лаван менән Бетуил:

— Раббы эше был, — тип яуап ҡайтарҙы. — Беҙ һиңә яҡшынан да, насарҙан да бер нәмә лә әйтә алмайбыҙ.51Бына Рабиға ҡаршыңда, уны үҙең менән алып кит. Раббының ихтыяры менән хужаңдың улына ҡатын булһын әйҙә.

52Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ибраһимдың хеҙмәтсеһе Раббы алдында баш эйҙе.53Шунан ул Рабиғаға зиннәтле кейемдәр, алтын-көмөш биҙәүестәр сығарып бирҙе, шулай уҡ уның ағаһы менән әсәһенә лә затлы бүләктәр өләште.54Аҙаҡтан ул юлдаштары менән бергә ашап-эсте лә йоҡларға ятты. Иртән торғас, Ибраһимдың хеҙмәтсеһе:

— Хужама ҡайтырға рөхсәт итегеҙ, — тине.

55Ләкин ҡыҙҙың ағаһы менән әсәһе:

— Ҡыҙ беҙҙең менән ун ғына көн булһа ла торһон әле, шунан китерһегеҙ, — тинеләр.

56— Тотҡарламағыҙ мине, — тине хеҙмәтсе. — Раббы юлымды хәйерле иткән икән, ебәрегеҙ мине, ҡайтайым хужама.

57— Ҡыҙҙы саҡырып һорайыҡ, ул ни әйтер, — тинеләр.

58Рабиғаны саҡырҙылар ҙа:

— Ошо кеше менән китәһеңме? — тип һоранылар.

— Китәм, — тине ул.

59Рабиғаны, уның һөт әсәһен, Ибраһимдың хеҙмәтсеһен һәм юлдаштарын — барыһын да оҙатып ебәрҙеләр.60Рабиғаға фатиха биреп, ошо һүҙҙәрҙе әйттеләр:

— Нәҫел-нәсәбең, һылыуҡайыбыҙ,

Мең булһын, ун мең булһын!

Һинең балаларың алдында

Дошман ҡап ҡа лары ҡола һын!

61Рабиға менән уның хеҙмәтселәре дөйәләргә атланды ла Ибраһимдың хеҙмәтсеһе ар ты нан эйәрҙе.

62Исхаҡ яңы ғына Беғер-Лахай-Роиҙан ҡайтҡайны. Был ваҡытта ул Негевта йәшәй ине.63Кисләгәс кенә ул яланға сығып, уйға батып йөрөй ине, ҡараһа — дөйәләр килә.64Рабиға, Исхаҡты күргәс, дөйәһенән төштө.

65Ибраһимдың хеҙмәтсеһенән:

— Ялан буйлап беҙҙең ҡаршыға килгән кеше кем ул? — тип һо ра ны.

— Был минең хужам, — тине хеҙмәтсе.

Быны ишеткәс, Рабиға бөркәнсеген алып ябынды.

66Хеҙмәтсе иһә Исхаҡҡа үҙенең сәфәре хаҡында һөйләне.

67Шунан һуң Исхаҡ Рабиғаны әсәһе Сараның сатырына алып

инде, уны ҡатыны итте. Исхаҡ Рабиғаны яратты, мәрхүмә әсәһе тураһындағы ҡайғыһы баҫылды.

Ибраһимдың аҙаҡҡы йылдары һәм тоҡомдары

О ^1Ибраһим тағы өйләнде, ҡатынының исеме Кәтүрә ине.

2Унан Зимран, Йокшан, Медан, Мәдйән, Ишбак, Шуах исемле балалары тыуҙы.3Йокшандың Шева һәм Дедан исемле улдары булды. Ашшурим, Летушим, Леуммим — Дедандың улдары.4Мәдйәндең уландары: Эфа, Эфер, Ханох, Авида, Элдаға. Улар ба ры һы ла — Кәтүрәнең ба ла ла ры.

5Ибраһим бөтә мөлкәтен Исхаҡҡа бирҙе.6Ә башҡа ҡатындарынан тыуған улдарына Ибраһим, үҙе тере саҡта уҡ, мул итеп бүләктәр биреп, көнсығышҡа — шул яҡтағы ерҙәргә ебәрҙе — Исхаҡ янынан алыҫҡараҡ оҙатты уларҙы.

7Ибраһим йөҙ ҙә етмеш биш йыл йәшәне.8Ул ныҡ ҡартайып, фани донъяла күререн күреп, хөрмәтле аҡһаҡал булып вафат булды — әхирәткә китте.

9Улдары Исхаҡ менән Исмәғил уны хет кешеһе — Сохар улы Эфрондың баҫыуындағы Махпела мәмерйәһендә ерләне.

10Ибраһим уны хеттарҙан һатып алғайны; Ибраһим менән Сара ана шунда күмелгән.11Ибраһим үлгәндән һуң, Раббы Исхаҡҡа фатихаһын бирҙе. Исхаҡ Беғер-Лахай-Роиҙа йәшәй ине.

12Бына Ибраһим улы Исмәғилдең — Сараның хеҙмәтсеһе мысыр Хәжәрҙән тыуған улының — һәм уның нәҫел-нәсәбенең шәжәрәһе.

13Исмәғилдең улдарының исемдәре: Невайот (Исмәғилдең баш балаһы), Кедар, Адбеел, Мивсам,14Мишма, Дума, Масса,

15Хадад, Тема, Йетүр, Нафиш һәм Кедма.16Исмәғилдең улдары былар — йәшәгән һәм күсеп йөрөгән урындарында уларҙың исемдәре. Ун ике ырыуҙың ун ике юлбашсыһы булды улар.

17Исмәғил йөҙ ҙә утыҙ ете йыл йәшәп вафат булды, теге донъяға ата-бабалары янына китте.18Уның нәҫел-нәсәбе Хавиланан алып Шурға тиклемге ерҙәрҙә йәшәне, был ерҙәр Ассирияға барған юлда, Мысыр сигендә урынлашҡан. Тик ағай-энеләр үҙ-ара татыу бул ма ны.

Исхаҡ менән Яҡуп Ғаяз менән Яҡуп


19Бына Ибраһимдың улы Исхаҡтың шәжәрәһе.

Ибраһимдың улы Исхаҡ20арами Лавандың һеңлеһе, Паддан-Арамдан арами Бетуилдың ҡыҙы Рабиғаға өйләнгәнендә Исхаҡҡа ҡырҡ йәш тулғайны.21Исхаҡ, ҡатынының ауырға ҡалыуын теләп, Раббыға ялбарҙы, сөнки ул түлһеҙ ине. Раббы уның теләген ҡабул ҡылды, Рабиға ауырға ҡалды.22Улдары ҡорһағында саҡта уҡ тибешә башланы. Рабиға:

— Был ни булыр икән? — тип аптырап, Раббынан һорарға китте.23Әйтте уға Раббы:

— Ике халыҡ һинең ҡарыныңда, ике ырыу һинән яралыр.

Береһе еңеп сығыр икенсеһен, ҙуры кесеһенә хеҙмәт итер.

24Бына уның бала табыр ваҡыты етте — игеҙәктәр тыуҙы.

25Тәүгеһе донъяға ерән сәсле, йәнлек тиреһе һымаҡ ялбыр булып тыуҙы; уға Ғаяз тип исем ҡуштылар.26Уның артынан, Ғаяздың үксәһенә йәбешеп, икенсеһе тыуҙы, уны Яҡуп тип атанылар. Улар тыуғанда Исхаҡҡа алтмыш йәш ине.

27Малайҙар үҫте. Ғаяз гел ялан ҡы ҙырыр булды, мәргән һунарсы булып китте, ә Яҡуп сатырҙан сыҡмай торған тыныс егет ине.28Исхаҡ Ғаязды яратыңҡырай, ул тотоп алып ҡайтҡан ҡош-ҡорт менән һыйланыу оҡшай ине. Ә Рабиға Яҡупты яҡы ны раҡ күрҙе.

29Бер ваҡыт Яҡуп ашарға бешереп торғанда, Ғаяз арып һунарҙан ҡайтып инде.

30— Бынауы ҡыҙыл нәмәңде ашат әле, — тине ул Яҡупҡа. — Мин бик арыным. (Шунлыҡтан уға Идум, йәғни «ҡыҙыл» тигән ҡушамат бирелде.)

31— Баш бала хоҡуғын һатһаң, — тине уға Яҡуп.

32— Минең тәүге бала булыуымдан ни файҙа? — тине Ғаяз. — Мин хәҙер астан үләм!

33— Тәүҙә ант ит! — тине Яҡуп. Ғаяз, ант итеп, Яҡупҡа баш бала булыу хоҡуғын бирҙе.

34Яҡуп Ғаязға икмәк килтерҙе, яҫмыҡтан бешергән ашын ашатты. Ғаяз ашап-эсте лә тороп китте, баш бала булыу хоҡуғына иҫе лә китмәне.

Рабиға менән Исхаҡ һәм Авимелех


О1Илдә тағы аслыҡ башланды, ул Ибраһим заманындағы йотлоҡтан да көслөрәк ине. Исхаҡ Герарға, Пелешти бат ша һы Авимелехҡа китте.2Раббы Ис хаҡ ҡа кү ре неп:

— Барма Мысырға, — тине. — Мин күрһәткән ерҙә йәшә.3Был ер һине ҡабул итер, ә Мин һине ташламам, фатихамда булырһың. Атайың Ибраһимға биргән вәғәҙәмдә торормон: бөтә был ерҙәрҙе һиңә, һинең нәҫел-нәсәбеңә бирермен.4Тоҡомоңдо сикһеҙ арттырырмын, күктәге йондоҙҙар күпме булһа, шул саҡлы буласаҡ улар, бөтә был ерҙәрҙе Мин уларға бирәм. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар һинең тоҡомоң аша фатихалы булыр —5атайың Ибраһим Мин бойорғандың барыһын да эшләгәне, Мин ҡушҡандарҙы, ҡанундар һәм ҡағиҙәләрҙе үтәгәне өсөн булыр был.

6Исхаҡ Герарға күсеп килде.7Бындағы кешеләр ҡатыны Рабиға тураһында һорашҡас:

— Һеңлем ул минең, — тип яуап бирҙе.

Ҡатыным, тип әйтергә ҡурҡты ул, Рабиғаның матурлығын күреп, мине үлтерерҙәр ҙә үҙҙәренә алырҙар, тип уйланы.

8Әммә байтаҡ ҡына ваҡыт йәшәгәс, Пелешти батшаһы

Авимелех тәҙрәнән Исхаҡтың ҡатынын иркәләгәнен күреп ҡалды.9Ул Ис хаҡ ты саҡыр тып алды ла:

— Ул һинең ҡатының да баһа! Ниңә уны һеңлем тип әйттең? — тип һораны.

— Уның арҡаһында мине үлтереп ҡуйырҙар, тип ҡурҡтым, — тине Исхаҡ.

10— Ни эшләйһең һин? — тине Авимелех. — Беҙҙең аранан берәйһе ҡатының менән йоҡлаған булһа, ниндәй гонаһҡа батыр инек!

11Авимелех бөтә халҡына шундай иғлан һалды:

— Берәйһе был кешегә йәки уның ҡатынына тейә икән, ул кеше үлемгә хөкөм ителәсәк.

12Был илгә күсеп килгәс, Исхаҡ арпа сәсте. Раббының рәхмәте төшөп, ул йылда Исхаҡ йөҙ тапҡыр арттырып уңыш алды.

13Исхаҡ байығандан-байый барып, ысын байға әйләнде.14Уның эреле-ваҡлы малдары, һөрөнтө ерҙәре күбәйҙе. Пелештиҙәр унан көнләшә башланы.15Атаһы Ибраһим иҫән саҡта уҡ уның хеҙмәтселәре ҡаҙған бөтә ҡоҙоҡтарҙы пелештиҙәр тупраҡ менән күмеп бөттө.16Авимелех Исхаҡҡа былай тине:

— Кит бынан. Һин беҙгә ҡарағанда бик ныҡ көсәйҙең.

17Исхаҡ, унан китеп, Герар үҙәнендә урынлашты һәм шунда сатырҙарын ҡороп ебәрҙе.18Исхаҡ атаһы Ибраһим ҡаҙған һәм ул вафат булғандан һуң пелештиҙәр күмеп бөткән ҡоҙоҡтарҙы яңынан ҡаҙа башланы. Был ҡоҙоҡтарға ул ҡасандыр атаһы ҡушҡан исемдәрҙе бирҙе.19Бер ваҡыт уның хеҙмәтселәре үҙәндә ҡоҙоҡ ҡаҙып һыу сығарҙы,20әммә Герар көтөүселәре: «Был беҙҙең һыу», — тип Исхаҡтың көтөүселәре менән бәхәсләшеп китте. Ыҙғыш ҡоҙоҡ өсөн сыҡҡанлыҡтан, уға Эсек — «ыҙғыш» тип исем бирҙеләр.21Тағы бер ҡоҙоҡ ҡаҙҙылар, уның өсөн дә бәхәс сыҡты, һәм уны Ситна, йәғни «дошманлыҡ» тип атанылар.

22Шунан Исхаҡ, тағы арыраҡ китеп, икенсе бер ҡоҙоҡ ҡаҙҙы, бында инде бәхәс ҡупманы, һәм уға Реховот — «иркенлек» тип исем ҡуштылар. «Бына хәҙер Раббы, беҙ күбәйеп китһен тип, иркенлек бирҙе» тигәнде аңлата был һүҙ.

23Бынан ул Бәғәр-Шәвәгә күсте.24Шул төндә уға Раббы күренде.

— Мин Ибраһимдың, һинең атайыңдың, Аллаһымын, — тине Ул. — Ҡурҡма, Мин һинең менән. Һиңә фатихамды бирермен һәм ҡолом Ибраһим хаҡына арттырырмын.

25Исхаҡ, ошо ерҙә ҡорбан усағы яһап, Раббыға доға ҡылды, сатырҙарын ҡороп ебәрҙе, ә хеҙмәтселәре ҡоҙоҡ ҡаҙырға кереште.26Авимелех, кәңәшсеһе Ахуззат һәм ғәскәр башлығы Пихолды эйәртеп, Герарҙан Исхаҡ янына килде.

27— Ниңә килдегеҙ әле миңә? — тине Исхаҡ. — Һеҙ бит мине кү рал ма йынса ҡыуып ебәргәйнегеҙ!

28— Раббының һине ташламағанын күреп торабыҙ, — тине улар, — шуға күрә беҙ, бер-беребеҙгә ант итешеп, килешеү төҙөйөк тип уйланыҡ.29Һинең беҙгә, беҙҙең һиңә зыяныбыҙ теймәһен. Һиңә беҙ ҙә насарлыҡ ҡылманыҡ бит, яҡшылыҡ менән ебәрҙек. Хәҙер инде һин Раббының рәх мә тен дә.

30Исхаҡ уларға мәжлес ойошторҙо.31Иртән торғас, улар бер-береһенә ант биреште. Исхаҡ ҡунаҡтар менән хушлашты, улар иҫән-аман ҡайтып китте.32Шул көндә үк ҡоҙоҡ ҡаҙған хеҙмәтселәр килеп, Исхаҡҡа һыу табыуҙары хаҡында хәбәр итте.33Исхаҡ был ҡоҙоҡҡа Шива тип исем бирҙе. Шуға күрә ҡаланың бөгөнгө исеме Бәғәр-Шәвә.

Алла тарафынан фатихаланған кеше — Яҡуп

34Ғаяз ҡырҡ йәшендә хет Беғерҙең ҡыҙы Йеһудит менән хет Элондың ҡыҙы Басматҡа өйләнде.35Был ҡатындар Исхаҡ менән Рабиғаның башына бер көйөк булды.

О ^71Бер ваҡыт инде ҡартайған һәм күҙе бик насар күргән Исхаҡ өлкән улын үҙ янына саҡыртып алды.

— Улым! — тине ул Ғаязға.

— Эйе, мин, атай! — тип яуап бирҙе Ғаяз.

2Исхаҡ былай тине:

— Мин ҡартайҙым инде, күпме йәшәрмен — белмәйем.3Ҡоралыңды — уҡ-һаҙағыңды алып, яландан ҡыр йәнлеге атып алып ҡайт әле.4Шуны тәмле итеп мин яратҡанса бешер ҙә һыйла мине, шунан һиңә бәхиллегемде бирермен.

5Рабиға Исхаҡтың Ғаяз менән һөйләшкәнен ишетеп ҡалды. Ғаяз һунарға киткәс,6ул улы Яҡупҡа былай тине:

— Мин атайыңдың Ғаязға, һунарға барып,7ҡыр йәнлеге атып килтерергә лә уны тәмле итеп әҙерләргә ҡушҡанын ишеттем.

Атайың һыйланып алғас, Раббы ҡаршыһында Ғаязға үҙенең бәхиллеген бирәсәк.8Хәҙер, улым, мине тыңла: ни эшләргә кәрәклеген әйтәм.9Көтөүгә бар ҙа көр генә ике кәзә бәрәсен һайлап алып ҡайт. Мин уларҙы атайың яратҡанса тәмле итеп бе ше рер мен дә,10һин уны атайыңа алып барырһың, ул ашар ҙа бәхиллеген һиңә бирер.

11— Ағайым йөнтәҫ бит, — тине Яҡуп, — ә минең тәнем шыма.12Бәлки, атайым мине һыйпап ҡарарға булыр? Әгәр ул алдағанымды белеп ҡалһа, мине фатиха түгел, ҡәһәр көтә.

13Әммә әсәһе былай тине:

— Төшһә, был ҡәһәр миңә төшһөн, улым. Һин минең һүҙемде тыңла ла әйткәнемде эшлә.

14Яҡуп кәзә бәрәстәрен һуйып килтерҙе, ә Рабиға уларҙы Исхаҡ яратҡанса тәмле итеп бешерҙе.15Шунан ул өлкән улы Ғаяздың өйҙә булған иң яҡшы кейемдәрен алды ла кесе улы Яҡупҡа кейҙерҙе.16Яҡуптың ҡулдары менән муйынын кәзә тиреһе менән ҡапланы.17Яҡупҡа бешергән ит менән икмәк тотторҙо.18Ул атаһы янына инде лә:

— Атай! — тине.

— Эйе, мин, улым, ә һин улдарымдың ҡайһыһы? — тине Исхаҡ.

19— Мин Ғаяз, һинең өлкән улың, — тип яуап бирҙе Яҡуп. — Әйткәнеңде эшләнем. Тороп ултыр ҙа мин аулаған йәнлек итен аша, шунан миңә үҙеңдең фатихаңды бирерһең.

20— Улым, нисек һин улай йәнлекте бик тиҙ тота алдың? — тип һо ра ны Исхаҡ.

Тегеһе:

— Раббы, һинең Аллаң, миңә ярҙамын бирҙе, — тине.

21— Яҡыныраҡ кил әле, — тине Исхаҡ. — Ҡана, мин һине һыйпап ҡарайым, һин Ғаязмы, әллә түгелме?

22Яҡуп атаһы янына килде. Атаһы уны ҡапшап ҡараны ла:

— Тауышы Яҡуптыҡы, ә ҡулдары Ғаяздыҡы, — тине.

23Яҡуптың ҡулдары Ғаяздыҡы кеүек йөнтәҫ булғанлыҡтан, таныманы уны, бәхиллеген бирҙе.

24— Һин ысынлап та улым Ғаязмы? — тип һораны ул Яҡуптан.

— Эйе, мин, атай, — тине тегеһе.

25Әйтте Исхаҡ:

— Һыйыңды бир, улым, ашайым да һине бәхилләйем.

Яҡуп атаһына ашарға һыйын, эсергә шарабын бирҙе.26Ашап

бөткәс, Исхаҡ:

— Кил, улым, үп мине, — тине.

27Яҡуп яҡын килеп атаһын үпте, кейеменән сыҡҡан еҫте һиҙеп, Исхаҡ уны ошо һүҙҙәр менән бәхилләне:

— Улым еҫе — Раббы биргән яландар еҫе ул,

28Күктән төшөр ысыҡты ла, ерҙә үҫер емеште лә,

Игенен дә, шарабын да мулдан бирһен Раббы.

29Күп ҡәүемдәр һиңә хеҙмәт итһен,

Баш эйһендәр һиңә ырыуҙар.

Ағай-энеләреңә лә хужа булырһың һин,

Әсәң уландары һиңә баш эйер.

Һине ҡәһәрләгән кеше ҡәһәр алыр,

Һиңә фатиха биргән үҙе фатихалы булыр.

30Исхаҡ Яҡупҡа бәхиллеген биреп, Яҡуп атаһы янынан сығып китеү менән, Ғаяз ауҙан ҡайтып инде.31Ул тәмле итеп ашарға әҙерләне лә атаһына алып килде:

— Тор, атай, һунарҙан алып ҡайтҡан ризығымды аша, бәхиллә мине! — тине.

32— Һин кем? — тип һораны атаһы.

— Мин һинең өлкән улың Ғаяз, — тип яуап бирҙе ул.

33Исхаҡ, ҡау шауы нан ҡал ты ра нып:

— Ә һин килгәнсе үк мине һунарҙан алып ҡайтҡан ит менән һыйлаған кеше кем булды һуң? — тип һораны. — Мин уны бәхилләнем бит. Хәҙер ул фатихалы булды инде.

34Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ғаяз әсенеп ҡысҡырып ебәрҙе лә ата һы нан:

— Улайһа, мине лә бәхиллә, атай! — тип үтенде.

35— Ҡустың килгән булған миңә, — тине Исхаҡ. — Ул алдап һиңә тейеш фатиханы алған.

36Әйтте Ғаяз:

— Уның исеме юҡҡа ғына Яҡуп түгел — ул мине ике тапҡыр отто инде! Тәүҙә ул минең баш бала булыу хоҡуғымды тартып алды, ә хәҙер миңә тейешле бәхиллек тә юҡ!

— Шулай итеп, минең өсөн бер ниндәй ҙә фатиха ҡалманымы ни инде? — тип һо ра ны Ғаяз ата һы нан.

37Исхаҡ былай тип яуап бирҙе:

— Мин уны һинең хакимың итеп ҡуйҙым, бөтә туған-тыумасаны уға хеҙмәтсе иттем, икмәк тә, шарап та бирҙем. Һинең өсөн нимә генә эшләй алам инде мин, улым?

38— Атай, һинең фатихаң берәү генәме ни һуң? — тип һораны Ғаяз Ис хаҡ тан. — Мине лә бәхиллә, атай!

Ғаяз илап ебәрҙе,39ә Исхаҡ уға былай тине:

— Ысыҡ төшөр яҡшы ерҙән Ауылдарың алыҫ булыр.

40Ҡылысың ни тапһа, йәшәүең шунан булыр,

Хеҙмәт итерһең һин ҡустыңа.

Әммә килер бер көн — һин ярһырһың,

Елкәңдәге ҡамыттан ҡотолорһоң.

41Ғаяз аталарынан хәйләләп алған фатиха өсөн Яҡупҡа асыу тотто. «Атайыбыҙ вафат булһа, — тип уйланы Ғаяз, — Яҡупты үлтерәсәкмен!»42Әммә Рабиғаға өлкән улының уйын еткерҙеләр. Ул Яҡупты, кесе улын, үҙ янына саҡыртып алды ла былай тине:

— Ағайың Ғаяз һине үлтерергә итә.43Мин әйткәнде тыңла, улым: ағайым Лаван янына, Харранға ҡас.44Ағайыңдың ярһыуы ҡайтҡансы, уның һиңә булған асыуы бөтөп, һинең был ҡылығыңды онотҡансы,45шунда йәшәп тор. Һуңынан кеше ебәртеп, һине унан алдыртырмын. Юғиһә мин бер көндә икегеҙҙән дә тороп ҡалырмын бит.

46Шунан Рабиға Исхаҡҡа былай тине:

— Был хет ҡыҙҙары миңә һис кенә лә оҡшамай. Әгәр Яҡуп та бындағы берәй хет ҡыҙына өйләнеп ҡуйһа, ят та үл!

О ОхИсхаҡ Яҡупты саҡырып алды ла, уға фатихаһын биреп, өгөт-нә си хә тен әйтте:

— Ҡынаан ҡыҙҙарына өйләнәһе булма.2Паддан-Арамға барып, әсәйеңдең атаһы, йәғни ҡартатайың Бетуилға бар, әсәйеңдең ағаһы Лаван ҡыҙҙарының береһенә өйлән.3Ҡөҙрәтле Алланың рәхмәте төшһөн һиңә! Нәҫел-ырыуыңдың үрсемле, бик күп булыуын, һинән бик күп халыҡтарҙың таралыуын насип итһен Ул.4Раббы Үҙе Ибраһимға биргән фатихаһын һиңә һәм һинең нәҫел-ырыуыңа ла бирһен — шул саҡта үҙең килмешәк булып йәшәгән ергә, Алла Ибраһимға биргән ергә, хужа булырһың!

5Исхаҡ улы менән хушлашты, Яҡуп Паддан-Арамға арами Бетуилдың улы Лаванға китте. Лаван Яҡуп менән Ғаяздың әсәһе Рабиғаның ағаһы ине.

6Ғаяз Исхаҡтың Яҡуп ҡа фатиха биреп, уны Паддан-Арамға ҡатын алырға ебәреүен, атаһының, фатиха биреү менән бергә, Яҡупҡа Ҡынаан ҡыҙҙарынан ҡатын алмаҫҡа ҡушыуын белде7һәм Яҡуптың, ата-әсәһе һүҙен тыңлап, Паддан-Арамға киткәнен дә ишетте.8Шунда Ғаяз Ҡынаан килендәрҙең атаһына оҡ-шамауын аңланы.9Исмәғил ырыуына китте. Ибраһимдың улы Исмәғилдең ҡыҙы Невайоттың һең леһе Ма ха лат ҡа өйләнеп, уны башҡа ҡатындары янына алып ҡайтты.

10Яҡуп, Бәғәр-Шәвәнән китеп, Харранға табан юл алды.11Бер изге урынға барып еткәндә, ҡараңғы төшкәйне. Ул баш аҫтына таш һалды ла йоҡларға ятты.12Төшөндә ул ерҙән күккә ашып торған баҫҡыс күрҙе, ул баҫҡыс буйлап Алланың фәрештәләре менеп-төшөп йөрөй, имеш.13Иң өҫтә торған Раббы Яҡупҡа әйтә, имеш:

— Мин һинең ата-бабаң булған Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы. Әле үҙең ятҡан ерҙе Мин һиңә һәм нәҫел-ырыуыңа бирәм.14Ҡом бөртөгө күпме булһа, нәҫел-ырыуың да шул саҡлы күп булыр, улар көнбайышҡа ла, көнсығышҡа ла, төньяҡҡа һәм көньяҡҡа ла таралып ултырыр. Ерҙәге бөтә халыҡтар һинән һәм һинең нәҫел-ырыуыңдан фатихалы булыр.15Ҡайҙа ғына барһаң да, Мин һинең менән булырмын; Мин һине һаҡлармын — кире был илгә ҡайтарырмын. Биргән вәғәҙәмде үтәмәйенсә, Мин һине таш ла мам.

16Яҡуп йоҡоһонан уянды ла әйтте:

— Хаҡтыр бына, Раббы булған урын да баһа был, ә мин шуны белмәгәнмен дә.

Шунан ул, шом ла нып:

17— Ҡурҡыныс урын бит был! — тине. — Был бит — Алла йорто, күк ҡапҡаһы.

18Иртәгәһен Яҡуп торҙо ла баш аҫтына һалған ташты алып баҫтырып ҡуйҙы һәм уға зәйтүн майы ҡойҙо.19Был урынды ул Бейт-Ил тип атаны, элек ҡала Луз тип аталған булған.

20Яҡуп шундай нәҙер әйтте:

— Әгәр Алла мине ташламаһа, юлда мине һаҡлап, ризыҡ һәм кейем бирһә,21әгәр атам йортона иҫән-аман ҡайта алһам, Раббы минең Аллам булыр.22Мин ҡуйған изге таш Алла Йорто булыр, миңә биргән бөтә нәмәнең унынсы өлөшөн Һиңә бирәсәкмен.

Яҡуптың Лаванға ҡалым хаҡына хеҙмәт иткәне

О О1Яҡуп юлын дауам итеп, көнсығыш халыҡтары йәшәгән^ Уергә етте.2Ул яланда бер ҡоҙоҡ күрҙе. Ҡоҙоҡ эргәһендә өс һарыҡ көтөүе ята ине. Малдарҙы шул ҡоҙоҡтан һуғаралар, әле иһә уның ауыҙы ҙур таш менән ябылғайны.3Бөтә көтөүҙәр ҙә йыйылғас, көтөүселәр был ташты шыу ҙы рып, һарыҡтарҙы һуғара ла һуңынан ташты кире ябып ҡуя икән.

4— Һеҙ ҡайҙан, туғандар? — тип һораны Яҡуп көтөүселәрҙән.

— Харрандан, — тип яуап бирҙе улар.

5Ул:

— Һеҙ Нахор улы Лаванды белмәйһегеҙме? — тип һораны.

— Беләбеҙ, — тинеләр.

6— Нисек йәшәп ята әле ул? — тип һораны Яҡуп.

— Иҫән-һау, — тинеләр уға. — Ана, уның ҡыҙы Рәхилә лә һа рыҡ та ры менән килә.

7— Көн оҙон бит әле, — тине Яҡуп көтөүселәргә, — малды йыйырға иртә. Һарыҡтарығыҙҙы эсерегеҙ ҙә тағы көтөүгә ҡыуығыҙ.

8Улар:

— Көтөүҙәрҙең барыһы ла йыйылып, ташты шыуҙырмайынса ҡуҙғала алмайбыҙ. Шунда ғына беҙ һарыҡтарҙы һуғарабыҙ, — тип яуап ла ны.

9Улар һөйләшкән арала атаһының ваҡ мал көтөүе менән Рәхилә лә килеп етте. Ул һарыҡ көтә ине.10Көтөүе менән килгән Рәхиләне күреп, Яҡуп ҡоҙоҡ янына килде лә, ташты шыуҙырып, һарыҡтарҙы һуғарҙы.11Шунан ул, Рәхиләне үбеп, ҡыс ҡы рып илап ебәрҙе12һәм уға:

— Мин һинең атайыңдың туғанымын, Рабиғаның улы булам, — тине.

Рәхилә был хәбәрҙе атаһына әйтергә йүгерҙе.13Лаван, һеңлеһенең улы килгәнен ишетеп, йүгереп ҡаршы сыҡты, уны ҡосаҡлап үпте, өйөнә алып инде. Яҡуп үҙе хаҡында һөйләгәс,

14Лаван:

— Һин минең ҡан ҡәрҙәшем, — тине.

Яҡуптың Лаванда йәшәй башлауына ай тулғас,15Лаван уға:

— Туғаным булғас та, һин миңә бушҡа эшләмәҫһең бит инде? — тине. — Нимә менән түләргә икәнлеген әйт.

16Лавандың ике ҡыҙы бар ине, өлкәне — Лиә, ә кесеһе Рәхилә исем ле ине.17Лиәнең күҙе насар күрә, ә Рәхилә төҫкә-башҡа ла, буй-һынға ла матур ине.18Яҡуп Рәхиләгә ғашиҡ булды һәм Лаванға:

— Мин кесе ҡыҙың Рәхилә өсөн һиңә ете йыл эшләрмен, — тине.

19— Ярар, — тине Лаван, — сит кешегә биргәнсе, һиңә сыҡһын; йәшә миндә.

20Яҡуп Рәхилә өсөн ете йыл эшләне, әммә был ете йыл уға ете көн һымаҡ та булманы — ул уны шулай ныҡ ярата ине.

21Бына бер саҡ ул Лаванға:

— Ҡыҙыңды бир инде. Ваҡыт етте, ул минеке булырға тейеш, — тине.

22Лаван, күрше-күләнен йыйып, туй үткәрҙе.23Кис булғас, ул Яҡупҡа Лиәне алып килде: Яҡуп уның менән йоҡланы.24Лаван ҡол ҡыҙ Зилпаны ҡыҙы Лиәгә хеҙмәтсе итеп бирҙе.

25Иртән торһалар, Яҡуп эргәһендә — Лиә!

— Нишләттең мине? — тине Яҡуп Лаванға. — Мин һиңә Рәхилә өсөн эшләмәнемме ни? Ниңә алданың һин мине?

26Лаван былай тине:

— Беҙҙең яҡтарҙа ҡыҙҙың кесеһен олоһонан алда бирмәйҙәр.

27Олоһоноң туй аҙнаһы бөткәс, беҙ һиңә кесеһен дә бирербеҙ, ә бының өсөн һин миңә тағы ете йыл эшләрһең.

28Яҡуп буйһондо. Бер аҙна үткәс, Лаван уға ҡыҙы Рәхиләне лә бирҙе,29ә Рәхиләгә хеҙмәтсе итеп үҙенең хеҙмәтсеһе Бил-һаны бирҙе.30Яҡуп Рәхилә менән йоҡланы, уны ул Лиәгә ҡарағанда нығыраҡ яратты. Рәхилә өсөн ул Лаванда тағы ете йыл эшләне.

Яҡуптың улдары һәм ҡыҙы

31Раббы күрҙе: ире Лиәне бөтөнләй яратмай, шуға уны түлле итте, ә Рәхилә бала тапманы.32Лиә ауырға ҡалды ла ул тапты, уға Рәүвән тип исем бирҙе.

— Раббы минең ҡайғымды күрҙе, — тине ул. — Хәҙер инде ирем мине яратыр.

33Лиә тағы ауырға ҡалып, тағы ла ул тапты.

— Раббы минең һөйөлмәй йәшәүемде ишетте, — тине Лиә, — миңә тағы бер ул бирҙе.

Малайға Шимон тип исем ҡушты.

34Һуңыраҡ тағы ауырға ҡалды, йәнә улы тыуҙы.

— Хәҙер инде ирем минән ситләшмәҫ, — тине ул, — мин бит уға өс ул табып бирҙем.

Улын Леви тип атаны.

35Лиә йәнә ауырға ҡалды — тағы ул тапты.

— Инде Раббыға рәхмәттәр уҡыйым! — тине һәм улына Йәһүҙә тип исем ҡушты. Шунан ул бала табыуҙан туҡтаны.

О /'Л1Яҡупҡа бала таба алмағаны өсөн Рәхилә апаһына ҡарата көнсөллөк менән янды.

— Бала бир миңә, — тине ул Яҡупҡа, — юғиһә мин үләм!

2Әммә Яҡуп, асыуланып:

— Мин ни эшләйем? Түлһеҙ иткән Алламы ни мин һиңә? — тип яуап бирҙе.

3— Бына һиңә минең хеҙмәтсем Билһа, — тине Рәхилә. — Йоҡла шуның менән. Ул тапҡан баланы теҙемә ҡабул итәйем дә, исмаһам, ул сабый минеке булыр!

4Рәхилә Яҡупҡа хеҙмәтсе ҡыҙ Билһаны ҡатын итеп бирҙе. Яҡуп уның менән йоҡланы,5Билһа ауырға ҡалды ла Яҡупҡа ул табып бирҙе.

29:32-30:24 Был главалағы исемдәр һүҙ уйнатыуға ҡоролған. Йәһүдсә Рәүвән — «Ҡара, ир бала» йәки «ҡайғымды күрҙе», Шимон — «ишетте», Леви — «йәбешкән», Йәһүҙә — «рәхмәт уҡыйым», Дан — «мине ғәҙел хөкөм итте», Нафтали — «мин көрәштем», Ғад — «далан», Ашер — «бәхетле», Исасхар — «бүләк», Зевулун — «мине өлкән ҡатыны итеп таныны», Йософ — «алды» йәки «тағы бала өҫтәһен» тигән мәғәнәләге һүҙҙәргә ауаздаш.

6Әйтте Рәхилә:

— Миңә Алла хөкөмөн ҡылды. Ул, теләгемде ҡабул итеп, миңә ул бирҙе.

Ул малайға Дан тип исем ҡушты.

7Ә Билһа, яңынан ауырға ҡалып, Яҡупҡа тағы бер малай табып бирҙе.

8— Апайым менән йәнасыҡ ярыштым мин, — тине Рәхилә, — бына мин еңдем.

Ул малайға Нафтали тип исем ҡушты.

9Ул арала Лиә, үҙенең бала тапмаҫын белеп, хеҙмәтсеһе Зилпаны Яҡупҡа ҡатын итеп бирҙе.10Зилпа ла Яҡупҡа ул тапты.

11— Иш булды! — тине Лиә.

Малайға Ғад тип исем бирҙе.

12Зилпа Яҡупҡа тағы бер малай тапты.

13— Бәхет бит был, — тине Лиә. — Бик бәхетлеһең һин, тиерҙәр әле миңә ҡатындар.

Малайҙы ул Ашер тип атаны.

14Бер саҡ, бойҙай урағы ваҡытында, Рәүвән баҫыуҙа һөйҙөргөс үҫемлеге табып алды ла әсәһе Лиәгә килтереп бирҙе. Рәхилә Лиәнән:

— Улың тапҡан һөйҙөргөстө миңә бир әле, — тип һораны.

15— Иремде һалдырып алыуың ғына етмәгән, хәҙер инде минең улым тапҡан һөйҙөргөстө лә алырға итәһеңме? — тине Лиә.

— Һөйҙөргөстө бирһәң, — тине Рәхилә, — ир бөгөн төндә һинең менән йоҡлар.

16Кис, Яҡуп баҫыуҙан ҡайтҡас, Лиә уның ҡаршыһына сыҡты ла былай тине:

— Миңә кил. Мин һине, һеңлемә улым тапҡан һөйҙөргөстө биреп, һатып алдым.

Ул төндә Яҡуп Лиә менән йоҡланы.17Раббы Лиәнең ялбары-уын ишетте, ул тағы ауырға ҡалды һәм Яҡупҡа бишенсе улын табып бирҙе.

18— Иремде хеҙмәтсе ҡатын менән уртаҡлашҡаным өсөн Ал ла ның рәхмәте төшөүелер был, — тине Лиә.

Улын Исасхар тип атаны.

19Лиә, тағы ауырға ҡалып, Яҡупҡа алтынсы ул табып бирҙе.

20Шунан Лиә былай тине:

— Раббы йомарт бүләкләне мине, хәҙер ирем мине өлкән ҡатыны итеп таныр инде, мин уға алты ул табып бирҙем бит.

Улына Зевулун тип исем ҡушты.

21Һуңынан Лиә ҡыҙ ҙа табып алды, исеме Динә булды.

22Алла Рәхиләгә лә илтифатын һалды, уның теләктәрен ҡабул ҡылды — түл бирҙе.23Рәхилә, ауырға ҡалып, ул тапты ла:

— Йә Аллам, мине «бала тапмай» тигән хурлыҡтан йолоп алды, — тине.

24Улына Йософ тип ҡушты.

— Раббы миңә иш итеп тағы бер ул бирһен ине, — тип теләне ул.

Лаван менән Яҡуп араһындағы ҡаршылыҡлы мөнәсәбәттәр

25Йософ тыуғандан һуң, Яҡуп Лаванға былай тине:

— Үҙ йортома, тыуған яғыма ҡайтырға рөхсәт ит миңә.

26Балаларым менән ҡатындарымды ла ебәр, мин һиңә шулар өсөн эшләнем бит. Күпме хеҙмәт иткәнемде һин үҙең дә беләһең инде!

27— Һинең минән риза булып ҡалыуыңды күрһәм ине! — тине уға Лаван. — Шуны аңланым мин: һинең арҡала Раббының рәхмәте миңә лә төштө.28Әйт, ниндәй хаҡ кәрәк һиңә?

29— Минең нисек эшләгәнемде үҙең дә белеп тораһың, — тип яуап бирҙе Яҡуп. — Көтөүҙәрең ниндәй һинең хәҙер!30Мин килгәндә мал-тыуарың аҙ ғына ине, ә хәҙер күпме! Мин килгәс, Раббы мәрхәмәтен һалды һиңә! Ә үҙемдең ғаиләм өсөн миңә ҡасан эшләргә һуң?

31— Әйт һуң, һиңә нимә бирәйем? — тип һораны Лаван.

— Миңә бер ни ҙә кәрәкмәй, — тине Яҡуп. — Бер шартымды үтәһәң, малдарыңды артабан да көтөргә ризамын.32Әйҙә, бөгөн бөтә көтөүҙәрҙе лә йөрөп сығайыҡ та, һин унан барлыҡ ала, сыбар, ҡара һарыҡтарҙы, шулай уҡ ала-сыбар кәзәләрҙе айырып ал. Киләсәктә ошондай малдар минеке булыр.33Һиңә лә минең на мыҫлымы-түгелме икәнемде тикшереү еңел булыр: ошо көндән башлап, әгәр ҙә һин түләү хаҡына ниндәй малдар алғанымды ҡарарға килһәң һәм миндә ала-сыбар булмаған кәзә йәки ҡара түгел һарыҡ тапһаң, уларҙы, һинән урлап алынған, тип уйла.

34— Яҡшы, — тине Лаван. — Әйҙә, һин әйткәнсә булһын.

35Шул уҡ көндө Лаван бөтә ала-сыбар кәзә тәкәләрен, шулай уҡ бөтә ала-сыбар кәзәләрҙе, барлыҡ ҡара һарыҡтарҙы айырып алды ла уландарына бирҙе.36Улар Яҡуптан өс көнлөк юл алыҫлығына ситкә китте.

Яҡуп иһә Лавандың ҡалған ваҡ малын көттө.37Ул тирәк, миндаль, саған ағастарының ботаҡтарын һындырып алды ла буй-буй итеп уларҙың ҡайрыларын һыҙырҙы.38Ҡабығы һыҙырылған ботаҡтарҙы ул мал һуғара торған ялғаштарға һалды — һыу эсергә килгәндә кәзәләр ошо ботаҡтарға ҡараһын өсөн эшләне быны. Сөнки кәзәләр тап ошо ваҡытта ҡаса.

39Кәзәләр ҡасҡан саҡта ошо аҡлы-ҡаралы ботаҡтарға ҡарайҙар ҙа уларҙың бәрәстәре ала һәм сыбар булып тыуа ине.40Ә Яҡуп һарыҡтарҙы айыра ла Лаван көтөүендәге сыбар һәм ҡара малдарға ҡаратып ҡуйыр булды.

Хәҙер Яҡуптың үҙ көтөүҙәре барлыҡҡа килде, уларҙы Лавандың көтөүҙәренән айырым тотто.41Һау-сәләмәт малдар ҡасҡан саҡта Яҡуп, буйлы ботаҡтарҙы һыу ялғаштарына һалып, уларҙың күҙ алдына ҡуя ине.42Ә инде хәлһеҙ малдар ҡасҡанда ботаҡтарҙы һалманы. Шулай итеп, насар мал — Лаванға, ә яҡшы мал Яҡупҡа булды.43Яҡуп ифрат ныҡ байып китте, кәзә-һарыҡ көтөүҙәре, хеҙмәтселәре, дөйә-ишәк тәре күбәйҙе.

О 11Яҡуп Лаван улдарының үҙе хаҡында:

Э-I. — Яҡуп атайыбыҙҙың бөтә булған нәмәһен алып бөттө, бар байлығын атайыбыҙ мөлкәтенән йыйҙы! — тип һөйләгәнен ише теп ҡалды.

2Яҡуп үҙе лә Лавандың уға элеккесә ҡарамауын һиҙә ине.

3Раббы Яҡупҡа:

— Атаң йәшәгән ергә, туғандарың янына ҡайт, — тине. — Мин һине ташламам.

4Яҡуп, көтөүебеҙ йөрөгән яланға килһендәр тип, Рәхилә менән Лиә артынан кеше ебәрҙе5һәм уларға былай тине:

— Күреп торам: атайығыҙҙың миңә мөнәсәбәте элекке кеүек түгел. Әммә атайымдың Аллаһы мине ташламаҫ.6Үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ: атайығыҙға арымай-талмай хеҙмәт иттем,7ә ул, мине алдап, билдәләгән хаҡты гел үҙгәртеп торҙо. Тик Алла уға миңә ҡарата был яуызлыҡты эшләргә юл ҡуйманы.8Әгәр атайығыҙ миңә: «Һиңә аҡ төрткөлө малдар менән түләйем», — тиһә, бөтә мал аҡ төрткөлө булып тыуҙы. «Һиңә сыбар мал менән түләйем», — тиһә, барлыҡ бәрәстәр сыбар булып тыуҙы.9Шулай итеп, Алла атайығыҙҙың көтөүҙәрен миңә бирҙе.

10Бер ваҡыт мал ҡасҡан ваҡытта кәзәләрҙе ҡасырған тәкәләр гел сыбар, аҡ төрткөлө йәки ала төҫтә, имеш, тип төш күргәйнем.

11Алланың мәлиге миңә төшөмдә: «Яҡуп», — тип өндәште. «Эйе», — тинем мин.12Ул миңә былай тине: «Ҡара кәзәләрҙе ҡасырған бөтә тәкәләр — йә сыбар, йә төртөклө, йә ала. Ла-вандың һиңә ни ҡылғанын Мин күреп торам.13Мин — Бейт-Илдәге Алла бит, ташҡа зәйтүн майы ҡойоп, һин унда Миңә нәҙер әйткәйнең. Хәҙер инде тор ҙа был ерҙән кит, тыуған тупрағыңа ҡайт».

14Рәхилә менән Лиә Яҡупҡа былай тип яуап бирҙе:

— Атайыбыҙҙың мөлкәт-мираҫында беҙҙең өлөш бармы ни?

15Беҙҙе ул сит кешеләргә һанай; сөнки беҙҙе һатты, ә беҙҙең өсөн алған көмөштө ашап бөттө.16Шулай булғас, Алла атайыбыҙҙан тартып алған бөтә байлыҡ беҙҙеке һәм балаларыбыҙҙыҡы. Әйҙә, Алла һиңә ни бойорһа, шуны эшлә.

17Яҡуп бала-сағалары менән ҡатындарын дөйәләргә атландырҙы,18йыйған бөтә байлығын, Паддан-Арамда үрсеткән малдарын алды ла Ҡынаанға, үҙ атаһы Исхаҡ янына, ҡайтыу яғына ыңғайланы.19Лаван был ваҡытта һарыҡтарҙың йөнөн ҡырҡырға киткән була, ә Рәхилә атаһының йортондағы илаһ һындарын үҙе менән ала.20Шулай итеп, Яҡуп арами Лаванды алданы,21бөтә байлығын алып, уға бер ни ҙә әйтмәйенсә ҡайтып китте. Йылғаны аша сығып, Яҡуп Гилеад тауҙарына табан йүнәлде.

22Өсөнсө көндә Лаванға Яҡуптың ҡайтып киткәнен әйттеләр.

23Лаван туған-тыумасаһын йыйҙы ла Яҡуп артынан ҡыуа китте. Ете көндән һуң ул уны Гилеад тауҙарында ҡыуып етте.24Шул төндә Алла, арами Лавандың төшөнә кереп, уға былай тине:

— Ҡара уны, Яҡупҡа яҡшынан да, ямандан да бер һүҙ ҙә әйтәһе булма!

25Лаван Яҡуптың янында ғына ине инде: Яҡуп, Гилеад тауында туҡталып, сатырҙарын ҡороп ебәргәйне. Лаван да туғандары менән Гилеад тауына килеп етте.26Лаван Яҡупҡа былай тине:

— Ни эшләнең һин? Ниңә һин мине алдап, ҡыҙҙарымды ҡорал аҫтындағы әсирҙәй итеп алып киттең?27Нишләп миңә бер ни ҙә әйтмәйенсә ҡасып сығып киттең? Мин бит һине йырлап-бейеп, дөңгөр ҡағып, көснә сиртеп оҙатыр инем.28Ә һин миңә хатта ҡыҙҙарым, ейәндәрем менән хушлашып, уларҙы үбеп ҡалырға ла форсат бирмәнең! Хилаф эш ҡылдың һин!

29Бының ҡонон ҡайтарырға ла ҡулымдан килә минең, әммә бөгөн төндә атайың Аллаһы: «Ҡара уны, Яҡупҡа яҡшы һүҙ ҙә, яман һүҙ ҙә әйтәһе булма!» — тине.

30— Ярар, — тип дауам итте Лаван, — һин минең яндан тыуған ереңде тәҡәтһеҙ һағынған өсөн дә киткәнһең, ти. Ә ниңә минең илаһтарымдың һындарын урланың?

31Яҡуп Лаванға былай тип яуап бирҙе:

— Мин ҡыҙҙарыңды тартып алырһың тип ҡурҡтым.32Әммә илаһтарың берәйһендә табылһа, ул бәндә тере ҡалмаясаҡ. Туған-ырыуыбыҙҙың күҙ алдында бөтә нәмәмде лә тик шер ҙә үҙеңдеке булған әйберҙе ал.

Яҡуп илаһ һындарын Рәхилә урлағанын белмәй ине.33Лаван Яҡуптың да, Лиәнең дә, ике хеҙмәтсе ҡатындың да сатырҙарын ҡарап сыҡты, әммә бер ни ҙә тапманы. Лиәнең сатырынан сыҡҡас, ул Рәхиләнең сатырына инде.34Ул арала Рәхилә йорт илаһтарын алып, дөйә эйәре аҫтына тыҡты ла үҙе өҫтөнә менеп ултырҙы. Атаһы бөтә сатырҙы эҙләп сыҡты, ләкин бер ни ҙә тап ма ны.35Ә Рәхилә уға:

— Асыуланма, атай, мин, ҡатын-ҡыҙ ауырыуы менән ауыры-ғанлыҡтан, тора алмайым, — тине.

Лаван бөтә нәмәне аҡтарып сыҡты, әммә бер ни ҙә тапманы.

36Инде Яҡуптың асыуы килде лә Лаванды ғәйепләй башланы.

— Шул саҡлы артымдан ҡыуырлыҡ ни ғәйебем, ни гонаһым бар минең?37Бөтә әйберемде аҡтарып ҡарап сыҡтың — нимәңде таптың миндә? Күрһәт, әйҙә, үҙеңдең дә, минең дә туғандарым алдында — хөкөм итһендәр беҙҙе.

38Һиңә егерме йыл эшләнем, мин барҙа бер кәзәң дә, бер һарығың да бәрәс һалманы. Көтөүеңдәге бер һарыҡты ла һуйып ашаманым.39Малыңды йыртҡыс тамаҡлаған саҡтарҙа ла уны һиңә килтереп торманым, зыянды үҙем ҡапланым. Көндөҙ юғаламы әйберең, төндәме — һин минән талап иттең.40Көндөҙ эҫенән, төндә һыуыҡтан йонсоном, күҙ ҙә йомманым.41Һиндәге егерме йылым шулай үтте минең. Ун дүрт йыл ҡыҙҙарың өсөн, алты йыл мал алыу өсөн эшләнем һиңә, ә һин билдәләгән түләү хаҡын гел үҙгәртеп торҙоң.42Әгәр ҙә мәгәр ата-бабам Аллаһы — Ибраһим Аллаһы һәм ҡурҡып, тетрәнеп торорға мәжбүр иткән Исхаҡ Аллаһы минең менән булмаһа, һин мине буш ҡул ебәрә инең. Ләкин Алла минең хәлемде, түккән хеҙмәтемде күрҙе: бөгөн төндә Ул мине Үҙе яҡлаған.

43Лаван Яҡупҡа былай тип яуап бирҙе:

— Был — минең ҡыҙҙарым, минең ейәндәрем, минең малым. Бында һинең күҙ алдыңдағы бөтә нәмә — минеке. Ҡыҙҙарымды, ейәндәремде ҡыйырһыта буламмы ни?44Әйҙә, үҙ-ара килешеү төҙөйөк, был беҙҙең шаһитыбыҙ булһын.

45Яҡуп бер ҙур ташты алды ла уны изге иҫтәлек итеп баҫтырып ҡуйҙы,46шунан яҡындарына:

— Таш йыйығыҙ, — тине.

Улар таштан тотош тау өйөп, шуның янында табын ҡорҙо.47Лаван был ҡалҡыулыҡты — Игар-Саһадута тип, ә Яҡуп Гилеад тип атаны.48Әйтте Лаван:

— Был ҡалҡыулыҡ килешеүебеҙҙең шаһиты булыр, — тине.

Шуға күрә был урынды Гилеад тип атайҙар.49Уны тағы Миспа

тип тә йөрөтәләр, сөнки Лаван былай тип тә өҫтәй:

— Бер-беребеҙҙән айырылышҡас, икебеҙҙе лә Раббы күҙәтеп торһон.50Әгәр ҙә мәгәр ҡыҙҙарымды ҡыйырһытһаң йәки улар өҫтөнә йәш ҡатын алһаң, хәтереңдә тот: кеше түгел, ә Алла шаһит беҙгә.

51— Ҡара уны, — тине Лаван тағы Яҡупҡа, — таштан өйөлгән был ҡалҡыулыҡ һәм арабыҙға мин ҡуйған был изге таш —

52беҙҙең шаһиттарыбыҙ. Ҡалҡыулыҡ аша һинең яғыңа яман уй менән мин дә сығыр булмам, ҡалҡыулыҡ менән изге таштың бирьяғына һин дә яман уй менән сығаһы булма.53Ибраһим Аллаһы һәм Нахор Аллаһы беҙҙе хөкөм итеүсе булһын.

Яҡуп атаһы Исхаҡ Ҡөҙрәте менән ант итте.54Шунан Яҡуп тауҙа ҡорбан килтереп, туғандарын мәжлескә саҡырҙы. Ашап-эскәндән һуң, улар шул тауҙа йоҡларға ҡалды.

Яҡуп менән Ғаяздың татыулашҡаны

ОП1Иртәгәһен Лаван, ейәндәре менән ҡыҙҙарын үбеп, фатихаһын бирҙе лә өйөнә ҡайтып китте.2Яҡуп та үҙ юлы менән китте, һәм уны Алланың мәликтәре ҡаршы алды.

3Яҡуп, уларҙы күргәс:

— Алла тупламылыр был, — тине лә был урынды Маханайим, йәғни «ике туплам» тип атаны.

4Яҡуп, Идум илендәге Сеир еренә ағаһы Ғаязға сапҡын ебәреп,5уға шуны еткерергә ҡушты:

— Хакимым Ғаязға шул мәғлүм булһын. Ҡолоң Яҡуп оҙаҡ ҡына ситтә, Лаванда, йәшәне.6Хәҙер минең үгеҙҙәрем, ишәктәрем, һарыҡтарым, хеҙмәтселәрем бар. Мин һиңә, хакимыма, ошо хәбәрҙе ебәреп, мәрхәмәтеңә өмөт итәм.

7Әйләнеп килгән сап ҡын сы лар Яҡуп ҡа:

— Ағайың Ғаяз янында булдыҡ. Ул дүрт йөҙ кеше менән һиңә ҡаршы килә, — тине.

8Яҡуптың ҡото осто. Ул кешеләрен, мал-тыуарын, дөйәләрен ике тупламға бүлде.9«Әгәр Ғаяз бер тупламға һөжүм итһә, — тип уйланы Яҡуп, — икенсеһе ҡасып ҡотола алыр».10Шунан былай тип ялбарҙы:

— Йә, ата-бабам Ибраһим Аллаһы, атайым Исхаҡ Аллаһы! Раббым, Һин миңә йортома, туғандарым янына ҡайтырға бойорҙоң, һаҡлармын һине, тинең!11Мин ҡолоңа биргән рәх-мәт-мәрхәмәттәреңә лайыҡ түгелмендер, күрәһең. Иордан аръяғына ҡулымдағы бер таяғым менән генә сығып киткәйнем, хәҙер минең байлығым ике туплам.12Ағайым Ғаяздан һаҡлай күр мине. Мин ҡурҡам: килер ҙә беҙҙең барыбыҙҙы ла, ҡатын-ҡыҙҙар менән балаларҙы ла үлтерер!13Эй Раббым, Мин һине һаҡлармын, нәҫел-ырыуың диңгеҙҙәге ҡом күпме булһа, шул саҡлы күп булыр, тип вәғәҙә иткәйнең бит!

14Яҡуп ул төндө шунда үткәрҙе лә иртәгәһен Ғаязға бүләккә көтөүҙәренән мал:15ике йөҙ кәзә, егерме тәкә, ике йөҙ һарыҡ, егерме һарыҡ тәкәһе,16буталары менән утыҙ һауын дөйә, ҡырҡ һыйыр, ун үгеҙ, егерме инә ишәк, ун ата ишәк һайлап алды.

17Уларҙы хеҙмәтселәренә тапшырҙы, һәр көтөүгә айырым ҡыуғынсы ҡуйҙы ла былай тине:

— Алға китегеҙ, һәр берегеҙ айырым-айырым барығыҙ.

18— Ағайым Ғаязды осратҡас, — тине Яҡуп ҡыуғынсыларҙың тәүгеһенә, — ул һинән: «Һин кемдең хеҙмәтсеһе? Ҡайҙа бараһың? Кемдең малын ҡыуаһың?» — тип һорар.19Әйт: «Был — ҡолоң Яҡуптың малы, ул уны хужам Ғаязға ебәрҙе. Ә Яҡуп үҙе арттан килә».

20Икенсе ҡыуғынсыға ла, өсөнсөһөнә лә, ҡалғандарына ла Ғаяз менән осрашҡанда бер үк һүҙҙе әйтергә —21мотлаҡ рәүештә: «Ҡолоң Яҡуп арттан килә», — тип өҫтәргә ҡушты Яҡуп. Шул рәүешле алдан бүләктәр ебәреп, Яҡуп Ғаяздың күңелен йомшартырға булды. Ә һуңынан уның күҙенә үҙем күренермен, тип уйланы Яҡуп, бәлки, шунан ул мине яҡшы ҡабул итер.

22Бүләктәрен алдан ебәреп, Яҡуп шул урында ҡунырға ҡалды.

23Әммә, төндә тороп, бөтә ҡатындарын һәм ун бер улын уятты ла Яббок йылғаһын кисеп сыҡты.24Уларҙың барыһын да ҡаршы ярға сығарҙы, булған бөтә нәмәһен күсерҙе лә25бер үҙе ҡалды.

Бына бер ваҡыт Кемдер Берәү уның менән алыша башланы — таң атҡансы көрәште ул.26Яҡупты еңә алмаҫын күреп, Ул уның янбашына быуынын сығарғансы һуҡты ла былай тине:

27— Ебәр мине. Таң атты инде.

— Миңә фатихаңды бирмәйенсә ебәрмәйем, — тине Яҡуп.

28— Исемең кем? — тип һораны Теге.

— Яҡуп, — тине.

29Шунда Теге әйтте:

— Ошо көндән башлап һинең исемең Яҡуп түгел, ә Исраил булыр, һин Алла менән дә, әҙәм балалары менән дә көрәштең һәм еңдең.

30— Үҙеңдең исемеңде әйтһәңсе! — тип үтенде Яҡуп.

Теге яуап бирҙе:

— Минең исемемде һорама.

32:29 Исраил исеме «Алла көрәшә» тигәнгә ауаздаш.

Ошонда Ул Яҡупҡа фатиха бирҙе.

31Был хәл булған урынды Яҡуп Пенуел тип атаны, был: «Ошонда мин күҙмә-күҙ Алланы күреп, тере ҡалдым», — тигәнде аңлата.32Ҡояш сыҡҡан саҡта Яҡуп Пенуелдан китте. Ул аҡһай ине.

33Шуға күрә Исраилдың нәҫел-нәсәбе ошо көнгә тиклем итте һөйәк менән тоташтырған кимерсәкте ашамай — Яҡуп менән Алышыусы уның янбашындағы тап ошо еренә һуҡҡан бит. ОО1Ҡарағайны, Яҡуп күреп ҡалды: ҡаршыһына ағаһы

Э ЭҒаяз һәм уның менән тағы дүрт йөҙләп кеше килә. Яҡуп Лиәнән, Рәхиләнән һәм ике хеҙмәтсе ҡатынынан тыуған балаларына әсәләре менән бергә торорға ҡушты.2Уларҙы шулай теҙеп ҡуйҙы: алда — балалары менән Зилпа һәм Билһа, улар артында — Лиә балалары менән, уларҙан һуң — Рәхилә менән Йософ.3Яҡуп үҙе алдан китте һәм ағаһы янына барып еткәнсе уның алдында ете тапҡыр ергә ятты.4Ғаяз иһә йүгереп уның ҡаршы һы на килде, ҡосаҡ ла ны, күкрәгенә ҡыҫты, үпте, шунан икеһе лә илап ебәрҙеләр.5Ҡатындар менән балаларға ҡарап, Ғаяз:

— Кемдәрең был һинең? — тип һораны.

— Былар — миңә, һинең ҡолоңа, Алла биргән балалар, — тип яуап бирҙе Яҡуп.

6Йәриәләре, балалары менән килеп, Ғаязға баш эйҙе.7Унан һуң — балалары менән Лиә, уның артынан Рәхилә менән Йософ килеп баш эйҙе.

8— Ә миңә юлда осраған ниндәй көтөү-көтөү мал ине ул? — тип һо ра ны Ғаяз.

— Был һинең мәрхәмәтеңә лайыҡ булыу өсөн, — тине Яҡуп.

9Әйтте Ғаяз:

— Минең бөтә нәмәм дә етә, ҡустым. Үҙ байлығың үҙеңә ҡал һын.

10— Юҡ, — тип яуап бирҙе Яҡуп, — ал бүләктәремде! Һине күреү минең өсөн Алланың үҙен күреү менән бер.11Бүләгемде ҡабул ҡыл. Алла һәммәһен дә йомарт бирҙе миңә, бөтә нәмәм дә бар.

Яҡуп Ғаяздың бүләктәрҙе алыуын үтенде, тегеһе күнде.

12— Әйҙә, ҡуҙғалайыҡ, — тине Ғаяз Яҡупҡа. — Мин һинең менән бергә барам.

13Әммә Яҡуп былай тине:

— Үҙең беләһең, әфәндем, бала-саға тиҙ арый, кәзә-һарыҡтарҙы, һауын һыйырҙарҙы ашыҡ ты рып ҡыу һаң, бер көн эсендә хәлдән тайырҙар.14Әйҙә, әфәндем, һин алдан кит, ә мин ҡолоң арттан — бала-саға, мал-тыуар менән әкрен генә барырмын. Сеирға, һинең яныңа, әфәндем, шулай барып етермен әле.

15— Кешеләремдең бер нисәһен һинең менән ҡалдырайым, — тип тәҡдим итте Ғаяз.

— Ниңә кәрәк? Һинең мине яҡшы ҡабул итеүең еткән. — Шулай яуап ланы Яҡуп.

16Шул уҡ көндө Ғаяз Сеирға ҡайтып китте,17ә Яҡуп Суккот-ҡа табан йүнәлде. Шунда ул үҙенә йорт, ә малдарына лапаҫ эшләне. Шуға күрә был урын Суккот тип атала.

18Паддан-Арамдан ҡайтҡас, Яҡуп Ҡынаандың Шехем ҡалаһына иҫән-һау килеп етте һәм унан алыҫ түгел ерҙә туҡталды.

19Биләгән был ерен Яҡуп Хамор улдарынан, Шехемдың атаһынан, йөҙ тингә һатып алды.

20Ошо урында ул ҡорбан усағы эшләп, уны Ил — Исраил Алла һы тип атаны.

Ағаларының Динә өсөн үс алғаны


ОЛ1Яҡуптың Лиәнән тыуған ҡыҙы Динә бер көндө бындағы »_УIҡыҙҙарҙың береһенә ҡунаҡҡа барҙы.2Был илдең хакимы хиуи Хаморҙың улы Шехем ҡыҙҙы тотоп алды ла көсләне.3Ул Яҡуптың ҡыҙы Динәгә ғашиҡ булды, һөйөүе хаҡында матур һүҙҙәр әйтте,4ә атаһы Хаморға:

— Шул ҡыҙҙы миңә кәләш итеп алып бир, — тине.

5Яҡупҡа ҡыҙы Динәнең көсләнгәне мәғлүм булғанда, улдары яланда мал янында ине. Яҡуп улар ҡайтҡансы бер ни ҙә эшләмәне.6Шехемдың атаһы Хамор Яҡуп менән һөйләшергә килде —7шул ваҡытта Яҡуптың улдары ла ҡайтып инде. Улар белгәс, асыуҙарынан ярһыны, сөнки Яҡуптың ҡыҙын көсләү — Исраил ырыуын ҡот осҡос мыҫҡыллау ул, былай эшләргә һис тә ярамай!

8Хамор былай тине:

— Улым Шехемдың ҡыҙығыҙға күҙе төшкән. Уны беҙгә кейәүгә бирегеҙ!9Беҙҙең менән туғанлашырһығыҙ, һеҙ беҙгә ҡыҙҙарығыҙҙы бирерһегеҙ, ә беҙ — һеҙгә.10Йәшәгеҙ беҙҙең менән бергә, илебеҙ күҙ алдығыҙҙа — ошонда ҡайҙа теләһәгеҙ шунда йәшәй, ер биләй алаһығыҙ.

11Ә Шехем үҙе Динәнең атаһы менән ағаларына былай тине:

— Зинһар, риза булығыҙ, мин һеҙгә нимә һораһағыҙ ҙа бирермен!12Иң ҙур ҡалым, иң бай бүләктәр һорағыҙ — бер ни йәл түгел, тик ҡыҙығыҙҙы миңә кәләш итеп бирегеҙ.

13Һеңлеләре Динәне мыҫҡыл иткән өсөн, Яҡуптың улдары Шехем менән уның атаһы Хаморға хәйлә менән яуап бирҙе.

14— Беҙ былай эшләй алмайбыҙ, — тине улар. — Һеңлебеҙҙе сөннәтһеҙ кешегә биреү — беҙҙең өсөн хурлыҡ.15Беҙ тик бер шарт менән генә риза була алабыҙ: әгәр һеҙ беҙҙең кеүек булһағыҙ — ирҙәрегеҙҙең барыһын да сөннәтләһәгеҙ генә.16Шул ваҡытта беҙ һеҙгә ҡыҙҙарыбыҙҙы бирербеҙ, ҡыҙҙарығыҙҙы кәләш итеп алырбыҙ, һеҙҙең менән бергә йәшәп, бер халыҡ булып китербеҙ.17Әгәр инде беҙҙе тыңламаһағыҙ, сөннәткә ултырмаһағыҙ, һеңлебеҙҙе алабыҙ ҙа бынан китәбеҙ.

18Хамор менән Шехем был шартҡа күнде.19Шехем Яҡуптың ҡыҙын шул тиклем ярата ине — шунда уҡ сөннәткә ултырҙы. Ә ул атаһының нәҫел-ырыуы араһында иң хөрмәтле кеше ине.20Хамор менән Шехем, ҡала майҙанына сығып, ҡалала йәшәүселәргә:

21— Был кешеләр — тыныс халыҡ. Әйҙә, улар беҙҙең ерҙә урынлашып, иркен күсеп йөрөһөндәр. Ер күп бит. Беҙ уларҙың ҡыҙҙарын алырбыҙ, уларға үҙебеҙҙең ҡыҙҙарыбыҙҙы бирербеҙ.22Тик уларҙың беҙҙең менән бер халыҡ булып йәшәү өсөн шарттары бар: беҙҙә бөтә ирҙәр ҙә, уларҙағы кеүек, сөннәтләнергә тейеш.23Әгәр шул шартты ҡабул итһәк, уларҙың көтөүҙәре, мөлкәте, мал-тыуары уртаҡ буласаҡ, беҙҙең менән бергә йәшәйәсәк улар!

24Ҡала кешеләре Хамор менән Шехемдың әйткәненә риза булды, бөтә ирҙәр ҙә сөннәткә ултырҙы.25Ә өсөнсө көнөнә, улар һыҙ ла ны шып ятҡанда, Яҡуп тың улдары Шимон менән Леви бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ ҡалаға инде лә бөтә ирҙәрҙе ҡылыстан үткәрҙе.26Хамор менән Шехемды ла һуйып, Шехемдың өйөнән Динәне алып сығып киттеләр.

27Шунан, һуйыш булған урынға кире килеп, Яҡуптың улдары һеңлеләре көсләнгән ҡаланы таланы.28Улар һарыҡ, һыйыр, ишәктәрҙе ҡыуып алып китте, ҡалала һәм баҫыуҙа нимә тапһа, шуны алды.29Ҡала кешеләренең бөтә мөлкәтен, уларҙың бала-сағаларын, ҡатын-ҡыҙҙарын алып китте, йорттарҙағы бөтә булған нәмәне таланы.

30Яҡуп Шимон менән Левиға:

— Башыма бәлә килтерҙегеҙ һеҙ! Урындағы халыҡ — ҡынаан-дар менән периздарҙы миңә дошман иттегеҙ, — тине. — Кешеләребеҙ аҙ, хәҙер улар күмәкләшеп килер ҙә мине үлтерер, бөтә ыры уы быҙ һәләк булыр!

31Шимон менән Леви:

— Ә һеңлебеҙҙе, аҙғын ҡыҙ һымаҡ итеп, мыҫҡыл итергә ярай инеме ни? — тип яуапланы.

Яҡуптың Бейт-Илгә ҡайтҡаны

О ^1Алла Яҡупҡа былай тине:

Э**)— Тор ҙа Бейт-Илгә йүнәл. Шунда төплән дә ағайың Ғаяздан ҡасып китеп барған саҡта һиңә Алла күренгән урында ҡорбан усағы эшлә.

2Яҡуп ғаиләһенә һәм янындағы бөтә кешеләргә былай тине:

— Үҙегеҙҙә булған бөтә сит илаһтарҙы ырғытығыҙ, таҙарынығыҙ ҙа кейемдәрегеҙҙе алыштырығыҙ.3Бейт-Илгә китәбеҙ. Мин унда Аллаға ҡорбан усағы эшләйем, Ул миңә бәләгә тарығанда гел ярҙам итә торғайны, сит ерҙәрҙә йөрөгәндә лә мине ташламаны.

4Улар бөтәһе лә сит илаһтарҙы, ҡолаҡтарындағы алҡаларҙы — улар илаһ һындары кеүек ине — Яҡупҡа тотторҙо. Яҡуп быларҙың барыһын да Шехем янындағы ағас төбөнә күмде.

5Улар юлға сыҡты. Алла һалған дәһшәттән ҡоттары осҡан тирә-яҡ ҡалаларҙағы кешеләр Яҡуптың улдарын эҙәрләп тә ма таш ма ны.

6Яҡуп һәммә кешеһе менән Ҡынаан ерендәге Луз (хәҙер Бейт-Ил) ҡалаһына килде,7шул ерҙә ҡорбан усағы эшләне. Был урынды ул «Әл-Бейт-Ил» тип атаны, сөнки Яҡуп ағаһынан ҡасып барғанда Алла уға тап ошо урында күренгәйне.

8Рабиғаның һөт әсәһе Девора вафат булды. Ул Бейт-Илдә ағас төбөнә ерләнде. Шуға күрә был ағасҡа Аллон-Бахут, йәғни «Күҙ йәше ағасы» тигән исем бирелде.

9Яҡуп Паддан-Арамдан ҡайтҡандан һуң, Алла уға тағы күренде. Уға фатихаһын бирҙе лә10былай тине:

— Исемең Яҡуп ине, инде һин Яҡуп түгел.

Ошонан башлап исемең Исраил булыр!

Шулай итеп, Ул уға Исраил тигән исем бирҙе.

11Алла уға тағы шуны әйтте:

— Ҡөҙрәтле Алламын мин,

Үрсемле бул, ишле бул:

Таралыр һинән халыҡ,

Бер түгел, бик күп халыҡ!

Һинән сығыр бат ша лар!

12Ер биргәйнем Ибраһим үә Исхаҡҡа,

Бирәм уны һиңә һәм дә һинең нәҫел-нәсәпкә.

13Алла Яҡуп янынан киткәс,14Яҡуп Алла үҙе менән һөйләшкән урынға иҫтәлек ташы ҡуйҙы ла ошо таш өҫтөнә шарап менән зәйтүн майы ҡойҙо.15Был урынды ул Бейт-Ил, йәғни «Алла йорто» тип атаны.

Бинйәминдең тыуымы һәм Рәхиләнең үлеме

16Улар Бейт-Илдән китеп, Эфратаға яҡынлашҡас, Рәхиләне тулғаҡ тота башланы. Ул балаһын таба алмай яфаланды.

17— Ҡурҡма, — тине уға кендек әбейе. — Ҡара, һинең тағы улың бар.

18Үлем өҫтөндәге Рәхилә һуңғы һулышында улына Бән-Они тип исем бирҙе. Әммә атаһы уны икенсе төрлө — Бинйәмин тип атаны.

19Рәхилә вафат булды. Уны Эфрата юлында — хәҙер ул Бейт-Лехем тип атала — ерләнеләр.

20Яҡуп уның ҡәбере өҫтөнә иҫтәлек ташы ҡуйҙы, был изге таш Рәхиләнең ҡәбере өҫтөндә әлегәсә тора.

21Исраил юлын дауам итте һәм Мигдал-Едер аръяғында туҡталды.22Ошо туҡталыш ваҡытында Рәүвән атаһының

35:18 Бән-Они — йәһүдсә «хәсрәт улы», Бинйәмин — «уң ҡул улы», йәғни «ҡотло улым» тигәнгә ауаздаш.

ҡатындарының береһе Билһа менән йоҡланы. Атаһы был хаҡта белде.

Яҡуп улдарының исемлеге

Яҡуптың ун ике улы бар ине.

23Лиәнең улдары: Рәүвән — Яҡуптың тәүге балаһы, Шимон, Леви, Йәһүҙә, Исасхар һәм Зевулун.

24Рәхиләнең улдары: Йософ менән Бинйәмин.

25Рәхиләнең хеҙмәтсеһе Билһаның улдары: Дан, Нафтали.

26Лиәнең хеҙмәтсеһе Зилпаның улдары: Ғад һәм Ашер.

Былар — Яҡуптың Паддан-Арамда тыуған улдары.

Исхаҡтың вафаты

27Яҡуп ҡасандыр Ибраһим менән Исхаҡ килмешәк булып күсеп йөрөгән, хәҙер Хеврон тип аталған Кириат-Арба янындағы Мамреға, атаһы Исхаҡ янына килде.

28Йөҙ ҙә һикһән йыл йәшәне Исхаҡ.29Ул ҡартайып, был тормошта күререн күреп вафат булды, теге донъяға ата-бабалары янына күсте. Уны улдары Ғаяз менән Яҡуп ерләне.

Ғаяздың тоҡомдары

О1Бына Ғаяздың, йәғни Идумдың шәжәрәһе.

»_У О2Ғаяз Ҡынаан ҡыҙҙарынан ике ҡатын ала — хет Элон-дың ҡыҙы Адаға, хиуи Сивон улы Ананың ҡыҙы Оһоливамаға,

3— шулай уҡ Исмәғилдең ҡыҙы, Невайоттың һеңлеһе Басмат-ҡа өйләнә.

4Ғаяздың ҡатындарының Ада исемлеһенән — Элифаз, Басмат-тан — Реуел,5Оһоливаманан Йеуш, Иалам һәм Корах исемле улдары тыуа.

Былар — Ғаяздың Ҡынаанда тыуған улдары.

6Ғаяз ҡатындарын, улдары һәм ҡыҙҙарын, янындағы бөтә кешеләрен, барлыҡ мал-тыуарын, Ҡынаанда тапҡан-таянған һәммә байлығын алды ла, ҡустыһы Яҡупты ҡалдырып, икенсе илгә күсте.7Байлыҡтары артҡандан-арта барып, уларға бергә йәшәүе тығыҙ була башлағайны: урынлашҡан ерҙәре икеһенә, көтөүҙәренә етмәне.

8Ғаяз — Идум — Сеир тауы янында урынлашты.

9Бына ул Сеир тауы янында йәшәгән Идум халҡының тәүатаһы Ғаяздың шәжәрәһе.

10Ғаяздың улдары: Элифаз — Ғаяздың ҡатыны Аданан тыуған улы, Реуел — Ғаяздың Басматтан тыуған улы.

11Элифаздың улдары: Теман, Омар, Сефо, Гатам һәм Кеназ.12Тимна, Элифаздың икенсе бер ҡатыны, уға Амалек исемле ул тапты.

Был — Ғаяздың Аданан таралған нә ҫел-нә сә бе.

13Реуелдың улдары: Нахат, Зерах, Шамма һәм Мизза.

Был — Ғаяздың Басматтан таралған нәҫел-нәсәбе.14Сивон улы Ананың ҡыҙы Оһоливаманан Ғаяздың Йеуш, Иалам һәм Корах исемле улдары тыуҙы.

15Бына Ғаяздың нәҫел-нәсәбе тармаҡтары. Ғаяздың баш балаһы Элифаздың нәҫел-нәсәбенән: Теман тармағы, Омар тармағы, Сефо тармағы, Кеназ тармағы;16Корах тармағы, Гатам тармағы, Амалек тармағы. Был — Элифаздан таралған тармаҡтар, Аданың нәҫел-нәсәбе, улар Идум ерендә йәшәй.

17Ғаяздың улы Реуелдың нәҫел-нәсәбе: Нахат тармағы, Зерах тармағы, Шамма тармағы, Мизза тармағы. Былар — Реуелдан таралған тармаҡтар, Ғаяздың Басматтан тыуған балаларының нәҫел-нәсәбе, улар ҙа Идум ерендә йәшәй.

18Ғаяздың Оһоливаманан тыуған балаларының нәҫел-нәсәбе: Йеуш тармағы, Иалам тармағы һәм Корах тармағы. Былар — Ғаяздың ҡатыны, Ананың ҡыҙы Оһоливаманан тыуған балаларҙан таралған тармаҡтар.

19Ғаяздың (уның икенсе исеме Идум) нәҫел-нәсәбе һәм уларҙан таралған тар маҡ тар бына ошо.

20Ошо илдә йәшәгән хори Сеирҙың улдары: Лотан, Шовал, Сивон, Ана,21Дишон, Эсер һәм Дишан. Былар — Идум илендә йәшәгән Сеир нәҫел-нәсәбенең хориҙар тармағы.

22Лотандың улдары: Хори һәм Геман. Лотандың һеңлеһенең исеме Тимна ине.

23Шовалдың уландары: Алуан, Манахат, Эвал, Шефо һәм Онам.

24Сивондың уландары: Айя һәм Ана. Атаһы Сивондың ишәктәрен көтөп йөрөгәндә сүллектә һыу тапҡан кеше ул Ана.

25Ананың балалары: Дишон һәм Оһоливама — Ананың ҡыҙы.

26Дишондың улдары: Хемдан, Эшбан, Итран һәм Керан.

27Эсерҙың уландары: Билһан, Заауан һәм Акан.

28Дишандың уландары: Ус менән Аран.29Хориҙарҙың тармаҡтары түбәндәгесә: Лотан тармағы, Шовал тармағы, Сивон тармағы, Ана тармағы,30Дишон тармағы, Эсер тармағы һәм Дишан тармағы. Былар — Сеирҙа йәшәгән хори халҡы тармаҡтары.

31Былар иһә — исраилдарҙа батшалар барлыҡҡа килгәнгә тиклем Идумда хакимлыҡ иткән батшалар.

32Иң тәүҙә Идумда Беор улы Бела хакимлыҡ итә, уның баш ҡалаһы Динһава була.33Бела үлгәс, уны Зерах улы Йовав алыштыра, ул Босранан була.34Йовав вафат булғандан һуң, тәхеткә Хушам ултыра, ул Теман тармаҡтары иленән була.

35Хушам вафат булғандан һуң, Бедад улы Һадад батшалыҡ итә (Муав тигеҙлегендә мәдйәндәрҙе ул тар-мар итә), уның баш ҡалаһы Авит тип атала.36Һадад үлгәндән һуң, Масреканан Самла хакимлыҡ ҡыла.37Самла вафат булғандан һуң, Реховот Һаннаһарҙан Шаул батша була.38Шаул үлгәндән һуң, тәхеткә Ахбор улы Бәғел-Ханан менеп ултыра.39Ахбор улы Бәғел-Ханан вафат булғас, батшалыҡҡа Һадар күтәрелә, уның баш ҡалаһы Пау тип атала, ҡатыны Меһетавел була — уның әсәһе Мезаһав ҡыҙы Матред.

40Ғаяздан таралған тармаҡтар, ғаиләләр һәм исемдәр бына шулар.

Тимна тармағы, Алуа тармағы, Йетет тармағы,41Оһоливама тармағы, Эла тармағы, Пинон тармағы,42Кеназ тармағы, Теман тармағы, Мивсар тармағы,43Магдиел тармағы, Ирам тармағы. Идумда йәшәгән тармаҡтар һәм илдә улар йәшәгән урындар бына шулар.

Идум хал ҡының тәүатаһы — Ғаяз.

Өсөнсө бүлек Яҡуп улы Йософ Йософ һәм уның ағалары

О ^71Яҡуп атаһы килмешәк булып йәшәгән Ҡынаан ерендә төйәкләнде.

2Бына Яҡуптың шәжәрәһе.

Йософҡа ун ете йәш ине. Ул ағалары — Билһа һәм Зилпаның улдары менән көтөү көттө, уларҙы аталарына гел ошаҡлап торҙо.3Олоғайып барған сағында тыуған бала булғанға, Яҡуп Йософто башҡа улдарына ҡарағанда нығыраҡ ярата ине. Ул Йософҡа затлы кейем тектерҙе.

4Аталарының Йософто үҙҙәренә ҡарағанда нығыраҡ яраты-уын күреп, ағалары ҡустыларын шул тиклем өнәмәне, хатта уның менән йүнләп һөйләшә лә алмайҙар ине.

5Бер ваҡыт Йософ төш күрҙе. Уны ағаларына һөйләгәс, улар уны тағы ла нығыраҡ күрә алмай башланы.

6— Тыңлағыҙ әле, — тине Йософ уларға, — бына мин ниндәй төш күрҙем!7Имеш, беҙ баҫыуҙа көлтә бәйләйбеҙ, шунда мин бәйләгән көлтә турайҙы, ә һеҙҙең көлтәләр, уны уратып алып, минең көлтәгә баш эйҙе!

8— Һин беҙҙең өҫтән батша булырға, хакимлыҡ итергә уйлайһыңмы ни әле? — тине уға ағалары.

Күргән төшө өсөн дә, уны һөйләгәне өсөн дә уны тағы ла нығыраҡ яратмай башланылар.9Ә Йософ тағы бер төш күрҙе, уны ла ағаларына һөйләне:

— Төшөмдә ай менән ҡояш та, улар янындағы ун бер йондоҙ ҙа миңә баш эйҙе, — тине ул.

10Был төшөн атаһы менән ағайҙарына һөйләгәс, атаһы Йософ то әрләп таш ла ны:

— Ниндәй төштәр күрәһең һин? Нимә, беҙ барыбыҙ ҙа — мин, әсәйең, ағайҙарың — һинең аяғыңа йығылырға тейеш булабыҙ мы ни?

11Ағаларының Йософҡа асыуҙары килде, әммә аталары был төштө хәтеренә һалып ҡуйҙы.

12Бер ваҡыт Йософтоң ағалары Шехем яланына аталарының һа рыҡ та рын көтөргә китте.13Исраил Йософҡа былай тине:

— Ағайҙарың Шехем янында мал көтә. Улар янына барып кил әле.

— Ярар, — тип яуапланы Йософ.

14— Бар ҙа ҡара, — тине атаһы, — иҫән-амандармы, малдар ни хәлдә? Ҡайтҡас, миңә һөйләрһең.

15Йософ Хеврон үҙәненән Шехемға йүнәлде. Юлда уға бер кеше осрап:

— Бында нимә эҙләп йөрөйһөң? — тип һораны.

16— Ағайҙарымды эҙләйем, — тип яуапланы Йософ. — Ошонда көтөү көтәләр ине. Ҡайҙа киткәндәрен белмәйһегеҙме?

17— Улар бынан китте, — тине теге кеше, — мин уларҙың, Дотанға барайыҡ, тип һөйләшкәндәрен ишетеп ҡалғайным.

Йософ ары барып, уларҙы Дотанда эҙләп тапты.18Ағалары уны алыҫтан уҡ күрҙе. Йософ яҡынлашҡансы, уны үлтерергә һүҙ ҡу йыш ты лар.

19— Ана, беҙҙең күрәҙәсе килә! — тиештеләр улар.20— Үлтереп ҡоҙоҡҡа ырғытайыҡ та, бүре ашаған, тип әйтер ҙә ҡуйырбыҙ. Бына шунан ҡарарбыҙ, уның төштәре нисек юш килер икән!

21Рәүвән быны ишетте лә Йософто ҡотҡарырға теләне.

— Үлтермәйек уны, — тине Рәүвән. —22Ниңә ҡан ҡойорға? Үҙ ҡулдарығыҙ менән үлтергәнсе, сүлдәге анау ҡоҙоҡҡа ташлағыҙ ҙа ҡуйығыҙ.

Ысынында иһә ул Йософто ҡотҡарып, атаһына кире ҡайтарырға уйлағайны.

23Йософ ағалары янына килеп етеү менән, улар уның затлы күлдәген систереп алдылар ҙа24үҙен тотоп алып ҡоҙоҡҡа ырғыттылар. Ҡоҙоҡ һыуһыҙ, буш ине.25Ашарға ғына ултырғайнылар, Гилеад яғынан Исмәғил сауҙагәрҙәренең кар уа ны килгәне күренде — уларҙың дөйәләре Мы сыр ға хуш еҫле ыҫмала, еҫле май, ҡиммәтле хушбуйҙар алып китеп бара ине.

26Йәһүҙә туғандарына:

— Ҡустыбыҙҙы үлтереүҙән беҙгә ни файҙа?27Исмәғилдәргә һатайыҡ та ебәрәйек, ҡулыбыҙ ҙа таҙа булыр. Ул барыбер беҙҙең ҡәрҙәшебеҙ, бер ҡан бит, — тине.

Ағай-эне бының менән килеште.28Мәдйән сауҙагәрҙәре яҡыныраҡ килгәс, Йософто ҡоҙоҡтан сығарҙылар ҙа егерме шекел көмөшкә исмәғилдәргә һатып ебәрҙеләр. Улар иһә Йософто Мысырға алып китте.

29Рәүвән боролоп ҡоҙоҡ янына килде, үрелеп ҡараһа — Йософ юҡ! Ҡайғыһынан ул кейемдәрен йыртҡысланы.

37:25 Ҡара: 17:20 һәм 25:12-18.

30— Малай юҡ та баһа! — тине Рәүвән, ҡустылары янына килеп. — Миңә ни эшләргә инде? Ҡайҙа барырға миңә хәҙер?

31Туғандар Йософтоң күлдәген алдылар ҙа, кәзә һуйып, күлдәкте ҡанына буянылар.32Шунан уны аталарына килтереп бирҙеләр:

— Бына беҙ нимә табып алдыҡ! — тине улар. — Ҡара әле, был һинең улыңдың күлдәге түгелме?

33Яҡуп кейемде таныны:

— Был — улымдың күлдәге! Уны йыртҡыс талаған! Өҙгөлә-гәндәр, өҙгөләгәндәр Йософто!

34Яҡуп өҫтөндәге кейемен йыртҡылап, биленә ҡыл туҡыма ураны, улы өсөн хәсрәтләнеп, көн-төн йәш түкте.35Улдары һәм ҡыҙҙары килеп, Яҡупты йыуаттылар, әммә ул тыныслана алманы.

— Ҡара ҡайғы менән улым янына, теге доньяға китәм мин! — тип бер туҡтауһыҙ иланы ла иланы.

36Ә Мәдйән сауҙагәрҙәре Йософто Мысырға алып барып, унда Потифарға — фирғәүен кешеһенә, һаҡсылар түрәһенә һатып ебәрҙеләр.

Йәһүҙә менән Тамар

О О1Шул ваҡытта Йәһүҙә, ағай-энеләре янынан китеп, с/О Адулламдан Хира исемле бер кеше эргәһенә урынлашты.2Шунда уға Ҡынаандан Шуа исемле берәүҙең ҡыҙы оҡшап ҡалды. Йәһүҙә уға өйләнде,3ҡатыны, ауырға ҡалып, ул тапты — Йәһүҙә уға Эр тип исем бирҙе.4Ҡатыны, тағы ауырға ҡалып, икенсегә ул тапты һәм уға Онан исеме ҡушты.

5Һуңыраҡ тағы бер бала тапты ла, уға Шела тип исем ҡуштылар (был Кезивта булды).6Өлкән улы Эрҙы Йәһүҙә Тамар исемле ҡыҙға өйләндерҙе,7Эр гел генә золом ҡылғанға, Раббы уны хуш һын ма ны, уға әжәл ебәрҙе.8Йәһүҙә Онанға:

— Ағайыңдың тол ҡалған ҡатынына өйлән, — тине. — Ағайыңды алыштырып, уның нәҫелен дауам итерһең.

9Онан Тамар тапҡан балалар уныҡы булып иҫәпләнмәҫен белә ине. Шуға күрә, ағаһына бала яралтмаҫ өсөн, ул Тамар менән йоҡлағанда орлоғон гел ситкә ағыҙҙы.10Уның был ҡылығы Раббыға мәслихәт булманы, шуның өсөн Раббы уға ла әжәл ебәрҙе.

11Йәһүҙә Тамарға:

— Улым Шела үҫеп еткәнсе, үҙеңдең ата-әсәңдә йәшәп тор, — тине. Ағалары кеүек быныһы ла үлеп ҡуймаһын, тип уйланы ул.

Шулай итеп, Тамар ата-әсә һе йор то на ҡайт ты.

12Байтаҡ ваҡыт үтте. Шуа ҡыҙы, йәғни Йәһүҙәнең ҡатыны, вафат булды. Ҡатынын ерләп, хәсрәт көндәрен үткәргәс, Йәһүҙә дуҫы Адуллам кешеһе Хира менән һарыҡ йөнө ҡырҡырға Тимнаға китте.

13Тамар ҡайныһының Тимнаға һарыҡ йөнө ҡырҡырға киткәнен белеп ҡалды.14Ул, тол ҡатындар кейә торған кейемдәрен сисеп, йөҙөн күрһәтмәҫ өсөн баштан-аяҡ бөркәнсек ябынды ла Энайим ҡапҡаһы янына килеп ултырҙы — был Тимнаға барған юл буйында ине. Сөнки Шела үҫеп етһә лә, үҙен уға ҡатынлыҡҡа алырға уйламағандарын аңлағайны.15Йәһүҙә, Тамарҙы күреп, уны фәхишә тип уйланы, сөнки бите бөркәнсек менән ҡапланғайны.16Ул ҡатын янына килде лә:

— Һинең менән ятам, — тине.

Үҙенең килене икәне башына ла килмәне! Ә ҡатын унан:

— Минең менән ятҡан өсөн нимә бирәһең? — тип һораны.

17— Һиңә мин кәзә бәрәсе ебәрермен, — тине Йәһүҙә.

Ҡатын уға:

— Ҡасан ебәргәнсе берәй әйбереңде ҡалдырып тор, — тине.

18— Нимә бирәйем һуң? — тип һораны Йәһүҙә.

— Мисәтең тағылған бау менән ҡулыңдағы таяғыңды, — тине ҡатын.

Йәһүҙә ҡатынға нимә һораһа, шуны бирҙе лә уның менән ятты, ә Тамар унан ауырға ҡалды.19Бынан һуң ҡатын тороп китте һәм, төрөнгән бөркәнсеген ташлап, тол ҡатындар кейә торған ке йе мен ке йеп алды.

20Йәһүҙә һуңынан дуҫын — Адуллам кешеһен кәзә бәрәсе илтеп, аманатты кире алырға ебәрҙе, әммә ул күпме эҙләһә лә, ҡатынды таба алманы.21Ул бындағы кешеләрҙән һораша баш ла ны:

— Энайим юлында ултырған фәхишә ҡайҙа икән?

Әммә уға:

— Унда бер ниндәй ҙә фәхишә ултырғаны булманы, — тип яуап бирҙеләр.

22Ул Йәһүҙәгә кире килде лә былай тине:

— Мин уны таба алманым. Ә урындағы кешеләр, унда бер ниндәй ҙә фәхишәнең булғаны юҡ, тине.

23— Ярай, әйберҙәр унда ҡалһын әйҙә, оятҡа ҡалмаһаҡ булды. Мин кәзә бәрәсе ебәрҙем, ә һин уны таба алмағанһың.

24Өс айлап ваҡыт үткәс, Йәһүҙәгә:

— Киленең Тамар зина ҡылған, хәҙер ул ауырлы, — тип хәбәр иттеләр.

— Тотоп алығыҙ ҙа утта яндырығыҙ, — тип әмер бирҙе Йәһүҙә.

25Тамарҙы язаға алып килгәс, ул ҡайныһына:

— Мин ошо әйберҙәрҙең хужаһынан ауырлымын, — тип әйтергә ҡушты.

— Ошо бәйле мисәт менән таяғыңды таныйһыңмы? — тип һораны ул.

26Йәһүҙә таныны.

— Дөрөҫлөк уның яғында, — тине. — Был ҡатынға мин улым Ше ла ны өйләндермәгәйнем.

Йәһүҙә бүтәнсә уның менән йоҡламаны.

27Тыуыр мәл еткәс, Тамарҙың балаларының игеҙәк булғаны асыҡланды.28Тыуымға килгән сабыйҙарҙың береһе ҡулын сығарҙы. Кендек әбейе уға ҡыҙыл еп бәйләне лә: «Быныһы беренсе булып сыҡты», — тине.29Әммә бала ҡулын кире тартып алды ла икенсеһе — уның ҡустыһы донъяға килде. «Һин нисек килеп сыҡтың?» — тип һораны кендек әбейе; шуға уға Перес, йәғни «йыртып сыҡты» тип исем бирҙеләр.30Уның ар ты нан ҡулындағы ҡыҙыл еп менән икенсеһе лә донъяға килде. Уға Зерах тигән исем ҡуштылар.

Йософтоң ғәйепләнгәне һәм ҡулға алынғаны

ОП1Йософто Мысырға алып килделәр. Уны бында Исмәғил »_УУкешеләренән фирғәүендең вәзире, һарай һаҡсылары

38:30 Зерах исеме йәһүдсә «балҡыу» һүҙе менән ауаздаш һәм бында ҡыҙыл епкә ишаралай.

түрәһе Потифар һатып алды.2Раббы Йо соф то таш ла ма ны — эштәре гел уңай килеп торҙо, мысыр хужаһының йортонда йәшәне.3Мысыр хужаһы Йософтоң Раббы рәхмәтендә икәнен, ни генә эшләмәһен, Раббы уға ярҙам итеп торғанын күрҙе.

4Йософ хужаһына бик оҡшаны, уға тоғро хеҙмәт итте. Ул Йо-софҡа бөтә йортон, бар мөлкәтен ҡарауҙы тапшырып ҡуйҙы.

5Шунан башлап Йософ арҡаһында уға ла Раббының рәхмәте төштө — Мысыр кешеһенең йортта ла, баҫыуҙа ла эше уң барҙы.

6Хужа булған бөтә нәмәһен Йософҡа тапшырҙы — хәҙер инде Мысыр кешеһенең бөтә ҡайғыһы тик ашап-эсеүҙән генә тора ине.

Йософ төҫкә-башҡа ла, буй-һынға ла матур ине.7Хужа ҡатынының уға күҙе төштө һәм бер ваҡыт:

— Әйҙә, минең менән ят, — тине.

8Әммә Йософ, баш тартып, былай тип яуап бирҙе:

— Хужам бөтә нәмәһен ҡарарға миңә ышанып тапшырҙы.

9Был өйҙә хәҙер минән дә башыраҡ кеше юҡ. Һинән башҡа минең өсөн тыйылған бер ни ҙә юҡ бында. Һин уның ҡатыныһың. Шундай золомдо ҡылып, Алла алдында гонаһлы булайыммы?

10Ҡатын уны көн дә ирекһеҙләне, әммә Йософ уның менән йоҡларға риза булманы.11Бына бер саҡ Йософ үҙ йомошо менән хужа йортона кергәндә, өйҙә бер кем дә юҡ ине.12Хужа ҡатыны уны кейеменән эләктереп алды ла тағы:

— Ят минең менән, — тине.

Һыпырылған кейемен уның ҡулында ҡалдырып, Йософ йорттан йүгереп сығып китте.13Ҡатын Йософтоң кейемен ташлап сығып ҡасҡанын күрҙе лә,14хеҙмәтселәрен са ҡы рып, былай тине:

— Ҡарағыҙ әле! Ирем килтергән был иври беҙҙе мыҫҡыл итте. Ул мине көсләргә уйланы! Тик мин ҡысҡырып ебәрҙем.15Мин тауыш күтәргәс, кейемен ташлап сығып ҡасты.

16Ире ҡайтып ингәнсе, Йософтоң кейемдәрен үҙендә ҡалдырҙы.17Уға ла шул уҡ һүҙҙәрҙе һөйләне:

— Минең яныма йәһүд ҡолоң килеп керҙе — һин уны беҙҙе мыҫҡыл итһен өсөн килтерҙеңме ни?!18Мин ҡысҡыра башланым. Ул, өҫтөндәге кейемен ҡалдырып, йорттан сығып ҡасты.

19Ҡатынының: «Бына ҡолоң мине нимә эшләтте!» — тип һөйләгәнен ишеткәс, Йо софтоң хужаһы ярһыуының сигенә етте.20Ул Йософто тотоп алып, батша тотҡондары бикләнгән төрмәгә ябырға бойорҙо.

21Әммә Раббы Йософто бында ла ташламаны, уға рәхмәтен һалды, Йософ төрмә башлығына оҡшаны.22Төрмә башлығы бөтә тотҡондарҙы Йософ ҡарамағына тапшырып, һәр бер нәмә өсөн Йософ яуап бирер булды.23Ә төрмә башлығы хәҙер бер нәмә тураһында ла борсолманы — сөнки Раббы Йософто ташламаны, уның һәр эшендә ярҙам итеп торҙо.

Йософтоң зинданда ултырғаны

Л(\1Ошо хәлдәрҙән һуң бер аҙ ваҡыт үткәс, батшаның

IV/ шарап ҡойоусыһы менән ашнаҡсыһы үҙҙәренең хакимы — Мысыр батшаһы алдында ғәйепкә тарыны.2Һарай хеҙмәтселәре — шарап ҡойоусылар башлығы менән баш ашнаҡсыға — фирғәүендең бик ныҡ асыуы килде лә3уларҙы һаҡсылар түрәһе йортондағы төрмәгә, Йософ ултырған төрмәгә, ябырға ҡушты.4Һаҡсылар түрәһе Йософто уларға хеҙмәт итергә ҡуйҙы.

5Бына бер ваҡыт ике тотҡон — шарап ҡойоусы менән ашнаҡсы — икеһе бер төндә төш күрҙе. Икеһе ике төрлө төш күрҙе, мәғәнәләре лә төрлө ине.6Йософ иртәнсәк улар янына ингәйне, күрә: быларҙың нимәгәлер күңелдәре тыныс түгел.

7— Нимәгә эсегеҙ боша? — тип һораны Йософ.

8Төрмә башлығы йортонда Йософ менән бергә ултырған фирғәүен кешеләре былай тине:

— Төш күргәйнек тә, юрарға кешеһе юҡ.

— Юрау — Раббынан. Һөйләгеҙ төшөгөҙҙө миңә, — тине Йософ.

9Шарап ҡо йоу сы лар башлығы Йо соф ҡа төшөн һөйләне:

— Миңә шундай төш керҙе: имеш, алдымда йөҙөм ағасы ботағы.10Унан өс үҫенте киткән. Бына улар үҫә башланы ла, имеш, сәскә атты, шунан емештәр хасил булды, ҡараһам, бешеп тә еттеләр.11Ҡулымда фирғәүендең һауыты икән, тим. Мин йөҙөм тәлгәшен өҙөп алдым да, һутын теге һауытҡа һығып, фирғәүенгә бирҙем.

12— Төшөңдөң мәғәнәһе шул, — тине уға Йософ. — Өс үҫенте — өс көн ул.13Өс көн үтер — фирғәүен һине тағы күтәрер: элекке урыныңа кире ҡуйыр ҙа һин уға элеккесә шарап ҡойоп торорһоң.14Тик һин миңә лә ярҙам ит: үҙең бәхеткә ирешкәс, мине лә онотма, фирғәүен менән һөйләшкәндә минең турала йылы һүҙ әйт, бынан ҡотҡар мине!15Мине йәһүд еренән урлап алып килделәр. Бында ла төрмәгә бикләрлек бер нәмә лә эшләмәнем!

16Баш ашнаҡсы, төштөң хәйерлегә юралыуын күреп, Йософ-ҡа:

— Ә мин шундай төш күрҙем, — тине. — Башым өҫтөндә өс кәрзин, имеш;17өҫкөһөндә фирғәүен өсөн бешерелгән төрлө-төрлө ризыҡ. Шул кәрзиндәге аҙыҡты ҡоштар суҡый икән, тим.

18— Һинең төшөңдөң мәғәнәһе былай, — тине уға Йософ. — Өс кәрзин — өс көн ул.19Өс көн үткәс, фирғәүен һине лә төрмәнән сығарыр: һин дар ағасында аҫылынып торорһоң, ә тәнеңде ҡоштар суҡып өҙгөләр.

20Өс көндән һуң фирғәүендең тыуған көнө ине. Ул һарайында-ғы кешеләр өсөн мәжлес ойошторҙо һәм шунда шарап ҡойоусы менән баш ашнаҡсыны иҫенә төшөрҙө.21Шарап ҡойоусылар башлығын элекке урынына ҡайтарҙы; ул тағы фирғәүенгә шарап ҡойоп бирә башланы.22Ә баш ашнаҡсыны аҫтырҙы — Йософ нисек әйтһә, шулай булды.23Әммә шарап ҡойоусы Йософто ла, уның үтенесен дә онотто.

Йософтоң вәзирлеккә үрләтелгәне

Л■11Ике йыл үткәс, фирғәүен төш күрҙе: имеш тә, ул Нил

I А.йылғаһы ярында тора,2шул саҡ Нилдан ете һыйыр килеп сыҡты. Матур, көр был һыйырҙар яр буйында һутлы үлән утлай, йәнәһе.3Улар артынан Нилдан арыҡ һәм хәлһеҙ тағы ете һыйыр килеп сыҡты ла теге һыйырҙар янына барҙы —4бына бер ваҡыт арыҡ, көсһөҙ һыйырҙар теге һимеҙ һыйырҙарҙы ашаны ла ҡуйҙы, имеш! Фирғәүен уянды.5Яңынан йоҡлап киткәс, икенсе төш күрҙе: имеш, бер һабаҡта ете туҡ башаҡ үҫкән.

6Уның артынса ерҙән ҡыуан ел көйҙөргән ете буш башаҡ үҫеп сыҡты ла,7бына ғәләмәт, ошо буш башаҡтар ашлыҡ бөртөктәре менән тулы теге башаҡтарҙы йотто ла ҡуйҙы. Шундай төштәр күреп уянды фирғәүен.

8Хафаға төшкән фирғәүен, иртәнсәк Мысырҙың бөтә сихырсыларын һәм аҡыл эйәләрен саҡыртып, күргән төшөн һөйләне, әммә төштө берәү ҙә юрай алманы.9Шунда шарап ҡойоусылар башлығы фирғәүенгә былай тине:

— Ҡылған гонаһымды иҫкә төшөрҙөм әле.10Бер ваҡыт фирғәүен беҙ ҡолдарына асыуланды ла баш ашнаҡсы менән мине һаҡсылар түрәһе йортондағы төрмәгә япты.11Көндәрҙән бер көндө беҙ икебеҙ ике төрлө төш күрҙек, уларҙың мәғәнәләре лә төрлөсә ине.12Беҙгә һаҡ сы лар түрәһенең ҡоло, йәш йәһүд хеҙмәтсе булғайны. Беҙ уға төштәребеҙҙе һөйләгәйнек, ул беҙгә юраны ла һәр беребеҙгә нимә аңлатҡанын әйтеп бирҙе.13Ул нисек юраған булһа, шулай килеп сыҡты: мине элекке урыныма кире алдылар, ә баш ашнаҡсыны аҫтылар.

14Фирғәүен Йософ артынан кеше ебәрҙе. Уны йәһәт кенә төрмәнән сығарҙылар. Йософ ҡырынып, кейенеп фирғәүен янына килде.

15— Мин төш күргәйнем, ләкин уны берәү ҙә юрай белмәй. Ә мин һинең турала, төш юрай белә икән, тип ишеткәйнем, — тине фирғәүен Йософҡа.

16— Мин юрамайым, — тине Йософ. — Фирғәүенгә яуапты Алла үҙе бирер.

17Фирғәүен Йософҡа былай тип һөйләй башланы:

— Мин төшөмдә Нил йылғаһы ярында торам, имеш тә,

18Нилдан ете һыйыр килеп сыҡты, имеш, тип күрҙем. Көр, матур был һыйырҙар яр буйындағы үләнде утлай.19Уларҙың артынан Нилдан тағы ете һыйыр сыҡты, тик улар шундай арыҡ һәм хәлһеҙҙәр, ҡоро һөйәк тә тире — минең Мысырҙа бындай һыйырҙарҙы бер ҡасан да күргәнем юҡ.20Ошо ябыҡ һәм һөмһөҙ һыйырҙар теге көр һыйырҙарҙы ашаны ла ҡуйҙы.

21Һимеҙ һыйырҙар уларҙың ҡорһаҡтарына инеп юғалһа ла, теге һыйырҙар элеккесә арыҡ көйө ҡалды. Мин уянып киттем.22Шунан икенсе төш күрҙем: бер һабаҡта ете башаҡ үҫеп сыҡҡан икән, тим, башаҡтары яҡшы, туҡ ине.23Уларҙан һуң ҡыуан елдәрҙә көйөп бөткән ете буш башаҡ үҫеп сыҡты.24Ошо буш башаҡтар теге туҡ башаҡтарҙы бөткәнсе йотто ла ҡуйҙы! Төштәремде күрәҙәселәргә һөйләгәйнем, әммә улар бер ни ҙә әйтә ал ма ны.

25Йософ фирғәүенгә былай тине:

— Был — ике төш түгел, бер төш. Алла һиңә алда күрәсәгеңде белдерә.26Ете һимеҙ һыйыр ете йылды аңлата, ете туҡ башаҡ та — шулай уҡ ете йыл. Йәғни былар — икеһе бер төш.27Ә улар артынан сыҡҡан арыҡ һәм насар ете һыйыр — был тағы ете йыл. Ҡыуан ел көйҙөргән ете буш башаҡ та шуны уҡ — ете йылға һуҙыласаҡ аслыҡты аңлата.28Әйттем бит мин һиңә, хакимым: Алла һиңә алда күрәсәгеңде белдерә.

29Мысыр ерендә ете йыл мул лыҡ, туҡ лыҡ бу ла саҡ,30ләкин унан һуң ете йыл аслыҡ булып, шул муллыҡтың эҙе лә ҡалмайынса юҡҡа сығасаҡ. Аслыҡтан ил бөләсәк,31ә элекке муллыҡтың эҙе лә ҡалмаясаҡ — шулай көслө буласаҡ йотлоҡ.32Ә төштөң ике тапҡыр күренеүе шуға: Алланың яҙғаны шул һәм Ул уны оҙаҡ ла май ғәмәлгә ашы ра саҡ.

33Шуға күрә, хакимым, алдан күрә белгән бик аҡыллы берәй кешене тап та, Мысырға ул идара итһен.34Бөтә ил буйынса түрәләр ҡуй, улар алдағы ете муллыҡ йылында халыҡ үҫтергән уңыштың биштән бер өлөшөн йыйып алып,35ҡалаларҙа батша келәттәренә һалһын.36Шул саҡта Мысырға киләсәк ете йыллыҡ аслыҡ осорона һаҡлыҡ иген буласаҡ — ил аслыҡты имен-аман үткәрәсәк!

37Йософтоң һүҙҙәре фирғәүен менән уның янындағы кешеләрҙең күңеленә хуш килде.

38— Бүтән бындай кешене табып булмаҫ, — тине фирғәүен үҙенең янындағыларға. — Алла рухы бар унда!

39Шунан ул Йософҡа былай тине:

— Быларҙы Алла һиңә асҡан икән, тимәк, һинән дә зирәгерәк һәм аҡыллыраҡ башҡа кеше юҡ.40Ошо көндән алып минең биләмәләремдә һин хөкөм йөрөтәсәкһең, халҡым һине тыңлаясаҡ. Бары тик тәхетем менән генә мин һинән юғарыраҡ буласаҡмын.

41Шуны бел: мин һине бөтә Мысырға идара итергә ҡуям.

42Ул, ҡулындағы фирғәүен тамғаһы һуғылған йөҙөгөн һалып, Йософҡа кейҙерҙе, ебәк кейемдәр бирҙе һәм муйынына алтын сылбыр таҡты.43Фирғәүен Йософҡа үҙенең ярҙамсыһының арбаһын бирҙерҙе. Йософ арбала барғанда уның алдынан: «Юл бирегеҙ!» — тип ҡысҡыра-ҡысҡыра йүгереп барырға тейештәр ине.

Шулай итеп, фирғәүен Йософто бөтә Мысырға идара итеүсе итеп ҡуйҙы.

44— Мин фирғәүендең ихтыяры шундай, — тине ул Йософҡа. — Ошо көндән башлап бөтә Мысыр ерендә һинән башҡа бер кем бер аҙым баҫмаясаҡ, ҡулын да ҡыбырҙатмаясаҡ.

45Фирғәүен Йософҡа Сафнат-Панеа тигән мысыр исеме бирҙе һәм уны Аснат исемле ҡыҙға өйләндерҙе, Илиополь ҡа-һины Потипераның ҡыҙы ине ул. Йософ Мысыр менән идара итә башланы.46Фирғәүенгә хеҙмәт итә башлағанда Йософҡа утыҙ йәш ине. Фирғәүен янынан китеп, Йософ бөтә Мысырҙы йөрөп сыҡты.

47Ете туҡлыҡ йылында ер мул уңыш бирҙе.48Мысырҙа был йылдарҙа йыйылған бөтә игенде Йософ ҡалаларға бүлде — һәр ҡалаға уның тирә-яғында йыйып алынған игенде һала барҙы.49Ул диңгеҙҙәге ҡом күпме булһа, шул тиклем күп иген йыйҙы — хатта иҫәп алып барыуҙан туҡтаны, сөнки һанап бөтөрлөк түгел ине.

50Йотлоҡ башланғансы Илиополь ҡаһины Потипераның ҡыҙы Аснат Йософҡа ике ул табып бирҙе.51Баш балаһына Йософ Менашше тип исем ҡушты, был: «Алла миңә барлыҡ ҡайғымды һәм атам йортон оноторға ярҙам итте», — тигәнде аңлата.52«Алла мине ғазапҡа дусар булған ерҙә мәртәбәле итте», — тип, икенсеһенә Эфраим тигән исем бирҙе.

53Мысырҙа ете уңдырышлы йыл үтеп китте.54Йософ юрағанса, ете йыллыҡ аслыҡ башланды. Был аслыҡ бөтә ерҙе солғап алды, ә Мысырҙа иген күп ине.55Аслыҡ башланып, Мысыр халҡы фирғәүенгә ашлыҡ һорап ялбарырға тотонғас, ул:

— Барығыҙ, Йософтан һорағыҙ, Йософ ни әйтһә, шуны эшләгеҙ, — тине.

56Бөтә донъяла аслыҡ башланды. Йософ, иген бураларын асып, Мысыр халҡына иген һатырға тотондо. Мысырҙа йотлоҡ көсәйә барҙы.57Мысырға башҡа илдәрҙән дә ашлыҡ һорап Йософ ҡа килә баш ла ны лар, сөнки бөтә ерҙә аслыҡ ҡо тора ине.

Йософтоң ағаларының Мысырға беренсе тапҡыр килгәне

ЛО1Мысырҙа иген барлығын ишетеп, Яҡуп улдарына:

— Нимә бер-берегеҙгә һалышып ятаһығыҙ? — тине.

2— Мысырҙа иген күп тип ишеттем. Барығыҙ, һатып алып ҡайтығыҙ, юҡһа бөтәбеҙ ҙә үлербеҙ.

3Йософтоң ун ағаһы Мысырға иген алырға китте.4Тик Бинйәминде, Йософтоң бер ҡарында ятҡан ҡустыһын ғына, Яҡуп үҙ янынан ебәрмәне: уның менән бер-бер хәл булып ҡуймаһын тип ҡурҡты.

5Исраилдың улдары Мысырға иген алырға тип килгән кешеләр төркөмөнә ҡушылды, сөнки бөтә Ҡынаан аслыҡтан яфалана ине.6Ә Мысырҙың улар барған еренә Йософ идара итә — иген һатыу менән ул шөғөлләнә ине. Ағалары килеп, уның алдына йөҙ түбән йығылды.7Йософ туғандарын күреү менән таныны, әммә үҙен та ныт ма ны, ҡаты итеп:

— Ҡайҙан килдегеҙ? — тип һораны.

— Ҡынаандан, иген алырға тип килгәйнек, — тип яуап бирҙе улар.

8Йософ ағаларын та ны һа ла, ағалары уны та ны ма ны.

9Йософ улар хаҡында күргән төштәрен иҫенә төшөрҙө лә былай тине:

— Юҡ, һеҙ шымсылар. Беҙҙең еребеҙгә ҡайҙан үтеп инергә йәтеш икәнен ҡарарға килгәнһегеҙ.

10— Юҡ, әфәндем! — тине улар. — Беҙ, ҡолдарың, иген алырға килдек.11Беҙ барыбыҙ ҙа бер ата балалары, намыҫлы кешеләр. Беҙ, ҡолдарың, бер ваҡытта ла шымсы булғаныбыҙ юҡ.

12— Юҡ, — тине Йософ, — еребеҙгә ҡайҙан үтеп инергә уңайлы булғанын белер өсөн килгәнһегеҙ.

13— Беҙ, ҡолдарың, ун ике ағай-энебеҙ, — тип яуап бирҙе туғандары. — Һәммәбеҙ ҙә бер ата балалары, Ҡынаандан килдек. Иң кесе ҡустыбыҙ атайыбыҙ менән ҡалды. Ә беребеҙ күптән юҡ инде.

14— Әйттем бит, — тине Йософ, — һеҙ шымсылар.15Әммә беҙ һеҙҙе һынаясаҡбыҙ. Фирғәүен исеме менән ант итәм: иң кесе туғанығыҙ килмәйенсә, һеҙҙе бынан сығармаясаҡтар.

16Берегеҙҙе уның артынан ебәрегеҙ, ә ҡалғандарығыҙ әлегә һаҡ аҫтында буласаҡ — шунан һүҙегеҙ дөрөҫмө-түгелме икәне асыҡланыр. Дөрөҫөн һөйләмәгән булһағыҙ — тимәк, һеҙ шымсылар. Фирғәүен исеме менән ант итәм!

17Йософ уларҙы өс көнгә төрмәгә ябып ҡуйҙы.

18Өсөнсө көндө уларға былай тине:

— Мин әйткәнде эшләһәгеҙ, йәшәйәсәкһегеҙ, сөнки мин Аллаға буйһонам.19Әгәр һеҙ, ысынлап та, намыҫлы кешеләр икәнһегеҙ, кемегеҙ ҙә булһа берегеҙ төрмәлә ҡалһын, ә ҡалғандарығыҙ асығыусы ғаиләләрегеҙгә иген алып ҡайтһын да20кесе туғанығыҙ менән бында кире килһен. Әгәр һүҙҙәрегеҙ дөрөҫкә сыҡһа, үлмәйәсәкһегеҙ.

Улар буйһондо.

21— Туғаныбыҙҙың ҡоно ҡайта беҙгә! — тип һөйләште улар үҙ-ара. — Беҙ уның ыҙаланғанын күрҙек, әммә, нисек кенә ялынһа ла, ҡыҙғанманыҡ уны. Бына хәҙер үҙебеҙгә лә шул көн килде!

22Рәүвән былай тине:

— Малайға золом ҡылмағыҙ, тип әйтмәнемме ни мин һеҙгә? Тыңламанығыҙ. Хәҙер уның ҡаны өсөн яуап тотабыҙ.

23Ағай-энеләре Йософтоң үҙҙәрен аңлап торғанын белмәне, сөнки Йософ улар менән тәржемәсе аша һөйләшкәйне.24Ә Йософ ситкә китте лә илап ебәрҙе. Һуңынан, кире килеп, улар менән тағы һөйләште, шунан, Шимонды һайлап алып, башҡа туғандары алдында уны бәйләргә ҡушты.25Артабан ул тоҡтарға иген тултырырға, һәр береһенең тоғона үҙҙәре алып килгән көмөштө кире һалып, юлға аҙыҡ бирергә бойорҙо. Шулай эшләнде.26Туғандар, ишәктәренә иген тейәп, өйҙәренә ҡай тып китте.

27Төндә ялға туҡтаған саҡта уларҙың береһе ишәген ашатам тип тоҡ ауыҙын сисһә, өҫтә генә ятҡан көмөштө күреп ҡалды!

28— Минең көмөшөм үҙемә кире ҡайтҡан! — тине ул туғандарына. — Бына ул, өҫтә генә ята.

Уларҙың йөрәге ҡупты. Дер ҡалтырап, бер-береһенә:

— Ни ҡыла икән беҙҙең менән Алла? — тиештеләр.

29Ҡынаанға, аталары янына ҡайтҡас, улар үҙҙәре менән булған хәлдәрҙе һөйләп бирҙе:

30— Ул ерҙә идара иткән кеше беҙҙең менән ҡаты һөйләште, беҙҙе шымсылар тип уйланы.31Әйттек: беҙ шымсы түгел, намыҫлы кешеләрбеҙ,32беҙ ағалы-энеле ун ике кеше, бер ата балалары булабыҙ; бер туғаныбыҙ юҡ инде, иң кесе ҡустыбыҙ атайыбыҙ менән Ҡынаанда ҡалды, тинек.33Ә ул беҙгә былай тине: «Мин һеҙҙең дөрөҫ һөйләгәнме-юҡмы икәнегеҙҙе тикшерәм: берегеҙҙе алып ҡалам, ә ҡалғандарығыҙ асығыусы ғаиләләрегеҙгә иген алып ҡайтып бирегеҙ ҙә34иң кесе ҡустығыҙ менән бында кире килегеҙ. Шул саҡта мин һеҙҙең шымсылар түгел, ә намыҫлы кешеләр булыуығыҙға ышанырмын — туғанығыҙҙы ла ебәрермен, һеҙгә беҙҙең ерҙәрҙә иркен йөрөргә лә рөхсәт итермен».

35Йөктәрен бу шата башлағайнылар, һәр бе ре һе нең тоғонан көмөш һалынған төргәк килеп сыҡты. Быны күреп, ағай-энеләр ҙең дә, ата ла ры ның да ҡото осто.

36— Һеҙ мине бер-бер артлы улдарымдан яҙҙыраһығыҙ, — тине Яҡуп. — Йософ юҡ. Шимон юҡ. Инде Бинйәминде лә алып китергә уйлайһығыҙ. Бөтөн ҡайғы минең бер башыма!

37Рәүвән атаһына былай тине:

— Әгәр ҙә мәгәр Бинйәминде кире алып ҡайтмаһам, ике улымды үлтер. Миңә ышанып тапшыр ҡустымды, уны һиңә кире алып ҡай тасаҡ мын.

38— Юҡ, — тине Яҡуп, — улымды һеҙҙең менән ебәрмәйем. Ағаһы үлде, Бинйәмин бер үҙе ҡалды. Әгәр уның менән юлда бер-бер хәл була ҡалһа, мине, сал сәсле ҡартты, ҡайғыға батырып, гүргә индерәсәкһегеҙ!

Бинйәминде алып икенсегә килгәндәре

ЛО1Аслыҡ көсәйгәндән-көсәйҙе.2Мысырҙан алып ҡайтҡан иген бөткәс, аталары уларға былай тине:

— Барып, аҙ булһа ла тағы ашлыҡ алып ҡайтығыҙ!

3— Теге кеше беҙгә, бәләкәй ҡустығыҙҙан башҡа күҙемә лә күренмәгеҙ, тип бик ҡаты әйтте, — тине уға Йәһүҙә.4— Әгәр уны беҙҙең менән ебәрһәң, ашлыҡ алырға барабыҙ.5Ебәрмәйһең икән, унда барып тороуыбыҙҙан фәтеүә юҡ, теге кеше, ҡустығыҙҙы килтермәһәгеҙ, күҙемә лә күренмәгеҙ, тине бит.

6— Ниңә ҡустығыҙ барлығын әйтеп, башыма бәлә килтерҙегеҙ инде?! — тине Исраил.

7— Теге кеше барыһы тураһында ла һорашты бит: үҙебеҙ, туғандарыбыҙ хаҡында, атайыбыҙҙың тереме-юҡмы, тағы кемдәребеҙ булыуы тураһында белеште, — тине улар. — Ул һораны, беҙ яуап бирҙек. Кесе ҡустығыҙҙы алып килегеҙ, тип бойоророн кем белгән?

8Йәһүҙә атаһы Исраилға былай тине:

— Малайҙы минең менән ебәр, тиҙерәк юлға сығайыҡ. Шул саҡта барыбыҙ ҙа иҫән ҡалыр, беҙ ҙә, һин үҙең дә, балаларыбыҙ ҙа ас үлемдән ҡо то лор боҙ.9Мин башым менән яуап бирәм: ул ҡайтасаҡ. Әгәр уны алып ҡайтмаһам, ғүмерем буйы һинең алда ғәйепле булырмын.10Һаман һуҙмаған булһаҡ, беҙ унда ике тапҡыр барып урар инек инде.

11— Ярар, — тине Исраил, — ул саҡта бына нәмә эшләгеҙ: тоҡтарығыҙҙы еребеҙҙәге байлыҡтың һәммәһе — бәлзәм, бал, һәр төрлө тәмләткестәр, ладан, хуш еҫле сайыр, сәтләүек, миндаль менән тултырығыҙ ҙа ул кешегә күстәнәс итеп алып барығыҙ.

12Көмөш алығыҙ — тоҡтарығыҙға һалып ҡайтарғанды ла, башҡаһын да — бәлки, улар яңылышҡандыр.13Бинйәминде үҙегеҙ менән алығыҙ ҙа ул кешегә тағы барығыҙ.14Ҡөҙрәтле Алла һеҙгә мәрхәмәтен һалып, ул кеше тегендә ҡалған туғанығыҙҙы ла, Бинйәминде лә ебәрә күрһен инде! Ә миңә балаларымдан мәхрүм булыу яҙған икән, шулай булыр, күрәһең.

15Ағай-энеләр, бүләктәр әҙерләп, көмөштө элеккегә ҡарағанда ике тапҡырға күберәк алды ла, Мысырға килеп, Йософ алдына баҫты — был юлы Бинйәмин менән.16Йософ, Бинйәминде алып килгәндәрен күргәс, өйөндәге баш хеҙмәтсеһенә былай тине:

— Был кешеләрҙе минең йортҡа алып бар. Мал һуйып, һый әҙерлә — бөгөн төшкөлөктө улар минең менән ашаясаҡ.

17Йософтоң әмерен үтәп, баш хеҙмәтсе ағай-энеләрҙе уның йор то на алып китте.18Туғандары, Йософтоң өйөнә алып ба-рыуҙарынан шомланып, бер-береһенә:

— Беҙҙе унда тоҡтарыбыҙҙағы теге көмөш өсөн алып бармайҙармы икән? — тиештеләр. — Улар һөжүм итеп беҙгә ташланырҙар ҙа үҙебеҙҙе ҡол итерҙәр, ишәктәребеҙҙе тартып алырҙар инде!

19Өйҙөң ишеге төбөндә улар баш хеҙмәтсегә мөрәжәғәт итте:

20— Беҙгә бер нәмә әйтергә рөхсәт ит әле, әфәндебеҙ! Беҙ бында ашлыҡ алырға бер тапҡыр килгәйнек инде.21Ә кире ҡайтып барғанда төндә ял итергә туҡтағас, тоҡтарыбыҙҙы асҡайныҡ, һәр беребеҙҙең тоғонда ашлыҡ өсөн күпме түләгән булһаҡ, шул саҡлы көмөш ятҡанын күрҙек. Беҙ ул көмөштө кире алып килдек.22Яңынан ашлыҡ һатып алырға тағы көмөш килтерҙек. Ә теге ваҡытта беҙҙең тоҡтарға көмөштө кем һалғандыр, беҙ белмәйбеҙ.

23— Тынысланығыҙ, — тине уларға хеҙмәтсе, — ҡурҡмағыҙ. Моғайын, һеҙҙең Аллағыҙ — атайығыҙ Аллаһы — тоҡтарығыҙға хазина һалғандыр. Ул саҡта мин көмөштө тулыһынса алғайным!

Шунан уларға Шимонды алып килде.24Барыһын да Йо-софтоң өйөнә саҡырҙы, аяҡтарын йыуырға һыу килтерҙе, ишәктәренә ашарға бирҙе.25Ағай-энеләр бүләктәрен сығарып теҙеп һалды ла Йософтоң төшкөлөккә ҡайтҡанын көтөргә ултырҙы: төшкө ашты уның менән ашарһығыҙ, тип әйтелгәйне уларға.26Йософ өйөнә ҡайтҡас, бүләктәрен бирҙеләр ҙә уның алдына йөҙ түбән йығылдылар.27Ә ул, сәләм биргәндән һуң, һора ны:

— Оло йәштәге атайыбыҙ бар, тигәйнегеҙ, уның хәле нисек? Иҫәнме әле ул?

28— Атайыбыҙ, һеҙҙең ҡолоғоҙ, иҫән-аман йәшәп ята, — тип яуапланы туғандар, уның алдында тағы ергә ҡапланып.

29Йософ Бинйәмингә, бер туған ҡус ты һы на, ҡа ра ны ла:

— Һеҙ әйткән иң кесе ҡустығыҙ ошомо? — тип һораны.

Шунан өҫтәп ҡуҙы:

— Алла һаҡлай күрһен һине, улым!

30Йософтоң күңелен ҡустыһына ҡарата шундай яратыу-һағыныу тойғоһо солғап алды — саҡ илап ебәрмәне. Ул тиҙ генә икенсе бүлмәгә сығып китте лә шунда күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙы.31Бер аҙҙан йыуынып, яңынан ҡунаҡтар янына сыҡты, үҙен ҡулға алып, ашарға килтерергә ҡушты.32Йософҡа ашарға — айырым, ҡунаҡтарға — айырым, мысырҙарға айырым ҡуйҙылар (мысырҙар йәһүдтәр менән бергә ашауҙы хурлыҡ һанай ине).33Ағай-эне Йософ алдында тәртип буйынса — олоһонан башлап кесеһенә табан — теҙелешеп ултырҙы һәм аптырашып бер-береһенә ҡарашты.34Йософ уларға үҙенең өҫтәленән дә һый ебәрҙе, ә Бинйәмингә ул башҡаларға ҡарағанда биш тапҡырға күберәк бирҙе. Йософ менән бергә ашап-эсеп, күңел асып ултырҙылар.

Йософтоң ағаларын һынағаны

Л Л1Йософ баш хеҙмәтсеһенә былай тине:

II— Уларҙың тоҡтарын күтәрә алған тиклем ашлыҡ менән тул тыр. Һәр бе ре һе нең тоғоноң ауы ҙы на алып килгән көмөшөн кире һал.2Ә иң кеселәренең тоғона көмөш менән бергә минең көмөш һауытымды ла һал.

Теге, Йософ нисек ҡушһа, шулай эшләне.3Таң атыу менән ҡунаҡтарҙы ишәктәре-ние менән өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙеләр.

4Бер туғандар ҡаланан сығып алыҫ китеп тә өлгөрмәне, Йософ баш хеҙмәтсеһенә былай тине:

— Тиҙ генә уларҙы ҡыуып ет! Ә ҡыуып еткәс, әйт: «Ниңә һеҙ яҡшылыҡҡа яуызлыҡ менән яуап бирҙегеҙ?5Хужам шарап эсә, күрәҙәлек итә торған һауыт түгелме һуң был? Бик насар эш ҡылғанһығыҙ», — тиң.

6Баш хеҙмәтсе уларҙы ҡыуып етте лә ҡушылғанды әйтте.7Ағай-энеләр быға яуап итеп:

— Ниңә улай тиһең, әфәндем? Беҙ ҡолдарың һис кенә лә быны эшләй алмаҫ инек.8Беҙ тоғобоҙҙа ҡайтҡан көмөштө лә Ҡынаандан һиңә кире килтерҙек бит! Шулай булғас, хужаңдың көмөшөн йәки алтынын ала булабыҙмы ни беҙ?9Әгәр беҙҙең беребеҙҙә урланған әйбер табылһа, әйҙә, ул язаһын алһын, ә беҙ әфәндебеҙҙең ҡолдары булып ҡалайыҡ.

10— Яҡшы, һеҙ әйткәнсә булһын, — тине баш хеҙмәтсе, — тик урланған әйбер кемдә табылһа, шул ҡол булып ҡалыр, ә ҡалғандар өйҙәренә ҡайтып китер.

11Туғандар ҡабаланып тоҡтарын ергә төшөрҙө, ауыҙҙарын систе.12Хеҙмәтсе уларҙың барыһын да тәртип буйынса — олоһонан кесеһенә тиклем — тикшерҙе: һауыт Бинйәминдә табылды.

13Ағайҙары ҡайғынан кейемдәрен йыртҡыланы, йөктәрен ишәктәренә кире тейәп, ҡалаға әйләнеп килде.

14Йәһүҙә менән туғандары килгәндә Йософ өйҙә ине. Уның алдына йөҙ түбән йығылдылар.15Йософ былай тине:

— Ниңә быны эшләнегеҙ? Минең кеүек кеше күрәҙәлек итеп тә белә алыр, тип уйламанығыҙмы?

16— Ни әйтәйек инде, әфәндем? — тине Йәһүҙә. — Ҡаршы әйтерлек тә, аҡланырлыҡ та һүҙебеҙ юҡ, Алла гонаһыбыҙҙы таныта. Ошо көндән башлап, әфәндебеҙ, беҙ һеҙҙең ҡолдарығыҙ — һауыт табылған кеше лә, ҡалғандарыбыҙ ҙа.

17— Юҡ, — тине Йософ, — мин улай эшләмәйем! Һауыт кемдә табылған, шул кеше минең ҡолом була, ә һеҙ тыныс ҡына атайығыҙ янына ҡайтып китегеҙ.

18Шунда Йәһүҙә Йософҡа былай тине:

— Әфәндем! Мин ҡолоңа үҙең менән генә һөйләшергә рөхсәт ит. Мин фәҡиреңә асыуланмаһаң ине, әфәндем. Һин фирғәүен менән бер бит!

19Һин, әфәндем, беҙ ҡолдарыңдан: атайығыҙ бармы, ағай-энеләрегеҙ тағы бармы тип һорағайның.20Беҙ һин әфәндебеҙгә: атайыбыҙ бар, тик ул ҡарт инде, уның иң кесе улы бар, тип әйткәйнек. Был уның ҡартайғас ҡына тыуған балаһы ине. Ул бер әсәнән тыуған балаларҙан яңғыҙы ғына иҫән ҡалды, ә ағаһы үлде, тигәйнек. Атайыбыҙ уны ныҡ ярата.21Һин беҙ фәҡирҙәреңә иң кесе ҡустыбыҙҙы алып килергә ҡуштың.22Беҙ, әфәндебеҙ, һиңә, уға атайыбыҙҙы ҡалдырып китергә ярамай, атайыбыҙ уның менән айырылышыуҙы күтәрә алмаясаҡ, тигәйнек.23Ә һин беҙ фәҡирҙәреңә, кесе ҡустығыҙ килмәһә, күҙемә лә күренмәгеҙ, тинең.

24Беҙ өйгә, атайыбыҙ янына, ҡайтҡас, уға һин әйткән һүҙҙәрҙе еткерҙек, әфәндем.25Ә атайыбыҙ беҙгә тағы аҙыраҡ ашлыҡ алып ҡайтырға ҡушҡас,26уға: бәләкәй ҡустыбыҙҙан башҡа бармайбыҙ, унан башҡа беҙ уның күҙенә лә күренә алмайбыҙ, тинек.27Шунан һуң атайыбыҙ, һинең ҡолоң, беҙгә былай тине: «Үҙегеҙ беләһегеҙ: ҡатыным ике ул тапҡайны.28Береһе юҡ булды. Уға йыртҡыс һөжүм иткәндер, тип уйланым, бүтән мин уны күрмәнем.29Хәҙер икенсеһен дә алып китәһегеҙ. Әгәр уның менән бер-бер хәл булып ҡуйһа, мине, сал сәсле ҡартты, ҡайғынан гүргә индерәһегеҙ инде».

30Хәҙер мин өйгә атайым, һинең ҡолоң янына, уның йәндәй күргән улынан башҡа ҡайта аламмы?31Ата йы быҙ уның арабыҙҙа юҡ икәнен күреү менән йән бирәсәк. Һинең ҡолоң, сал сәсле атайыбыҙ, беҙҙең арҡала ҡайғыһынан теге донъяға китәсәк!32Мин ҡолоң, атайыма: башым менән яуап бирәм, ҡустымды алып ҡайтмаһам, һинең алда мәңге ғәйепле булырмын, тигәйнем.33Зинһар, бында уның урынына ҡолоң мин ҡалайым! Ә ул ағалары менән ҡайтып китһен.34Мин унан башҡа өйгә ҡайтып, атайымдың хәсрәткә бат ҡанын күрә алма йым!

Ағаларының Йософто танығаны

Л Ё1Йософ сит кешеләр алдында түҙеп тора алмаҫ хәлгә килде.

— Бөтәгеҙ ҙә сығығыҙ! — тип ҡысҡырҙы Йософ. Йософ үҙенең кем икәнен танытҡанда эргәлә бер кем дә юҡ ине.2Әммә ул шул тиклем ҡысҡырып иланы, уны Мысыр кешеләре лә ишетте, һүҙ фирғәүен һарайына ла барып етте.

3— Мин Йософ, — тине ул ағаларына. — Атайым нисек, иҫәнме әле?

Тегеләр иһә, шаҡ ҡатып, бер һүҙ ҙә әйтә алмай торҙо.

4— Яҡын килегеҙ, — тине Йософ. Ағалары уның янына килде.

— Был мин, Йософ, — тине ул уларға, — һеҙ Мысырға һатҡан ҡустығыҙ.5Ләкин бының өсөн үҙегеҙҙе ғазапламағыҙ, өҙгөләнмәгеҙ. Һеҙҙең ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалыр өсөн Алла мине бында Үҙе ебәргән.6Аслыҡ башланғанға бына ике йыл инде, әле биш йыл ер һөрөү ҙә, ураҡ урыу ҙа булмаясаҡ.7Алла мине бында һеҙҙән алда нәҫел-ырыуығыҙ ерҙә һаҡланып ҡалһын — һаҡланып ҡалһын да күбәйһен өсөн — ебәргән.

8Һеҙ түгел — Алла мине бында ебәргән дә шуны насип иткән: фирғәүендең баш вәзире — уның бөтә мөлкәтенең хужаһы һәм бөтә Мысыр ерендә хөкөм йөрөтөүсе булып киттем мин хәҙер.

9Тиҙерәк атайым янына ҡайтығыҙ ҙа әйтегеҙ уға: «Улың Йософ шуны мәғлүм ҡыла: Алла мине бөтә Мысырҙың хакимы итте. Һис кисекмәҫтән килеп ет.10Һин улдарың, ейәндәрең менән, бөтә көтөүҙәрең, мал-мөлкәтең менән минән алыҫ түгел — Гошен ерендә урынлашырһың.11Һин унда бер ниндәй мәхрүмлек күрмәй йәшәрһең, ғаиләң дә, мал-тыуарың да мохтажлыҡ кисермәҫ — сөнки алда биш йыл аслыҡ тора әле».

12— Күреп тораһығыҙ, — тине Йософ. — Ҡустым Бинйәмин, һин дә күрәһең! Был мин, мин бит һеҙҙең менән һөйләшәм!

13Мысырҙа минең ниндәй бөйөк һәм шөһрәтле кеше икәнемде атайыма һөйләгеҙ. Нимәләр күргәнегеҙҙе һөйләгеҙ ҙә атайымды тиҙерәк бында килтерегеҙ!

14Ул ҡустыһы Бинйәминде ҡосаҡлап алды ла илап ебәрҙе, Бинйәмин дә уны ҡосаҡлап иланы.15Һуңынан Йософ илай-илай башҡа ағайҙарын да ҡосаҡлап үпте, шунан һөйләшеүҙәр башланды.

16Йософҡа ағайҙары килгән, тигән хәбәр фирғәүен һарайына ла барып ишетелде. Фирғәүен һәм уның янындағы кешеләр был хәбәргә һөйөндө.17Фирғәүен Йософҡа былай тине:

— Ағайҙарыңа Ҡынаанға барып, атайыңды һәм үҙҙәренең ғаиләләрен бында килтерергә ҡуш.18Мин уларға Мысырҙа иң яҡшы ерҙәрҙе бирермен, илебеҙҙәге муллыҡтың рәхәтен күрһендәр!19Уларға Мысырҙан ҡатын-ҡыҙҙар һәм бала-сағалар өсөн көймәле арбалар алып китергә бойор, үҙҙәре менән атайығыҙҙы ла алып килһендәр.20Тороп ҡалған мөлкәттәре өсөн ҡайғырып тормаһындар: Мысырҙағы бөтә яҡшы нәмә уларҙыҡы булыр.

21Исраил улдары шулай эшләне. Йософ, фирғәүен әйткәнсә, уларға көймәле арбалар, юлға аҙыҡ,22һәр береһенә өр-яңы кейем, Бинйәмингә өс йөҙ шекел көмөш һәм биш ҡат кейем бирҙе.23Атаһына Мысыр ерендәге һәр төрлө ниғмәттән ун ишәккә тейәп оҙатты, тағы ун ишәккә иген, икмәк, юлға башҡа төрлө аҙыҡ-түлек тейәтте.

24— Барығыҙ, юлда ғауғалашмағыҙ, — тине ул туғандарына хушлашҡанда.

25Улар Мысырҙан китеп, Ҡынаанға аталары янына ҡайтып етте.

26— Йософ тере, — тине улар Яҡупҡа, — хәҙер ул бөтә Мысырға идара итә.

Яҡуптың йөрәге туҡтап ҡалғандай булды: быға ышана алманы.27Ләкин улдары уға Йософтоң әйтеп ебәргән һүҙҙәрен һөйләгәс, үҙен алырға тип Йософ ебәргән көймәле арбаларҙы үҙ күҙҙәре менән күргәс, Исраилдың рухы күтәрелде,28былай тине:

— Етте! Улым Йософ иҫән-һау! Үлерҙән алда уны барып күрәйем!

Ағаларының өсөнсө тапҡыр атайҙары менән килгәне

Л1Исраил, бөтә мөлкәтен йыйып алып, юлға сыҡты.

Бәғәр-Шәвәгә килеп еткәс, ул атаһы Исхаҡ мәрхүм рухына ҡорбан салды.2Шул төндө ул төшөндәгеләй Алланың тауы шын ишет те:

— Яҡуп, Яҡуп, — тип өндәште уға тауыш.

— Эйе, — тип яуап бирҙе Яҡуп.

3Алла былай тине:

— Мин Алла, атайың Аллаһымын. Ҡурҡма, бар Мысырға: унда Мин һинән бөйөк халыҡ бар ҡылырмын.4Мысырға һеҙҙең менән Мин Үҙем барам, Үҙем үк һеҙҙе унан алып та сығырмын. Йософ күҙҙәреңде үҙ ҡулдары менән йомдорор.

5Яҡуп Бәғәр-Шәвәнән ҡуҙғалып китте.

Улдары аталары Яҡупты, бала-саға, ҡатын-ҡыҙҙарҙы фирғәүен ебәргән көймәле арбаларға ултыртып алып китте;6алдан мал көтөүҙәре, Ҡынаандағы мөлкәттәре тейәлгән арбалар бара ине. Шулай итеп, Яҡуп бөтә нәҫел-ырыуы менән Мысырға күсенде:7улдарын, ҡыҙҙарын, ейән-ейәнсәрҙәрен — барлыҡ ырыуын Мысырға алып килде ул.

8-15Бына Исраилдың Мысырға күсеп килгән улдарының исемдәре:

Яҡуп һәм уның улдары.

Рәүвән, баш балаһы, һәм уның улдары: Ханох, Паллу, Хес-рон һәм Карми.

Шимон һәм уның улдары: Иемуел, Ямин, Оһад, Яхин, Сохар һәм Шаул — ҡынандарҙан алған ҡатынының улы.

Леви һәм уның улдары: Гершон, Кеһат һәм Мерари.

Йәһүҙә һәм уның улдары: Эр, Онан, Шела, Перес һәм Зерах.

Эр менән Онан Ҡынаанда саҡта уҡ вафат булды, ә Перестың Хесрон һәм Хамул исемле улдары тыуҙы.

Исасхар һәм уның улдары: Тола, Пуа, Йов һәм Шимрон.

Зевулун һәм уның улдары: Серед, Элон һәм Яхлеел.

Былар — Яҡуптың Лиәнән тыуған балалары: ҡыҙы Динә менән ошо улдары Паддан-Арамда тыуғайны. Улдары һәм ҡыҙҙары менән бөтәһе утыҙ өс кеше.

16-18Яҡуптың Зилпанан (Лаван уны ҡыҙы Лиәгә хеҙмәтсе итеп биргәйне) тыуған балалары:

Ғад һәм уның улдары: Сифион, Хагги, Шуни, Эсбон, Ери, Ароди, Арели.

Ашер һәм уның улдары: Имна, Ишуа, Ишуи һәм Брия. Уларҙың һеңлеһе Серах. Брия улдары: Хевер һәм Малкиел.

Яҡуп тың Зилпанан тыуған ба ла лары: ун алты кеше.

19-22Яҡуптың Рәхиләнән тыуған улдары: Йософ һәм уның улдары Менашше менән Эфраим. Улар Мысырҙа Илиополь ҡаһины Потипераның ҡыҙы Аснаттан тыуҙы.

Бинйәмин һәм уның улдары: Бела, Бехер, Ашбел, Гера, Наа-ман, Эхи, Рош, Муппим, Хуппим һәм Ард.

Яҡуп менән Рәхиләнән таралған нәҫел: барлығы ун дүрт кеше.

23-25Яҡуптың Билһанан (Лаван уны ҡыҙы Рәхиләгә хеҙмәтсе итеп биргәйне) тыуған балалары:

Дан һәм уның улы: Кушим.

Нафтали һәм уның улдары: Яһзеэл, Гуни, Йесер һәм Шил-лем.

Был Яҡуптың Билһанан таралған тоҡомо: бөтәһе ете кеше.

26Яҡуп менән Мысырға килгән нәҫел-нәсәбе — килендәрен һанамайынса — алтмыш алты кеше ине.27Йософтоң Мысырҙа улар килгәнсе үк ике улы тыуғайны. Яҡуптың Мысырға күскән бөтә ырыуы етмеш кешенән тора ине.

28Ә Йәһүҙәне Яҡуп Йософҡа алдан ебәрҙе, ул уларҙы Гошенда ҡаршыларға тейеш ине.

Улар Гошенға килеп етте.29Йософ ике тәгәрмәсле еңел арбаһын егергә ҡушты ла Гошенға атаһын ҡаршыларға китте. Бына ул атаһы алдына барып баҫты, ҡосаҡлап алды һәм атаһының ҡосағында тыйыла алмай иланы.30Ис ра ил Йо соф ҡа:

— Һине имен-аман күрҙем, инде үлһәм дә үкенмәйем, — тине.

31Йософ ағаларына һәм барлыҡ туған-ырыуына әйтте:

— Хәҙер фирғәүенгә, минең яныма Ҡынаандан ағайҙарым менән бөтә нәҫел-ырыуым килде, тип хәбәр итергә барам.

32Улар — мал бағыусылар, һарыҡ көтәләр, үҙҙәре менән ваҡ һәм эре малдарын, бөтә мөлкәттәрен алып килгәндәр, тиәсәкмен.

33Ә фирғәүен, нимә менән шөғөлләнәһегеҙ, тип һораһа,34былай тип яуап бирегеҙ: «Беҙ ҡолдарың, ата-бабаларыбыҙ кеүек, бала саҡтан уҡ мал көтәбеҙ». Шул саҡта һеҙҙе Гошен ерендә ҡалдырырҙар, сөнки һарыҡ көтөүселәрҙе Мысыр кешеләре хәрәмгә һанай.

л гп1Фирғәүен янына килгәс, Йософ былай тине:

1 /— Ҡынаандан атайым менән ағайҙарым килде, үҙҙәре менән барлыҡ мал-тыуарын, булған мөлкәттәрен алып килгәндәр. Әле улар Гошен ерендә.

2Йософ фирғәүен янына биш ағаһын алып килгәйне.3Фирғәүен:

— Ни менән көн күрәһегеҙ? — тип һораны.

— Беҙ ҡолдарың, ата-бабаларыбыҙ кеүек, һарыҡ көтәбеҙ.

4Тағы былай тип өҫтәнеләр:

— Беҙ был ергә күсенеп килдек. Беҙгә, һинең ҡолдарыңа, мал көтөргә ер юҡ, сөнки Ҡынаанда хәҙер бик көслө аслыҡ. Беҙ ҡолдарыңа Гошен ерендә төпләнергә рөхсәт итһәң ине.

5— Һиңә атайың менән ағайҙарың килгән —6әйҙә, уларҙы еребеҙҙең иң яҡшы төбәктәренә урынлаштыр: бөтә Мысыр иле һинең алдыңда. Йәшәһендәр Гошен ерендә. Әгәр араларында яраҡлы кешеләр табыла икән, уларҙы минең көтөүҙәремде лә көтөргә ҡуш.

7Шунан Йософ фирғәүен янына атаһы Яҡупты алып килде. Яҡуп фирғәүенгә фатихаһын бирҙе.8Фирғәүен унан:

— Нисә йәш һиңә, аҡһаҡал? — тип һораны.

9— Йөҙ ҙә утыҙ йыл йәшәнем яҡты донъяла, — тип яуап бирҙе Яҡуп. — Был бик күп түгел, әммә ул йылдар бик ауыр булды. Уларҙы ата-бабаларымдың фани донъялағы ғүмере менән сағыштырырлыҡ түгел.

10Хушлашҡанда Яҡуп фирғәүенгә фатиха ҡылып сығып китте.

11Йософ, фирғәүен ҡушҡанса, атаһы менән ағаларын Мысыр-ҙың яҡшы еренә, Рамзес төбәгенә урынлаштырҙы, шунда ер бүлеп бирҙе.12Йософ атаһына, ағаларына, барлыҡ туған-ырыуы на, ғаиләләге ба ла лар һа ны на ҡарап, иген өләште.

Мысырҙа аслыҡтың көсәйгәне

13Бер ерҙә лә иген юҡ ине, аслыҡ көсәйҙе. Мысыр менән Ҡынаан ере лә бөлә барҙы.14Халыҡҡа иген һатып, Йософ фирғәүен ҡаҙнаһына Мысыр һәм Ҡынаан ерендәге булған бөтә көмөштө йыйып алды.15Мысырҙа ла, Ҡынаанда ла көмөш бөткәс, Мысыр халҡы Йософҡа:

— Иген бир беҙгә! Күҙ алдыңда ятып үләйекме ни? Көмөш юҡ, — тип ялбарҙы.

16— Көмөшөгөҙ бөтһә, — тине Йософ, — мал килтерегеҙ, игенде малға алыш ты рырмын.

17Улар көтөү-көтөү малдарын алып килде, Йософ игенде мал-тыуарға — ат, һарыҡ, кәзә, һыйыр, ишәктәргә алмашып бирә башланы. Бер йыл буйы шулай булды.18Икенсе йылды йәнә килделәр. Йософҡа:

— Һинән йәшерәһе юҡ, әфәндебеҙ, көмөштәребеҙ ҙә, мал-тыуарыбыҙ ҙа — барыһы ла һиңә күсте, — тинеләр. — Йәнебеҙ менән еребеҙҙән башҡа һиңә бирерлек нәмәбеҙ ҡалманы.

19Һинең күҙ алдыңда еребеҙ-ниебеҙ менән үлеп ятайыҡмы ни инде? Игенгә алмашҡа үҙебеҙҙе лә, еребеҙҙе лә ал — беҙ еребеҙ менән бергә фирғәүендең ҡолдары булырбыҙ. Тик орлоҡ ҡына бирә күр — үҙе беҙ тере ҡа ла йыҡ та ер буш ят ма һын.

20Шул рәүешле Йософ Мысырҙағы бөтә ерҙе фирғәүенгә һатып алып бөттө. Мысыр халҡы береһе лә ҡалмай уға ерен һатты — шул тиклем көслө ине аслыҡ. Бөтә ер фирғәүен милкенә күсте,21ә Мысыр кешеләренең барыһын да — илдең бер сигенән икенсе сигенә тиклем — Йософ фирғәүендең ҡолдары итте.22Йософ бары тик ҡаһиндарҙың ерҙәрен генә һатып ала алманы, сөнки улар фирғәүен ҡарамағында һәм шул иҫәптән туҡ ла на ине, шуға күрә ерҙәрен һатып та торма ны лар.

23Йософ Мысыр халҡына былай тине:

— Хәҙер инде баҫыуҙарығыҙҙы ла, үҙегеҙҙе лә фирғәүенгә һатып бөткәс, орлоҡ алығыҙ ҙа сәсегеҙ.24Ошо көндән башлап уңыштың биштән бер өлөшөн фирғәүенгә бирәсәкһегеҙ, ә биштән дүрт өлөшөн орлоҡҡа һәм үҙегеҙгә, балаларығыҙға, йорттағыларға ашарға ҡалдырасаҡһығыҙ.

25— Һин беҙҙе үлемдән ҡотҡарҙың! — тине Мысыр кешеләре. — Әфәндебеҙ, һин беҙгә мәрхәмәт күрһәттең. Ошо көндән башлап беҙ — фирғәүендең ҡолдары.

26Йософ урынлаштырған ҡанун Мысырҙа бөгөн дә һаҡланып килә: фирғәүенгә уңыштың бишенсе өлөшөн бирәләр. Бары тик ҡаһиндарҙың ере генә фирғәүенгә күсмәй ҡала.

Яҡуптың үҙ тоҡомона фатиха биргәне

27Исраил кешеләре Мысыр иленең Гошен ерендә урынлашты. Улар шунда ер биләп, нәҫел-ырыуҙары артып, күп һанлы халыҡ булып китте.

28Ун ете йыл йәшәне Яҡуп Мысырҙа, ул барлығы йөҙ ҙә ҡырҡ ете йыл ғүмер һөрҙө.29Үлер ваҡыты еткәс, ул Йософто саҡы рып алды ла:

— Мәрхәмәтеңдән ташлама, балам, ҡулыңды минең йән еремә ҡуйып, һорауыңды үтәрмен, онотмам, тип ант ит: Мысырҙа ерләмә мине! — тине. —30Теге донъяға киткәс, Мысырҙан алып китеп, ата-баба ларым ятҡан зыяратҡа ҡуй.

— Нимә әйтһәң, шуны эшләрмен, — тип яуап бирҙе Йософ.

31— Ант ит, — тине Яҡуп.

Йософ ант итте, ә Яҡуп ятҡан көйөнсә генә баш эйҙе.

ЛО1Бер аҙҙан, атаһының ауырығанын ишетеп, Йософ уның янына улдары Менашше менән Эфраимды алып

килде.

2«Улың Йософ килде», — тинеләр Яҡупҡа.

Яҡуп, барлыҡ көсөн йыйып, түшәгендә тороп ултырҙы ла

3Йософҡа былай тине:

— Бер ваҡыт Лузда, Ҡынаан ерендә, миңә Ҡөҙрәтлеләрҙән-ҡөҙрәтле Аллабыҙ күренде. Фатихаһын биреп, ул миңә:4«Мин һинең нә ҫел-ыры уың ды үр сем ле һәм күп һанлы итәм, һинән бик күп халыҡ тараласаҡ, ә был ерҙе мәңгелеккә һинең нәҫел-ыры уы ңа бирәм», — тип әйтте.

5— Бына хәҙер, — тине Яҡуп Йософҡа, — мин килгәнгә тиклем Мысырҙа тыуған ике улыңды уллыҡҡа алам. Эфраим менән

Менашше минең өсөн Рәүвән менән Шимон кеүек үк.6Ә уларҙан һуң тыуған улдарың иһә — һинеке, әммә улар ҙа оло ағаларының ырыуына ҡарар һәм уларҙың өлөшөнән мираҫ алыр.

7— Ә минең Рәхиләм, — тип дауам итте Яҡуп, — ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Паддандан ҡайтып килгән саҡта Ҡынаанда, Эфрата-нан алыҫ түгел юлда, вафат булды. Мин уны шунда — Эфрата юлында (хәҙер ул Бейт-Лехем тип атала) ерләнем.

8Исраил Йософтоң балаларына ҡарап:

— Кемдәр былар? — тип һораны.

9— Былар минең улдарым, — тине Йософ, — уларҙы Алла миңә ошонда бирҙе.

— Килтер уларҙы минең яныма, — тине Исраил, — уларға фатихамды бирәм.

10Исраилдың күҙҙәре ҡартлыҡтан томанланғайны инде — ул бер ни ҙә күрмәй ине. Йософ балаларын уның янына алып килде; Ис ра ил уларҙы ҡо саҡ лап үпте лә11Йо соф ҡа:

— Һинең үҙеңде күрергә лә өмөтөм юҡ ине, бына Алла миңә балаларыңды ла күрергә насип итте, — тине.

12Йософ Исраилдың теҙендә ултырған балаларын алды ла уның алдында баш эйҙе.

13Йософ балаларын Исраил янына килтергәндә, Эфраим уның уң яғында — Исраилдың һул яғында, ә Менашше һул яғында — Исраилдың уң яғында ине.14Әммә Исраил уң ҡулын Эфраимдың, ке се һе нең, ба шы на, ә һул ҡулын Ме наш ше ның, өлкәненең, башына һалды, шулай итеп, уның ҡулдары бер-бере һе нең өҫтөнә ятты.

15Исраил Йософҡа ошондай һүҙҙәр менән фатиха бирҙе:

— Аллам — Һинән айырылманы ата-бабам Ибраһим үә Исхаҡ!

Аллам — Һин бағыусымдыр ошо көнгә тиклем һәм һәр саҡ,

16Золомдарҙан мине ҡот ҡа рыу сы фәрештәбеҙ

Йәш-елкенсәккә лә фатихалы булһа ине!

Сөнки улар минең тоҡомомдан,

Ата-бабам Ибраһим һәм Исхаҡ тоҡомонан.

48:12 Был йола уллыҡҡа алыуҙы аңлатҡан. Ҡара 30:3 һәм 50:23.

Күп булыр улар нәҫеле ер йөҙөндә.

17Йософ атаһының уң ҡулын Эфраимға һалғанын күрҙе лә уның ҡулын Эфраимдан алып Менашшеға һалмаҡсы булды.

18— Улай түгел, атай, — тине Йософ. — Бына баш бала, уң ҡулыңды уға һал.

19— Беләм, — тип яуап бирҙе Исраил, — беләм мин, улым. Унан да бөйөк халыҡ тараласаҡ. Шулай ҙа кесеһе унан уҙып китер һәм бик күп ырыуҙарға башланғыс һалыр.

20Ошондай һүҙҙәр менән фатиха бирҙе уларға Исраил:

— Исраилдар һеҙҙән фатихалы булыр,

Бер-беренә фатиха ҡылып, улар әйтер булыр:

«Алла нисек ярҙам итһә Эфраим менән Менашшеға, шундай ярҙам насип булһын һеҙгә лә».

Шулай итеп, ул Эфраимды Менашшенан өҫтөн ҡуйҙы.

21Шунан Исраил Йософҡа былай тине:

— Мин оҙаҡламай үлермен. Ләкин Алла һеҙҙе ташламаясаҡ, Ул һеҙҙе ата-бабаларыбыҙ еренә кире ҡайтарасаҡ.22Ә мин һиңә таулы ерҙәрҙе, Шехемды, өҫтәп бирәм: һин көслөрәк буласаҡһың. Мин уны әмөриҙәрҙән ҡылыс һәм уҡ менән яулап алғайным.

ЛС\1Яҡуп улдарын саҡырып алды:

1 У— Йыйылығыҙ: әйтәм һеҙгә ни көтөрөн киләсәктә.

2Бергәләшеп тыңлағыҙ, Яҡуптың уландары, —

Тыңлағыҙ әле атағыҙ Исраилды!

3Рәүвән — минең баш балам, ғәйрәтемдең, ир ҡорона ултырыуымдың тәүге емеше, барыһынан да ул ғорурыраҡ, көс-ҡеүәт — ул үҙе!

4Ағын һыуҙай тыйылғыһыҙ инең, хәҙер алдын була алмаҫһың, атаң түшәгенә ятып,

ятыр урынымды хәрәм ҡылдың.

5Шимон менән Леви — бер туғандыр, ҡы лыс тары — рәхимһеҙлек ҡора лы лыр!

6Уртаҡ түгел улар менән минең уйым, улар ҡорон урап үтә минең юлым.

Асыу ҙа ры килһә, кеше үлтерә улар, күңел асһалар — мал имгәтәләр.

7Бындай ҡылыҡ ҡәһәр алыр, сөнки асыу ҙа ры үтә рәхимһеҙ, ярһыуҙары иһә самаһыҙ!

Мин уларҙы Яҡуп нәҫеленән айырырмын,

Исраил ҡәүеме араһында таратырмын!

8Йәһүҙә, ағай-энең данлай, маҡтай һине!

Ҡулың дошмандарҙың елкә сәсендә,

Бар Исраил баш эйер алдыңда.

9Табышы өҫтөндә дәһшәтле ҡалҡынған йәш арыҫлан ише һин, Йәһүҙә.

Гүйә, ул арыҫлан — ырғыр алдынан ергә һырыҡҡан — Ошо хәлендә кем бар уны борсорға баҙнат иткән?

10Йәһүҙә ҡулынан ысҡынмаҫ хөкөм таяғы,

Хакимдар тыуҙырыр уның нәҫел-ырыуы.

Әммә килгәс шундай бер зат — ул бәхеткә юлығыр һәм ха лыҡ тар бары уға буй һонор.

11Уның ишәген бәйләр бау — йөҙөм ботағы булыр, ишәк балаһын бәйләр бау — йөҙөм тәлгәше булыр. Кейемдәрен ул шарапта сайҡатыр,

өҫтөндәге сапанын йөҙөм һутында йыуыр.

12Шарап тан күҙҙәре янып торор,

Тештәре һөттән аҡ булыр.

13Ғүмер һөрөр Зевулун диңгеҙ яры буйында.

Алыҫтан килгән караптар туҡтай торған урында.

Сиге иһә булыр Сидон янында.

14Исасхар ул — көслө ишәк ише, йөктәр араһында ята булыр;

15тыныслыҡтың яҡшылығын күрә белә, ерҙең матур икәнлеген аңлай белә, йөк күтәрергә ул әҙер — һыртын ҡуя, шуға күрә мәхлүккә әйләнеп ҡуя.

16Дан халҡы өҫтөнән хөкөм ҡылыр,

ул халыҡ та Исраил ырыуынан булыр.

17Дан йылан булыр юлда ятҡан,

юлға сығып ятҡан ағыулы йылан.

Аңғармаҫтан сағыр аттың аяғын, һыбай кеше ҡолар ергә тәкмәсләп.

18(Ҡотҡар, Раббым! Тик һиңә генә ышанам!)

19Кеше талаусылар Ғадтың юлын баҫыр, уларҙы таларға тип арттарынан ул да осор.

20Ашерҙың ризығы мул булыр, бат ша лар унан һый ла ныр.

21Матур-матур балалар тыуҙыра ҡоралай,

Наф та ли, — гүйә, шул ирек ле ҡо ра лай.

22Йософтоң булмышы — емешле йөҙөмдөр, һыу буйында йәйрәп үҫкән емешле ағастыр.

Тирә-яҡты сырмап үҫкән шул ағас ботағылыр.

23Уға һөжүм иткән, хаслыҡ ҡылған,

уға ҡаршы һуғышҡандар — оҫта уҡсылар ине.

24Әммә уның кереше булды һәр саҡ тартыулы, сөнки уның ҡул көсөнөң сығанағы —

Ҡаты ҡуллы Яҡуп Аллаһы,

Ҡур са лау сы быҙ исеме, Исраилдың Таш ҡаяһы.

25Ул атабыҙ Аллаһы, Ул ярҙамын бирер,

Ул Ҡөҙрәтле, Ул фатиха бирер.

Ул фатиха яуыр асмандан,

Ул фатиха ҡалҡыр упҡындан һәм дә имсәк менән ҡарындан,

26фатиха ҡылыр сәскә һәм башаҡ, сал тауҙар ҙа фатиха ҡыласаҡ,

мәңге ятҡан ҡалҡыулыҡтар байлығын йомарт бирер, һәм быларҙың барыһы ла Йософ өлөшөнә төшөр, ағай-эне араһынан Йософ тәҡдиренә яҙылыр.

27Бинйәмин — йыртҡыс бүре кеүек, һәр саҡ һуғышыр ҙа йөрөр, иртән ҡор ба нын кимерһә, кисен өҙгөләр та бы шын.

28Бына шундай Исраилдың ун ике ырыуы — аталары уларға фатихаһын ҡылды. Һәр ырыуға айырым фатиха бирелде.

Яҡуптың вафаты

29Яҡуп улдарына былай тине:

— Оҙаҡламай мин теге донъяға китермен. Мине ата-бабаларым янына, хет Эфрон баҫыуындағы мәмерйәлә ерләгеҙ.30Был мәмерйә Ҡынаан ерендә, Мамре янында, Махпела баҫыуында булыр, ә ул баҫыуҙы ҡартатайым Ибраһим хет Эфрондан зыярат урыны итеп һатып алған.31Ҡартатайым Ибраһим менән өләсәйем Сара ла, Ғаяз менән Рабиға ла шунда ерләнгән, мин Лиәне лә шунда күмдем.32Баҫыу ҙа, ундағы мәмерйә лә хеттарҙан һатып алынған.

33Улдарына ошо васыяттарын әйтеп, Яҡуп түшәгенә ятты ла йән бирҙе, әхирәткә күсте.

1Йософ атаһының кәүҙәһе өҫтөнә йығылды, илай-илай,^V/ мәрхүмде үпте.2Хеҙмәтсе табиптарына ул мәйетте бәлзәмләргә әмер бирҙе, Мысыр кешеләре, мәйетте күммәйенсә, етмеш көн иланылар.3Табиптар, ғәҙәттәгесә, мәйетте ҡырҡ көн буйына бәлзәмләне, ә мысырҙар мәрхүм хаҡына етмеш көн иланы.4Матәм ваҡыты үткәс, Йософ фирғәүен янындағы кешеләргә:

— Зинһар өсөн, фирғәүенгә әйтегеҙ әле,5атайым минән ант иттергәйне: мин үлгәс, Ҡынаанда, үҙем алдан әҙерләп ҡуйған ҡәбергә күмегеҙ, тигәйне. Мин атайымды алып барып ерләргә рөхсәт итеүен һорайым — һуңынан ҡайтырмын, — тип мөрәжәғәт итте.

6Фирғәүен рөхсәт бирҙе.

— Бар, атайыңды ҡуйып ҡайт. Антыңды үтә, — тине ул.

7Йософ атаһын ерләргә тип юлға сыҡты, уның менән бергә фирғәүендең барлыҡ түрәләре, бөтә һанаттары, Мысыр иленең аҡһаҡалдары,8Йософтоң бар ғаиләһе, ағай-энеләре һәм нәҫел-ырыуы китте. Гошен ерендә бала-саға менән мал-тыуар ғына ҡалды.9Уны ике тәгәрмәсле еңел арбалар, һыбайлылар һәм бик күп халыҡ оҙата барҙы.

10Иордан аръяғындағы Горен Атадҡа барып еткәс, улар күмәкләшеп ҡысҡырып илай башланы — Йософтоң атаһы өсөн тағы ете көн иланы улар.11Ҡынаанда йәшәгән кешеләр, Горен Атадтағы матәмде күреп:

— Ҡара, нисек үкһеп илай был мысырҙар! — тиеште.

Шуға ла Иордан аръяғындағы был урын «Мысырҙар илаған»

тип атала.

12Уландары аталарының ихтыярын үтәне:13уның мәйетен Ҡынаанға алып ҡайтып, Махпела баҫыуындағы мәмерйәлә ерләнеләр. Был мәмерйәне Ибраһим хет Эфрондан зыярат урыны итеп һатып алғайны — Мамренан алыҫ түгел ул.14Ерләгәндән һуң, Йософ, уның ағай-энеһе, улар менән барған бөтә кешеләр Мысырға ҡайтты.

Йософтоң ағалары менән ярашҡаны

15Аталары үлгәс, Йософтоң ағалары уйға ҡалды: «Әгәр Йософ беҙгә элеккесә асыу һаҡлап, беҙҙән күргән яуызлыҡ өсөн үс алырға теләһә, ни эшләрбеҙ?»16Улар Йософҡа кеше аша ошо һүҙҙәрҙе еткерҙе:

17— Үлер алдынан атайыбыҙ һиңә былай тип әйтергә васыят итте: «Һинән шуны һорайым: ағайҙарыңдың гонаын, ғәйептәрен — һиңә күрһәткән яуызлыҡтарын ярлыҡа». Ғәфү ит беҙҙе, беҙ ҙә бит бер ата-баба ның Ал ла һы ҡо ло боҙ!

Йософ был һүҙҙәрҙе илай-илай тыңланы.

18Ағай-энеләре килеп, уның алдында ергә ҡапланды:

— Ошо көндән башлап беҙ һинең ҡолдарың! — тинеләр.

19— Ҡурҡмағыҙ, — тип яуап бирҙе Йософ. — Һеҙҙе хөкөм итергә мин Ал ла мы ни?20Һеҙ миңә ҡаршы уйлаған золом Алланың ихтыяры менән яҡшылыҡҡа әүерелде: шул арҡала күпме кеше ҡотҡарылды!21Ҡурҡмағыҙ. Мин һеҙҙе һәм балаларығыҙҙы ҡайғыртасаҡмын.

Ошо һүҙҙәр ағай-энене тынысландырҙы, күңелдәре рәхмәт тойғоһо менән тулды.

22Йософ бөтә нәҫел-ырыуы менән Мысырҙа төпләнде. Ул йөҙ ҙә ун йыл йәшәне;23уға бүләләрен — Эфраимдың ейәндәрен күрергә, Менашшеның улы Махирҙың яңы тыуған балаларын теҙенә алырға насип булды.

24— Оҙаҡламай мин үлермен, — тине Йософ ағай-энеләренә. — Ләкин бер көн килер: Алла һеҙгә илтифат ҡылыр һәм һеҙҙе бынан Үҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып китер.

25Йософ Исраил халҡынан ант иттерҙе: Алла һеҙгә илтифатын һалып, Мысырҙан сыҡҡанда, минең һөйәктәремде лә алып китегеҙ, тине ул.

26Йософ йөҙ ҙә ун йәштә вафат булды. Уның мәйетен бәлзәмләп, Мысырҙа табутҡа һалдылар.

Ҡушымталар Һуңғы ьүҙ

+

һүҙлек

+

Карталар

Библия, йәғни Изге Яҙма, төрлө ваҡытта, төрлө урында, төрлө кешеләр тарафынан яҙылған китаптар йыйылмаһынан тора. Ул Иҫке һәм Яңы Ғәһедкә бүленә. Иҫке Ғәһед китаптары — Ғайса пәйғәмбәргә тиклемге замандар, ә Яңы Ғәһед Ғайса пәйғәмбәр һәм уның шәкерттәре тураһында һөйләй. Яңы Ғәһед — боронғо грек телендә, Иҫке Ғәһед китаптары боронғо йәһүд, арамей һәм боронғо грек телдәрендә яҙылған. Иҫке Ғәһед өс өлөштән тора: Ҡанундар, Пәйғәмбәрҙәр, Яҙмалар. Уның тәүге биш китабын Ҡанундар йәки Мусаның биш китабы тәшкил итә. «Башланмыш» — Муса китаптарының тәүгеһе. Һеҙҙең иғтибарығыҙға тәҡдим ителгән тәржемә ВШНа НеЪгака ЗШИдаг^еп^а1баҫмаһы буйынса башҡарылды. Бөгөнгө көндә ул — масорет2текстарының иң абруйлы баҫмаһы.

Тәржемәселәр баштан уҡ башҡортсаға ауҙарылған текста башҡа сығанаҡтар, мәҫәлән, боронғораҡ ҡулъяҙмаларға таяныуына ҡарамаҫтан, Септуагинта — Мусаның биш китабының грексаға тәржемәһе, тәҡдим иткән варианттарҙы күрһәтмәҫкә ҡарар итте. Шулай итеп, беҙ төрлө сығанаҡтарҙан йыйылған фәнни тупланмалар һәм тәржемәселәрҙең фараздары емешен түгел, ысын тексты нисек бар, шулай килеш күрһәтер өсөн, Иҫке Ғәһедте урыҫ теленә тәржемә итеү традицияларынан3баш тарттыҡ.

Изге Яҙманың башҡорт теленә тәүге тәржемәләре XIX быуат аҙағы — XX быуат баштарында барлыҡҡа килгән һәм Яңы Ғәһед китаптары менән Иҫке Ғәһедтең һайланма урындары нәшер ителгән. 1917 йылғы революциянан һуң Изге Яҙманы башҡортсаға әйләндереү эше туҡтап ҡалған. Оҙаҡ йылдар буйы башҡорт уҡыусылары донъя мәҙәниәтенең хазинаһы булған Изге Яҙма китаптарын үҙ телендә уҡыуҙан мәхрүм булды. Үткән быуат дауамында Библияны өйрәнеү фәне бик ныҡ алға китте, филологтар һәм дин белгестәре, телселәр һәм тарихсылар, археологтар етди тикшеренеү эштәре алып бара.

2002 йылдан Рәсәй Библия йәмғиәтендә Иҫке Ғәһед китаптарын башҡортсаға тәржемә итеү башланды. Изге Яҙма китаптары башҡортсаға тәүләп аралашсы телдәр — урыҫ, грек, төрөк телдәре ҡатнашлығынан тыш, туранан-тура төп нөсхәнән — боронғо йәһүд теленән — ауҙарыла. Бының өсөн тәржемәселәр Рәсәй Библия йәмғиәте ойошторған махсус курстарҙа уҡыны, унда боронғо йәһүд телен, боронғо Яҡын Көнсығыш тарихын, тәржемә теорияһын өйрәнде. Тәржемә барышына библеистика, дин фәне, лингвистика өлкәһендәге Рәсәй һәм сит илдәр белгестәре етәкселек итә.

Тәржемәселәр алдына бик ҡатмарлы бурыс ҡуйылды: Иҫке Ғәһед китаптарын хәҙерге әҙәби башҡорт теленә тәржемә итергә, боронғо текстың динамикаһын мөмкин тиклем тулы һаҡларға, башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе ҡулланмаҫҡа тырышырға, тәржемәне архаизмдар менән сүпләмәҫкә һәм уның башҡорт уҡыусыһына аңлайышлы булыуына өлгәшергә. Бынан тыш тәржемә ниндәй ҙә булһа тышҡы дини йоғонтонан азат булырға һәм мәғәнәүи йәһәттән төп нөсхәгә ҡәтғи тап килергә тейеш.

Шуның өсөн тәржемә проектына дини ҡараштары һәм инаныу-ҙары буйынса төрлө диндәр вәкилдәре йәлеп ителде. Уларҙың һәммәһен дә бер теләк берләштерә: ябай һәм матур тәржемә яһау.

«Башланмыш» китабының башҡортса исеме — уның төп йөкмәткеһен бер һүҙҙә сағылдырырға тырышыу. Был китап төрлө телдәрҙә һәм мәҙәниәттәрҙә төрлөсә йөрөтөлә: боронғо йәһүд телендә ул китаптағы иң беренсе һүҙ буйынса «Берешит», йәғни «Башта» тип аталған, гректар иһә «Генезис» — «барлыҡҡа килеү» тип исемләгән.

«Башланмыш» — Библиялағы иң матур һәм таң ҡалдырғыс, шул уҡ ваҡытта иң ҡатмарлы китаптарҙың береһе. Тәржемәселәрҙең тырышлығына ҡарамаҫтан, уҡыусы ҡайһы ваҡыт ҡапма-ҡаршылыҡ, сәйер ҡабатлау булып күренгән урындарға осрар. Был бер ҙә ғәжәп түгел. Беренсенән, «Башланмыш» китабы — бөтөнләй башҡа жанр ҡанундарына һәм стиль талаптарына таянған боронғо шәреҡ әҙәбиәте әҫәре. Миҫал өсөн, тамырҙаш һүҙҙәрҙе күп ҡулланыу, ҡабатлауҙар бөгөнгө күҙлектән ҡарағанда етешһеҙлек булып тойолһа, ул заманда, киреһенсә, үҙенә күрә бер биҙәк һаналған.

Икенсенән, «Башланмыш»ҡа бик күп метафоралар, кинәйәләр, мәҡәл һәм әйтемдәр ингән һәм ул мәликтәрҙең юғарылағы, әҙәмдәрҙең урталыҡтағы, үлеләрҙең ҡараңғы донъяһынан ғибәрәт булған ғәжәйеп үҙенсәлекле донъяны һүрәтләй. Ниһайәт, ул әхлаҡ, никах, дуҫлыҡ, ғаилә тураһында бөтөнләй башҡаса төшөнсәләр бирә. Шул сәбәпле беҙ тәржемәгә ҙур булмаған һүҙлек ҡуштыҡ, унда боронғо йәһүдтәрҙең көнкүрешендәге һәм донъяға ҡарашындағы ҡайһы бер үҙенсәлектәрҙе аңлатырға тырыштыҡ.

Өсөнсөнән, уның структураһы ҡатмарлы, сөнки төрлө әҙәби жанрҙарға ҡараған өлөштәрҙән тора. Күптән булып үткән ваҡиғалар хаҡында һөйләгән «Башланмыш»тың нигеҙендә беҙгә билдәле булмаған «мөхәррир» тарафынан йыйылған һәм бер китапҡа тупланған яҙма һәм ауыҙ-тел ижадына ҡараған төрлө сығанаҡтар ята булһа кәрәк. Боронғо йәһүд тексы мең ярымдан ашыу үҙенсәлекле өлөштән * *** тора. Урта быуаттарҙа улар илле киҫәккә бүленгән. Әммә, бүленеш һәр урында ла уңышлы килеп сыҡҡан, тип булмай. Ә китап үҙе һуңғы тапҡыр беҙҙең эраға тиклемге IV быуатта Ғөзәйер пәйғәмбәр заманында мөхәррирләнгән булһа кәрәк.

Шулай ҙа «Башланмыш»ҡа төрлө тарих һәм хикәйәттәрҙең боронғо тупланмаһы тип кенә ҡарарға ярамай. Китап биттәрендәге күп ҡырлылыҡ һәм әҙәби формалар төрлөлөгө осраҡлы түгел.

Иң элек беҙ унда һүрәтләү барышына тамыҙылған шиғри юлдар менән йыш осрашабыҙ. Боронғо йәһүд шиғриәтенә рифма һәм үлсәм ҡанундары хас булмағанға күрә, улар яратылыу тураһында хикәйәләүҙә сит биҙәктәр итеп ҡабул ителмәй. Шиғриәт параллелизмдарға нигеҙләнгән, уларҙы беҙ һеҙгә шиғырҙарға ритм һәм рифма өҫтәп тормайынса еткерәбеҙ. Ғәҙәттә, шиғри юлдар телмәрҙе матурлау түгел, ә тыңлаусының (китап ҡысҡырып уҡылыр булған) иғтибарын иң мөһим урындарға йәлеп итеү өсөн ҡулланылған.

Артабан беҙ был китапта жанрҙар төрлөлөгө менән осрашабыҙ.

Ҡәҙимге һүрәтләү, шәжәрәләр, каталогтар, фатиха һәм ҡәһәрләү, килешеү протоколдары, мифик хикәйәттәр, ҡанун акттары — һәммәһе бар унда. Бындай төрлөлөк хәҙерге заман уҡыусыһы өсөн сәйер күренә, әлбиттә, сөнки ул шиғырҙы — шиғри йыйынтыҡтарҙа, шәжәрәләрҙе — тарих китаптарында, ҡанундарҙы шулай уҡ тейешле баҫмаларҙа күреп өйрәнгән. Әммә боронғо йәһүдтәрҙә ҡанундың ҡайҙан, ни өсөн килеп сыҡҡанын, ни өсөн уны үтәргә кәрәклеген аңлатмайынса ҡанун хаҡында һөйләү башҡа һыймаҫ эш һаналған. Улар һандар аша ғына тарих һөйләүҙе лә ҡабул итмәгән. Боронғо хронология — ул килешеүҙәр һәм тәүбабалар хронологияһы. Кеше тарихи ваҡиғаны тик билдәле бер тәүбаба, беренсе йәки икенсе килешеү дәүере менән бәйләгәндә генә ҡабул итер булған.

Китап донъя яратылғандан алып Яҡуп менән Рәхиләнең улы Йософтоң вафатына тиклемге арауыҡта булған ваҡиғаларҙы бәйән итә. Ул төп өс өлөштән тора: беренсеһендә — донъяны бар ҡылыу һәм дөйөм кешелек тарихының башы (1-11), икенсеһе Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп һәм уларҙың ғаиләләренә бағышланған (12-36), һуңғы өлөшөндә Йософ менән ағалары хаҡында хикәйәләнә.

Яратылмыш тарихы тәүге ике бүлектә үҙе бар ҡылған донъя сиктәренән тышта торған берҙән-бер Алла хаҡында һөйләй. Илаһи ихтыяр менән яратылғанға күрә, донъя шул ихтыярға ярашлы ғына йәшәй ала. Донъя осраҡлы ғына яратылмаған, ул — Алланың аңлы һәм ныҡ уйланылған ҡарарының һөҙөмтәһе. Кешене Алла рәүешендә һәм Аллаға оҡшатып бар ҡылыу яратылмыштың кульминацияһы булып тора. Әммә тупраҡтан яратылыуы кешенең илаһи сифаттарын бик сикләй. Күп илаһтарға табыныуҙан баш тартыуҙы китапта яуызлыҡ төшөнсәһен аңлау һәм һүрәтләүҙән дә күрергә мөмкин. Яратылмыштың яҡшы булыуы «Башланмыш»та даими рәүештә һыҙыҡ өҫтөнә алына. Был фекер «донъя үҙенең асылы менән боҙоҡ» тигән мәжүсиҙәрсә ҡарашҡа ҡырҡа ҡаршы килә. Эденда ҡылынған тәүге гонаһ тураһындағы хикәйәнән яуызлыҡ кешенең азат һәм буйһонмаҫ ихтыяры арҡаһында килеп сыҡҡанын күрәбеҙ. Тимәк, ул тәбиғи ҙә, ғәҙәттән тыш нәмә лә түгел, ә әхлаҡи күренеш. Мохтажлыҡ, бәлә-ҡазалар Алла яратҡан донъяның етешһеҙлегенән түгел, кешенең Алла ихтыярына буйһонмауынан килеп сыға. Ҡабилды ҡустыһын үлтергән өсөн язалау, аҙғын халыҡты һәләк иткән туфан һыуҙары, гонаһҡа батҡан Содом менән Аморра — барыһы ла илаһи тәртип барлығын һәм уны боҙған хәлдә кешенең мотлаҡ рәүештә яуапҡа тарттырыласағын күҙ уңында тота.

Кешелектең бер тамырҙан таралыуы тураһындағы фекер Алланың тәүге ҡушаға — Әҙәм менән Һауаны яратыуына арналған бүлектә бик матур тасуирлана. «Башланмыш»тағы оҙон шәжәрәләр иһә кешелектең үҫешен һүрәтләй. Китап тотош кешелекте бер ғаилә итеп күрһәтә: 10-сы бүлектә бының сағыу миҫалы — халыҡтар исемлеге бирелгән. Уға ярашлы донъялағы бөтә халыҡтар — Нухтың туфандан ҡотолған өс улының балалары.

Нухтың улы Шем икеләтә фатихалы (9:26) — уның нәҫел ебен Библия Алла тарафынан яңы халыҡтарҙың атаһы итеп һайлап алынған Ибраһим тыуғанға тиклем юллай. Ибраһимдың тәүге улы Исмәғил Алла фатихаһы менән бөйөк ғәрәп халҡының атаһы була. Исхаҡтан Исраил халҡы тарала. Яҡуптың илаһи фатиха алыуы тәүбабалар осороноң һуңғы өлөшөн билдәләй, һәм кешелектең ҡотҡарылыу тарихы башлана.

Алла менән кеше араһындағы мөнәсәбәттәрҙең ни рәү ешле һүрәтләнеүе «Башланмыш» китабының иң ғәжәйеп үҙенсәлектәренең береһе булып тора. Был мөнәсәбәттәрҙең нигеҙендә Алланың бәрәкәте булған ки ле шеү ята.

Килешеү тәүге тапҡыр Нух тураһында һөйләгәндә (9:8-17) иҫкә алына. Ибраһимдан башлап «Башланмыш»та килешеү темаһы иң мөһим урынды биләй. Ә китап, үҙ сиратында, бөтә Изге Яҙмаға инеш булып тора. Тәүбабаларға иҫәпһеҙ-һанһыҙ тоҡом һәм улар йәшәйәсәк ер нәҙер ителә. Ибраһим Ҡынаанды мираҫ итеп аласаҡ бөйөк халыҡҡа нигеҙ һала (12:1-3; 13:15-17). Исхаҡ (26:3-4) менән Яҡупҡа ла шундай уҡ вәғәҙә бирелә (35:11-12). «Башланмыш»та килешеү — Алла үҙ теләге менән йөкләмә итеп алған бер яҡлы күренеш. Уның тантаналы һәм үҙгәрешһеҙ булыуы хайран ҡалдырғыс йола менән нығытып ҡуйыла (15).

«Башланмыш» китабының һуңғы өлөшө Алланың хәүеф-һынауҙар, хыянаттар һәм ҡайғылар аша, осраған ҡаршылыҡ һәм яуызлыҡтарға ҡарамаҫтан, кешене гелән яҡшылыҡҡа етәкләп алып сығыуына бағышланған. Ағалары Йософто мәкерле рәүештә ҡоллоҡҡа һатып ебәрһәләр ҙә, Алла уларҙың яуыз ғәмәлен яҡшылыҡҡа әйләндерә: йотлоҡ йылдарында Йософто Мысырҙың һәм ғаиләһенең ҡотҡарыусыһы итеп, Алла рәхмәтенең һәм илаһи ихтыярҙың ахыр сиктә бөтә яуыз көстәрҙе еңеп сығыуын иҫбатлай.

ҺҮҘЛЕК


АЛЛА рухы— «Руах» тигән боронғо йәһүд һүҙе тәүҙә «ел, еләҫлек» тигән мәғәнәлә ҡулланылған. Артабан был һүҙгә «Алла бар ҡылған тереклекте йәшәтеүсе йән» мәғәнәһе һалынған. Алла рухы үҙе иңгән кешегә үҙенсәлекле йоғонто яһай: уны ниндәйҙер ғәҙәттән тыш эштәргә этәрә. Алла Рухы берәйһендә оҙағыраҡ торһа, был әлеге кешенең Алла менән яҡын бәйләнештә булыуына ишара итеп ҡабул ителгән. Изге рух Алланың ижади ҡеүәте булып тора.

БАШ БАЛА— Бар тереклектең Алланан һәм Алланыҡы булы-уының билдәһе итеп баш ир бала Аллаға бағышланған. Был бағышлау баш бала урынына символик рәүештә мал ҡорбан итеү йолаһы менән оҙатылған.

ГОНАҺ— Изгелек менән яуызлыҡ төшөнсәләрен айырып ҡарау бөтә диндәрҙә лә тиерлек бар, ә гонаһты иһә дин ҡанунын, Алла һүҙен боҙоу тип аңларға кәрәк. Ләкин йәһүд, христиан һәм ислам диндәрендә генә гонаһ Алла менән мөнәсәбәттәрҙе боҙоуға килтерә. Индуизм менән буддизмда насар карма төшөнсәһе гонаһ мәғәнәһенә яҡын тора, насар карма тигәндә, яуыз эштәр ҡылып, үҙеңде лайыҡһыҙ күрһәткән осраҡта, йәндең күсеүе аша таҙарыныу мөмкинлеге күҙ уңында тотола. Исламда иң ҙур гонаһ — әҙәмдең тәкәбберлеге. Ул, Алла урынлаштырған тәртипкә ҡаршы төшөп, кешенең бойондороҡһоҙ булырға тырышыуы-нан килеп сыға. Тәкәббер әҙәм Аллаға хеҙмәт итеү һәм буйһоноу зарурлығын инҡар итә. Көсһөҙ кешеләр генә Аллаһы Тәғәлә һыҙған йәшәйеш сиктәренән сығып китә, Аллаға тиңләшергә тырыша. Шулай итеп, исламда гонаһ кеше йомшаҡлыҡтарының эҙемтәһе тип ҡарала, иманһыҙлыҡ иһә тәкәбберлектең гонаһлы эҙемтәһе тип иҫәпләнә. «Башланмыш» китабында, бөтә Иҫке

Ғәһедтәге кеүек үк, гонаһ, золом менән ялғандың хакимлыҡ итеү эҙемтәһе булараҡ, ҡаза һәм ҡыйралышҡа килтерә. (Баш. 3:22 һәм артабан; 4:8; 6:5; 8:21). Гонаһҡа батыу тураһындағы хикәйә (Баш. 3) золомдоң ситтән килеүен күрһәтә, ләкин кеше эргәһендә уның көсө арта, ул кешегә баҫым яһай башлай, әгәр кеше, ошо баҫымға ҡаршы тора алмайынса, бирешһә, был гонаһ була (Баш. 3:6; 4:7). Гонаһ — ул кешенең үҙ Аллаһына түгел, ниндәйҙер башҡа көскә буйһоноуы (Баш. 3:1-6). Был, Библиялағы төшөнсәләргә ярашлы, Алланан сигенеү тип баһалана һәм Аллаға буйһоноуҙан баш тартыу эҙемтәһе тип ҡарала. Гонаһ алты төрлө кәүҙәләнештә осрай: — зарар килтереүсе золом эш (Баш. 3:5, 22; 4:7; 6:5; 8:21); — көс ҡулланыу, мәжбүр итеү (Баш. 4:8, 10; 6:11; 9:5; 34:2); — ялған һәм мәкер (Баш. 3:4-7; 9:21-23; 27:35; 37: 31-33; 39:12-20); — ғәҙелһеҙлек (Баш. 18:17-32; 19:4-11; 34:5-7); — дыуамаллыҡ (Баш. 34:7); — йола паклығын боҙоу (Баш. 7:2, 8; 8:20). Гонаһ һәр ваҡыт кешенең кешегә (Баш. 4:8; 20:9; 37:18; 40:1) йә Аллаға (Баш. 3:3, 6, 17; 6:5; 38:10) ҡаршы ҡылған ғәмәле булып тора, шунлыҡтан ул тәртипһеҙлек тип ҡабул ителә. Әҙәмдең гонаһҡа батырға әҙер тороуы хаҡындағы фекер ҙә Иҫке Ғәһедкә ят түгел (Баш. 6:5-6; 8:21). Кешенең гонаһлы булыуының сәбәбе уның көсһөҙлөгө һәм тотороҡһоҙлоғо менән аңлатыла (Баш. 6:3). Гонаһҡа батыу тураһындағы хикәйәлә гонаһ менән ғәйеп араһындағы тығыҙ бәйләнеш сағыу һүрәтләнә (Баш. 3:7-13). Унда гонаһлы булыу тиҙ арала Әҙәм менән Һауала ғәйепле булыу тойғоһон уята, был ғәйеп гонаһлыны ауыр йөктәй иҙә (Баш. 3:3; 20:3). Ғәйеп иң элек гонаһлының башына төшә, әммә йәмғиәттә бының менән генә сикләнеп ҡалмай, уны уратып алған социаль тирә-йүнде лә ағыулай (Баш. 34:30). Әммә Алла бәндәнең гонаһын да файҙаға әйләндереү ҡөҙрәтенә эйә (Баш. 50:20).

ДӨҢГӨР— Ҡара: МУЗЫКА ҠОРАЛДАРЫ.

ИЗГЕ булыу— Был төшөнсә донъя диндәрендә төрлөсә аңлатыла. Йыш ҡына изге төшөнсәһе ниндәй ҙә булһа әйберҙәргә, кешеләргә, урын-ергә, йолаларға ҡағыла һәм шомло, серле, ҡурҡыныс көстө аңлата. Бындай мәғәнәлә ул кешеләргә, илаһтарға һәм ендәргә бойондороҡһоҙ эш итә, һәм кешегә уның менән осрашыу хәүефле. Әммә был ҡотолғоһоҙ, шунлыҡтан, аралашыу сараһын табып, һаҡланыу талап ителә. Изге менән осрашыу ҡурҡыта ла, ҡыуандыра ла, ул бер үк ваҡытта яҡшы ла, яман да. Изге ҡәҙимгенән, йәғни изге түгелдән, нәҡ шуның менән айырыла. Исламда Мөхәммәт пәйғәмбәр тормошондағы бөтә ғәҙәттән тыш, сәйер һәм серле хәл-күренештәр изге, йәғни ҡағылғыһыҙ (ҡағылырға ярамаған) һәм һаҡлаулы һанала. Айырыуса Мәккә, Мәҙинә һәм Йәрүсәлим ҡалалары изге. Мосолмандарҙың инаныуынса, Мөхәммәт үҙе, башҡа пәйғәмбәрҙәр, ислам ғалимдары Алланың яҡындары һәм изгеләр тип һанала. Изге — Библияла үҙәк төшөнсә, ул Алланың иң төп сифатын, хатта Уның асылын билдәләй. Тик Алла ғына ысын мәғәнәһендә изге. Фараз ителеүенсә, изге төшөнсәһен аңлатыусы йәһүд һүҙе боронғо семит телдәрендәге «ҡырҡып алыу, айырыу» һүҙҙәренән килеп сыҡҡан. Алланың изгелеге Уның, кешенән айырмалы рәүештә, бөтөнләй башҡа булыуында сағыла, һәм нәҡ ошо шарт кешенең үҙенең изге түгеллеген, лайыҡһыҙлығын, пак булмауын аңлауға килтерә. Әммә кеше, тик Алланың изге булыуын таныһа ла, үҙе лә Уға табан ынтыла һәм Алла үҙенең һайланма халҡы араһында изге тип раҫлай. Шулай итеп, изгелек — Исраил Аллаһының илаһи асылын билдәләүсе һәм Уны берҙән-бер итеүсе төшөнсә. Кеше уйлап сығарған башҡа аллалар иһә кешенән бер ни менән дә айырылмай. Бынан тыш, изге — мөнәсәбәттәрҙе сағылдырыусы төшөнсә булып тора: Алла ғәҙеллек, ярлыҡау, донъяны яратыу, ҡотҡарыу менән изгелеген ғәмәлгә ашыра. Шулай итеп, Библияла изгелек төшөнсәһе әхлаҡи камиллыҡты ла үҙ эсенә ала. Библияла изгелек культ ҡына булып ҡалмай, ә бар донъя, барлыҡ әйберҙәр, кешеләр һәм бөтә тарихҡа тарала: бөтәһе лә изге булыуға ынтылырға тейеш! Алланың изге исеменең йорто булған ҡорам изге, ҡорам урынлашҡан Сион тауы изге, был тау менән ҡорам торған Йәрүсәлим ҡалаһы изге, шулай уҡ Алла Исраилға бүләк иткән ер изге. Бынан тыш, алтарь, йола кәрәк-ярағы, ҡорбанлыҡ, йола икмәге, йола башҡарыуҙы хеҙмәтләндереүселәр, уларҙың кейемдәре, хуш еҫле май — һәммәһе изге. Айырым предметтарҙы изгеләштереү уларҙың һәр ваҡыт, һәр урында, һәр маҡсатта ҡулланыла алмауын аңлата, сөнки улар тик Аллаға хеҙмәт итеү йолаларында ғына тотонола. Шулай уҡ Алла тарафынан башҡа ҡәүемдәр араһынан айырып алынған һайланма Исра-ил халҡы изге. Ниһайәт, аҙнаның башҡа көндәренән айырып алынған ял көнө — шәмбе һәм байрам көнө, шулай уҡ ураҙа көнө изге. Былар изгене изге булмағандан, ҡәҙимгенән айырыу принцибына нигеҙләнә лә инде.

ИЗГЕ РУХ— Ҡара: АЛЛА РУХЫ.

килешеү— Килешеү тигән һүҙ Библияла кешеләр араһындағы үҙ-ара килешеү мөнәсәбәттәрен сағылдыра (Баш. 14:13; 21:27; 31:44). Килешеү төшөнсәһе аша белдерелгән хоҡуҡи мөнәсәбәттәр тиң партнёрҙарҙы ла (Баш. 14:13), тиң булмағандарҙы ла (Баш. 21:27) берләштерә ала. һуңғыһында юғарыраҡ дәрәжәгә эйә булғаны, үҙ ихтыяры менән билдәле бер йөкләмәләрҙе алып (айырым мөнәсәбәт күрһәтеү, мәрхәмәтле булыу), бойондороҡло партнёрына өҫтөнлөктәр бирә. Килешеүҙә ҡатнашыусылар араһындағы айырма был осраҡта бик ҙур: әйтәйек, кенәз һәм килмешәк, батша һәм хеҙмәтсе төрлө баҫҡыстарҙа тора, шунлыҡтан килешеү һәр саҡ өҫтөндөң түбәндәгегә үҙ ихтыярын тағыу төҫөн алыңҡырай (миһырбан күрһәтеү, васыят итеү). Бындай килешеү ике яҡты ныҡлы бәйләй. Ғәмәлдә, уның ваҡыт сикләүе юҡ һәм ул мәңгелек тип иҫәпләнер булған. Килешеү төшөнсәһенең айырыуса киң ҡулланылыу даирәһе Алла менән Ул һайлап алған халыҡ араһындағы мөнәсәбәттәрҙең метафорик сағылышына ҡағыла. «Башланмыш» китабында ошо төшөнсә аша Алланың Нухҡа (Баш. 6:18; 9:8-17), Ибраһимға (Баш. 15:18-21; 17:1-27), шулай уҡ уларҙың тоҡомдарына, Исраил халҡына айырым ихласлығы күрһәтелә. Алла менән килешеүҙең файҙаһы кешегә тейә, килешеү шарттарын үтәһә, ул ғүмер (Баш. 6:18, 20), ил (Баш. 15:18-21), тоҡом (Баш. 17:4), тыныслыҡ һәм хөр тормош, хакимлыҡ, азатлыҡ ала. Килешеү төҙөү билдәгә әйләнерлек ваҡиғалар, изге йолалар солғанышында бара: һандыҡ (Баш. 6:18-21), ҡорбанлыҡ малы (Баш. 8:20), йәйғор (Баш. 9:12-13), урталай сабылған ҡорбанлыҡ түшкәһенең ике өлөшө араһынан үтеү (Баш. 15:17), сөннәтләү (Баш. 17:10-13).

Ниһайәт, тоғролоҡ еңә, тыныслыҡ урынлаша. Аллаға тоғролоҡ һәм Унан айырылғыһыҙ булған хөр тормош Библияла йыш ҡына тәҡүәлелек тип билдәләнә. Алла менән килешеүгә тоғролоҡто һаҡлаған кеше тәҡүәле тип йөрөтөлә. Иҫке Ғәһедтең күп кенә китаптарында килешеү категорияһы иң элек Исраилдын фажиғәле яҙмышын уның Алла менән килешеүгә тоғролоҡ һаҡламағаны өсөн яза тип аңлау ерлегенә күсерелә. Килешеүгә ингән вәғәҙәләрен үтәүсе булараҡ, Алла хәҡиҡәт юлына ҡайтҡан халҡына яйлап фатихаһын бирә һәм ихласлығын күрһәтә бара.

КӨСНӘ— Ҡара: МУЗЫКА ҠОРАЛДАРЫ.

КҮРЕНМЕШ— Алланың кеше менән осрашыуы башҡорт теленә «күренмеш» тип тәржемә ителде (Баш. 12:7; 17:1; 18:1; 26:2; 26:24; 35:9; 48:3). Осрашыу Алла тарафынан ғәмәлгә ашырыла. Дөйөмләштереп әйткәндә, «Алла Үҙен күрергә рөхсәт итте» йәки «Алла Үҙе күренде» тиергә булыр ине. Әммә был ғәмәл ябай ғына күреүҙе түгел, ә тәрән рухи тойоуҙы аңлата. Мәҫәлән, Алланың Лузда Яҡуп менән осрашыуы Яҡуптың төшө итеп һүрәтләнә (Баш. 28:12-16), ә икенсе бер осраҡта, Алла үҙе күренде, тиелә (Баш. 48:3). Төш менән өндөң ҡушылыуы ихтимал. Ҡағиҙә булараҡ, Алланың күренмеше ғибәҙәттәр ҡылып, нәҙер әйтеү арҡылы ғәмәлгә аша.

ҠАҺИН— Иҫке Ғәһедтә билдәле бер ырыуға ҡарағанлығы һәм мәсехләнеүе арҡаһында Аллаға бағышланған йолаларҙы башҡарыу, ҡорбан салыу, Алла ихтыярын аңлатыу хоҡуғын алған кешеләр ҡаһин тип йөрөтөлә. Һарун, Садок ырыуҙары, левиттар ҡаһин ырыуҙары булараҡ билдәле. Ҡаһиндар бер нисә төркөмгә бүленгән, улар, һәр ҡайһыһы үҙ сиратына һәм вазифаларына ярашлы, изге ҡорамдағы изге йолаларҙы башҡарыуҙа ҡатнашҡан. Сөләймән осоронан алып уларҙың өҫтөндә баш ҡаһин торор булған.

ҠОЛ, ҠОЛЛОҠ— Ҡоллоҡ боронғо донъяға хас күренештәрҙең береһе булған. Бер төбәктәге ҡоллоҡ башҡа төбәктәрҙәгенән ҡайһы бер үҙенсәлектәре менән генә айырылған. Әйтәйек, Исраилда ҡолдарға мөнәсәбәтте уларҙың килмешәктәнме, әллә ерле халыҡтанмы булыуы билдәләгән. Исраил халҡынан берәү үтә етди ғәйепкә тарыһа йә, бик ауыр бәлә-ҡазаға осрап, башҡа ҡотолор юл тапмаһа ғына икенсеһенең ҡолона әйләнә алған. Ауырлыҡҡа түҙмәгән ата-әсә лә балаһын ҡоллоҡҡа һатып ебәргеләгән. Шул уҡ ваҡытта ҡоллоҡҡа һатылған исраил кешеһен бысраҡ һәм ауыр эштәрҙә файҙаланыу тыйылған. Уны ялланған эшсе итеп иҫәпләү фарыз булған һәм шәмбе йылды иреккә ебәреү ҡаралған. Ҡоллоҡҡа һатылған ҡыҙҙарҙы һаҡлау йәһәтенән Ҡанунда айырым талаптар ҡуйылған. Сит-ят халыҡтарҙан ҡолдар һуғыш ғәнимәте сифатында йә ҡол баҙарынан һатып алыныр булған. Исраилда был ҡолдарҙы ғаилә ағзалары кеүек күргәндәр, ләкин улар иң бысраҡ һәм иң ауыр эштәрҙе башҡарырға тейеш булған. Исраилдар араһынан сыҡҡан ҡолдарҙан айырмалы рәүештә, килмешәк ҡолдарҙы һатып ебәрергә лә рөхсәт ителгән.

ҠОРБАН— Ҡорбан килтереү боронғо халыҡтарҙың бөтәһендә лә киң таралған булған һәм дини йолаларҙың айырыуса тантаналы өлөшөн тәшкил иткән. Был йола Алланы хөрмәтләү, Уның мәрхәмәтен яулау йә бәлә-ҡаза ебәрмәүенә өлгәшеү өсөн башҡарылған. Борон Исраилда ҡорбанды мөҡәддәс тип табылған урындарҙа килтергәндәр, һуңынаныраҡ — тик Йәрүсәлимдә генә. Ҡанлы һәм ҡанһыҙ ҡорбандар булған. Емеш, ашлыҡ, шарап, май, хуш еҫле матдәләр ҡанһыҙ ҡорбан итеп килтерелгән, ә ҡанлы ҡорбан итеп үгеҙ, быҙау, һарыҡ, кәзә, күгәрсен салынған. Тотош яндырыу ҡорбаны ҡорбандың иң мөһим төрө тип һаналған. Уны көнөнә ике тапҡыр башҡарып, ҡорбанлыҡты ҡорбан усағында тотошлайы менән яндырып бөтөрөр булғандар. Ҡорбан килтереүҙең киң таралған төрҙәренең береһе берҙәмлек ҡорбаны булған. Тәүге мәлдәрҙә малды йола буйынса салыуҙың һәр осрағы ошо төргә ҡараған. Эс-ҡарыны тотош яндырыу ҡорбаны менән бергә яндырылған, ите ҡорбан ашында ашалған. Берҙәмлек ҡорбаны, ғәҙәттә, айырым йә бер нисә кешенең шөкөр ҡорбаны булып, мөһим осраҡтарҙа (ауырыуҙан йә бәлә-ҡазанан ҡотолоу) килтерелгән. Алла

Ҡанунын енәйәтсел рәүештә боҙғанда пакланыу өсөн гонаһ ҡор ба ны салынған. Уның барышында ҡаһин ҡорбанлыҡтың ҡаны менән пакланыу йолаларын башҡарған, ә майын усаҡта яндырған. Был ҡорбан яңылыштан йә белмәйенсә ҡылынған гонаһтар өсөн дә килтерелгән. Ғәйеп ҡорбаны ла пакланыу маҡсатында салынған. Уны енәйәттәрҙең ҡайһы бер төрҙәренән таҙарыныу өсөн ғәмәлгә ашырғандар. Ашлыҡ саҙаҡаһы килтереү өсөн бойҙай онон еҫле май ҡушып болғатҡандар һәм бер ус ҡатнашманы тотош яндырыу ҡорбаны менән бергә ҡорбан усағына һалып яндырғандар. Ондоң ҡалғаны ҡаһинға бирелгән. Тотош яндырыу ҡорбанына һирпеү шарабы өҫтәлер булған. Ғәҙәттә, ҡыҙыл шарап ҡулланғандар. Төтәҫләү ҡорбаны өсөн ладан һәм башҡа хуш еҫле матдәләрҙән махсус ҡатнашма эшләнгән. Ҡаһин ырыуҙарының һәр ҡайһыһы уны яһау ысулын сер итеп һаҡлаған. Ҡорбан килтереү йолаһының асылы, күрәһең, бергәләшеп табын ҡороп ултырыу ғәмәленән торғандыр. Ҡорбан ашында кеше менән Алла табындаш булған, шуның менән уларҙың берҙәмлеге нығытылған.

ҠЫНААН— Иордан йылғаһының көнбайышынан Урта диңгеҙгә тиклемге ер. «Ҡалҡыу ер» тигәнде аңлатҡан Арамдан (Сирия) айырмалы рәүештә, Ҡынаан «уйпат ер» тигән мәғәнәне бирә. Гректар уны Финикия, йәғни «ҡыҙыл ер» тип йөрөткән.

ЛӘҒНӘТ— Ҡара: ФАТИХА.

МУЗЫКА ҠОРАЛДАРЫ— Библияла осраған музыка ҡоралдары хәҙерге заман ҡоралдарының тынлы, ҡыллы һәм һуҡма төрҙәренә тап килә. «Башланмыш» китабында көснә (Баш. 4:21; 31:27), дөңгөр (Баш. 31:27) һәм һыбыҙғы (Баш. 4:21) телгә алына. Көснәнең ҡылдары резонатор ҡапҡасына параллель һуҙылған, рамы бөгөлгән ике таяуға ҡуйылған. Музыкант йышыраҡ баҫып тороп уйнай, һул ҡулы менән ҡылдарҙы сиртә, уң ҡулы менән плектр ярҙамында ҡылдарҙы кәрәкле тауыш юғарылығына көйләй. Дөңгөр ағас дүңгәләккә мал тиреһе киреп эшләнә. Тире тауыш сығарыусы яры булып тора. Исраилда был ҡоралда тик ҡатын-ҡыҙ ғына уйнаған. Һыбыҙғы ағастан эсе ҡыуыш итеп эшләнгән, мөштөгөнә өрөп көй сығарғандар, клапандарға баҫып тауыш юғарылығын һайлағандар. Бына тыш, Библияла һуҡма музыка ҡоралдары телгә алына: кипарис үҙағасынан яһалған ксилофон, үртәлгән балсыҡтан шалтырауыҡтар, тимер шөңгөр, бронза цимбал, баш ҡаһиндың итәгенә тағыла торған ҡыңғырауҙар. Тынлы музыка ҡоралдарынан ишле гобой, көмөш торбалар, һарыҡ йәки кәзә тәкәһе мөгөҙө билдәле. Тынлы музыка ҡоралдарынан тоҡ кеүек итеп эшләнгән резонаторлы лира осрай. Исраилда музыка ҡоралдары оҙатыуында йырлағандар, оркестр тип атарлыҡ ансамблдәр ҙә булған, улар дини ғибәҙәт йолаларына йәлеп ителгән. Әлбиттә, музыка ҡоралдары күңел асҡанда ла ҡулланылған.

МӘЛИК— Боронғо Иҫке Ғәһед яҙмаларында «мәлик» һүҙе «Алла илсеһе» тигәнде аңлата. «Алла мәлиге» йәки «Раббы мәлиге» тип әйткәндә, күп осраҡта әҙәм ҡиәфәтендә күренгән йә кешеләргә мөрәжәғәт иткән Алланың Үҙе күҙ уңында тотола. «Мәлик» атамаһы шулай уҡ Аллаға яҡын булған күктәге заттарға ҡарата ла ҡулланыла. Алла — батша рәүешендә, ә мәликтәр Уның миһырбанлығын данлаусы, Уның ихтыярын үтәүсе ярҙамсылары булараҡ күҙ алдына баҫа. Йәһүдтәр ҡарашынса, Ҡанунды Мусаға Синай тауында нәҡ мәликтәр тапшырған.

раббы— бында Алла исеменең тәржемәһе. Боронғо йәһүд яҙмаларында бары тик тартынҡы хәрефтәр генә ҡулланылғанлыҡтан, ул Йһвһ тип яҙылған. Йәһүдтәр, христиандар һәм мосолмандар Ал ла ның исе мен әйтмәй, уның уры ны на Раббы тип мөрәжәғәт итә.

РАББЫ МӘЛИГЕ— Ҡара: МӘЛИК.

тотош яндырыу— Ҡара: ҠОРБАН.

тәүге түл— Бөтә тереклектең Алланыҡы булыуының билдәһе итеп, тәүге түлдән булған иркәк мал Аллаға ҡорбан ителгән.

ФАТИХА— Йәһүдтәр фекеренсә, әйтелгән һәр һүҙҙең ғәйрәтле көсө бар. Был көс, әлбиттә, һүҙ эйәһенең холоҡ-фиғеленә, шәхси һыҙаттарына бәйле. Ҡайһы бер кешеләрҙә фатиха биреү һәләте була. Ауырыуҙарҙа ул әжәл яҡынлашҡанда асылып китеүсән (Яҡуп — Баш. 48). Бәғзе берәүҙәрҙә осрай торған ғәҙәти булмаған сифаттар, ҡаһиндарҙың үҙ вазифаһына бәйле халыҡҡа фатиха биреү бурысы ла ошо күренеште хасил итә. Ләғнәт (ҡәһәр, ҡарғыш) юридик ғәмәл булып торған, уны хоҡуҡ боҙоусының ғәйебен иҫбатлау мөмкин булмағанда ҡулланғандар. Дини йолалар башҡарған саҡта, Ҡанун ҡабул ителгәнлеген иҫкә төшөрөп, халыҡта Алла ихтыярын үтәүгә ынтылыш тәрбиәләү маҡсатында ла ләғнәт һүҙҙәре әйтелгән.

ҺЫБЫҘҒЫ— Ҡара: МУЗЫКА ҠОРАЛДАРЫ.

ШӘМБЕ— Ете көнлө аҙнаның һуңғы көнө. Ете көнлөк аҙна төшөнсәһе иң элек Исраилда барлыҡҡа килгән. Уның мәғәнәһен, моғайын, ошо көндө үткәрелә торған ғибәҙәт йолалары билдәләгәндер, шунлыҡтан ул тик Аллаға ғына бағышланған көнгә әүерелә барғандыр. Һуңынаныраҡ ул көн сөннәтләү кеүек үк исраилдарҙы башҡаларҙан айырып торған төп һыҙаттарҙың береһенә һәм Исраил халҡы менән уның Аллаһы араһындағы килешеүҙең билдәһенә әйләнгән.